Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку для 11 класса

Рабочая программа по башкирскому языку для 11 класса

Скачать материал

Муниципальное бюджетное общеобразовательное  учреждение

средняя общеобразовательная школа х.Новохвалынский

муниципального района  Кугарчинский район Республики Башкортостан

«Согласовано»

Руководитель ШМО

_________Алимгужина Э.М./

Протокол № __  от «      »________  2014г.

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР

МБОУ СОШ х.Новохвалынский  МР Кугарчинский район РБ

________________/Суюндикова М.К../

«   __»-_________        2014 г.

«Утверждаю»

Директор МБОУ СОШ х.Новохвалынский

МР Кугарчинский район РБ

_____________/Кильсенбаева А.А./

Приказ   №  __ от «       »        _______  2014 г.            

 

Рабочая программа по башкирскому языку

для 11 класса

МБОУ СОШ х. Новохвалынский

на 2014 – 2015 учебный год.

Составитель рабочей программы: Казбулатова М.М.

х. Новохвалынский- 2014

 

 

Аңлатма яҙыу

 

Уҡытыу  башҡорт телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 11-се класы  өсөн башҡорт теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 33 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Төҙөүсеһе Ҡазбулатова Минибикә Ғәли ҡыҙы

Дәреслек: “Әсә теле”:  Башҡорт мәктәптәренең 10-11-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В., Өфө: Китап, 2009-320 бит.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: 1) 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән программалар. – Ижевск; КнигоГрад, 2008

2) Т.Я. Бикбаева, Т.Я. Кунафина. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Эдвис,2008

3) М.Ғ. Ғималова, С.М. Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.

4) Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы,Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих. Тел һәм әҙәбиәт  институты.- Өфө; Китап,2013.- 32 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

 1) “Әсә теле”:  Башҡорт мәктәптәренең 10-11-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В Өфө: Китап, 2009-320 бит.

 2) «Әсә теле” дәреслегенә 10-11 кластар өсөн күнегеүҙәр йыйынтығы. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В Өфө: Китап, 2003-240 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:  Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле программаһы”на таянып эшләнде. Программа авторҙары: Ю.В. Псәнчин, В.Ш.Псәнчин Ижевск, 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы  тарафынан тәҡдим ителгән программа  Тәүәкән муниципаль  дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-       «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-       «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-       Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

-       Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

 

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Морфология – 8 сәғәт

 Рәүеш, уның телмәрҙә ҡулланылышы, дәрәжәләре, төркөмсәләре, ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, төрлө һүҙ төркөмдәренең стилистик мөмкинлектәре.

Синтаксис - 23 сәғәт

 Синтаксистың берәмектәре, һүҙбәйләнеш, уның төрҙәре, синтагма, һөйләм, ике составлы һөйләмдәр, һөйләмдә һүҙ тәртибе, интонация буйынса һөйләм төрҙәре, һөйләмдең баш киҫәктәре, һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре, һөйләмдең тиң киҫәктәре, айырымланған киҫәктәр, бер составлы һөйләмдәр, тулы һәм кәм һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, ҡушма һөйләм: телмәрҙә ҡулланылышы, теҙмә , эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, тура һәм ситләтелгән телмәр, текст синтаксисы

Контроль эштәр– 2 сәғәт

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

 

1.     Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

2.     110-120 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  уртаса һәм ҙур  күләмдә изложение һәм инша яҙа белеү; һорауҙарға яуаптар   яҙа белеү, план төҙөү.

3.     Үҙенең уй-фекерҙәрен асыҡ, грамоталы итеп, яҙма һәм телдән йәнле, матур яңғырашлы һөйләй белеү.

4.     Төрлө сығанаҡтарҙан материал туплап,уларҙы һәр яҡлап ентекле тикшереп,обьектив һығымталар яһай белеү.

 

 Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-                  башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-                  тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-                  һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-                  тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

1.   Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

2.   Уҡыу йылы башында инеш диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 11 класта-

контроль эш – 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

 

 

Төрө

Формаһы

Ваҡыты

1

Инеш контроль

Биремле диктант

1 сирек

2

Йомғаҡлау контроле

Биремле диктант

4 сирек

 

 

Тематик план

Дәрес темаһы

Сә

ғәт

тәр  һа

ны

Дәрес төрө

Уҡыусыларыҙң эшмәкәрлеге

Дата

Фак

тик дата

Иҫкәр

мәләр

 

Рәүеш.

2

 

 

 

 

 

1

Рәүештең телмәрҙә ҡулланылышы. Дәрәжәләре

1

Ҡат

наш

Рәүештең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен анализлау, уның синтаксик функицяһын билдәләү. Телмәрҙә рәүештәрҙең артыҡылыҡ һәм сағыштырыу дәрәжәһен ҡулланыу, уларға дөрөҫ ялғауҙар ҡушыу

 09.09

 

 

2

Инеш контроль. Биремле диктант

“Салауат Юлаев”

1

Кон

троль тикшереү

Диктант яҙыу, биремдәрҙе үтәү.

13.09

 

 

3

Рәүеш төркөмсәләре.

1

Ҡат

наш

Рәүеш төркөмсәләрен таныу, миҫалдар килтереү, телмәрҙә ҡулланыу

16.09

 

 

4

Ярҙамсы һүҙҙәр.

1

Ҡабатлау

Ярҙамсы һүҙҙәр буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау

23.09

 

 

5

Бәйләүестәр. Теркәүестәр.

1

Ҡабатлау

 

Һүҙ төркөмө булараҡ бәйләүестәрҙе таныу. Бәйләүестең төрлө һөйләмдә төрлө мәғәнә төҫмөрләнешен биреүен, уның бүленешен аңлата белеү. Теркәүестәрҙең төрҙәрен айыра белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

30.09

 

 

6

Киҫәксәләр.

1

Ҡабатлау

 

Киҫәксәләрҙең төркөмсәләрен дөрөҫ билдәләү. Киҫәксәләрҙе мәғәнәһенә һәм стилистик үҙенсәлектәренә яраҡлы телмәрҙә ҡулланыу.

07.10

 

 

7

Модаль һүҙҙәр. Уларҙың телмәрҙә ҡулланылышы.

1

Яңы белем менән таныштырыу

Модаль һүҙҙәрҙе таныу, уларҙың грамматик үҙенсәлектәрен билдәләү.

14.10

 

 

8

Ымлыҡтар.Оҡшатыу һүҙҙәре.Саҡырыу һүҙҙәре

1

Ҡабатлау

 

Эмоцияны, этикет формаларын, теләк, бойороҡто белдергән ымлыҡтарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Оҡшатыу һүҙҙәрен һөйләү телмәрендә һәм матур әҙәбиәттә ҡулланыуҙы күҙәтеү.

21.10

 

 

9

Төрлө һүҙ төркөмдәренең стилистик мөмкинлектәре

1

Яңы белем менән таныштырыу

Төрлө һүҙ төркөмдәренең стилистик мөмкинлектәрен күҙәтеү. Телмәр үҫтереү.

28.10

 

 

 

Синтаксис

2

 

 

 

 

 

10

Синтаксистың берәмектәре.Һүҙбәйләнеш.Уның төрҙәре.

1

Ҡатнаш

 

Синтаксистың төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һөйләм составындағы һүҙбәйләнештәрҙе таныу; эйәртеүле һүҙбәйләнеш төрҙәре, унда эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙ; һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәр. Һүҙбәйләнештең төрҙәре.

09.11

 

 

11

Синтагма.

1

Яңы белем менән таныштырыу

Синтагмаларҙы таныу, текста айырыу, телмәр үҫтереү.

16.11

 

 

 

Һөйләм. Уның телмәрҙәге урыны.

3

 

 

 

 

 

12

Һөйләм. Ике составлы һөйләмдәр.Һөйләм

дә һүҙ тәртибе. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре

1

Ҡат

наш

 Һөйләмдең сиктәрен билдәләү. Коммуникатив әйтелеү маҡсатына яраҡлы интонацияны күҙәтеү. Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен таныу. Интонация һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре буйынса хәбәр, һорау, бойороҡ, өндәү һөйләмдәрҙе анализлау. Ике составлы ябай һөйләмдәрҙең синтаксик структураһын анализлау. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен билдәләү.

23.11

 

 

13

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

1

Ҡабатлау

Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма, ҡатмарлы структуралы һөйләмдәрҙе таныу. Эйәнең һәм хәбәрҙең төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күҙәтеү.

30.11

 

 

14

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

1

Ҡабатлау

Эйәрсән киҫәктәҙе таныу, анализлау

07.12

 

 

15

16

Һөйләмдең  тиң киҫәктәре.

2

Ҡат

наш

Тиң киҫәктәрҙең төрлө типтағы бәйләнешен таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү. Грамматик нормаларға яраҡлы тиң эйәләр булғанда хәбәр формаһын һайлау. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе анализлау. Телмәрҙә ҡулланыу.

14.12

21.12

 

 

 

Айырымланған эйәрсән киҫәктәр

3

 

 

 

 

 

17

Айырымланған киҫәктәр

1

Ҡат

наш

Айырымланыуҙың асылын аңлау, айырымланыуҙың дөйөм шарттары. Төрҙәрен таныу һәм дөрөҫ интонация менән уҡыу, телмәрҙә ҡулланыу.

28.12

-

 

18

Хәл әйтеме һәм уларҙың айырымланыуы.

1

Ҡат

наш

Дөрөҫ төҙөлөшөн күҙәтеү, булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү, телмәрҙә ҡулланыу.

18.01

 

 

19

20

Бер составлы һөйләмдәр

2

Ҡат

наш

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәрен айырыу, таныу, телмәрҙә ҡулланыу.

25.01

01.02

 

 

21

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

Ҡабатлау

Тулы һәм кәм һөйләмдәрҙе айырыу һәм сағыштырыу. Һөйләү телмәрендә һәм матур әҙәбиәттә кәм һөйләмдәрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

08.02

 

 

 

Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр

2

 

 

 

 

 

22

 

Өндәш һүҙҙәр

1

Ҡабатлау

Өндәш һүҙҙең төп функцияларын аңлау. Өндәш һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү. Аралашыуҙың сфераһына һәм ситуацияға ҡарап, телмәрҙә өндәш һүҙҙәр менән һөйләмдәр ҡулланыу. Төрлө стилдәге һәм жанрҙарҙағы текстарҙа өндәш һүҙҙәрҙе ҡулланыу үҙенсәлектәрен күҙәтеү.

15.02

 

 

23

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр.

1

Ҡат

наш

Инеш һүҙ һәм һөйләмдәрҙең төп функцияларын аңлау. Таныу һәм ҡулланыу. Уларҙы урынлы ҡулланыуҙы күҙәтеүһәм анализлау. Коммуникатив бурыстарға яраҡлы телмәрҙә инеш һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланыу.

22.02

 

 

24

Ҡушма һөйләм. Телмәрҙә ҡулланылышы. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

1

Ҡат

наш

Төрлө төрҙәге ҡушма һөйләмдәрҙе сағыштырыу һәм сикләү, ҡушма һөйләм өлөштәре араһындағы синтаксик бәйләнеш сараларын билдәләү. Бирелгән билдәләре буйынса ҡушма һөйләмдәрҙе төркөмләү. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе төркөмләү. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең өлөштәре араһындағы мәғәнәүи мөнәсәбәтте аңлау, уларҙы сағылдырыусы сараларҙы билдәләү, схемаһын төҙөү. Бирелгән схема буйынса моделләштереү, дөрөҫ төҙөлөшөн баһалау.

01.03

 

 

25

26

27

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

3

Ҡат

наш

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең баш һәм эйәрсән һөйләмдәрен билдәләү. Өлөштәре араһындағы мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау, уларҙы сағылдырыусы сараларҙы билдәләү, бер һәм күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙең схемаһын төҙөү. Төрҙәрен таныу, телмәрҙә ҡулланыу.

15.03

05.04

12.04

 

 

28

29

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр.

2

Ҡат

наш

Ҡатмарлы синтаксик конструкциялар рәтенә ингән һөйләмдәрҙе таныу, ҡушма һөйләмдәрҙән айырыу.

19.04

26.04

 

 

30

Тура телмәр менән ситләтелгән телмәр

1

Ҡабатлау

Икенсе кешенең телмәрен еткереү юлдарын таныу. Тура һәм ситләтелгән телмәр һөйләмдәрен дөрөҫ интонация менән уҡыу. Моделләштереү һәм ҡулланыу, тура телмәрҙе ситләтелгән телмәр менән алмаштырыу, телмәрҙә цитата ҡулланыуҙың төрлө юлдарын файҙаланыу.

03.05

 

 

31

Текст синтаксисы

1

Яңы белем менән таныштырыу

Текстың мәғәнәүи бөтөнлөгөн, бәйләнешлеген, композицияһын аңлау.

10.05

 

 

32

Контроль эш

(БДИ эштәре)

1

Кон

троль тикшереү

Контроль эш эшләү

17.05

 

 

33

Йомғаҡлау

1

 

 

24.05

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

 

     1.М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу

( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит.    

       2. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма..-                  Өфө, Китап , 2009.-176 бит

       3. Т.Я. Бикбаева, Т.Я. Кунафина. 5-11 кластар өсөн башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы – Эдвис,2008

       4. М.Ғ. Ғималова, С.М. Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.- Китап, 2009.

       5. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит

      6. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит

      7.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. – Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис»                              уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

8.     Электрон дәреслектәр 5-6 кластар,7-8 кластар, 9-11 кластар.

9.     И.М.Ғарипов Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө: Китап, 1994- 168 бит.

10. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит.

11. М.Х.Әхтәмов. Омонимдар һүҙлеге – Өфө: Китап 2006 – 384 бит.

12. З. Ғ.Ураҡсин, Ю.З.Ураҡсин Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2007 – 392 бит.

13. Л.Ғ.Сәйәхова, М.Ғ.Усманова Урыҫса-башҡортса һүҙлек – Өфө:Китап,2004 – 224 бит.

 

 

 

       Төп әҙәбиәт.

1.     “Әсә теле”:  Башҡорт мәктәптәренең 10-11-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.  Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В Өфө: Китап, 2009-320 бит .

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт.

 

1.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

2.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  

Өфө: Китап, 2007.

4.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

5.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

6.Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы», «Ағиҙел».

7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8..В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин 10-11 кластар өсөн “ Әсә теле” дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003.

9.М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма.

 

 

Материаль-техник ҡулланмалар

-       телевизор;

-       видеомагнитофон

-       компьютер

-       магнитофон

-       мультимедия проектор

 

 

 

 

 

Ҡушымта

Биремле контроль диктант “Салауат Юлаев”

 

          Салауат Юлаев башҡорт халҡының тарихында иң бөйөк, айырыуса дан һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ мөхәббәт ҡаҙанған шәхестәребеҙҙең береһе, батырлыҡ һәм ил  мәнфәғәтенә тоғролоҡ өлгөһө, башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Милли герой, 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының полководецы, шағир-импровизатор. Кешелек донъяһында милли азатлыҡ хәрәкәттәренең һоҡланғыс етәкселәренең береһе.

          Әлбиттә, Салауат хаҡында һөйләгәндә, ниндәй генә эпитеттар ҡулланһаң  да, аҙ һымаҡ. Фәндә, әҙәбиәттә, сәнғәттә Салауат темаһы һис ваҡыт тамамланмаҫ илаһи бер темаға әйләнде. Уның хаҡында яҙылған әҫәрҙәр һәм хеҙмәттәр бихисап. Уның исемен, уның образын башҡорт халҡы үҙ ижадында эпос геройҙарына тиң булырҙай бейеклектәргә күтәрҙе. Милләтебеҙ символы – дәһшәтле һыбайлы Салауат һыны тарихыбыҙҙың яңы боролошонда Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербында урын алып, инде тотош бер илдең ырыҫ, ҡот билдһенә әйләнде. Салауат исеме беҙҙең өсөн икһеҙ-сикһеҙ ғорурлыҡ, рухи күтәренкелек сығанағы, ул һәр ваҡыт беҙҙе әйҙәп тороусы көс, ул башҡорттоң ҡайнар йөрәк тибеше, мәңге һүнмәҫ һәм һүрелмәҫ азатлыҡ рухы.

(Р.Шәкүр)

Бирем: грамматик анализдар

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку для 11 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Юрист

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 628 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 10.04.2017 977
    • DOCX 37.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Казбулатова Минибика Мухаметгалиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 25810
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Мини-курс

Продажи и самопрезентация в социальных сетях

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 113 человек из 41 региона
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Карьера и развитие в современном мире

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 15 человек