Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по башкирскому языку - 10 класс

Рабочая программа по башкирскому языку - 10 класс

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН   РЕСПУБЛИКАҺЫ  АҒИҘЕЛ  ҠАЛАҺЫ  ҠАЛА  ОКРУГЫ “БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ”  МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ  БЕЛЕМ  БИРЕҮ  БЮДЖЕТ  УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡаралды:                                            Һөйләшеп килешелде:            Раҫлайым

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте              Уҡыу-уҡытыу буйынса             “Башҡорт гимназияһы”

уҡытыусыларының кафедра              директор урынбаҫары              МДБББУ директоры

мөдире                                                     _______Д.Р.Харисова              ______Г.Ә.Денисламова

________Ф.Ә.Һөйөндөкова

(2015 й. 31 август протоколынан)                                                            2015 йылдың 02 сентябре

                                                                                                      173-сө һанлы приказы

                                                                                      

 

 

 

 

 

 

 

 

 

    Башҡорт   әҙәбиәтенән эш программаһы

Класс: 10

Төҙөүсе: юғары категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Денисламова Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2015 – 2016 уҡыу йылы

10 класс

Аңлатмалы һүҙ.

 

10 класҡа башҡорт әҙәбиәтенән эш программаһы    Башҡортостан Республикаһының “БР  дәүләт  телдәре” тураһында Законға, (21.01.99), федераль дәүләт белем биреү стандарттарына (03.06.10), милли белем биреү концепцияһына һәм  Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программаға ( “Башҡорт әҙәбиәтенән программа 5 – 11 кластар өсөн”,) ярашлы, (авторҙары: Ғ.Б.Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.), “Башҡорт әҙәбиәте”  дәреслеге (авторҙары: Ғ.Б.Хөсәйенов 2010 й.) буйынса төҙөлдө.

Уҡыу планы буйынса башҡорт  әҙәбиәтенә аҙнаға   3 сәғәт бүленгән, йылына 96 сәғәт.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы  Дүртөйлө ҡалаһының  Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Илебеҙ алдына ҡуйылған социаль-иҡтисади тормошто үҙгәртеп ҡороу, йәмғиәтте демократлаштырыу һәм гуманлаштырыу бурыстары — ижти­мағи аң үҫешенең юғары этабын билдәләне. Йәмғиәтебеҙ алдында тор­ған шәхес азатлығы, кеше хоҡуғы, законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлау, кеше яҙмышына, уның рухи донъяһына иғтибар йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли тел, милли әҙәбиәттәрҙең, тарих, мәҙәниәт кеүек гуманитар фәндәрҙең әһәмиәте айырыуса ҙур булыуын күрһәтә, уның алдына яңы талаптар ҡуя.

Әҙәбиәт — ысынбарлыҡты художестволы танып белеү дәреслеге, юғары уй-тойғолар, эстетик зауыҡ тәрбиәләү сараһы.

Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихы­нан, иң күренекле яҙыусылар ижадынан системалы белем бирергә, хал­ҡыбыҙҙың әҙәби-рухи хазиналарын эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға һәм уҡыусыны юғары интеллектлы, матур зауыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы.

Мәктәптә әҙәбиәтте уҡытыуҙың илебеҙ алдында торған мөһим бурыс­тарҙан һәм әҙәбиәттең донъяны танып белеү, йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлекле урынынан сығып билдәләнә. Уҡыусыларҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошо­на яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни ки­мәлен күтәреү бурысы хәл ителә. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү нигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ-эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы­нан белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт тәрбиәләү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, фекерләү һәләтлеген, телмәр үҫтереү бурыстары тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәт­те заманса уҡытыу — уны сәнғәттең бер төрө булыу үҙенсәлегенә тәрәнерәк үтеп инеү, шул үҙенсәлектәргә ярашлы итеп уҡытыуҙы күҙ уңында тота.

Бынан тыш программала яҙыусыларҙың биографияһы менән таныш­тырыу ҡарала, әҙәбиәт теорияһының белем күләме билдәләнә, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм синыфтан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге бирелә. Әҙәбиәт тарихын өйрәнеү фәндә ҡабул ителгән осорҙарға нигеҙләнеп алып барыла.

Программала төп урынды дәрестә анализлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр алғанлыҡтан, күрһәтелгән сәғәттәрҙең күбеһе әҫәрҙәрҙең тек­сын өйрәнеү өсөн файҙаланыла.

Әҫәрҙе текстуаль өйрәнеү матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен аңларға, нәфис һүҙгә мөхәббәт тәрбиәләргә ярҙам итә, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.

Тарихилыҡ принцибын эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыуҙа тарихи осорҙар, шул осорҙағы ижтимағи-сәйәси хәл, мәҙәниәт, әҙәбиәт үҫеше хаҡындағы күҙәтеүҙәр (обзорҙар) ҙур роль уйнай. Ләкин ул обзорҙар нисек кенә әһәмиәтле булмаһын, әҙәбиәт курсының үҙенсәлеген, тел асылын тик улар ғына билдәләй алмай. Әҙәбиәт программаларының йөҙөн монографик планда өйрәнелә торған яҙыусылар ижады, шул ижад фонында текстуаль өйрәнеү өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе уҡыу, текст өҫтөндә эшләү, анализ яһау юлдары менән үҙләштерелә.

Күҙәтеү (обзор) темаларында уҡыусыларҙы әҙәби процесты аңлауға алып килеү маҡсаты менән, әҙәбиәт тарихының төп этаптары тураһын­да белем бирелә, мөһим әҙәби-тарихи мәғлүмәттәр килтерелә. Был те­маларҙы үткәндә уҡыусыларҙың синыфтан тыш үҙ аллы уҡыған әҫәрҙәренә һәм тарихтан алған белемдәренә лә таянырға кәрәк.

Х синыфта әҙәбиәт курсы Октябрь революцияһынан һуң совет әҙәбиәте осорон, 20-40-сы йылдар әҙәби хәрәкәтен күҙәтеүҙе, шул осорҙоң киң билд­әле яҙыусылар ижадын өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Был осорҙа яҙылған байтаҡ әҫәрҙәрҙе социалистик реализм методының талаптары, көслө йоғон­тоһо тормошто бер яҡлы һүрәтләүгә, вульгар социологияға алып килде. Бындай әҫәрҙәрҙе үткәндә тарихи объективлыҡ күҙлегенән сығып баһалау, тарихилыҡ принцибынан сығып аңлатыу талап ителә.

Әҙәбиәт теорияһы мәғлүмәттәре яҙыусыларҙың ижады һәм айырым әҫәрҙәре менән дә, күҙәтеүҙәр менән дә бәйләнештә өйрәнелә.

Яҙыусының мөһим әҫәрен уның бөтә ижады фонында, башҡа әҫәрҙәре менән бәйләнештә өйрәнеү, уны башҡа яҙыусылар ижады менән са­ғыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырым яҡтарын билдәләү, әҙәби про­цесс контексында ҡарау — әҙәбиәт тарихы курсының мөһим үҙенсәлек­тәренең береһе.

Уҡыусылар әҫәрҙәрҙе уҡып, уларҙың идея йөкмәтке­һен һәм художество үҙенсәлектәрен үҙләштереү менән бергә, әҙәбиәт тео­рияһы буйынса ла белем ала.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса һәм тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәтке­һенә һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙҙә тотола.

Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙам­сы эштәр ҙә күрһәтелгән. Телмәр үҫтереү күнекмәләре тел дәрестәрендә лә, әҙәбиәт дәрестәрендә лә алып барыла. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусы­ларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә, был күнегеүҙәр өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҫтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡуллана белеү, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталарҙан файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Мәктәпте тормошҡа яҡынайтыу бурысынан сығып, ижади характер­ҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре, ауыл, ҡала хеҙ­мәтсәндәре араһында сығыш яһай белеүҙәренә, тасуири уҡыу, ятҡа һөйләү оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтеү күҙ уңында тотола.

Программала класта өйрәнеү өсөн индерелгән әҫәрҙәрҙән башҡа кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге лә бирелә. Айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәрҙе класта уҡыу, өҙөктәрен ятҡа һөйләтеү, анализ яһау күнекмәләрен үҫтереү өсөн сәғәттәр бирелә.

Уҡытыу методтарын һайлау һәр бер предметтың йөкмәткеһе һәм үҙенсәлектәре менән билдәләнә. Әҙәбиәт, һүҙ сәнғәтенең бер төрө бу­лып, тормошто художестволы образдар аша сағылдыра, тормош күре­нештәрен, ваҡиғаларҙы эмоциональ буяуҙарҙа һүрәтләй, шуға күрә ул кешенең аңына, интеллектына ғына түгел, бәлки уның эстетик тойғоһона ла тәьҫир яһай.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәренең маҡсаты балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

10- сы класта әҙәбиәттән телдән һәм яҙма рәүештә үткәрелә торған эш төрҙәре

Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡы­рып етеҙ уҡыу.

Художестволы әҫәрҙәрҙе (шул иҫәптән драма әҫәрҙәрен) тасуири уҡыу.

Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма йәки телдән һөйләп биреү.

Һүҙ менән телдән һүрәт эшләү. Художестволы әҫәрҙәрҙе инсцени­ровкалау.

Өйрәнелә торған әҫәр буйынса телдән һәм яҙма рәүештә фекер йөрөтөү характерындағы инша яҙыу: һорауҙарға тулы яуап биреү; ге­ройҙарҙы индивидуаль, сағыштырма, төркөмләп ҡылыҡһырлау. Яҙма йәки телдән сығыш яһау өсөн план төҙөй белеү. Үҙ аллы уҡылған әҙәби әҫәр, ҡаралған кинофильм һәм телевизион тапшырыу хаҡында (әҫәрҙең геройҙары һәм ваҡиғаларына үҙ мөнәсәбәтеңде билдәләү) ба­һалама бирә белеү.

Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт теле.

Урынды һүрәтләү элементтарын эсенә алған хикәйәләү характерын­дағы текстарҙың йөкмәткеһен ҡыҫҡартып йәки һайлап изложение төҙөү. Урынды, тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һүрәтләп инша яҙыу. Мораль-этик һәм патриотик темаларға фекерләү характерындағы инша яҙыу. Ишетелгәндәр нигеҙендә инша-хикәйә төҙөү.

 

10 – сы класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

·       өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен;

·       өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын, композицион үҙенсәлектәрен;

·       өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең ваҡиғаһын (сюжетын) һәм геройҙарын (ге­ройҙар һәм ваҡиғаларҙың үҙ-ара бәйләнешен);

·              әҫәрҙең художестволы образы, темаһы, идеяһы, сюжеты, композицияһы, рифма хаҡындағы төшөнсәләрҙең билдәләре;

·         драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәре;

·               программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстары.

Уҡыусылар түбәндәге күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1-се төр күнекмәләр

·      яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;

·      художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү;

·      өйрәнелә торған әҫәрҙәрҙең сюжет элементтарының, композиция­ның (автор ҡылыҡһырламаһы, геройҙарҙың эше, ҡылыҡтары һәм порт­ретының, пейзаж һәм интерьерҙың) идея-художество урынын билдәләү;

·      контекст эсендә һүрәтләү сараларының идея-художество урынын билдәләү;

·      уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға ҡылыҡ­һырлама биреү;

·      авторҙың мөнәсәбәтен билдәләү маҡсатында геройҙарҙы үҙ-ара  сағыштырыу;

·      эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

·      2-се төр күнекмәләр

·      художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы дөрөҫ, етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;

·      художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

·      эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә (телдән) тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

·      өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү ха­рактерындағы инша яҙыу;

·      һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыш­тырма) баһалама биреү;

·      эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә план төҙөү;

·      телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

·      үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһа­лама бирә белеү.

Мәктәптәр өсөн сығарылған фәнни-популяр китаптарҙың аңлатма аппаратынан, шулай уҡ мәктәп өсөн сығарылған әҙәбиәт ғилеме һүҙле­генән файҙалана белеү.

 

        Дәреслек: Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ. Ғималова, Р.З. Шәкүров. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн дәреслек.  - Өфө: Китап, 2012. – 288 бит.

                         Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ. Ғималова, Р.З. Шәкүров.  Әҙәбиәт-хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн. - Өфө: Китап, 2012. – 336 бит.

 

2. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Инеш (1 сәғәт)

Совет әҙәбиәте — башҡорт әҙәбиәтенең яңы осоро.

Октябрь революцияһынан һуң яңы йәмғиәт шарттарындағы әҙәбиәт­тең идея-тематик йөкмәткеһе, йүнәлеше үҙгәреүе. Әҙәбиәттең идеология- л аштырыл ыуы.

Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы (1917—1929 йылдар)  (2 сәғәт)

Яңы әҙәбиәттең барлыҡҡа килеүенең социаль-тарихи ерлеге. Башҡорт әҙәбиәтендәге ике йүнәлеш: милли-демократик әҙәбиәт һәм совет әҙәбиәте.

Ш. Бабич, Х. Ғәбитов ижадтарында милли-патриотик тема.

Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы йылдарында баш­ҡорт совет поэзияһының тыуыуы

 (М. Ғафури, Д. Юлтый, Ш. Фидан, С. Ҡудаш шиғырҙары).

Тарихи үткәнде һәм революцион ысынбарлыҡты сағылдырған тәүге драмалар (Д. Юлтый. «Ҡарағол»,

Ғ. Ныязбаев драмалары).

20-се йылдар башында башҡорт әҙәбиәте. Ижадта идея эстетик көрәш тенденциялары. Әҙәбиәттә төрлө йүнәлеш, ағымдар үҫешенә сик ҡуйылыу.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби процесс тураһында төшөнсә. Уның осор, тарих, йәмғиәттәге сәйәси шарттар менән бәйлелеге.

Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең төп темалары: хеҙмәт, хеҙмәт кешеһе, йәш көстәр (М. Ғафури, Д. Юлтый, С. Ҡудаш шиғырҙары һәм поэмалары). Б. Ишемғол, Ғ. Хәйри шиғырҙарында комсомолдар образы.

Поэзияла модернистик тенденцияларҙың сағылып ҡалыуы. «Күк шағирҙары»н тәнҡитләү. Реалистик поэзияның нығыныуы.

Прозаның үҫеше. А. Таһировтың, Ғ. Дәүләтшиндың, Ғ. Хәйриҙең повестарында яңы йәмәғәт төҙөүсе йәштәр, комсомолдар, большевиктар. Кешеләрҙе синыфтарға бүлеп ҡарау.

Башҡорт совет драматургияһының тыуыуы: Д. Юлтый, М. Ғафури, А. Таһиров пьесалары.

Башҡорт сәхнәһендә М. Буранғолдоң, Х. Ибраһимовтың фольклор-этнографик драма әҫәрҙәре.

Идеологик күҙлектән ҡарап, күп әҫәрҙәрҙең схематик ҡоролошо, тен­денциозлығы был осор совет әҙәбиәтенең төп етешһеҙлектәренән.

Башҡорт әҙәбиәте 20-се йылдарҙа төрлө жанрҙар менән ишәйә бара, 1Йлап художество сифаты күтәрелә.

Д. Юлтый (9 сәғәт)

«Ҡан баҙары», «Сумка», «Шинель», «Атлан, батыр!», «һуҡа бабай, аткә кит, трактор килә», «Хыял һәм тормош», «Ҡарағол», «Ҡан». Дауыт Юлтыйҙың тормошо һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге. Башланғыс ады. Беренсе донъя һуғышын сағылдырған, уға ҡаршы киҫкен про­ст белдергән шиғырҙары («Сумка», «Шинель», «Ҡан баҙары»).

1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революциялары осорондағы ши­фрҙары. 20-се йылдарҙағы поэзияһының яңы йөкмәткеһе, яңы геройы «Ниңә табынайым?», «Ирек тауышы», «Атлан, батыр!»).

«һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә» шиғыры. Шиғырҙың идея Художество үҙенсәлектәре. Образдарының символик мәғәнәһе.

Шағирҙың поэмалары («Мәйсәрә», «Нефть тураһында әкиәт», «Ай­һылыу») . Ҡыҫҡаса күҙәтеү. Д. Юлтый — драматург.

«Ҡарағол» драмаһы^Драмала сағылдырылған тарихи осор. XIX бы­уат Шшьшда кантонлыҡ осоронда халыҡтың рус колонизаторҙарына һәм -башҡорт феодалдарына ҡаршы көрәше — пьесаның төп конфликты.

Халыҡ вәкилдәрен кәүҙәләндергән ыңғай образдар: Ҡарағол, Һөйөндөк, Ҡыраубикә, Вася, Наташа, Кузьма. Кире образ­дар: алпауыт Иван Иванович, Ишмырҙа кантон, шымсы Әпкәләй.

Драмала рус крепостнойҙары менән башҡорт крәҫтиәндәре араһын­да синфи ерлектә тыуған берҙәмлектең һүрәтләнеше. Әҫәрҙең драматик эшләнеше.

Яҙыусының хикәйәләре («Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһен иҫкә Төшөрөү. «Өмөт» (ҡыҫҡаса характеристика).

«Ҡан» романының проблематикаһы —• һалдаттарҙа синфи аңдың, империал истикНуғышҡа ҡаршы протест тойғоларының үҫешен һүрәтләү. Алдынғы ҡарашлы һалдат образдары: Булат, Байғужа, Новиков.

Романдың сюжет-композиция үҙенсәлектәре, теле.

Әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҙәбиәттең теле. һүҙ сәнғәтенең образлылығы. Әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.

Ә. Вәлиди Туған (9 сәғәт)

З. Вәлидиҙең эшмәкәрлеге. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу. Йәмғиәт, дәүләт эштәренә ҡатнашып китеүе. Башҡорт автономияһын, дәүләтен төҙөү өсөн көрәше. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре етәкселәренең күренеклеһе.

Эмиграцияға китеүе. Ундағы эшмәкәрлеге. Ғалимлығы. Башҡорт тари­хы, этнографияһы буйынса ғилми хеҙмәттәре («Башҡорттарҙың тарихы» һ.б.).

Төрки халыҡтары тарихы буйынса китаптары. Төрки яҙыусылар тураһында күҙәтеүҙәре.

Төрлө илдәрҙең атаҡлы ғалимдары менән дуҫлығы.

Донъя ғалимдары араһындағы абруйы.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған — мемуарист.

«Хәтирәләр» мемуар китабы. Унда ғалим-әҙиптең автобиография­һының — балалыҡ, йәшлек, мәҙрәсәлә уҡыу, сәйәси көрәш йылдары­ның һәм юлдарының күрһәтелеүе. Ә. Вәлидиҙең башҡорт яҙыусылары

 (Р. Фәхретдин, М. Ғафури, Ш. Бабич. Ф. Сөләймәнов - Абдулҡадир Инан, М. Буранғол), дәүләт эшмәкәрҙәре ( Манатов, Мортазин, Хали­ков һ.б.) менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге, дуҫлығы. Хәтирәләрендә башҡорт халыҡ ижады, этнографияһы, күренекле шәхестәр, яҙыусылар тормошо һәм ижады хаҡында күҙәтеүҙәре, фекер­ҙәре, «Хәтирәләр» ҙең жанр үҙенсәлеге. Хикәйәләү стиле. «Хәтирәләр» китабының тарихыбыҙҙа, мәҙәниәтебеҙҙә тотҡан урыны.

М. Буранғол (7 сәғәт)

Синыфтан тыш уҡыу ө с ө н: М. Буранғол, һайланма әҫәрҙәр. 1994. М. Буранғол сәсән тураһында IX синыфта үтелгәнде иҫкә төшөрөү.

Тормош юлы. Мәҙрәсәлә уҡыуҙары. Хеҙмәт юлының башланыуы. Күп йылдар уҡытыусы булып эшләүе. Башҡорт автономияһын урын­лаштырыуҙа ҡатнашлығы. Йәмәғәт эштәре. Ғилми-тикшеренеү менән шөғөлләнеүе. Оҙаҡ йылдар идеологик яҡтан эҙәрлектәргә дусар ите­леүе, һөргөндәрҙә булыуы.

М. Буранғол — сәсән. Тыуған ил, Бөйөк Ватан һуғышы тураһын­дағы ҡобайырҙары. Халыҡ ижадын йыйыуҙағы ғәйәт ҙур хеҙмәттәре. М. Буранғол — фольклор белгесе.

М. Буранғол — драматург.

Драматургтың фольклор-этнографик характерҙағы пьесалары: «Аш­ҡаҙар», «Буранбай», «Шәүрәкәй», «Зәңгәр шәл» һ.б.

«Башҡорт туйы» драмаһы. Фольклор-этнографик пьесалары ара­һында иң уңышлыһы һәм сәхнәлә оҙаҡ йылдар ҡуйылғаны. Беҙҙең көндәрҙә уның яңынан сәхнәләштерелеүе.

Пьесала башҡорт туй йолаһының һүрәтләнеше. Туй йолаһы фольк­лорын киң файҙаланыу, ижади үҫтереү.

Буранбай һәм Гөлғәйшә образдары. Уларҙың ҡайнар мөхәббәте һәм раилә ҡороу юлында ҡаршылыҡтарға дусар булыуы. Шуға бәйле пье­саның драматик үткерлеге.

Пьесаның жанр һәм драматургик үҙенсәлектәре

Ғ. Хәйри  (6 сәғәт)

Ғ.Хәйри. Биографияһы.“Боролош” романында сағылдырылған тарихи осор.   “Боролош” романында төп проблемалар. “Боролош” романында ҡатын - ҡыҙ образдары. “

Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте (2 сәғәт)

Был йылдарҙа илебеҙҙәге мөһим социаль-тарихи ваҡиғалар һәм уларҙың әҙәбиәттә сағылышы. СССР яҙыусыларының I съезында башҡорт ҙыусылары делегацияһы ҡатнашыуы, съезда башҡорт әҙәбиәте тураһында А. Таһировтың телмәре. Утыҙынсы йылдар башҡорт әҙәбиәтенең төп тематикаһы: ауыл хужалығын коллективлаштырыу, колхоздарҙы ;ығытыу өсөн көрәш, илде индустриялаштырыу, социалистик йәмғиәт төҙөү. Кешеләрҙе социаль төркөмдәргә айырып һүрәтләү һәм соцаль конфликтты әҫәрҙәр үҙәгенә ҡуйыу.

Башҡорт поэзияһының был осорҙа күберәк маҡтауға ҡоролған одалар рәүешенә әйләнә барыуы. Партияны, юлбашсыларҙы, яңы конституци­яны данлау һ.б.

Поэма жанрының үҫеүе (Ғ. Сәләм, Б. Бикбай, Т. Йәнәби, Р. Ниғм­әти поэмалары).

Һуғыш һәм революция темаһына арналған повесть һәм романдар (А. Таһиров повестары һәм романдары, Сурағол, И. Насыри, А. Кар­кай повестары).

Драматургияла яңы әҫәрҙәр (С. Мифтахов, Ҡ. Даян, Б. Бикбай, М. Буранғол пьесалары). Яҙыусыларҙы репрессиялау. А. Таһиров, Д. Юлтый, Б. Ишемғол, Т. Йәнәби, И. Насыри һ.б. бинахаҡҡа ғәйеп ителеүҙәре һәм атылыуҙары әҙәбиәтебеҙҙең үҫешен ныҡ тотҡарлай. Яҙы­усыларҙы эҙәрлекләүҙең дауамы (М. Буранғол, Б. Бикбай).

Һ. Дәүләтшина (8 сәғәт)

Синыфтан тыш уҡыу өсөн: «Партизан», «Һырға һабағы» хикәйәләре. Элек ятлағанды ҡабатлау: «Айбикә» повесынан өҙөк.

һәҙиә Дәүләтшинаның тормошо. Уҡыу йылдары, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин менән бергә репрессияға тарттырылыуы, 15 йылдан һуң иреккә сығарылыуы. Ҡыҫым, ҡыйырһытыуҙарҙың дауамы. Дәүләтшинаның шун­дай һөргөн, ҡыҫым ауырлыҡтарына түҙеүе фиҙәҡәрлектең, илгә, ижадҡа тоғролоҡтоң үрнәге. Башланғыс ижадында хикәйәләр. Шиғырҙары. Хикәйәнән — повестарға («Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны»). Халыҡтың көндәлек тормошон, уй-теләктәрен яҡшы белеп лирик йылылыҡ менән һүрәтләүе. Халыҡсан йәнле образдар тыуҙырыу оҫталығы (Айбикә, Ти­мербулат образдары).

«Ырғыҙ» романы. Был романды ауыр көнитмеш шарттарында яҙа башлауы һәм шул шарттарҙа дауам итеүе. Авторҙың үҙ алдына ҙур маҡсат ҡуйыуы: башҡорт халҡының азатлыҡ алыуға килеү юлын яҡтыр- тыуы, алдынғы кешеләр образдарын кәүҙәләндереүе, төрлө ҡатлам ке­шеләрҙе, төрлө яҙмыштарҙы һүрәтләүе. Романда башҡорт халҡының тор- мош-көнкүрешенең йәнле сағылышы. Айбулат, Гөлйөҙөм образдарында халҡыбыҙҙың күркәм холҡо, ғөрөф-ғәҙәттәре кәүҙәләнеше. Ныязғол, Рәхимә, Ғәлимә, Имай образдары — замандың төрлө типтары.

Романдың эпик киңлеге, тарихи-социаль ваҡиғаларҙы киң иңләүе, та­рихилыҡ принцибы. Әҫәрҙең ҡатмарлы композицияһы. Художество көсө. Лексик байлығы, тел нәфислеге, стиль күрке. Әҫәрҙең башҡорт романис­тикаһы үҫешендәге роле. Төрлө телдәргә тәржемә ителеүе.

һәҙиә Дәүләтшинаның тормош һәм ижад ҡаһарманлығы.

Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби тип (рус әҙәбиәте курсы менән бәйләү. VIII синыф). Художестволы әҙәбиәттә типиклаштырыу алымда­ры. Прототип тураһында төшөнсә. Роман-эпопея тураһында төшөнсә.

Ғ. Сәләм. «Бала» поэмаһы (5 сәғәт).

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте (1 сәғәт)

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәт алдында торған бурыс­тар. Был йылдарҙағы башҡорт әҙәбиәтенең үҙенсәлеге. Әҫәрҙәрҙә моби­лизацион рух, оперативлыҡ. Бәләкәй күләмле жанрҙарҙың әүҙемләшеүе. Лирик поэзияның төп мотивтары: Тыуған илде һөйөү, илебеҙгә ябырыл­ған дошманға нәфрәт. Публицистик поэзия. Лирик жанрҙарҙың төрлөләнеүе. Х. Кәрим, С. Ҡудаш лирикаһы. Халыҡтың рухи көсөн һәм батырлығын кәүҙәләндергән поэма һәм балладалар (Р. Ниғмәти, «Үлтер, улым, фашисты!», «һинең кәләшеңдең хаттары», М. Кәрим, «Декабрь йыры», «Үлмәҫбай»). Дошман тылындағы поэзиябыҙ.

Очерк жанрында һуғыш йылдары ваҡиғаларының сағылышы (С. Ҡудаш, С. Агиш, К. Мәргән очерктары). Фронт һәм тыл илһөйәрҙәрен күрһәткән хикәйәләр (С. Агиш, Ғ. Ғүмәр, К. Мәргән хикәйәләре).

 

Р. Ниғмәти (9 сәғәт)

«Һалҡын шишмә», «Үлтер, улым, фашисты!», «Һинең кәләшеңдең аттары», «Егеттең яуаптары», «Һаҡмар ҡыҙы».

Рәшит Ниғмәтиҙең ижады буйынса VII синыфта үҙләштергәндәрҙе |втергә төшөрөргә. «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы тураһында ҡабат- рарға.

Р. Ниғмәтиҙең тормошо һәм башланғыс ижады. «Далаларҙа» шиғырҙар циклы, «Һөйөү» шиғыры, «Баҫыу хөкөмө», «Дауылдар яуҙырған ғүмер» поэмалары. Лирик шиғырҙарынан: «Мин постамын», Сат», «Кеше тураһында хәстәрлек».

«Һалҡын шишмә» шиғырында батырҙарҙың үлемһеҙлеге темаһы. Был юманы тәбиғәт күренештәре аша сағылдырыу. Шағир лирикаһында фе- 6р тәрәнлеге, тойғолар байлығы һәм һүрәтләү сараларының төрлөлөгө.

30-сы йылдарҙағы поэзияһында Тыуған ил һәм халыҡ образдары “Йәмле Ағиҙел буйҙары», «Тимер юл» поэмалары). Шағирҙың халыҡ ижадын һәм рус классик поэзияһын ижади өйрәнеүе.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Публицистик лирика- аның үҫеше: «Тыуған илем өсөн!», «Әсә һүҙе», «Баҫыуға, туғандар!», “Үс ал, патриот!» шиғырҙары. «Герой тураһында поэма» әҫәрендә һүрәтләнгән герой Вася образы.

«Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһында Тыуған ил һәм халыҡ образда­рың кәүҙәләнеше. Совет кешеләренең Бөйөк Ватан һуғышы фронтта- йндағы батырлығы. Башҡорт халҡының яугирлыҡ традициялары.

Балалар әҙәбиәте, драматургия, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ниғмәти — Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Әҙәби тәнҡит. Ғ. Хөсәйенов. Халыҡ шағиры Ниғмәти (1960). Әҙәбиәт теорияһы. Лирик герой тураһында төшөнсә.

В. Бикбай (12 сәғәт)

«Ҡарлуғас», «Салауат», «Аҡ сәскә».

Яҙыусының биографияһы һәм ижад юлы. 30-сы йылдарҙағы по­эзияһы. «Ер» поэмаһында Башҡортостандың фажиғәле үткәндәрен, ре­волюциянан һуңғы тормошон һүрәтләү. Поэманың идея-художество үҙен­сәлектәре.

Бикбай поэзияһында азатлыҡ темаһы («Пограничник һәм уның әсәһе», «Йәшә, тормош»). Поэтик әҫәрҙәренең үҙенсәлектәре. В. Маяковский поэзияһының йоғонтоһо.

«Ҡарлуғас» драмаһы. Драмала башҡорт халҡының 1773—1775 йыл­дарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы алды осорондағы тормошон һүрәтләү, халыҡтың социаль һәм рухи яҡтан иҙелеүен, азатлыҡ өсөн көрәшен кәүҙәләндереү. Драманың төп геройы булған халыҡ образын ҡылыҡ­һырлау. Кире образдар. Образдарҙы типиклаштырыу алымдары. Дра­маның теле.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү. («Ут­лы юлдар», «Ҡулъяулыҡ» йыйынтыҡтары, «Самолет алған Хәбирйән», «Советтар Союзы Геройы Ғәфиәт Арсланов» очерктары. Драма әҫәрҙәре).

һуғыштан һуңғы йылдарҙа яҙыусы ижадының артабан үҫеше.

«Салауат» драмаһы. Әҫәрҙә башҡорт халҡының Салауат Юлаев етәкселегендә 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем көрәшен сағылдырыу. Салауат һәм Юлай образдары. Пугачев образы. Рус халҡы менән тарихи дуҫлыҡ һәм берҙәм көрәш темаһы. Халыҡ дошмандары образы. Әҫәрҙең художество үҙенсәлектәре. Башҡорт әҙәбиә­тендә Салауат образы.

Яҙыусының һуғыштан һуң проза өлкәһендәге эшмәкәрлеге. «Тере шишмәләр» автобиографик әҫәре. «Аҡселән ташҡанда» романының про­блемалары, образдары.

«Аҡсәскә» повесы. Әҫәрҙең төп образдары.

Башҡорт театр сәнғәте үҫешендә яҙыусының роле. Б. Бикбай ижа­бының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.

З. Биишева (15 сәғәт)

 

   З.Биишеваның биографияһы һәм ижад юлы. Трилогия.”Кәмһетелгәндәр”, “ Оло Эйек буйында” романдарының идея-тематик йөкмәткеһе. Трилогияла сағылған тарихи осор, күтәрелгән проблемалар. Трилогияның композицияһы, тел – стиль үҙенсәлектәре, художестволы эшләнеше.

 

Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәтендә көнүҙәк мәсьәләләрҙең сағылышы (2 сәғәт)

Н. Нәжми (2 сәғәт)

«Ватан», «Йыр тураһында баллада», «Урал”, Шағир һәм шаһ».

Назар Нәжмиҙең биографияһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге. Шағирҙың Вөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Совет һалдатының күңел байлығын һәм еңеүгә ихтыярын сағылдырыу («Окопта уйҙар», «Иҫән ҡалһам» һ.б. шиғырҙары).

Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы поэзияһы. Еңеү шатлығын һәм имен тормошто йырлау. Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн яуҙарҙа үлгән батыр­ҙарҙы ололап хәтерләү мотивтары.

«Тыуған ил тураһында йыр»., «Ватан» шиғырҙары. Поэзияһының тематик төрлөлөгө һәм формалар яғынан байлығы. Патриотик лирикаһының үҙенсәлектәре. Пейзаж лирикаһы аша кеше күңелен асып бирә белеү.

Тормош, ғүмер, кешеләр хаҡында тәрән уйланыуҙар менән һуғарыл­ған фәлсәфәүи лирика өлгөләре.

Юмористик һәм сатирик шиғырҙары, шаян йырҙары.

Шағир ижадында поэма һәм балладалар.

«Йыр тураһында баллада». Әҫәрҙең М. Харисҡа бағышланыуы. Яуҙа һәләк булған батырҙарҙың үлемһеҙлеген йырлау. Шағир-һалдат образы. Поэмала реаллек һәм шартлылыҡ. Поэманың жанр үҙенсәлеге, поэтик сифаты.

«Урал» поэмаһы. Уның патриотик рухы. Ҡурайсы образы. Поэма­ның тгоэтик үҙенсәлектәре.

«Шағир һәм шаһ». Ижад азатлығы мәсьәләһе. Талант һәм власть проблемаһы. Донъяла тыныслыҡ,именлек өсөн көрәш идеяһының сағы­лышы. Поэманың художество көсө.

Н. Нәжми ижадының хәҙерге башҡорт поэзияһын үҫтереүҙә уйнаған роле. Уның иң яҡшы шиғырҙарының һәм поэмаларының совет әҙәбиәте үҫеше менән тығыҙ бәйләнеше.

Н. Нәжмиҙең драма әҫәрҙәре: «Йәшлек йыры», «Ҡыңғыраулы дуға», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән».

Әҙәби тәнҡит. Ғ. Хөсәйенов. Шағирҙар.

К. Әхмәтйәнов. Н. Нәжми — шиғыр оҫтаһы (1982).

Ҡабатлау (2 сәғәт).

Ятлау өсөн әҫәрҙәр:

Д. Юлтый. «Атлан батыр!», «Ҡарағол» драмаһынан өҙөк (уҡытыусы һайлай).

М. Буранғол. «Башҡорт туйы» драмаһынан өҙөк.

Ғ. Сәләм. «Бала» поэмаһынан өҙөк (уҡытыусы һайлай).

һ. Дәүләтшина. «Ырғыҙ» романынан бер өҙөк.

Р. Ниғмәти. «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһынан өҙөк.

Синыфтан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр.

С. Агиш. «Фәтхи һалдат». Хикәйә.

Я. Хамматов. «Башҡорттар китте һуғышҡа». Роман.

Т.Килмөхәмәтов. «Ҡорбан килтереү». Портреттар.

«Һуғыш үтте, һағыш ҡалды. Война прошла, осталась боль». Бөйөк Ватан һуғышы

 

 

3. Материаль-техник тәьмин ителеү

1.Китапхана фонды:

1.1. Дәреслек: Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ. Ғималова, Р.З. Шәкүров. Башҡорт әҙәбиәте. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн дәреслек.  - Өфө: Китап, 2012.

                    Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ. Ғималова, Р.З. Шәкүров.  Әҙәбиәт-хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн. - Өфө: Китап, 2012.

1.2. Методик әсбаптар:

1. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2008. – 352 бит.

2. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар

     ҡулланыу (методик ҡулланма). - Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.

3. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн

     ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009. – 176 бит.

1.3. Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт:

1. Балалар әҙәбиәте антологияһы. – Өфө, 2008

2. Ғәлина С.Т. Уҡыу өсөн текстар. – Өфө, 2007

3. М. Буранғол. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1994.

4. Л. Толстой башҡорттар араһында. Өфө, 1970.

5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы: 6 томда.   Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте.

6. Ф.Ш.Сынбулатова.Балаларҙың уҡыу эшмәкәрлеген үҫтереү. //Башҡортостан уҡытыусыһы,2008,№ҡ.-23-25 б.

7. Заки Валиди Тоган. Воспоминания. Уфа. Китап. 1994.

8. Роберт Байымов. Сыбар шоңҡар. Өфө. Китап. 1997.

9. Ғайса Хөсәйенов. Ил азаматтары, Өфө, Китап.  1998.

Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:

-       телевизор;

-       видеомагнитофон;

-       компьютер;

-       DVD;

-       мультимедиа проектор.

Электрон әсбаптар: 10 –сы  кластар өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса электрон дәреслек

Класс йыһазы: видеомагнитофон, компьютер, мультимедиа проектор.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Календарь-тематик план

Башҡорт әҙәбиәте (10 класс)

I ярты йыллыҡ

Темалар

Сœœттœр б¼ленеше

£ткœреле¼ ваºыты

Искœрмœ

План буйынса

Фактик үткәрелеү

1.       

Инеш. Совет œƒœбиœте

1

 

 

 

2.       

Башºорт совет œƒœбиœтене¾ формалашыуы

1

 

 

 

3.       

Œƒœби процесс тураšында т³ш³нсœ

1

 

 

 

4.       

Д. Юлтый. Тормош юлы šœм ижады

1

 

 

 

5.       

Д. Юлтый. Шириœте

1

 

 

 

6.       

Д. Юлтый – драматург. «ªараол» драмаšы

1

 

 

 

7.       

Д. Юлтый. «ªараол» драмаšы. Конфликты, образдары

1

 

 

 

8.       

Д. Юлтый. «ªараол» драмаšы. Йомаºлау

1

 

 

 

9.       

Д. Юлтый – прозаик. «ªан» романыны¾ проблематикаšы

1

 

 

 

10.   

Д. Юлтый. «ªан» романында šалдат образдары

1

 

 

 

11.   

Д. Юлтый. «ªан» романыны¾ сюжет, композиция, художество ¼ƒенсœлектœре

1

 

 

 

12.   

Художестволы œƒœбиœтте¾ теле

1

 

 

 

13.   

Œхм. Вœлиди Туанды¾ тормошо, ижад юлы

1

 

 

 

14.   

Œ. Вœлидиƒе¾ илми эшмœкœрлеге. €илми хезмœттœре

1

 

 

 

15.   

Œ. Вœлиди – мемуарист. «Хœтирœлœр» китабы

1

 

 

 

16.   

«Хœтирœлœр» китабыны¾ й³кмœткеšе

1

 

 

 

17.   

«Хœтирœлœр» китабыны¾ жанр ¼ƒенсœлеге

1

 

 

 

18.   

«Хœтирœлœр» китабыны¾ тарихта, мœƒœниœттœ тотºан урыны

1

 

 

 

19.   

«Хœтирœлœр» œ¿œре буйынса иншаа œƒерлек

1

 

 

 

20.   

«Хœтирœлœр» œ¿œре буйынса инша яƒыу

1

 

 

 

21.   

Хаталар ³¿т³ндœ эш. М. Буранолов. Тормошо, эшмœкœрлеге

1

 

 

 

22.   

М. Буранол - сœсœн, фольклор белгесе, драматург

1

 

 

 

23.   

М. Буранол «Ашºаƒар» драмаšы

1

 

 

 

24.   

М. Буранол «Башºорт туйы» драмаšы. Туй йолаšы

1

 

 

 

25.   

«Башºорт туйы» драмаšында образдар системаšы, конфликты, сюжеты

1

 

 

 

26.   

Пьесаны¾ жанр šœм драматик ¼ƒенсœлектœре

1

 

 

 

27.   

М. Буранбай ижады буйынса яƒма эшкœ œƒерлœне¼

1

 

 

 

28.   

Инша. «Халыºты¾ аƒатлыº ³с³н к³рœш темаšы»

1

 

 

 

29.   

Хаталар ³¿т³ндœ эш. €. Хœйри. Биографияšы šœм эшмœкœрлеге

1

 

 

 

30.   

€. Хœйри прозаšы. Повестары. «ªатын» повесы

1

 

 

 

31.   

€. Хœйри. «Боролош» романы. Проблем-šы. Образдар системаšы

1

 

 

 

32.   

«Боролош» романыны¾ жанр тœбиœте, художество ¼ƒенсœлектœре

1

 

 

 

33.   

«Боролош» романы буйынса йомаºлау дœресе

1

 

 

 

34.   

€. Хœйри ижады буйынса инша яƒыу

1

 

 

 

35.   

Хаталар ³¿т³ндœ эш

1

 

 

 

36.   

30-сы йылдар œƒœбиœте

1

 

 

 

37.   

30-сы йылдар œƒœбиœте (йомаºлау)

1

 

 

 

38.   

Š. Дœ¼лœтшина. Тормош юлы, ижады.

1

 

 

 

39.   

Š. Дœ¼лœтшинаны¾ башл. ижады. Повестары, шиырƒары

1

 

 

 

40.   

Š. Дœ¼лœтшинаны¾ «Ырыƒ» романы. Яƒыу тарихы, й³кмœткеšе

1

 

 

 

41.   

«Ырыƒ» ром. образдара ºылыºšыр-ма

1

 

 

 

42.   

«Ырыƒ» романында башºорт халºыны¾ тормош-к³нк¼решене¾ саылышы

1

 

 

 

43.   

«Ырыƒ» романы. Композиция, тел šœм стиль ¼ƒенсœлектœре

1

 

 

 

44.   

«Ырыƒ» романы буйынса йомаºлау дœресе, иншаа œƒерлек

1

 

 

 

45.   

Инша. «Š. Дœ¼лœтшина - ºаšарманлыº ³лг³š³

1

 

 

 

46.   

Хаталар ³¿т³ндœ эш. Тест šорауƒарына яуаптар

1

 

 

 

47.   

Синыфтан тыш уºыу.

1

 

 

 

48.   

£телгœнде йомаºлау

1

 

 

 

 

2 ярты йыллыҡ

р/4

Темалар

С82. б9л-ше

(тк8реле9 ва5ыты

И1к8рм8

План буйынса

Фактик 9т8леше

1.

*08би портреттар.С.Мифтахов

1

 

 

 

2.

!.С8л8м. Тормош юлы 48м ижады

1

 

 

 

3.

!. С8л8м. «Бала» поэма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е

1

 

 

 

4.

!. С8л8м. «Бала» поэма4ыны6 т7п образдары

1

 

 

 

5.

!. С8л8м. «Бала» поэма4ыны6 актуаллеге

1

 

 

 

 

6.

!. С8л8м ижадыны6 848ми8те

 

 

 

 

7.

Б7й7к Ватан 4у2ышы йылдарында баш5орт 808би8те

1

 

 

 

8.

Р. Ни2м8ти. Тормош юлы 48м ижады

1

 

 

 

9.

Р. Ни2м8ти0е6 т89ге осор ижады

1

 

 

 

10.

Р. Ни2м8ти0е6 Б7й7к Ватан 4у2ышы йылдарында2ы ижады

1

 

 

 

11.

Р. Ни2м8ти. «(лтер, улым, фашисты поэма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е 48м художество 90енс8леге

1

 

 

 

12.

Р. Ни2м8ти. «;ине6 к8л8ше6де6 хаттары» поэма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е 48м художество 90енс8леге

1

 

 

 

13.

Р. Ни2м8ти. «;а5мар 5ы0ы» поэма4ыны6  й7км8тке4е, т7п образдары 48м художество 90енс8леге

1

 

 

 

14.

Р. Ни2м8ти ижадыны6  башкорт 808би8тенд8 тот5ан урыны   (инша2а 80ерл8не9)

1

 

 

 

15.

Р. Ни2м8ти ижады буйынса инша я0ыу  («Р. Ни2м8ти 818р08ренд8 Б7й7к Ватан 4у2ышы тема4ыны6  са2ылышы»)

1

 

 

 

16.

Хаталар 71т7нд8 эш. Б.Бикбай0ы6 тормош 48м ижад юлы

1

 

 

 

17.

Б.Бикбай0ы6 башлан2ыс 48м 30 йылдар0а2ы ижады.

1

 

 

 

18.

«%арлу2ас» драма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е

1

 

 

 

19.

Б.Бикбай. «%арлу2ас» драма4ында образдар сисетма4ы

1

 

 

 

20.

Б.Бикбай. . «%арлу2ас» драма4ыны6 тел 90енс8лект8ре

1

 

 

 

21.

Б. Бикбай0ы6 4у2ыштан 4у62ы ижады.

1

 

 

 

22.

Б. Бикбай. «Салауат» драма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е.

1

 

 

 

23.

Б.Бикбай.  «Салауат» драма4ында образдар0ы6 бирелеше. Салауат образы

1

 

 

 

24.

Б.Бикбай.  «А5с8ск8» повесында  ш8хес культыны6 са2ылышы. Образдар система4ы

1

 

 

 

25.

Б.Бикбай.  «А5с8ск8» повесыны6 ижтима2и 848ми8те

1

 

 

 

26.

Б.Бикбай ижадыны6 848ми8те

1

 

 

 

27.

Б.Бикбай ижады буйынса инша я0ыу

1

 

 

 

28.

Хаталар 71т7нд8 эш.

*18р0е6 тема4ы. Тарихи-революцион тема

1

 

 

 

29.

З.Биишева. Тормош юлы 48м ижады

1

 

 

 

30.

З. Биишеваны6  т89ге осор 48м 4у2ыштан 4у62ы ижады. Ши2ри 818р08рене6 идея-тематик й7км8тке4е

1

 

 

 

31.

З. Биишеваны6 проза 818р08ре  С8йер кеше», «Уй0ар, уй0ар», «%ай0а 4ин, Г7лниса» повестары )

1

 

 

 

32.

З. Биишева.  «Я5ты2а» трилогия4ы.  «К8м4етелг8нд8р»  романында Октябрг8 тиклемге тарихи осор0ы6 са2ылышы

1

 

 

 

33.

З Биишева. «К8м4етелг8нд8р»  романыны6 идея-тематик й7км8тке4е

1

 

 

 

34.

З Биишева. «К8м4етелг8нд8р»  романында  образдар система4ы

1

 

 

 

35.

З. Биишева. «К8м4етелг8нд8р»  романында баш5орт хал5ыны6 к7нк9реше, 27р7ф-2808тт8ре, йолалары, донъя2а 5арашы ха5ында фольклор мотивтары

1

 

 

 

36.

З. Биишева. «Я5ты2а» трилогия4ыны6 баш5орт 808би8те тарихында тот5ан урыны

1

 

 

 

37.

З. Биишеваны6 драма 808р08ре. «Тылсымлы 5урай»  818рене6 проблематика4ы

1

 

 

 

38.

З. Биишева. «Тылсымлы 5урай»  драма4ында образдар система4ы. Халы5 в8килд8ре образдары. %урай образы

1

 

 

 

39.

З. Биишева. «Тылсымлы 5урай»  драма4ыны6 идея-тематик й7км8тке4е 48м 848ми8те

1

 

 

 

40.

Синыфтан тыш у5ыу. З. Биишева. «М7х8бб8т 48м н8фр8т» хик8й8те

1

 

 

 

41.

З. Биишева ижадыны6 баш5орт 808би8тенд8 тот5ан урыны

1

 

 

 

42.

З. Биишева ижады буйынса инша я0ыу

1

 

 

 

43.

Хаталар 71т7нд8 эш. ;у2ыштан 4у62ы осор 808би8тенд8 к7н908к м8сь8л8л8р0е6 са2ылышы

1

 

 

 

44.

;у2ыштан 4у62ы осор 808би8тене6 91еш этаптары  (проза, поэзия, драматургия)

1

 

 

 

45.

Н. Н8жми. Ша2ир0ы6 тормош юлы 48м ижады. Лирика4ыны6 90енс8лект8ре

1

 

 

 

46.

Н. Н8жми0е6 баллада 48м поэмалары. «Йыр тура4ында баллада» 818рене6 тематика4ы

1

 

 

 

47.

Н. Н8жми. «Урал» поэма4ыны6 идея4ы 48м поэтик 90енс8леге

1

 

 

 

48.

Н. Н8жми. «Ша2ир 48м ша4» поэма4ында ижад азатлы2ы тема4ыны6 са2ылышы

1

 

 

 

49.

Н. Н8жми0е6 баш5орт поэзия4ында тот5ан урыны

1

 

 

 

50.

Ижад  сер08ре. !.Х7с8йенов. Парсалар

1

 

 

 

51.

(телг8нде 5абатлау 48м йом2а5лау

1

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по башкирскому языку - 10 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Шеф-повар

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 111 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.01.2017 1346
    • DOCX 295 кбайт
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Денисламова Гульфия Альфатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4330
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Цифровая трансформация в бизнесе: аспекты управления и развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективная самопрезентация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 31 региона
  • Этот курс уже прошли 33 человека

Мини-курс

Преодоление фобий: шаг за шагом к свободе от социальных источников страха

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек