Инфоурок Другое Рабочие программыРабочая программа по родному башкирскому языку (1 класс)

Рабочая программа по родному башкирскому языку (1 класс)

Скачать материал

Аңлатма яҙыу

     Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы, Милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Программа бөтәһе 33 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Төҙөүсеһе: Мөсәлимөвә Гөлнар Сабит  ҡыҙы.

Дәреслек: Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2019.

Программа кимәле : базис.

Башҡорт теленән программа «Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре 3.М.Ғәбитова, М.Ф.Абдуллина һ.б. - Өфө, "Китап" 2011.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урынында, хеҙмәт процессында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2.   Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3.   Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләре биреү.

4.   Үҙ фекереңде билдәле кимәлдәбәйләнешле и геп һөйләй һәм үҙ-ара яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.   Балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһойәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Башҡорт теле - башҡорт халҡының аралашыу, һөйләшеү теле. Ул үҙ-ара фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Башҡорт теле дәреслеге башланғыс кластарҙа тематик принцип буйынса төҙөлә. Унда күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, мәҙәниәте, сәнғәте, халыҡтың үҙенсәлекле йолалары, башҡорт еренең байлыгы. үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында әҙәби әҫәрҙәр, төрлө характерҙағы текстар, телмәр үҫтереү материалдары бирелә. Темалар һайын грамматик белешмәләр тәҡдим ителә. Шулар менән бер рәттән миҙгелгә йәки темаға бәйле йомаҡтар, мәҡәлдәр, әкиәттәр, йырҙар ҙа бирелә.

Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.

Базис уҡыу планына ярашлы. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә туған (башҡорт)тел һәм әҙәбиәт предметын өйрәнеүгә 1 класта бөтәһе 33 сәгәткә (аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән) бүленә.

Башланғыс мәктәптең беренсе класында тәү башлап башҡорт телмәрен тыңларға, ишетергә,һөйләргә һәм уҡырға, яҙырға өйрәтеү; башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау, әхлаҡи тәрбиә биреү уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.Башҡорт грамотаһына өйрәтеү һәм башҡорт телен өйрәнеү түбәндәге маҡсаттарҙы ҡуя:

·         Тыңлау ( ишетеү), һөйләү, уҡыу һәм яҙыу күнекмәләренә эйә булыу;

·         лексика, фонетика, грамматика, синтаксис өлкәһендә башланғыс тел төшөнсәләрен, күренештәрен, ҡанундарын үҙләштереү;

·         башҡорт телендә-республиканың дәүләт телендә-аралашырға, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү;

·         башҡорт теле аша халыҡтың мәҙәниәтен (ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын) өйрәнеү һәм үҙләштереү;

Яңы быуын стандарттарының талаптарына ярашлы, бала, башҡорт теле буйынса белем алыу менән бер рәттән, уңышлы уҡыусы һәм социаль йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе туплаған эшмәкәр кеше сифаттарына эйә булған шәхес итеп тәрбиәләнергә тейеш.

УҠЫУ  ПРЕДМЕТЫН  ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ   ШӘХСӘН, МЕТАПРЕДМЕТ,  ПРЕДМЕТ  ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Шәхси сифаттарҙы үҫтереүҙә

v  уҡыу процесында белем алыуға яуаплы ҡарарға;

v  тиҫтерҙәре» уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;

v  мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарарға;

v  Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында ҡайғыртыуса булырға;

v  һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.

Предмет буйынса белем алыуҙа

v  һүҙҙәрҙе мәғөнәүи яҡтан төркөмләргә (предметтың атамаһын, билдәһен, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр);

v  һөйләм төрҙәрен билдәләргә (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡырға;

v  һөйләмде дөрөҫ яҙырға (баш хәреф, аҙағында — тыныш билдәләре);

v  үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙе айыра, таный белергә; һөйләм­де күсереп яҙғанда ярҙамсы һүҙҙәрҙе (да-дэ, та-тэ, ла-лә;

v  ғына-генә, 'кына-кенә) билдәләргә һәм дөрөҫ яҙылышын аңлата белергә;

v  предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә айыра белергә;

v  кешенең исемен, фамилия­һын, ер-һыу атамаларын, хайуан ҡушаматтарын баш хәрефтән яҙырға;

v  өндәрҙе һуҙынҡы, тартынҡыларға айырырға, нәҙек-ҡа- лын һуҙынҡыларҙы, парлы яңғырау-һаңғырау, парһыҙ яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларҙы дөрөҫ билдәләргә, график рәүештә тамғаларға;

v  һүҙҙең (3—4, 5—6 өндән торған) өн моделен төҙөргә;

v  6—7, 7—8 һөйләмдән торған (30—35 һүҙ) тексты күсереп яҙырға; 25—30 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;

v  һүҙҙе ижеккә бүлергә, уны юлдан юлға күсерә белергә;

v  о — ө, у — у, э (һүҙ башы) хәрефтәре; йә, Сш, йу, йе (һүҙ уртаһы) йо, йы ҡушымсалары булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға; һүҙ башын­да я, е, ё, ю хәрефтәре менән булған 2—3, 3—4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға;

v  тартынҡы өндөң аҙағында килгән нәҙеклек билдәһен (ь) рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә (3—4, 4—5 хәреф­ле) дөрөҫ яҙыу.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүҙә

v  уҡытыусыға, класташына, өлкәндәргә үтенес менән өндә­шергә;

v  уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағышты­рырға, анализларға һәм һығымта яһарға;

v  аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға, яуап бирергә;

v  һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә, үҙеңдекен — яҡларға;

v  диалог, монолог ҡора белергә;

v  мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә;

v  алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға;

v  мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;

v  парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;

v   эште планлаштырырға, уны тормошҡа ашырырға;

v  3—4, 4—5 һөйләмдән торған иғлан, ҡотлау, белдермә (запис­ка) яҙабелергә.

 

II.Уҡытыу программаһының йөкмәткеһе

1 класс

Әлифбаға тиклемге осор

1. Предмет. Тирә-йүндәге предметтарҙы өйрәнеү. Улар тураһында түбәндәге алгоритм буйынса һөйләү:

Ø  предметтың исеме (аталышы);

Ø   предметтың формаһы (йомро, түңәрәк, оҙонса, шаҡмаҡ, квадрат, тура дүртмөйөш, өсмөйөш, ялпаҡ һ. б.);

Ø   предметтың тышҡы торошо (шыма, ҡытыршы, йомшаҡ, ҡаты һ. б.);

Ø   предметтың төçө;

Ø   предмет нимәнән эшләнгәнен билдәләү;

Ø   предметтың тормошта ҡулланылышы.

Предметты өйрәнеү, күҙәтеү. Уны башҡа объект менән сағыштырыу, уға оҡшаш объекттар табыу. Уларға хас оҡшаш һыҙаттарҙы билдәләү. Объекттың төп, үҙәк үҙенсәлектәрен табыу, билдәләү. Уларҙы ваҡ, төп булмаған үҙенсәлектәрҙән айыра белеү. Предмет һәм уға ҡағылышлы күренеш буйынса үҙ фекеренде белдереү.

Предметты өйрәнеү ысулдарын табыу, билдәләү һәм һығымта яһау (предметты өйрәнеү ысулы — уны ҡулдар менән тотоп ҡарау, күҙҙәр менән күреү). Фекерләү, аң-зиһен формалаштырыу ысулдарын (күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау, баһалау, йомғаҡлау) үҙләштереү.

2. Һүҙ тураһында төшөнсә.

а) Һүҙ. һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Һүҙҙең әйтелешен тыңларға һәм ишетергә өйрәнеү, уны күҙәтеү. Һығымта: һүҙҙе әйтәбеҙ һәм ишетәбеҙ.

б) Предметтың исемен белдергән һүҙҙәр. Предмет - һүҙҙәр. Уларҙы символик тамғалау. Предмет - һүҙҙәр йыйыу, һүҙ төркөмө.

Сюжетлы һүрәт. «Мажаралы футбол». «Спорт» темаһына ҡағы­лышлы предмет - һүҙҙәр туплау. Ул һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса һөйләшеү ҡороу, уларҙы баланың лексиконына индереү. һүрәттәге сюжетҡа оҡшаш ситуацияларҙа юмор, шаяртыу элементтарын ҡулланыу; сетерекле, көтөлмәгән хәл - ваҡиғаларҙан сығыу юлдарын таба белергә өйрәтеү. Һаулыҡ һаҡлау, спортка ылыҡтырыу мәсьәләләренә әһәмиәт биреү.

в) Предметтың хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Хәрәкәт - һүҙҙәр. Улар­ҙы символик тамғалау. Һүҙбәйләнеш (предмет - һүҙ + хәрәкәт - һүҙ: уҡыусы яҙа, бала уйнай, ямғыр һибәләй һ. б.

Сюжетлы һүрәт менән эш. «Хәрәкәттә бәрәкәт». Балаға һәр кем үҙенсә матур булыуын күрһәтеү. Үҙ - үҙеңде яратырға, тышҡы ҡиәфәтең, һаулығың тураһында ҡайғыртып йәшәргә кәрәклеген аңғартыу. Хәрәкәт организм өсөн файҙалы икәнен төшөндөрөү.

г) Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Билдә - һүҙҙәр. Улар­ҙы символик тамғалау. һүҙбәйләнеш (билдә - һүҙ + предмет - һүҙ: матур һүрәт, һипкелле ҡыҙ, уңған әсәй, япраҡлы ағасбилдә - һүҙ + хәрәкәт - һүҙ: яй йүгерә, ҡапыл ырғыны, матур яҙа, шәп уҡый, күп һөйләй, насар күрә һ. б.

Сюжетлы һүрәт менән эш. «Көҙгө урманда». Көҙгө урманды һүрәтләп һөйләгәндә билдә - һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләү. һөйләм һыҙмаһына ярашлы көҙ тураһында телдән инша төҙөү (2—3, 3—4 һөйләм).

Тикшереү эше. Балаларҙың һүҙ төркөмдәрен нисек үҙләштереүҙәрен күҙаллау. Предмет - һүҙҙәр, хәрәкәт - һүҙҙәр, билдә - һүҙҙәр әйтеп, һүҙ схемаларын төшөртөү (ҡалаҡ, сынаяҡ, айыу, ҡуян, сейә, алма, саған, уçаҡ; тора, бешерә, иләй, түгә, бара, илай, һанай; тоҙло, еүеш, һыуыҡ, һөйкөмлө, егәрле һ. б.; малай бейей, апай һөйләй, ел иçә, ҡыҙыл сәскә, йомшаҡ ҡул, сәнскеле үлән, һимеҙ һарыҡ, ҡурҡаҡ ҡуян, ҡысҡырып һөйләй, аҙ яҙған, матур кейенгән һ. б.

3. Һөйләм.

һөйләм тураһында төшөнсә. һөйләмдең һыҙмаһы. һөйләмдең башы. һөйләмдең аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау,өндәү).

Бәләкәс һәм ҙур һөйләмдәр. (Көҙ килде. Матур көҙ килде. һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу. һөйләмгә һүҙ өçтәү тамғаһы.

Сюжетлы һүрәт. «Ҡоштар менән хушлашыу». Көҙгө күренештәргә иғтибарлы булырға, ҡоштар тормошо, көҙөн тыуған яҡтары менән хушлашыу күренештәрен күҙәтергә күнегеү һәм күргән-белгәндәргә таянып һөйләү, тәбиғәт матурлығы аша баланың эске психик торошон ыңғай яҡҡа көйләргә, унан көс - энергия алырға өйрәтеү.

4. Ярҙамсы һүҙҙәр.

а) Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Улар менән һөйләмдәр төҙөү.

б) Да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләм һыҙмаһында тамғалау.

в) Ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләм һыҙмаһында тамғалау.

Сюжетлы һүрәт. «Бесәй менән булған мажара». Бесәй менән булған мажараларҙы эҙмә-эҙлекле итеп тасуирлап һөйләргә; мәрәкәле, ҡыҙыҡ күренешкә юмор, шаярыу менән ҡарарға күнегеү, кешенең һиңә ҡарата әйтелгән шаяртыу һүҙҙәрен аңлай белеү.

Тикшереү эше. һөйләмде тыңлау, ишетеү һәләтен һәм һыҙма ярҙамында күрһәтеү күнекмәләренең кимәлен күҙаллау. һөйләм әйтеү һәм уның һыҙмаһын һыҙҙырыу. (Әсмә сәсен урә. Әсмәнең күлдәге матур ғына. Ул сәсен тарай ҙа тарай.

5. Һүҙ һәм өн.

а) Өн тураһында төшөнсә. һүҙҙе тыңлау. һыҙма ярҙамында һүҙҙә һәр өндөң урынын билдәләү - һүҙҙең өн моделен төҙөү. Өн модель буйынса һүҙҙе укыу. Һүҙҙең өн моделенә ярашлы һүҙҙәр уйлау, уны моделгә урынлаштырып ҡысҡырып укыу.

Сюжетлы һүрәт. «Йәшенмәк уйнағанда». Телмәр үçтереү. Уйнағанда һанашмаҡтар ҡулланыу.

б) Өндәрҙе тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәргә айырыу. Өндәрҙе күҙәтеү, тикшеренеү эше үткәреү һәм уларҙы айырыу ысулдарын, юлдарын билдәләү. Балалар тарафынан асыласаҡ ысулдар: өндө ҡысҡырып әйтеп тыңлау һәм өн әйтелгән мәлдә ҡаршылыҡ осрау-осрамауын тойомлау. Өндө әйткәндә ауыҙ ҡыуышлығынан өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ ҡуйылыу осраҡтарын күҙәтеү: ирендәр ҡымтыла, тел аңҡауға йәбешә, аçҡы һәм өçкө рәт тештәр тоташа. Шулай итеп үпкәнән өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ тыуа. Тимәк, әйтелгән өн тартынҡы, уны һуҙып әйтеп булмай. Өндө әйткәндә үпкәнән өрөлгән һауа ҡаршылыҡҡа осрамай иркен сыҡһа, өн — һуҙынҡы. Тартынҡы, һуҙынҡы өндәрҙе айырып тамғалау (тартынҡы — шаҡмаҡ, һуҙынҡы — түңәрәк).

Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. һүҙҙе ижеккә бүлгәндә эш итеү ысулдарын асыу (ритмлап ҡул сабыу, ҡәләм менән партаға һуғыу, аяҡ тибеү, эйәккә ҡул һыртын ҡуйып тойомлау һ. б.), һүҙҙең өн моделендә уны символик рәүештә ижеккә бүлеү. һүрәт менән эш. Телмәр үçтереү. «Ҡымыҙ — файҙалы эсемлек». Ата-бабаларҙың кәсеп-һөнәрҙәре менән танышыу, өйрәнеү.

Баçым. Баçым һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшә. Башҡорт телмәре музыкаль һәм яғымлы. Телмәр үçтереү. «Өйөрҙә бер күк ҡолон, ҡойроғо — бөҙрә толом». Һүрәтләү саралары (сағыштырыу): мороно ебәк бәрхәт, күҙҙәре янар йондоҙ, ҡойроғо бөҙрә толом, тояҡтары нескә талдай, ҡолаҡтары ҡайсы төçлө һ. б.

в) Нәҙек һәм ҡалын өндәр.

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу, һығымта яһау. Саф башҡорт һүҙенең беренсе ижеге нәҙек әйтелешле булһа, ҡалған ижектәре лә нәҙек әйтелешле. Саф башҡорт һүҙенең тәүге ижеге ҡалын булһа, ҡалған ижектәре лә ҡалын. Ҡалын, нәҙек өндәрҙе айырып тамғалау (ҡалын өндәр — зәңгәр, нәҙек өндәр - һары төçтә). һүҙҙәрҙе өн моделе буйынса уҡыу.

г) Һаңғырау һәм яңғырау тартынҡылар.Пар тартынҡылы һүҙҙәрҙе күҙәтеү, сағыштырыу. Шау (һаңғы­рау) йәки тауыш (яңғырау) ярҙамында яһалған өндәр. һаңғырау һәм яңғырау тартынҡыларҙы тамғалау.

Әлифба осоро

Хәреф — өндөң тамғаһы. Алфавит.

Бик борон яҙма телмәр булмағанда кешеләр нисек аралашҡан? Алфавиттың хәрефтәрен өйрәнеү кәрәкме? Ни өсөн?

[ә] өнөн тамғалау. Әә хәрефе. Әә хәрефен яҙыу. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып укыу («тишекле» укыу): шәм, тәм, ләм, мәл, һәм, кәм, сәй, әсәй, әтәс, Әнәс, Әсмә, әрем, кәмә, кәзә, бәлә.

Телмәр үçтереү. «Күл буйында».

[а] өнөн тамғалау. Аа хәрефе. Аа хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу(«тишекле» уҡыу): ал, ат, аш, ас, аҡ, ай, ала, ата, аша, аса, аға, баш, таш, ҡаш, ҡар, май, бай, шар, зар, тар, атай, ағай, апай, ашай, арый, арыш, алҡа, арпа, алма, арҡа, бара, бала, тала, ҡала.

[ө] өнөн тамғалау. Өө хәрефе. Өө хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙен моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): өс, өт, өй, өн, өр, һөй, йөй, сөй, көй, көн, төн, өкө, бөрө, көлтә, төйөн, бөйөк, төлкө, бөркөт, һөлөк.

[о] өнөн тамғалау. Оо хәрефе. Оо хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): он, ос, оло, ошо, оро, ҡош, тоҙ, боз, ҡор, тор, ойоҡ, осоҡ, отош, ҡоро, һоро, орсоҡ, борон, болон, ҡором, ҡорот, толом, морон, солон, ҡозоҡ. Һуҙынҡылар таблицаһын төҙөү.

[ү] өнөн тамғалау. Үү хәрефе. Үү хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): үр, үт, үç, үрә, үтә, үçә, бүл, күл, сүл, күс, үлән, һүз, үгеҙ, үтек, бүре, бүләк, күнәк, йүләр, йүтәл, гүзәл. Телмәр үçтереү. «Себештәрем, бәпестәрем». [у] өнөн тамғалау. Уу хәрефе. Уу хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): уй, уҡ, ун, ур, ул, ут, ус, ура, ута, ҙур, ҡура, тура, бура, Урал, уçал, уçаҡ, ураҡ, усаҡ, утын, упҡын, урғыс, урман, уңған, уртаҡ.

[л] өнөн тамғалау. Лл хәрефе. Лл хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: ал, ул, ала, оло, ләлә; Ләлә ал — ала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишек­ле» уҡыу): ал, ул, ил, ала, илэ, оло, пул, тул, бил, кул, Ләлә, алты, алҡа,иләк, улән, олон, өлөш, илек.

[м] өнөн тамғалау. Мм хәрефе. Мм хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: мал, мул, мәл, ләм; Ул алма ала. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): мал, мәл, мул, ләм, өмә, алма, Милә, миләш, Морат.

Тартынҡылар таблицаһын төҙөй башлау. [т] өнөн тамғалау. Тт хәрефе. Тт хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: таш, тул, тиш, ата, ута, утә, отам, тота; Милә, тутәл ута). һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ат, ут, ит, от, өт, ут, тал, тәм, тут, тот, тир, таш, туш, төш, ата, ута, өтә, утә, тора, тара, таба, тала, тирә, тугә, тубә, тибә, тота, төшә, тишә, тана, торба, торна, төлкө, тирмә, тишек, төтөн, тирәк, тутәл. Телмәр үçтереү. «Төлкө менән торна» әкиәте.

[ш] өнөн тамғалау. Шш хәрефе. Шш хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: шәл, шул, ошо, таш, төш, тишә, тушә; Урал, аш аша. Һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): шат, шар, шәл, шәп, шом, таш, ҡаш, баш, биш, туш, буш, ҡуш, йәш, ошо, аша, шама, шыма, тишә, шешә, бешә, тушә, таша, төшә.

[б] өнөн тамғалау. Бб хәрефе. Бб хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: бал, убә, бил, бөтә, бәлә, бала; Булат бал ала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): баш, бал, бил, боç, баз, бит, биш, бала, бәлә, булә, була, бура, бөрө, баҡа, башҡа, батша, балта, болот, болон, болан, буран, бишек, бесәй, Булат, Банат, Бикә, Борай, Баймаҡ.

 [р] өнөн тамғалау. Рр хәрефе. Рр хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләм яҙыу: ур, ир, өр, ара, ура, рәт, урт, тура, төрә; Турат арба тарта. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ур, ур, өр, урә, ура, бэр, бар, бөр, бор, бур, бара, бора, бөрә, бура, урам, урәм, ураҡ, арыш, арык, арпа, арҡа, тара, төрә, тура, турә, Урал.

 [и] өнөн тамғалау. Ии хәрефе. Ии хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ил, иш, биш, тишә, бирә, тирмә, шишмә; Рәшит ат ашата. Эмир тутәл у тар. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ирек, ишәк, имән, иләк, ирен, иген, итек, исем, тирәк, кишер, тишек, шишмә, Илһам, Илнур, Илузә.

 [н] өнөн тамғалау. Нн хәрефе. Нн хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ун, ин, өн, он, инә, ана, нур, төн, тин, мин; Нөгөш матур. Имән матур була. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): нисә, ниңә, нимә, банан, менән, Нәркәс, Нәғим, Нәбир, Нәсих.

[ң] өнөн тамғалау. ң хәрефе. ң хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: аң, уң, иң, өң, таң, тиң, туң, шаң, моң, моңло; Был буре өңө. Булмәләмоң тарала. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): моңаана, аңлы, миңае, тиңдәш, мөңрәй.

[с] өнөн тамғалау. Сс хәрефе. Сс хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: асам, сисә, сурә, сөсө, Сура, Сәлим, Солтан; Сабир ситән урә. Әсмә сәләм бирә. Сура улән сәсә. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу):сәскә, сәсәк, сукеш, саған, сабаҡ, сыбар, суҡыш, асыш, Сэғит, Сәрмән, Сәфәр.

 [э] өнөн тамғалау. Ээ(е) хәрефе. Ээ(е) хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: эсә, эре, энә, элә, эшсе, эңер, тел, бел, бер, сер, белем; Эт өрә. Себеш үлән тарта. Эңер иртә төшә. һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): эçе, эйә, эйәр, эйәк, эсәк, кеше, серек, бесәй, кесе.

[ы] өнөн тамғалау. Ыы хәрефе. Ыы хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу: ысын, арыш, алыш, урын, мышы, тырыш; Сыртлан тырыш бала, һүҙҙең моделен төҙөү һәм өйрәнелгән хәрефте һүҙ моделенә ҡуйып уҡыу («тишекле» уҡыу): ҡыш, йыр, ышыҡ, ысыҡ, ҡыҙыл, ҡыҙыҡ, быйыл, муйыл, быйма.

 [з] өнөн тамғалау. Зз хәрефе. Зз хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [з] - [с].

 [й] өнөн тамғалау. Йй хәрефе. Йй хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Йә, йө, йу ҡушымсалары менән нәҙек һүҙҙәр төҙөү: йәй, йәйә, бейә, сейә, йәмле, йәшел, йөрөй, мөйөш, йутәл, йунсел. Йо, йы ҡушым­салары менән ҡалын һүҙҙәр төҙөү: йомро, йыр, йыл. Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында: тейеш, тейен, бейе, мейе, әсәйем, өләсәйем, бесәйем, инәйем.

[г] өнөн тамғалау. Гг хәрефе. Гг хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[к] өнөн тамғалау. Кк хәрефе. Кк хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [г] - [к].

[ҡ] өнөн тамғалау. Ҡҡ хәрефе. Ҡҡ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙ­ҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [ғ] өнөн тамғалау. Ғғ хәрефе. Ғғ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [г] - [ҡ].

 [ҙ] өнөн тамғалау. Ҙҙ хәрефе. Ҙҙ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ç] өнөн тамғалау. ç хәрефе. ç хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү. Парлы яңғырау-һаңғырау тартынҡылар [ҙ] - [ç].

 [һ] өнөн тамғалау. һһ хәрефе. һһ хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [х] өнөн тамғалау. Хх хәрефе. Хх хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [йа] өндәрен тамғалау. Һүҙҙә й һәм а хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [а] өндәре, йәғни [йа] өндәре ишетелгән ерҙә я хәрефе яҙылыуы. Яя хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. Яя хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [йэ] өндәрен тамғалау. һүҙҙә й һәм э хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [э] өндәре, йәғни [йэ] өндәре ишетелгән ерҙә е хәрефе яҙылыуы. Ее хәрефе - ике өндө белдергән хәреф. Ее хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [йу] өндәрен тамғалау. Һүҙҙә й һәм у хәрефтәренең бер ваҡытта ла йәнәш яҙылмауы. [й] һәм [у] өндәре, йәғни [йу] өндәре ише­телгән ерҙә ю хәрефе яҙылыуы. Юю хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. Юю хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [у], [ү] өндәрен тамғалау. һүҙҙең уртаһында, аҙағында у, ү хәрефтәренең яҙылыуы (тау, шау, тәу, белеу, тауыҡ, еуеш һ. б.), һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [п] өнөн тамғалау. Пп хәрефе. Пп хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙ­ҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [д] өнөн тамғалау. Дд хәрефе. Дд хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [ж] өнөн тамғалау. Жж хәрефе. Жж хәрефен яҙып өйрәнеү. Һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [в], [у], [ү] өндәрен тамғалау. Вв хәрефе. Вв хәрефен яҙып өйрәнеү. [үәғәҙә], [уаҡыт] тип әйтәбеҙ, «вәғәҙә», «ваҡыт» тип яҙабыҙ. Вв хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә: ваза, вагон, вокзал, Волга, вышка, диван, велосипед, һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ф] өнөн тамғалау. Фф хәрефе. Фф хәрефен яҙып өйрәнеү. һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Нәҙеклек (ь) һәм ҡалын (ъ) айырыу билдәләре. Һүҙҙә ья, ъя тамғалары. Рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә нәҙеклек билдәһе (ь): альбом, бинокль, лагерь, мебель, нефть, коньки, пальто, фасоль, фонарь, февраль, апрель, июнь, июль, сентябрь, октябрь, ноябрь, декабрь.

 [ц] өнөн тамғалау. [ц] өнө һәр саҡ ҡалын әйтелешле. Цц хәрефе. Цц хәрефе сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә: цирк, цифр, цинк, циркуль, концерт, мотоцикл, һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

 [щ'] өнөн тамғалау. [щ'] өнө һәр саҡ йомшаҡ әйтелешле. Щщ хәрефен яҙып өйрәнеү. Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә щ хәрефе: щи, борщ, плащ, щётка, һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[ч'] өнөн тамғалау. [ч'] өнө һәр саҡ нәҙек әйтелешле. Чч хәрефен яҙып өйрәнеү. Чч хәрефе һүҙҙәрҙә: чабан, врач, Чапаев, Учалы. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

[й'о] өндәрен тамғалау. [й'] һәм [о], йәғни [й'о] өндәре ишетелгән ерҙә ё хәрефе яҙылыуы. ёлка. Её хәрефе — ике өндө белдергән хәреф. ё — рус һүҙҙәрендә тартынҡыны йомшаҡ итеп әйттереүсе тамға: [шахт'ор], [л'отч'ик], [л'ифт'ор], [лар'ок]. Её хәрефен яҙып өйрәнеү. Һөйләмде дөрөç күсереп яҙырға өйрәтеү.

Алфавит. Алфавит хәрефтәренең әйтелеше: Аа [а], Бб [бы], Вв [вы], Гг [гы], Ғғ [ғы], Дд [ды], Ҙҙ [ҙы], Ее [йе], Её [й'о], Жж [жы], Зз [зы], Ии [и], Йй [йы], Кк [кы], Ҡҡ [ҡы], Лл [лы], Мм [мы], Нн [ны], ң [ңы], Оо [о], Өө [ө], Пп [пы], Рр [ры], Сс [сы], ç [çы], Тт [ты], Уу [у], Үү [ү], Фф [фы], Хх [хы], һһ [һы], Цц [це], Чч [че], Шш [шы], Щщ [ща], ъ (ҡалын айырыу билдәһе), Ыы [ы], ь (нәҙеклек билдәһе, нәҙек айырыу билдәһе), Ээ [э], Әә [ә], Юю [йу], Яя [йа].

Алфавиттың ҡулланылышы: кластағы уҡыусыларҙың фамилиялары исемлеген алфавит буйынса төҙөү, китапхана кәштәләренә китаптарҙы яҙыусыларҙың фамилияларын алфавит тәртибенә яраҡлаштырып ҡуйыу, һүҙлек һүҙҙәренең алфавит буйынса урынлаштырылыуы.

Башҡорт теле

1. Алфавит. Алфавитта хәрефтәр һаны, тәртибе. Алфавиттың тәғәйенлә-неше. Алфавитты ҡулланыу. Алфавит хәрефтәрен дөрөç яҙыу.

2. Хәреф һәм өн. Һүҙҙәге һуҙынҡы, тартынҡы өндәрҙең айырмаһын билдәләү һәм улар тураһында ҡыçҡа мәғлүмәт биреү, һөйләй белеү. Хәреф. Уның функцияһы.

а) Һуҙынҡы өндәр.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар таблицаһы.

*

Ә

Ө

Ү

э(е)

И

**

А

О

У

Ы

Бер һуҙынҡы хәреф менән генә айырылыусы һүҙҙәр төҙөү һәм әйтеп яҙыу: ай — уй, ҡар — ҡыр, бай — бәй, бил — был, тор — тор, һут — һут, ҡаш — ҡуш, мал — мәл, арыш — алыш, урам — ураҡ, көрәк — кәрәк һ. б. һүҙҙә бер генә хәрефте алмаштырыу менән мәғәнәнең үҙгәреүе.

Күсереп яҙыу.

б) Тартынҡы өндәр. Тартынҡы хәрефтәр таблицаһы.

□* □**

Б

В

Г

Ғ

ж

д

ҙ

3

й

р

л

м

н

н

-

□* □**

П

Ф

к

Ҡ

ш

т

Ç

С

X

Һ

Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡы өндәр ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. һүҙҙә бер генә тартынҡы хәрефте алмаштырыу менән мәғәнәнең үҙгәреүе: бар — пар, Нал — тал, йыл — ҡыл, мул — ҡул, шар — шат, таш — тап, суп — сүл, көр — көс, күсә — күбә, ҡыҙыҡ — ҡыйыҡ, тараҡ — ҡараҡ, йәмле — йәнле, Налам — ҡалам, тырыш — шырыш һ. б.

Күсереп яҙыу.

3. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.Башҡорт теленең төп законына ярашлы һүҙҙәр йыйыу: һүҙҙенберенсе ижеге нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек (нәҙек һүҙ), ә беренсе ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын (ҡалын һүҙ). һүҙҙе дөрөç күсереп яҙыу.

4.Баш хәреф

Кешенең исем-шәрифтәре. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары.

5. о — ө, у — ү хәрефтәре менән һүҙҙәр.

о — ө, у — ү хәрефтәре менән һүҙҙәр йыйыу, уларҙы яҙып өйрәнеү. һөйләм күсереп яҙыу.

6. Һүҙҙә [э] өнөн хәрефтәр менән тамғалау.

Э хәрефенең һүҙ башында ғына яҙылыуы,[э] өнөнөң һүҙ уртаһында е хәрефе менән тамғаланыуы.

7. Йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), но, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр йыйыу, уларҙы яҙып өйрәнеү .

Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында: тейеш, бейек, кейек, кейем, мейес, мейе, бейе, әсәйем, өләсәйем, бесәйем.

8. һүҙҙә [й] өнөн хәрефтәр менән тамғалау: [йа] - я, [йу] - ю, [йэ] — е

9. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәре.

Я, е, ё, ю — рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙы йомшартыу тамғаһы (кухня, телефон, шахтёр, тюль һ. б.).

Яя, Юю хәрефтәре ҡалын, Ее хәрефе нәҙек һүҙҙәрҙә яҙылыу,. Её хәрефе рус һүҙҙәрендә яҙыла.

10. Һүҙ төркөмдәре.Предметтың атамаһын беддергән һүҙҙәр. Предметтың хәрәкә-тен белдергән һүҙҙәр. Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; ла-лә, да-дә, та-тә; ғына-генә, ҡына-кенә.

Телмәр үçтереү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса бәләкәс хикәйәләр төҙөү. һөйләмдәр тәртибе боҙоп бирелгән текстың һөйләмдәрен тәртипкә килтереү.

5 — 6 һөйләмдән торған тексты күсереп яҙыу.

11. Һөйләм .һөйләмдең башы, аҙағы. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү).

Һөйләмгә һүҙ өçтәү, мәғәнәһен киңәйтеү. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡағиҙәһен өйрәнеү.

 

      Уҡыу пронесын уҡыу-уҡытыу методик һәм матди-техник яҡтан тәьмин итеү

1.     Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

2.     Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов 3. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 - се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. - Өфө; Мәғариф министрлығы. 2003.

3.     Аслаев Т. Х.. Атнаголова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

4.       Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа һәм ҡағиҙәләрҙә. Әбүбәкирова З.Ф. – Өфө, 2006.

5.       Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.-Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғәриф министрлығы, 2005

6.       Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө: «Эдвис» уҡытыу - методика үҙәге, 2008.

Төп әҙәбиәт

1.      Нафиҡова З.Ғ., Мортазина Ф.Ф. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө : Китап, 2019.

2.      Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма- Өфө : Китап, 2006 .

 

КАЛЕНДАРНО-ТЕМАТИК ПЛАН

БАШҠОРТ ТЕЛЕ  1 КЛАСС

ЙЫЛЫНА 33 СӘҒӘТ (АҘНАҺЫНА 1 СӘҒӘТ ИҪӘБЕНӘН)

 

тема

Сәғәт һаны

дата

иҫкәрмә

план

үткәр

1

Алфавит.

1

2.09

 

 

2

Хәреф һәм өн.

1

9.09

 

 

3

Нәҙек һәм ҡа­лын һүҙҙәр.

1

16.09

 

 

4

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Уларҙы тамғалау.

1

23.09

 

 

5

Яңғырау һәм һаңғырау тар­тынҡылар.

1

30.09

 

 

6

Ижек.Һүҙҙе ижеккә бүлеү.

1

7.10

 

 

7

Һүҙҙе ижеккә бүлеү  юлдан юлға күсереү.

1

14.10

 

 

8

Баш хәреф. Кешенең исем-фамилиялары яҙылышы.

1

21.10

 

 

9

Баш хәреф. Хайуан ҡушаматтары.

1

11.11

 

 

10

Ер-һыу атамалары.

1

18.11

 

 

11

Һөйләм.

1

25.11

 

 

12

Хәбәр һөйләм.

1

02.12

 

 

13

Һорау һөйләм.

1

9.12

 

 

14

Өндәү  һөйләм .               

1

16.12

 

 

15

О-ө хәрефле һүҙҙәр.

1

23.12

 

 

16

У-ү хәрефле һүҙҙәр.

1

30.12

 

 

17

Э хәрефенең яҙылышы

1

20.01

 

 

18

Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йү, йы, йә ҡушымсалары.

1

27.01

 

 

19

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю, я хәрефтәре.

1

3.02

 

 

20

Ы,Ә хәрефе.

1

10.02

 

 

21

Ҡ, Ғ, һ хәрефе.

1

17.02

 

 

22

Ҙ, Ҫ, Ң, В хәрефе.

1

24.02

 

 

23

 К-Ҡ, З-Ҙ хәрефе.

1

3.03

 

 

24

Х-Һ, С- Ҫ хәрефе.

1

10.03

 

 

25

Я хәрефе.

1

17.03

 

 

26

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1

24.03

 

 

27

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

7.04

 

 

28

Предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр.

1

14.04

 

 

29

Һәм, менән яр­ҙамсы һүҙҙәре.

1

21.04

 

 

30

Ярҙамсы һүҙҙәр: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә.

1

28.04

 

 

31

Ярҙамсы һүҙҙәр:ғына-генә, ҡына-кенә.

1

5.05

 

 

32

Үтелгәндәрҙе нығытыу.

1

12.05

 

 

33

Йәй. Йомғаҡлау.

1

19.05

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа по родному башкирскому языку (1 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Страховой брокер

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Рабочая программа по родному башкирскому языку для 1 класса на 2020-2021 учебный год, для школ с русским языком обучения.

Рабочая программа по родному башкирскому языку построена с учетом принципов системности, научности и доступности, а также преемственности и перспективности между различными разделами курса. В основе программы лежит принцип единства. Общая характеристика учебного предмета. В общеобразовательных учреждениях изучение родного башкирского языка начинается с 1 класса. Обучающиеся начальных классов восприимчивы к овладению языками, поэтому включение их в общение происходит с меньшими затратами времени и усилий по сравнению с обучающимися других возрастных групп.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 799 материалов в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.10.2020 406
    • DOCX 56.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мусалимова Гульнар Сабитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мусалимова Гульнар Сабитовна
    Мусалимова Гульнар Сабитовна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 151697
    • Всего материалов: 68

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 158 человек

Мини-курс

Музыкальная культура: от истории до современности

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Жизненный цикл продукта и методология управления проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективная самоорганизация и планирование

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 118 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 48 человек