Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку (гос) для 5 класса

Рабочая программа по башкирскому языку (гос) для 5 класса

Скачать материал

                                                                                                         Аңлатма яҙыу

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5- се класы өсөн башҡорт  теленән  эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: Мәғариф министрлығының 1089-сы номерлы 5.03.2004 йылғы ”Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында ”Законы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

 

    

          Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова.  Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2012.

 

        

                                                                                   Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  1. Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ,уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү,туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын.йәмғиәттәҡабулителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау,туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.
  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телдеңаралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу  хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү,уны планлаштарыу,библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү Һ.б.)
  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

 

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

  

     Урта һәм өлкән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә  өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре

       Рус мәктәптәренең башланғыс кластарында төп бурыс балаларҙы башҡортса

һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү булғанлыҡтан, лингвистик материал, әҙәби текстар нигеҙендә, тел сараларын әҙәби текста күҙәтеү, табыу, дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу, әңгәмә һәм ижади эштәр ваҡытында дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү йүнәлешендәге эштәр аша башҡарыла. Был күренеш әҙәбиәт һәм тел материалының тематик бәйләнешен дә, мәғәнәүи бәйләнешен дә тәьмин итә, тәрбиәүи сараларҙы үткәреүгә киң юл аса.

      Рус телле мәктәптәрҙә эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сит телдәрҙә уҡытыу алымдарын, уның ҡаҙаныштарын ижади файҙаланырға тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен бер-береһе менән бәйләп алып барыу яңы һүҙҙәрҙе, терминдарҙы һүҙлеккә яҙып барыу, һүҙлекте һәр дәрестә тулыландыра барыу уҡыусыларҙы һүҙ байлығын арттырыуҙа, уларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

        Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙан бәләкәй күләмле диктанттар, изложениелар, иншалар яҙҙырыу ҙа бик мөһим. Телмәр үҫтереүҙә бындай эштәрҙең файҙаһы бик күп.

        Бындай мәктәптәрҙә балаларға башҡорт әҙәбиәте, теле буйынса теоретик мәғлүмәт биреү түгел, ә уҡыусыларҙың туған телдә һөйләшә, уҡый, аңлай алыу, элементар яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү беренсе планда ҡала килә. Программала тәҡдим ителгән теоретик материал ҡағиҙәләрҙе ятлау юлы менән түгел, ә уҡылған текстарҙан телдең орфоэпик, орфографик, грамматик нормаларын күҙәтеү, табыу, уларҙы аралашыу процессында ҡулланыу төп урында тора.

 

                                                         Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны.

   Бәләбәй  ҡалаһы 1-се урта муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы”нда 5-се кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн  йылына 70 сәғәт, аҙнаһына  2-әр сәғәт ваҡыт бирелә.

Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән “Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар”ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө. (Протокол №1, 26 август 2015 йыл).

 

 

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Бәләбәй ҡалаһы 1-се урта муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.5 класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында йылына 70 сәғәт, аҙнаһына  2 сәғәт ваҡыт бирелә.

 Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә,уҡырға,элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел материалы менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә(интеграция)

Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә .Лингвистик һәм әҙәби күренештәр,уҡыу материалы нигеҙендә,практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш)

Эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән “  Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар”ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө. (Протокол №1, 26 август 2015йыл).

 

        

                                     Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет,  предмет һөҙөмтәләре.

 

          5- се уҡыусыларының башҡорт теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхсән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау,интеллектуаль,ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этиксифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам , уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү;милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт тленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3)аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

 

   Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

      1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

-          Телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; тө һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

-          Төрлөсә уҡыу күнекмәләре булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу,танышыу,өйрәнеү),төрлө стилдәге ,жанрҙағы текстарҙы үҙләштреү;

-          Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп ,адекват ҡабул итеү;төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу):

-          Төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һһайлап алыу һәләтлеге(матбуғат саралары , уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар,Интернет ресурстары ); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу,белешмә өсөн әҙәбиәт,шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

-          Һөйләү һәм яҙыу:

-          -алдағы  уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге,өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү:

-          Тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект,аннотация) һөйләй алыу;

-          Төрлө стилдә һәм жанрҙа , адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

-          Төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;

-          Ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик ,лексик,грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунтуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

-          Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән,һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу;үҙтексыңды мөхәрирләү һәм камиллаштыра белеү;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, туған телде башҡа фәндәрҙә  белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел,әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

                                                                                         Предмет һөҙөмтәләре

                башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

 

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

үҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү

                                                                            

                                                                                     Уҡыу  предметының  йөкмәткеһе

                                                          

                                                                             5 класс

Һаумы, мәктәп! 

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.  Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

-                Үҙем тураһында

-          Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында  һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

-                Йыл миҙгелдәре

-          Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

-                Башҡортостанды беләһеңме?

-          Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

-                Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена.

-          Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

-                Ҡыш.

-          Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

-                Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин.

-          Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

-                8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

-          Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

-                Яҙғы эштәр.

-          Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

-                Яҙғы байрамдар.

-          Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Уҡыусылырҙың төп уҡыу эшмәкәрлек төҙәренен календарь тематик планлаштырыу

Темалар һәм бүлектәр

Сәғәттәр һаны

Дәрестәр

Контроль эштәр

1

Һаумы, мәктәп!

2

 

 

2

Исемдәр.

2

 

 

3

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

3

 

 

4

Сифат.

2

 

 

5

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

2

 

 

6

Зат алмаштары.

7

6

1

7

Йыл миҙгелдәре. Алмаштар.

8

 

 

8

Башҡортостан байлыҡтары.

8

7

1

9

Кеше. Тән ағзалары.

5

 

 

10

Ҡыш күренештәре

8

7

1

11

Кейем- һалым. Синонимдар.

8

 

 

12

 Яҙ етте

6

 

 

13

Яҙғы эштәр

9

8

1

 

Бөтәһе

70

 

4

 

 

                     

                      Планлаштырылған һөҙөмтәләр

 

                               Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

 Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-        башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-        тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-        дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-        һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-        тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

-          Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау инструментарийы.

-          Мәғлүмәт сығанаҡтары:

-          - уҡыусылар эшмәкәрлеге;

-          - статистик мәғлүмәттәр;

-          - уҡыусыларҙың эштәре;

-          - тест һөҙөмтәләре.

-          Методтар:

-          - күҙәтеү;

-          - яуап һайлау;

-          ҡыҫҡа яуап;

-          - башҡарыу процесын баһалау;

-          - башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

-          - портфолио.

-          Критерийҙар;

-          - баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

-          ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

-          - уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

-          - уҡыуҙың темпы;

-          - әңгәмәлә ҡатнашыу;

-          - яуаптың дөрөҫлөгө;

-          - яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

 

                                    

        Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланма һәм материаль-техник һүрәтләү саралары

 

1.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.

 2. Урыҫ мәктәптәренең 5-6 – сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

 3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

 4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

 5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.  Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.

 

     компьютерү, интерактив таҡта;

     принтер;

     DVD-проигрыватель.

                                                                      

 1.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы  

     ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.    

 2.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы.   

      Өфө – Китап – 2009.                                                        

3.Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь     с  грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.-224с.

4.Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010.- 192 с.

5.Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009.-160 с.

6.Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.-224 с. Ураҡсин 7.З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-344 бит.

8.Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.-136 бит.

9.Башкиро- англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.-160 с. Русско –башкирский словарь водных обьектов Р.Б./составители: Хисамитдинова Ф.Г. итд.-Уфа: Китап,2005.-256 с.

10.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

11.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

12.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

13.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

14.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова   Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

15. Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

16. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

17.Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө:Китап, 1987.-320 бит.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                           

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                  

 

 

 

                                                                                         Уҡыу предметын календарь – тематик планлаштырыу

 

                                                                                                                                5 класс

                                             

  

  

         Дәрес темаһы

 

Сәғ

                            Дата

 

                        Иҫкәрмәләр

Яҡын

 Факт

1

       Һаумы,мәктәп!

Белем көнө.Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре

 

1

 

 

 

 

 

2

Ф.Ғөбәйҙуллина.Рәйфә мәктәпкә бара.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

 

 

 

3

Беҙҙең ғаилә.Исем

1

 

 

 

4

Беҙҙең мәктәп.Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше

1

 

 

 

5

Беҙҙең класс.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

 

 

 

6

С.Әлибай.Яҡшы.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

1

 

 

 

7.

Беҙ уҡыусылар.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар

1

 

 

 

8

Ҡурай моңо.Сифат

1

 

 

 

9

Зөһрә ҡыҙ.БХӘ.Сифат

1

 

 

 

10

Үҙем тураһында.Таныш булайыҡ.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

 

1

 

 

 

11

Үҙем тураһында.Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

 

 

 

12

 Минең әсәй.Алмаш.Зат алмаштары

1

 

 

 

13

Беҙҙең ғаилә. Зат

алмаштарының килеш

менән үҙгәреше..

1

 

 

 

14

Өләсәйгә хат яҙам. К-г,ҡ-ғ,п-б тартынҡыларының сиратлашыуы.

1

 

 

 

15

Минең ҡустыларым йо, йө ижектәре..

1

 

 

 

16

Контроль күсереп яҙыу.Яңы фатир.

1

 

 

 

17

Хаталар өҫтөндә эш.

1

 

 

 

18

Үткәндәрҙе ҡабатлау. Зат алмаштары.

1

 

 

 

19

    Йыл миҙгелдәре.

Йыл миҙгелдәре.Һорау алмаштары.

 

1

 

 

 

 

20

Минең бүлмәм.

Күрһәтеү алмаштары.

1

 

 

 

21

Л.Толстой.Бабай менән һыу инәһе.

1

 

 

 

22-23

К.Ушинский.Дүрт теләк.Күрһәтеү

алмаштарының килеш м/н үҙгәреше.

2

 

 

 

24

К.Тәңреҡолов.Дүрт ҡыҙ.

Билдәһеҙлек алмаштары.

1

 

 

 

25

Көҙ-рәссам.Билдәләү алмаштары.

1

 

 

 

26

Яратҡан миҙгелем.

Юҡлыҡ алмаштары.

1

 

 

 

 

27

Башҡортостанды беләһеңме

Урал.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

 

1

 

 

 

 

28

Башҡортостан флагы.ҡлыҡ алмаштары.

1

 

 

 

29

Башҡортостан байлыҡтары.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

 

 

 

30

Өфө- баш ҡала.

1

 

 

 

31

Башҡорт батыры С.Юлаев

1

 

 

 

32

Контроль диктант.Март.

1

 

 

 

33

Хаталар өҫтөндә эш.Ватаным- Башҡортостан.

1

 

 

 

34

  Ҡабатлау. Башҡортостанды беләһеңме?

1

 

 

 

 

35

Кеше.Тән ағзалары.  Шәхси гигиена.

  Кеше.Тән ағзалары.

 

 

1

 

 

 

 

 

36

И.Ғүмәрова.Уңған ҡыҙ.

Эйәлек төшөнсәһе.

1

 

 

 

37

Табипта.Эйәлек төшөнсәһе.

1

 

 

 

38

Ә.Вахитова.Апайым-доктор.Ҡылым.

1

 

 

 

39

Дарыу үләндәре.Ҡылым.

1

 

 

 

40

Ашығыс ярҙам саҡырыу.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

 

 

 

41

       Яңы йыл менән.

Декабрҙә.Телмәр үҫтереү.

1

 

 

 

42

Ҡыш күренештәре.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе

1

 

 

 

43

Г.Абдулхаева.

Ҡоштарға ярҙамға.

1

 

 

 

44

Ҡыш.Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

 

 

 

45

З.Биишева.Ауырыуҙан ҡотолдо.

1

 

 

 

46

А.Исмәғилев.Яуа  ҡарҙар. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

1

 

 

 

47

Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә?

1

 

 

 

48

Ҡышҡы матурлыҡ.Һүрәттәр менән эш

1

 

 

 

49

Аҙыҡ-түлек. Синоним.

1

 

 

 

50

Кейем-һалым.Синонимдар.

1

 

 

 

51

Беҙҙең уңыш. Баҙар.

1

 

 

 

52

Магазинда.Телмәр үҫтереү.

1

 

 

 

53

Ҡабатлау. Кейем һалым.

1

 

 

 

54

 8-се март-Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.Антонимдар

 

1

 

 

 

 

55

Ф.Мөхәмәтйәнов.Әсәйем.

1

 

 

 

56

Ә.Ихсан.Әсә рәхмәте.

 

1

 

 

 

57

Минең өләсәйем.Антонимдар.

1

 

 

 

58

                  Яҙ етте.

Ә.Ихсан.Яҙ. Омонимдар.

 

1

 

 

 

59

Яҙ билдәләре.Омонимдар.

1

 

 

 

60

 

61

Ҡоштар ҡайсан ҡайта? Омонимдар.

1 май – яҙ байрамы.

1

 

1

 

 

 

62

63

Ф.Рәхимғолова.Еңеү көнө.

Экскурсия. Яҙ етте.

1

1

 

 

 

64

        Яҙғы эштәр.

К.Ушинский.Баҡсасы һәм уның улдары.

 

1

 

 

 

65

Яҙғы эштәр.Һан.

1

 

 

 

66

С.Ағиш.Суфия.Һан.

1

 

 

 

67

68

Телмәр үҫтереү.

Хаталар өҫтөндә эш.Әкиәттәр.

1

1

 

 

 

69

Яҙғы байрамдар.

1

 

 

 

70

Йомғаҡлау.Яҙ миҙгеле

1

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку (гос) для 5 класса"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Руководитель реабилитационного подразделения

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 364 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2017 598
    • DOCX 61.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахмарова Зульфия . Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ахмарова Зульфия
    Ахмарова Зульфия
    • На сайте: 6 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4186
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: нормативно-правовые основы, компетенции и педагогические аспекты

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Здоровый образ жизни и основы физической культуры

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление стрессом и психологическими состояниями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек