Инфоурок География ПрезентацииПрезентация по башкирскому языку на тему "Башкирские народные песни" (7 класс)

Презентация по башкирскому языку на тему "Башкирские народные песни" (7 класс)

Скачать материал

Благовещен ҡалаһының  5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

Тема: Башҡорт халыҡ йырҙары.

7-се класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡарҙы: Ғайсина Неля Мирза ҡыҙы,

 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,

Благовещен ҡ., 5-се УДББМ МБМУ

 

 

 

2020 йыл.

Маҡсаттар.

1. Башҡорт халыҡ ижалында йыр жанры һәм уларҙың үҙенсәлектәрен, төрҙәрен аңлатыу.

2.  Халыҡ араһында киң таралған халыҡ йырҙарының һүҙҙәре, уларҙың ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырыу.

3. Халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү, йырларға өйрәтеү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.

Башҡорт халыҡ йырҙарының үҙенсәлектәре менән танышыу. Уларҙың төрөн билдәләү. Ҡайһы бер йырҙарҙың һүҙҙәрен үҙләштереү. Киң таралған йырҙарҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнеү. Йырҙарҙың көйҙәрен тыңлау һәм уларҙы танырға өйрәнеү. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы йырсыларҙың исемлеген төҙөү.

Йыһазландырыу: ноутбук (компьютер), мультимедиалы проектор, экран (интерактив таҡта), презентациялар, тема буйынса өҫтәлмә материал     (башҡорт халыҡ йырҙары яҙҙырылған видеотаҫма, башҡорт халыҡ йырҙары тупланған китаптар, матбуғат биттәрендә халыҡ йырҙары, уны башҡарыусылар тураһында сыҡҡан баҫмалар һ.б.), сигнал карточкалары.  

 

Дәрес барышы.

 

I.                   Психологик инеш.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер –

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

II.                Артикуляцион күнегеү.

     (Экранға проектор ярҙамында түбәндәге халык йыры һүҙҙәре төшөрөлә).

«Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –

Атай-олатайҙарҙың да төйәге...

Күгәрепкәй ятҡан, ай, Уралтау-

Ете лә ырыу илдең төйәге...»

III.             Өйгә бирелгән эште тикшереү.

1.     Халыҡ ижады тураһында дәреслектә бирелгән мәҡәләнең йөкмәткеһен һөйләү һәм халыҡ ижадының һәр бер төрөнә яҙып килгән билдәмәләрҙе тикшереү.

2.     Халыҡ ижадын һәм яҙма әҙәбиәтте сағыштырыу, уларҙың айырмаһын асыҡлау.

3.     Халыҡ ижадын өйрәнеүҙең әһәмиәтен билдәләү.

IV.            Яңы теманы аңлатыу.

1.     Экранға проектор ярҙамында түбәндәге һөйләмдәр төшөрөлә:

1)«Халыҡ йырҙары – ата-бабаларыбыҙ тарафынан ҡалдырылған иң ҡәҙерле һәм ҡиммәтле мираҫтыр. Халыҡ йырҙары гәүһәр һәм яҡуттарҙан ҡиммәтле булғаны өсөн дә уларға әһәмиәт бирергә кәрәк. Уларҙы юғалтмаҫҡа кәрәк. Йырҙар – халҡыбыҙ күңеленең һис тутыҡмаҫ һәм күгәрмәҫ саф көҙгөһөлөр». Ғ.Туҡай.

2)«Халыҡ ижадын белмәй тороп, хеҙмәтсән халыҡтың ысын тарихын да белеп булмай». М.Горький.

Һөйләмдәрҙе уҡыусылаҙан уҡытҡандан һуң, уларҙың мәғәнәләре асыҡлана. Әңгәмә өсөн түбәндәге һорауҙар бирелә.

-         Нимә ул йыр? Һеҙ ниндәй йырҙар беләһегеҙ?

-         Йыр текстарын оҫта ижад иткән ниндәй шағирҙарын беләһегеҙ? (Ҡ.Даян, Н.Иҙелбай, Я.Ҡолмой, Н.Нәжми, Ғ.Рамазанов, А.Игебаев,   Ә.Таһирова, Ш.Бикҡол һ.б.)

-         Халыҡсан көйҙәр ижад иткән ниндәй башҡорт композиторҙарын беләһегеҙ? Улар яҙған ниндәй йырҙар халыҡлашып уҡ киткән?  (З.Исмәғилев, Х.Әхмәтов, Т.Кәримов, Т.Шәрипов,  Р.Хәсәнов һ.б.)

-         Йырҙы ҡасан йырлайҙар? Һеҙ үҙегеҙ йырларға яратаһығыҙмы?

-         Ниндәй башҡорт йырҙарын беләһегеҙ? Башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ниндәй халыҡ йырсыларын беләһегеҙ?

Уҡыусыларҙан мөмкин тиклем тулыраҡ яуап алырға тырышырға кәрәк. Бала йыр тураһында белгәндәренең барыһын да күрһәтергә тейеш. Артабан ошондай әңгәмә үткәрелә.

-         Йыр тип көйгә һалып башҡарыла торған шиғри әҫәргә әйтәләр. Йыр – шулай уҡ халыҡ ижады әҫәрҙәренең бик боронғо төрө лә. Ата-бабаларыбыҙ бик боронғо  замандарҙан уҡ үҙенең еңеү шатлығын да, юғалтыу ҡайғыһын да, һағыш-ҡыуаныстарын да, тәбиғәт матурлығына һоҡланыуҙарын да йыр аша әйтеп  бирергә тырышҡан. Мәҫәлән: (экранға проектор ярҙамында түбәндәге халык йыры һүҙҙәре төшөрөлә)

«Алыҫтарҙан ағарып, ай, күренә

Ирәндеккәй тауының аҡ ташы.

Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй

Ир-егеткәй менән ат башы».

 

-         Был оҙон көйгә йырлана торған йыр.  Унда ир-егет менән ат башына төшкән төрлө һынауҙар тураһында әйтелә.

(Физминутка ваҡытында проектор ярҙамында ошо йырҙың видеотаҫмаһынан 1 куплетын тыңлап алырға мөмкин).

2.     Уҡыусылар менән артабан ошондай ижади эш башҡарыла.

Класс өс төркөмгә бүленә: «Оҫталар», «Уңғандар», «Зирәктәр».  Һәр төркөмдән бер уҡыусы капитан итеп  һайлана.  Дәфтәрҙәргә һорауҙар яҙылмай, бары яуаптары ғына теркәлә. Һәр һорауға дөрөҫ яуап биргән төркөмдөң мәрәйҙәре таҡтаға яҙылып бара.

1.     Боронғо башҡорт халыҡ йырҙарының исемдәрн яҙырға.

2.     Тыуған ил, Башҡортостан тураһында ниндәй йырҙар беләһегеҙ?

3.     Хеҙмәт тураһында ниндәй йырҙар бар?

4.     Дуҫлыҡ, туғанлыҡ тураһындағы йырҙарҙың исемдәрен яҙығыҙ.

5.     Һәр уҡыусы бер таҡмаҡ яҙа. Уңышлыларына бер мәрәй яҙыла.

6.     Һәр төркөм күмәкләп йыр башҡара.

7.     Теләк буйынса бер башҡорт йыры башҡарыла.

Ярышҡа йомғаҡ яһала, еңеүсе билдәләнә.

Уҡытыусы дәресте үҙе йомғаҡлай. Йыр һәр кемдең яҡын дуҫы, серҙәше икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Шулай итеп, һеҙ йырҙар һәм уларһың төрһәре менән таныштығыҙ. Башҡорт халыҡ йырҙары көйҙәренең характерынан сығып, оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға, ә йөкмәткеһе буйынса тарихи һәм лирик йырҙарға бүлеп йөрөтөлә. Ә инде тарихи йырҙар үҙҙәренең йөкмәткеһе яғынан тағы бер нисә тематик төргә бүленә.

V.               Рефлексив анализ. Баһалау.

VI.            Өйгә эш.

Үҙегеҙҙең төбәктә, районда, ауылда тыуған йырҙар һәм уларҙың легендаларын яҙып килергә.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Презентация по башкирскому языку на тему "Башкирские народные песни" (7 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

SMM-менеджер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 666 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.08.2020 727
    • DOCX 24.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гайсина Неля Мирзаевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Гайсина Неля Мирзаевна
    Гайсина Неля Мирзаевна
    • На сайте: 3 года и 8 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 3258
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы методики преподавания географии в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 67 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 245 человек

Курс повышения квалификации

Содержание и технологии школьного географического образования в условиях реализации ФГОС

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 75 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 327 человек

Курс профессиональной переподготовки

Педагогическая деятельность по проектированию и реализации образовательного процесса в общеобразовательных организациях (предмет "География")

Учитель географии

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн-проектирование: практические и методологические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Интегрированное управление бизнес-процессами

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе