Инфоурок Родная литература СтатьиПатриотизм темаһы буйынса эш

Патриотизм темаһы буйынса эш

Скачать материал

  

 

 

 

 

ТУҒАН ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ПАТРИОТИК ТӘРБИӘ БИРЕҮ

 

Янова Р.М., башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Дыуан райноны Мәсәғүт лицейы

 

 

Аннотация: был мәҡәләлә  туған теле һәм әҙәбиәте  дәрестәрендә уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләү алымдары, башҡорт яҙыусыларының программа буйынса үтелгән әҫәрҙәренә ҡыҫҡаса байҡау яһала.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

     Туған тел! Был һүҙ эсендә әйтеп бөтөрһөгөҙ тәрән мәғәнә ята. Был һүҙ һәр бер кеше тарафынан ҙур ғорурланыу менән әйтелә. Тыуған иленә, Ватанға хеҙмәт итеү, быуындар араһындағы бәйләнеш, үткәндәге батырлыҡтарҙың киләсәк менән ялғаныуы, бөгөнгө көндә лә беҙҙең именлегебеҙ өсөн ҡайғырыу, борсолоу...Был һүҙҙәр бөгөнгө көндә бик актуаль яңғырай. Тыуған илебеҙҙең азатлығын көрәштәрҙә яҡлаған ата-бабаларыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатанашыусыларға, ветерандарға мәңгелек дан йырлана. Улар еребеҙҙе генә түгел, ә Ватаныбыҙ традицияларын, ата-бабаларыбыҙ васыятына тоғролоҡ һәм юғары әхлаҡи ҡанундарҙы һаҡлап ҡалдылар. Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Афганистан дәһшәте аша үткәндәргә, Чечен һуғышында ҙур һынау юлы уҙғандарға һәм бөгөнгө көндә Украина менән барған аяуһыҙ алышта ҡатнашҡан  беҙҙең яҡташтарыбыҙ менән һоҡлана.
    Патриотизм  - ул илгә булған яратыу хисе, Ватанға, Тыуған илгә һөйөү, намыҫ, бурыс – бына ошолар уҡыусыларҙа патриотик рух тәрбиәләүҙең төп нигеҙен тәшкил итә. Балалар – киләсәгебеҙ, уларға рухи –әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү –беҙҙең бурыс. Патриотик тәрбиә эшен алып барыуҙа беҙ- уҡытыусылар мөһим роль уйнайбыҙ. Уҡытыусы, бигерәк тә әҙәбиәт уҡытыусыһы – ул быуындарҙы тоташтырыусы, белем биреп кенә ҡалмайынса,  уҡыусыларға өлкән быуындың рухи байлығын еткереүсе лә. Йәштәрҙе, киләсәк быуынды халҡыбыҙ тормошоноң яҡшы, матур үрнәктәре нигеҙендә тәрбиәләү педагог – тәрбиәселәрҙең эшенең мөһим өлөшө булып тора.
    Уҡыусыларҙа патриотик тойғоно, тыуған илгә булған һөйөүҙе әҙәбиәт дәрестәрендә, туған тел дәрестәрендә, класс сәғәттәрендә  һәм кластан тыш сараларҙа тәрбиәләйбеҙ.
    Мин, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, үҙемдең дәрестәремдә уҡыусыларҙа патриотик рух, тыуған илгә һөйөү  тойғоһон тәрбиәләү алымдарын ҡулланам.
  Йәш быуын Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһында ишетеп, киноларҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып белә. Бөтә халыҡ яҙмышын хәл иткән был дәһшәтле йылдар фажиғәһен шул һуғыш йылдарында ҡатнашҡан бөйөк шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ беҙгә үҙ ижадтарында асыҡ итеп еткергән. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәрҙе тәрәнерәк өйрәнеү – беҙҙең бурысыбыҙ. Дәрестәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларыбыҙ хаҡында һүҙ алып барыу, уҡыусыларҙы уйландырыу, уларға Тыуған ерҙең ҡәҙерле һәм изге төшөнсәһен аңлатыу, уны һаҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ икәнен төшөндөрөү, уларҙа ҡыйыулыҡ, тоғролоҡ, патриотизм кеүек сифаттар тәрбиәләү кеүек маҡсаттарҙы дәрестә тормошҡо ашырырға кәрәк, тип уйлайым.
      Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар ижадында совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, уларҙың тыуған илгә бирелгәнлеге,батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен дә бирергә әҙер булыуҙары сағыла, был турала белеү – бөгөнгө уҡыусының күңелен тетрәндәрә, уларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, һуғыш темаһына арналған башҡа әҫәрҙәрҙе уҡыу теләге тыуа.
   Уҡыу программаһына ярашлы һәм унан тыш ( кластан тыш уҡыуҙа) ҡулланылған шағирҙар ижадына байҡау яһап үтәйек. Бөйөк Ватан һуғышы бшланыу менән беҙҙең яугир шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ дошманға ҡаршы мылтыҡ һәм штык менән генә түгел, ҡәләм менән, үҙҙәренең ялҡынлы ижады менән менән дә дошманға ҡаршы күтәрелде. Иң  беренселәрҙән булып батырлыҡ темаһына ижад иткән Бәҙрүш Моҡамайҙың “Ант” исемле шиғыры бөгөнгө көндә лә бик актуаль булып торалыр тип уйлайым. Был шиғыр һуғыш осоронда дошмандан илде һаҡларға йүнәлеүсе тиҫтәләрсә совет яугирҙарының анты булып яңғыраған һәм бөгөнгө көндә лә яңғырай.

Ант итәм, үлһәм үлермен
Намыҫҡа кер тейҙермәм.
Илкәйемде бер саҡта ла
              Дошман ҡулына бирмәм. (“Ант”)

 -ти шағир шиғыр юлдары аша. Шағирҙың аяуһыҙ фронт шарттарында ижад иткән башҡа бик күп шиғырҙарын уҡып, уҡыусыларҙа патриотик тойғо, рух тәрбиәләргә мөмкин. Мәҫәлән: “Связист” , “Урал егете” , “Исеме билдәһеҙ егет” һәм башҡа шиғырҙары.
      Шулай уҡ әҙәбиәт дәрестәрендә Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты” , “Һинең кәләшеңдең хаттары” , “Герой тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре төп урынды ала. Ә инде Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм теләк менән уҡыйҙар. Был поэмаһында шағир батыр ҙа, йор һүҙле лә, көр күңелле лә һалдатттарының батырлыҡтарын сағылдыра. Үҙәктә төп геройҙар Үлмәҫбай менән Теребай һәм уларҙың өс батырлыҡтары.

Урал батыр тоҡомонан-
Үлмәҫбай атлы егет
Совет Ватанында үҫкән
Большевик затлы егет.
                    “Үлмәҫбай”

Уҡыусылар өсөн уҡыуға еңел һәм аңлайышлы итеп яҙылған әҫәр аша дошманды батырлыҡ менән генә түгел, ә тәүәкәллек һәм хәйлә менән дә ҡулға алыу, “күккә осороу”  һәм еңеү.

Эскә инеп, шат табынды
Ҡуҙғатырға “ҡыйманыҡ”
Туй бүләге менән өйҙөң
Дүрт мөйөшөн һыйланыҡ.

                   “Үлмәҫбай”

Мостай Кәрим  Үлмәҫбай һәм Теребай геройҙары аша совет һалдаттарының үлемһеҙлеген, батырлығын күрһәтә.
    
Киләһе «Декабрь йыры» (1942) поэмаһында шағир советтар власы осоронда тәрбиәләнеп үҫкән йәш быуынды Тимербаев Юлдаш образы аша һүрәтләй. Бөйөк Ватан һуғышы башлағас Юлдаш, үҙ быуындаштары менән бергә иң алғы сафҡа баҫа. Ҡаһарман халыҡтың бер вәкиле итеп бирелгән һалдат образы булараҡ Тимербаев Юл­даш конкрет бер шәхес кенә түгел, уның йөҙөндә тулы бер быуындың дөйөм һыны һәм яҙмышы сағылыш алған.

Еңергә тыуҙым, һәм шулай

Үҫтерҙе илем.

Юлдашҡа юлдаш була алмаҫ

Данлыҡһыҙ үлем, - («Декабрь йыры»)

тип, Юлдаш һуғыштың иң ауыр шарттарында ла дошманды барыбер еңеүгә ышаныс менән йәшәй. Йәш быуындың фронт һыҙығында алғы сафта булыуы һәм баҫҡынсыларҙы кире ҡағасағына шик юҡ. Әлбиттә, «еңеү тыуын яулап алыуҙың еңелдән булмаҫын» Юлдаш та яҡшы аңлай, шуға күрә лә ул, барлыҡ ғәйрәтен, көсөн һәм үсен туплап, немец илбаҫарҙарына ҡаршы яуға ташлана.  Юлдаш образы, әҫәрҙән күреүебеҙсә, эпиклаштырылған. Үҙ быуыны исеменән һөйләүсе Юлдаштың әкиәт батырҙарына тиң ғәйрәте һәм рухи матурлығы әҫәрҙә беренсе планға ҡуйыла. Ләкин ул әкиәт батыры түгел, ә реаль тормош батыры икәне һәр кемгә мәғлүм. Шулай итеп, Мостай Кәрим үҙ поэмаһындағы Юлдаш образы аша Совет власы йылдарында тыуып-үҫкән, характеры формалашҡан һәм яу яландарында иң гүзәл сифаттары ялҡындай ҡабынып киткән яңы быуындың бер уҙаманын кәүҙәләндергән.
    
Башҡорт халыҡ шағиры Ҡадир Даяндың ижадына һәм уның “Шайморатов генерал” исемле шиғыры уҡыусылар тарафынан еңел өйрәнелеп, ятлап алып, йырлап йөрөгән әҫәрҙәренең береһе.  Ысынлап та, бөгөнгө көндә лә был бик актуаль был. Шайморатов генерал исемендәге батальондар төҙөп, үҙ теләктәре менән бөгөнгө көндә Украина баҫҡынсыларынан һаҡлап, азат итергә тиҫтәләрсә ир-егеттәребеҙ үҙ теләктәре менән һуғышҡа китә.

Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал,
Ат уйнатып алдан бара,
Шайморатов генерал.

      «Ҡадир Даян, һуғыш йылдарында, башҡорт яугирҙарына арнап, бик күп патриотик йырҙар һәм шиғырҙар ижад итә… Шағирҙың композитор Заһир Исмәғилев менән берлектә ижад иткән «Шайморатов генерал» исемле мәшһүр йыры Башҡорт кавалерия дивизияһына ысын поэтик һәйкәлгә әйләнә», - тип яҙа ғалим Р.Шәкүр.
       Шайморатовтың яу яланында күрһәткән батырлығын тасуирлаған был әҫәр башҡорт халҡының иң яратҡан патриотик йырҙарының береһенә әйләнә.
       Билдәле шағир, Назар Нәжмиҙең шиғриәтенә күҙәтеү яһағанда, уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған шиғри әҫәрҙәре әллә ни күп булмағанлығын күрәбеҙ. 1942 йылда һуғышҡа инеп, уға һуғыштың тәүге йылдарында уҡ ижад итергә мөмкинселек булмай. Артабанғы йылдарҙа иһә, һалдаттарҙың тиңһеҙ батырлыҡтарын күреү, тыуған яҡтарҙы һағыныу хисе шағирҙы әленән-әле ҡәләмгә тотонорға мәжбүр итә.
      Ә хәҙер Назар Нәжмиҙең 1944 йылда ижад ителгән «Совет һалдатына» әҫәренә туҡталып үтәйек. Был әҫәрҙә шағир ут-һыу кискән яугирҙың үлемһеҙлегенә дан йырлай:

Ҡош осоп етмәҫ ерҙәргә

Ут аша барҙың атлап.

…Бомбалар төштө өҫтөңә,

Һушыңдан яҙҙың ҡай саҡ.

Күпме тереләй күмелдең...

Һәм иҫән ҡалдың, һалдат!..

(Н. Нәжми «Совет һалдатына»)

Яҙыусылар яу ҡырында мылтыҡ тотоп ҡына һуғышманылар, үҙҙәренең үткер ҡәләмдәрен дә дошманға  ҡаршы тоҫҡанылар, бының менән дәһшәтле йылдарҙа халыҡҡа дәрт бирҙеләр,  дошманға нәфрәттәрен күрһәттеләр.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаттарының ҡаһарманлығы, Тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирергә әҙер булыуҙары менән танышыу – бөгөнгө уҡыусының, әлбитә, күңелен тетрәндерә, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята һәм Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған башҡа әҫәрҙәрҙе уҡыу теләген тыуҙыра. Ҡаһармандар хаҡында киләсәк быуындар ғорурлыҡ менән иҫкә алыр һәм  мәңге онотмаҫ тип ышынабыҙ.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Патриотизм темаһы буйынса эш"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Политолог

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 040 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.02.2024 100
    • DOCX 48.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Янова Рамиля Мухаметьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Янова Рамиля Мухаметьяновна
    Янова Рамиля Мухаметьяновна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 13627
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Организация проектно-исследовательской деятельности в ходе изучения курсов литературы в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 344 человека

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 87 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ЕГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС СОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 170 человек

Мини-курс

Основы гештальт-терапии: история и теория

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 43 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Эффективные стратегии продаж: воронка, агрегаторы и мессенджеры

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Детские и взрослые эмоции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе