Инфоурок Другое ПрезентацииПрезентация по творчеству Ш. Биккула

Презентация по творчеству Ш. Биккула

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ Шәриф Бикҡол 1.ppt

Скачать материал "Презентация по творчеству Ш. Биккула"

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Медиатор

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Шәриф Биҡҡол ижадында парсалар, ишаралар һәм уймаҡ мәҫәлдәр
(фәнни эш)...

    1 слайд



    Шәриф Биҡҡол ижадында парсалар, ишаралар һәм уймаҡ мәҫәлдәр
    (фәнни эш)
    Ҡырмыҫҡалы районы
    Бишауыл – Уңғар ауылы
    урта дөйөм белем
    биреү мәктәбенең
    10-cы класс уҡыусыһы
    Мөьминова Аделина

  • Йөкмәткеһе          I.Инеш
            а)Шәриф Бикҡол. Тормош юлы. 
 б)Шәриф...

    2 слайд

    Йөкмәткеһе
    I.Инеш
    а)Шәриф Бикҡол. Тормош юлы.
    б)Шәриф Бикҡолдоң дөйөм ижадына ҡыҫҡаса байҡау.
    II.Төп өлөш 
    а)Парсалар. Уларҙың мәғәнәһе. Тәрбиәүи әһәмиәте.
    Шағирҙың кешегә биргән һабаҡтары.
    б)Ишаралар. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте.
    Шағир биргән һабаҡтар.
    в)Уймаҡ мәҫәлдәр. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте. 
    III. Йомғаҡлау
    IV. Ҡулланылған әҙәбиәт
     
     
     
     

     
     
     
     
     
     
     
     
     
     
     
     
     
     

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге прем...

    3 слайд

    Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолов

  • Шәриф Бикҡолдоң  ижадында парсаларҙы, ишараларҙы, уймаҡ мәҫәлдәрҙе,  уларҙы...

    4 слайд

    Шәриф Бикҡолдоң ижадында парсаларҙы, ишараларҙы, уймаҡ мәҫәлдәрҙе, уларҙың мәғәнәһен, тәрбиәүи әһәмиәтен асыҡлау

    Эҙләнеү эшенең маҡсаты

  • Беренсенән, Ш.Бикҡол яҡташыбыҙ, Ҡарлыман ауылында тыуған, барлыҡ ғүмере ауылы...

    5 слайд

    Беренсенән, Ш.Бикҡол яҡташыбыҙ, Ҡарлыман ауылында тыуған, барлыҡ ғүмере ауылы, ауылдаштары менән бәйле. Беҙҙең өсөн ғорурланырлыҡ шәхес.
    Икенсенән, Ш. Бикҡол ижадының тәрбиәүи әһәмиәтле әҫәрҙәре күңелемә хуш килде. Йылдар үтеү менән үҙ бәҫен юғалтмаған парсалары, мәҫәлдәре, ишаралары бөгөн дә тәрбиәләй. Киләсәктә лә ошо функцияһын атҡарасаҡ.
    Өсөнсөнән, Ш. Бикҡол ижады мәктәп программаһында урын алған. Ошо яҙмаларым уҡыусылар өсөн бер ҡулланма булыр тип өмөтләнәм.

  • Иҫтә тот шуны иң алда-
      Булма бер ҡатлы йүләр:
      Шаҡшыға итһә...

    6 слайд

    Иҫтә тот шуны иң алда-
    Булма бер ҡатлы йүләр:
    Шаҡшыға итһәң яҡшылыҡ,
    Яуызлыҡ менән түләр (“Иҫтә тот”).

    Мин белгәнде һин дә бел, Хоҙайым –
    Сер ҡалмаһын беҙҙең арала:
    Асыҡ дошмандарҙан ыжлаған юҡ,
    Һатлыҡ әшнәләрҙән арала(“Арала”).
     

    Парсалары

  • “Арыта” тип,
      юҡҡа зарланғанмын
     (хәлдең яманына тарыны...

    7 слайд



    “Арыта” тип,
    юҡҡа зарланғанмын
    (хәлдең яманына тарыным!)
    ҡыл да ҡыбырлатмай
    сирләп ятам-
    ох, арыным,-
    эшһеҙ арыным...

    Парсалары

  • Әй яҙмыш,
    Арала яңылыштан!
   Ни файҙа осраҡлы табыштан?
   Йүн...

    8 слайд



    Әй яҙмыш,
    Арала яңылыштан!
    Ни файҙа осраҡлы табыштан?
    Йүн көтмә,
    таяныс эҙләмә
    табында танышҡан таныштан!-
    Парсалар

  • “Нисек?” 
 
Ҡот осҡос һүҙ әйттең –
асылыңды
асып һалдың шулай ҡыҙмаса.
Был  һ...

    9 слайд

    “Нисек?”
     
    Ҡот осҡос һүҙ әйттең –
    асылыңды
    асып һалдың шулай ҡыҙмаса.
    Был һүҙеңде тел осонда
    нисек
    һаҡлап йөрөттөң һин бығаса?!
    Ишаралар

  • Дуҫты ерләгәндә һин булманың…
Бара алманым шул… Үкенәм…
Тере сағында йыш йө...

    10 слайд



    Дуҫты ерләгәндә һин булманың…
    Бара алманым шул… Үкенәм…
    Тере сағында йыш йөрөштөгөҙ…
    Хәтерләтмә – ауыр… Үтенәм…(“Бер ҡорҙашҡа”).
    Ишаралар

  • Яҙмышыма мең афарин,
Зарланмайым бер ҙә мин:
Ултырған урыным затлы – 
Иң к...

    11 слайд




    Яҙмышыма мең афарин,
    Зарланмайым бер ҙә мин:
    Ултырған урыным затлы –
    Иң күренгән ерҙә мин!
    Уймаҡ мәҫәлдәр

  • «Үҙ башына»

Ләм –ҡом ташып,
Ҡыуана Йылға!
Байығам!
Үҙ башына:
йылдан-йылға
һ...

    12 слайд

    «Үҙ башына»

    Ләм –ҡом ташып,
    Ҡыуана Йылға!
    Байығам!
    Үҙ башына:
    йылдан-йылға
    һайыға…
    Уймаҡ мәҫәлдәр

  • Был донъяла йәшәгәндә илап-һыҡтап, мыжып түгел, ә күкрәп ғүмер итергә кәрәк...

    13 слайд



    Был донъяла йәшәгәндә илап-һыҡтап, мыжып түгел, ә күкрәп ғүмер итергә кәрәк. Бәхет, йәки донъя малы күктән төшмәй, уны яуларға кәрәк, тип өйрәтә шағир. Кеше аҡылы менән түгел, үҙ аҡылың менән, үҙ фекерең, үҙ юлың менән үтергә кәрәк йәшәү юлын – ошолар ҙа аңлашыла Шәриф Бикҡол әҫәрҙәренән.
    Йомғаҡлау

  •  
1.Ш. Бикҡол. Баш эйәм алдарыңда. Шиғырҙар. Поэмалар.- Өфө: Китап, 1993.
2....

    14 слайд

     
    1.Ш. Бикҡол. Баш эйәм алдарыңда. Шиғырҙар. Поэмалар.- Өфө: Китап, 1993.
    2. Башҡорт әҙәбиәте, 5-се том. Шәриф Бикҡол. –Өфө: Китап, 1993.
    3.Р. Исхаҡов. Барҙы алғы сафтарҙа.(Ш. Бикҡолдоң тыуыуына – 90 йыл).”Даирә” гәзите,№50.29 апрель, 2014.
    4. Т. Килмөхәмәтов. Халыҡсанлыҡ көсө. –Өфө: Китап, 1991.

    Ҡулланылған әҙәбиәт

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Выбранный для просмотра документ Шәриф Биҡҡол ижадында парсалар.doc

Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы мәғариф бүлеге

Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы филиалы

Бишауыл – Уңғар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

              

 

 

 

 

Шәриф Биҡҡол ижадында парсалар, ишаралар һәм уймаҡ мәҫәлдәр

(фәнни эш)

 

 

 

Башҡарыусы: X класс уҡыусыһы

                                                                         Аделина Мөьминова

                                             Етәксе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

23 октябрь, 2014 йыл

 

 

 

Йөкмәткеһе

 

I.Инеш

 

 а)Шәриф Бикҡол. Тормош юлы.

 б)Шәриф Бикҡолдоң дөйөм ижадына ҡыҫҡаса байҡау.

 

II.Төп өлөш

 

 а)Парсалар. Уларҙың мәғәнәһе. Тәрбиәүи әһәмиәте. Шағирҙың кешегә биргән һабаҡтары.

 б)Ишаралар. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте. Шағир  биргән һабаҡтар.

 в)Уймаҡ мәҫәлдәр. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

 

III. Йомғаҡлау

 

IV. Ҡулланылған әҙәбиәт

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

I.Инеш

а)Шәриф Бикҡол. Тормош юлы.

б)Шәриф Бикҡолдоң дөйөм ижадына ҡыҫҡаса байҡау.

 

      Яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Сәғәҙәтулла улы Бикҡолов 1924 йылдың 28 майында Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1940 йылда тамамлай. Артабан ете йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы, совхозда политик бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

1942 йылдан Шәриф Бикҡол Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.

1945—1949 йылдарҙа Шәриф Бикҡол Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1949 йылдан Өфө театр техникумында уҡытыусы, уҡытыу эштәре мөдире була. 1952 йылда “Пионер” журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. 1962 йылда ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана, һуңынан йәнә “Пионер” журналына эшкә ҡайта.

    Ш. Бикҡолдоң ныҡлап яҙа башлауы яу йылдарына тура килә. Уның әҫәрҙәрендәге тойғо-кисерештәр күп төрлө: ғәзиз илгә оло мөхәббәт, дошманға көйҙөргөс нәфрәт, еңеүҙәр яулай-яулай алға барыу шатлығы, яуҙаштарыңды юғалтыу ҡайғыһы, ҡол хәлендәгеләрҙе аҙат итеү ғорурлығы, һағыш-моңайыуҙың төрлө-төрлө йонсоғанда көс биргәне, бәғер ҡатты тигәндә кешелегеңде оноттормай торғайны...

  Ижадының башланғыс аҙымдарынан уҡ замандың көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибарлы булған Ш. Бикҡол поэзияһының гражданлыҡ рухы алтмышынсы йылдарҙа яңы һыҙаттар менән байыҡты. Етмешенсе-һикһәненсе йылдарҙа шағир ныҡышмалыраҡ эҙләнде, фәлсәфәүи тәрәнлеккә ынтылды. Һәм был нәтижәһеҙ үтмәне - ижады күҙгә күренеп лириклашты.

    Шәриф Бикҡол яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе (әҫәрҙәре урыҫ, ҡаҙаҡ, татар, үзбәк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән). Йыйып әйткәндә, Шәриф Бикҡол ижады айырата поэзия һәм балалар әҙәбиәте өлкәһендә тос булды. Мәктәп сәхнәләре өсөн ижад ителгән кескәй пьесалары уҡыусылар тарафынан  яратып сәхнәләштерелде, шиғри әҫәрҙәре яратып уҡылды. “Бер ҡабынһа ғишыҡ уты” әҫәре менән шағир опера сәнғәтен  байытыуға булышлыҡ итте. Ә инде бихисап йырҙары халыҡтың күңеленә үтеп инеп, мәңгегә сыҡмаҫҡа урын алды.                                                                                                   

   1947 йылда уның “Ынтылыу” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. “Замандашым” тигән икенсе китабы уға  шағир булараҡ ҙур танылыу килтерә.

   Шәриф Бикҡол — утыҙлап китап авторы. “Табанымда ерем йылыһы”, “Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә” кеүек поэмалары бөгөн дә бәҫен юғалтмайынса, үткән заманда намыҫлы хеҙмәте менән ил, халыҡ яҙмышын  үҙ иңендә  күтәргән өлкән быуындың килер быуындарға тәрбиә өлгөһө булып хеҙмәт итеүен дауам итә.

 “Әле йәшәйбеҙ икән” романы менән проза жанры үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе.  Ошо рәүешле, ул әҙәбиәт тарихында төрлө йүнәлештә эшләүсе ижадсы булараҡ лайыҡлы урын алды.

     Мин эҙләнеү - тикшеренеү эшендә  Шәриф Бикҡолдоң  ижадында парсаларҙы, ишараларҙы, уймаҡ мәҫәлдәрҙе,  уларҙың мәғәнәһен, тәрбиәүи әһәмиәтен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

       Шәриф Бикҡолдоң ижадына мөрәжәғәт итеүем юҡҡа түгел:

   беренсенән, Ш.Бикҡол яҡташыбыҙ, Ҡарлыман ауылында тыуған, барлыҡ ғүмере ауылы, ауылдаштары менән бәйле. Беҙҙең өсөн ғорурланырлыҡ шәхес.

    Икенсенән, Ш. Бикҡолдоң ижадының тәрбиәүи  әһәмиәтле әҫәрҙәр күңелемә хуш килде. Йылдар үтеү менән үҙ бәҫен юғалтмаған парсалары, мәҫәлдәре, ишаралары бөгөн дә тәрбиәләй. Киләсәктә лә ошо функцияһын атҡарасаҡ.

 Өсөнсөнән, Ш. Бикҡол ижады мәктәп программаһында урын алған. Ошо яҙмаларым уҡыусылар өсөн бер ҡулланма булыр тип өмөтләнәм.

                                                                                                                  

ll.Төп өлөш

а) Парсалар. Уларҙың мәғәнәһе. Тәрбиәүи әһәмиәте. Шағирҙың кешегә биргән һабаҡтары.

 

    Шағир – донъяның әсеһен-сөсөһөн етерлек татыған аҡһаҡал булыр бөгөн дә ижады аша хәтеребеҙ түрендә йәшәй. Уның аҡылы, тәжрибәһе, кәңәштәре тулы шиғри әҫәрҙәре бөгөнгө көн уҡыусыһы өсөн дә ҡиммәт. Тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы уйланыуҙары шағирҙың парсаларында ла урын ала.

   Парса (фарсы теленән «киҫәк, бөртөк») фәһемле бер хәл-ваҡиғаны, күренеште йәки уй-фекерҙе образлы һәм йыйнаҡ итеп тасуирлаған кескәй жанр. Күпселек парсалар философик йөкмәткелек, афористик фекер хас. Парса ҙур әҫәрҙәр эсендә айырым тапҡыр киҫәксә, бүлексә рәүешендә лә осрай. Хәҙерге әҙәбиәттә Рәсих Ханнанов, Ғайса Хөсәйенов, Хәсән Назар, Ирек Кинйәбулатов  парсалары ла киң билдәле. Тикшеренеү барышында Шәриф Бикҡолдоң 76 парсаһын таптым. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәйек:

     

       Иҫтә тот шуны иң алда-

      Булма бер ҡатлы йүләр:

      Шаҡшыға итһәң яҡшылыҡ,

      Яуызлыҡ менән түләр (“Иҫтә тот”), - тиһә бер мәлдә, икенсе бер осраҡта:

 

      Мин белгәнде һин дә бел, Хоҙайым –

     Сер ҡалмаһын беҙҙең арала:

     Асыҡ дошмандарҙан  ыжлаған юҡ,

     Һатлыҡ әшнәләрҙән арала(“Арала”), - иҫкәртә әҙип.

 

Ә инде “Белергә кәрәк” исемле парсанан һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында тигән фекерҙе шағир ошола         тәрәнәйтә:

      Бәхетте һаҡлай белергә,

     Яҡлай белергә кәрәк,

     Яман-ят, көнсөл күҙҙәрҙән

     Һаҡлай белергә кәрәк.

 

Илебеҙ, халҡыбыҙ кисергән барлыҡ һынауҙар әсеһен татыған шағирға  тыуған ере, иле ҡәҙерле,  шуның өсөн дә ул:

   Ер ҡәҙерен белгән-

   йыр ҡәҙерен белер;

   йыр ҡәҙерен белгән-

   ер ҡәҙерен белер

   Ер ҡәҙерен,

   Йыр ҡәҙерен белгән-

   Ил ҡәҙерен күрер!ти(“Ил ҡәҙерен күрер”). Беҙҙе лә ил ҡәҙерен белергә    өндәй  автор.

 

Шулай уҡ “Изге ер” исемле парсала ла:

 

    Күкрәктәремде киргән ер,

    Һөйөүем көн күргән ер:

    беҙ:

   «Мәңге ташлашмабыҙ!»- тип,

    вәғәҙәләр биргән ер.

     Эй изге ер, изге ер!.. – тип бәйән итә тыуған ерҙең ҡәҙере хаҡында автор.Тыуған ил дә әсәй кеүек берәү һәм иң яҡын, иң изге ер. Ошонда тәү башлап тәпәй баҫҡан, тәү тапҡыр ғашиҡ  булып, вәғәҙәләр ҙә биргән ер, шуның өсөн дә ул һәр кемгә ғәзиз ер. Уның тик ҡәҙерен генә белеп йәшәргә кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтә шағир.

  Автор тыуған ерендә кесе йәштән хеҙмәткә өйрәнгәнгә, ваҡытын бушҡа үткәрергә һис тә яратмай, шуның өсөн дә ул эшһеҙлектән арый. Арыта тип әйткәненә зарланып та ҡуя әҙип “Арыным” парсаһында:

      “Арыта” тип,

      юҡҡа зарланғанмын

     (хәлдең яманына тарыным!)

    ҡыл да ҡыбырлатмай

    сирләп ятам-

    ох, арыным,-

    эшһеҙ арыным...

 Китап уҡыусыларҙы ла эштән арыным тип зарланмаҫҡа, ҡулдан килгәндә тырышып эшләргә, Тыуған илеңә, халҡыңа тоғро хеҙмәт итергә саҡыра яҙыусы. Тик хеҙмәт кенә кешегә көс һәм дәрт бирә. Бары хеҙмәт менән генә йәшәгәндә кеше бәхетле була ала, тигән  фекер аңлашыла парсанан.

Ш. Бикҡол шулай уҡ мөхәббәт темаһына ла мөрәжәғәт итә:

мәҫәлән, “Мин сабырмын” парсаһында:

       

   Шишмә булам-

   әгәр һыуһаһаң,

   һауа булам-

   тының тарыҡһа;

   төндө ярып ҡалҡам

   ай булып-

  һуҡмағыңды тапмай зарыҡһаң...

  Мин сабырмын:

  йәндә көс табырмын –

  ҡаш йыйырмай ғына бағырмын;

  саҡҡанда ла,

  йылан булып түгел,

  бал ҡортҡайы булып сағырмын!

 

Иң ғәзиз кешеһе өсөн ул барыһына ла сабырға әҙер. Шул уҡ ваҡытта икенсе бер парсаһында:

 

 “Яратам!”- тип әйттең-

ҡабатла,

гөлдәр бүләк иттең-

ҡабатла;

ҡосаҡлап бер үптең-

ҡабатла,

яттан көнләп киттең-

ҡабатла!

 

…Бөгөн бер һылыуҙы күҙләп үттең-

ҡабатлайһы булма ҡабаттан! –тип беҙҙе автор һөйгән кешеләребеҙгә ҡарата тоғролоҡ һаҡларға өндәй.

Ә инде “Йүн көтмә” парсаһында:

 

    Әй яҙмыш,

    Арала яңылыштан!

   Ни файҙа осраҡлы табыштан?

   Йүн көтмә,

   таяныс эҙләмә

   табында танышҡан таныштан!- тип саҡыра яҡташыбыҙ.

Шулай итеп, Ш. Бикҡол парсалары уҡыусыны төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп формалаштырыуға булышлыҡ итә. Парсаларҙың тәрбиәүи әһәмиәте нәҡ шунда.

 

б)  Ишаралар. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте. Шағир биргән һабаҡтар.

 

   Эҙләнеүҙе  ишараларға күсерәбеҙ, уларҙың әһәмиәтен асыҡлап китәйек.Ш. Бикҡолдоң ижадында ишаралар ҙа айырым әһәмиәткә эйә.

Ишаралар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Был өндәрҙе мәғлүмәт юғалмайынса тиерлек яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. Ишаралар һәм интонациялар шулай.

   Тормошта беҙ кешеләрҙе һәр саҡ белеп бөтмәйбеҙ, уларҙың ысын йөҙө, һиңә булған мөнәсәбәте ауырлыҡтар килгәндә асыла ла инде, мәҫәлән, “Нисек?” исемле ишарала:

 

Ҡот осҡос һүҙ әйттең –

асылыңды

асып һалдың шулай ҡыҙмаса.

Был  һүҙеңде тел осонда

нисек

һаҡлап йөрөттөң һин бығаса?! –тип ишара яһай автор.

 

 Икенсе бер ишарала(“Ние ҡалды?) әҙип:

 

Йәнтүрәне әйтәм әле…

…Уйлағаным шул турала:

Түрәлектән “төпәй” булғас,

Ние ҡалды контрола?

 

Үҙен иҫкә алыр өсөн

“Болван” тигән һүҙе ҡалған;

ун йыл төйгән өҫтәлендә

йоҙроғоноң эҙе ҡалған… -ти.

 

 Түрә булғанда барыһы ла һиңә баш эйә, ә түрәлектән төшкәс инде, һиңә сәләм дә бирмәйҙәр, сөнки һин бер кем дә түгел хәҙер башҡалар өсөн. Яҡшы түрә булған булһа, эштән киткәс тә үҙенең яҡшы эше ҡалыр ине. Яҡшы эш – ул мәңгелек, ул һис тә онотолмай.

Автор шулай уҡ беҙҙе дуҫтарҙы иҫән сағында ҡәҙерен белергә, үлгән дә һуңғы юлға оҙатырға барырға ваҡыт табырға саҡыра:

 

-         Дуҫты ерләгәндә һин булманың…

-         Бара алманым шул… Үкенәм…

-         Тере сағында йыш йөрөштөгөҙ…

-         Хәтерләтмә – ауыр… Үтенәм…(“Бер ҡорҙашҡа”). Йырҙа йырланғанса:

“Тереләрҙең ҡәҙерен белергә, үлгәндәрҙең ҡәберен белергә” кәрәк.

Шулай итеп, ишаралар Ш. Бикҡол  ижадында билдәле бер урын биләй. Шағир бик отошло ижад алымы ҡуллана. Ишара, йәки халыҡса әйткәндә “аңлағанға ишара”. Икенсе төрлө ситләтеп әйтеү. Шул уңайҙан уҡыған кеше күп нәмәгә төшөнә: кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, кешеләргә ҡараш, баһа, тормоштағы кире күренештәр.

 

       в) Уймаҡ мәҫәлдәр. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте.

 

    Артабан эҙләнеү-тикшеренеү эшен шағирҙың уймаҡ мәҫәлдәренә күсерәйек.

    Ш. Бикҡол башҡорт әҙәбиәтен уймаҡ мәҫәлдәр менән дә байытты.

Мәҫәл(ғәрәпсә –оҡшатым) –әҙәп-әхлаҡ йөкмәткеле  кинәйәләп һөйләгән шиғыр. Кинәйәләп кешеләр ҡылығы, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр сағылдырыла. Мәҫәлән, “Ямаулыҡ” мәҫәлендә:

 

Яҙмышыма мең афарин,

Зарланмайым бер ҙә мин:

Ултырған урыным затлы –

Иң күренгән ерҙә мин! – ти автор. Ямаулыҡ шикелле  затлы урыны менән барыһына ла күренеп тороуынан ҡәнәғәт булыусыларҙан көлә. Кеше урындығы менән түгел, ә эше менән билдәле булырға тейеш.

“Ҡомалаҡ” исемле мәҫәлендә автор:

  Ғәйепләйҙәр:

  “Ҡарамайһың,

   быуып,

 йәнен алаһың”,- тип,

 Мин бит уны терәп торам –

 ел-дауылда аумаһын тип!.. -  тип әйтә. Ҡомалаҡ ағасты, ҡыуаҡтарҙы уратып алып үҫеүсе үҫемлек, юғарыға үрмәләй. Ел-дауыл була ҡалһа, ағастарҙы ауыуҙан ул һис тә ҡотҡарып ҡала алмай:

 

“Үҙ башына” мәҫәлендә:

Ләм –ҡом ташып,

Ҡыуана Йылға!

-         Байығам!

Үҙ башына:

йылдан-йылға

һайыға…  - тип әйтелә. Йылға байыҡһын өсөн тулы һыу кәрәк, ә ләм-ҡом менән киреһенсә, һайыға, йылға юлы ҡаплана. Әҫәр кешеләргә булғанына шөкөр итеп йәшәргә, үҙеңә кәрәкмәгәненә үрелмәҫкә өйрәтә. Нәфсеңде тыймаһаң, булғаныңдан да тороп ҡалыу ихтималлығы бар.

   Шулай итеп, Ш. Бикҡол ижадында мәҫәл жанры ла байтаҡ урын биләй. Тәбиғәттәге йәнһеҙ күренештәрҙе йәнләндереп, кешегә аҡыл-тәрбиә биреүҙә уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

 

 

 

III. Йомғаҡлау.

 

Халҡыбыҙҙың борондан килгән аҡыл ҡаҙнаһын Ш. Бикҡол ана шулай байытты, тәрәнәйтте, үҫтерҙе. Ошоноң менән ҡиммәт тә уның ижади мираҫы.

     Әҙиптең парсаларын, ишараларын, уймаҡ мәҫәлдәрен барлағас, ысын мәғәнәһендә һүҙ оҫтаһы икәненә инанаһың. Ошо рәүешле, шағир донъяға башҡаларға ҡарағанда тәрәнерәк, киңерәк ҡараш ташлай,  тормош, йәшәү мәғәнәһе хаҡында тәжрибәһенән сығып, һабаҡ алырға өйрәтә. Шуға ла шағир тормош ауырлыҡтарына ла бөгөлмәне, килгән ҡайғыларҙы ла ирҙәрсә үткәрҙе, үҙе әйтмешләй, һалдаттарса зыңҡыта баҫып, алғы сафтарҙа атланы.

    Шағирҙың шиғри әҫәрҙәре тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле. Тормошта нисек йәшәргә, нисек дөрөҫ юл табырға, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә. Ошо яҡтан ул әҫәрҙәр үҙе бер тормош дәреслеге итеп ҡарарлыҡ.

   Шағир йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағыла. Кешенең хеҙмәте, донъя байлығына мөнәсәбәте, бәхет, мөхәббәт, намыҫ, илһөйәрлек кеүек төп әхлаҡи ҡиммәттәре кеүек һорауҙарға үҙ ҡарашын белдерә. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә, шағирҙың төп фекере шуға ҡайтып ҡала: был донъяла йәшәгәндә илап-һыҡтап, мыжып түгел, ә күкрәп ғүмер итергә кәрәк. Бәхет, йәки донъя малы күктән төшмәй, уны яуларға кәрәк, тип өйрәтә шағир. Кеше аҡылы менән түгел, үҙ аҡылың менән, үҙ фекерең, үҙ юлың менән үтергә кәрәк йәшәү юлын – ошолар ҙа аңлашыла  Ш. Бикҡол әҫәрҙәренән. Әйткәндәй,  Ш. Бикҡол үҙе лә гөрләтеп йәшәй, ижад итә. Ныҡлы һалдат аҙымдарын хәтерләтә уның барлыҡ тормош юлы. Ошондай аҡһаҡалдың әҫәрҙәрен тормош дәреслеге тимәйенсә мөмкин түгел.

   Шағир үҙе фани донъяларҙа булмаһа ла, әҫәрҙәре китап уҡыусылар тарафынан уҡыла, тимәк, улар халыҡ күңелендә йәшәй. Шағирҙар исеме, улар иҫтәлеге мәңгелек.

 

IV. Ҡулланылған әҙәбиәт.

 

1.Ш. Бикҡол. Баш эйәм алдарыңда. Шиғырҙар. Поэмалар.- Өфө: Китап, 1993.

2. Башҡорт әҙәбиәте, 5-се том. Шәриф Бикҡол. –Өфө: Китап, 1993.

3.Р. Исхаҡов. Барҙы алғы сафтарҙа.(Ш. Бикҡолдоң тыуыуына – 90 йыл).”Даирә” гәзите,№50.29 апрель, 2014.

4. Т. Килмөхәмәтов. Халыҡсанлыҡ көсө. –Өфө:Китап, 1991.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Презентация по творчеству Ш. Биккула"

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 131 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 25.11.2015 650
    • ZIP 538.9 кбайт
    • 14 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхакова Рамиля Филаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхакова Рамиля Филаритовна
    Исхакова Рамиля Филаритовна
    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 27167
    • Всего материалов: 21

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Медико-педагогические аспекты обучения и тренировки

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные медиа: экономика, системы и технологии

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление персоналом и коммуникация в команде

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 18 регионов