Инфоурок Иностранные языки КонспектыРазработка урока по башкирскому языку на тему: "Мостай Кәрим" (8 класс)

Разработка урока по башкирскому языку на тему: "Мостай Кәрим" (8 класс)

Скачать материал

 

Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады

 «Ҡайын япрағы тураһында».Сифат

Маҡсат:

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады  тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Шағирҙың “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән танышыу. Уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә өйрәтеү. Уҡыусыларҙың тәбиғәт тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Уҡыусыларҙың грамматика буйынса белемдәрен, һүҙлек менән эшләү күнекмәләрен нығытыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек, телмәр һәләтлектәрен байытыу, тел байлығын арттырыу. 

Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен, һүҙлек эше аша башҡорт һүҙҙәренең мәғәнәләренә иғтибарын, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү.

М.Кәримдең ижадына ихтирам, тәржемә эштәре аша һүҙ тойғоһо, тел тойғоһо  тәрбиәләү.

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, мәҡәл әйтеү,карточкалар менән эш, таҡтала һәм дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыҡсыларҙың сылбырлы уҡыуы, ИКТ ҡулланыу, 4 уҡыусының алдан тема буйынса һүрәт төшөрөүе, ял минуты, дидактик уйын, бармаҡ уйыны, сюрприз момент, ижади эш.

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады  тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһындағы белемде, уҡыу техникаһын камиллаштырыу.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, парыңдың эшен тикшерә алыу, билдәне белдерә торған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде бәйәләү.

Шәхси һөҙөмтәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Предмет ара бәйләнеш: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау.

Принциптар: фәннилек, теория һәм практика берлеге, эҙмәҙлеклелек, коммуникатив.

Яңы термин-төшөнсәләр: Ер шары, ҡайын япрағы, ҡорт һырыған, өммәт затлы,  утта көйҙөрмәк, ғорур, әсә һуты менән.

Йыһазландырыу: Мостай Кәримдең портреты, ижадына бағышланған китаптар, һүҙлектәр,  уҡыусыларҙың тема буйынса төшөрөлгән һүрәттәре күргәҙмәһе, компьютер, презентация материалдары (Рәсәй һәм Башҡортостан картаһы, ҡайын һүрәте; һүҙлек һүҙҙәре, өй эше төрҙәре),интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, аудиокассета (башҡорт көйө), магнитофон, тест һорауҙары яҙылған карточкалар, таҡта, аҡбур.

Дәрестең ҡыҫҡаса аннотацияһы:

1.Психологик инеш. ( 6 минут)

1.1. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

2.Мотивация.(1 минут)

2.1 Мәҡәл уҡыу.

3.Уҡыу мәсьәләһен булдырыу. (5 минут)

3.1. Артикуляцион  аппаратты көйләү.

3.2. Дөрөҫ тын алыуға күнегеүҙәр.

3.3. Артикуляцион күнегеүҙәр.

3.4. Тиҙәйткес.

3.5. Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

4.Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен булдырыу. Актуалләштереү. (5 минут)

4.1 Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау.

4.2. Эштә ҡыйынлыҡ урынын булдырыу.

5.Ғәмәли эштәр.(7 минут)

5.1. Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

5.2. Яңы мәғлүмәт биреү.

5.3. Өй эшен тикшереү.

5.4. Уйын “Ҡар өйөмө

6.Уҡыу ситуацияһының исемлеге. (12 минут)

6.1. Текстың исеменә иғтибар итеү.

6.2. Һүҙлек эше.

6.3. Тексты тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

6.4. Ял минуты.

6.5. Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.

6.6. Биремдәрҙе үтәү.

6.7. Ҡағиҙәләрҙе уҡыу.

6.8 Күҙ гимнастикаһы.

7.Нығытыу. (3 минут)

7.1. Үҙ башҡа эш.

7.2. Төркөмдәрҙә эш.

8. Рефлекция. (3 минут)

8.1. Үҙбаһа.

8.2. Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эшен баһалауы.

9. Өй эше. (2 минут)

10. Йомғаҡлау. (1 минут)

 

Дәрестең план-конспекты

 

Эш төрҙәре

 

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Йыһаздар

Психологик инеш

1.

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

У. Һаумыһығыҙ, балалар!

Б. Һаумы, ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтәреү, рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү. Уҡыусыларҙың бер-береһе  менән ҡулдарын биреп күрешеү.

Бер-береңә йылмайыу.

Аудиояҙма.(күңелле  башҡорт халыҡ көйө яңғырай)

У.Балалар, ултырығыҙ.Башҡорт теле дәресе.

Б. Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

“4”ле, “5”ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

Ултырғыстарға ултырыу

 

 

 

 

 

Дәрес алды шиғырын уҡыу

У. Афарин! Яратҡан дәрес алды шиғырҙарын ҡабатлап үтәйекме?

Б. Ҡабатлайыҡ!

Йөрөй беҙҙең мәктәпкә

Бик күп төрлө балалар

Төрлө төрлө телдәрҙә

Һөйләшә белә улар

“Дуҫым” һүҙен дүрт телдә

 өйрәндем мин үҙем дә

Әйтә беләм дүрт телдә

“Һаумыһығыҙ”һүҙен дә.

Күмәкләп шиғырҙан юлдарын ҡабатлау

 

 

 

У. Эйе.  Беҙҙең мәктәптә  төрлө милләт балалары уҡый. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ.

 

 

Мотивация

2

Мәҡәл уҡыу

Уҡыусылар!  Таҡталағы мәҡәлде уҡыйыҡ әле.

У. Һеҙ был мәҡәлде нисек аңлайһығыҙ?

Тырышлыҡ нимәгә килтерә?

Тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ.

Уҡыу эшмәкәрлегенең ниндәй алымдарын ҡулланырбыҙ?

Б. 1-се алым – мин нәмәне белмәйем,

2-се алым – ысулды үҙем табам.

Таҡталағы мәҡәлде уҡыу

 

Таҡтала “Тырышыу бушҡа китмәҫ” мәҡәле яҙылған

Уҡыу мәсьәләһен булдырыу

3

Артикуляцион аппаратты көйләү

У. Хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында тиҙәйткес яҙылған. Уның менән ни эшләйек?

Б. Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү күнекмәһе үткәрәйек.

Орфоэпик, артикуляцион күнегеүҙәр менән телде, телмәрҙе көйләү

 

Аҡбур,таҡтала яҙылған тиҙәйткес

 

Дөрөҫ тын алыуға күнегеүҙәр

“Тәҙрәне таҙартабыҙ

Танауҙан тын алыу, кире ауыҙҙан сығарыу

 

 

Артикуляцион күңегеүҙәр

У. Иң башта нимә эшләйек?

Б. Артикуляцион “Торба”, “Йылмайыу” күнегеүҙәрен башҡарайыҡ.

Дежурҙы тыңлау.

3 тапҡыр ҡабатлау

 

 

Тиҙәйткес

У. Ә хәҙер?

Б. Тиҙәйткесте әйтәйек.

 

Дежурҙы тыңлау.

2 тапҡыр ҡабатлау

“Сей сейәне сәйнәй-сәйнәй,
Сик
әләрем сатнаны.”

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.

4

Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

У. Таҡтала нимәләр күрәһегеҙ?

Б. Башҡортостан картаһын, М.Кәрим портретын

У. Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ?

Б. Республикабыҙ тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ.

Б. М.Кәримдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнербеҙ.

Б.Шағирҙың әҫәрҙәре менән танышырбыҙ.

Б. Дәфтәрҙә яҙма эш башҡарырбыҙ.

У. Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ?

Б. Белемебеҙҙе арттырырбыҙ.

Б.М.Кәрим тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ.

Б. Башҡортостан тураһында күберәк белербеҙ.

Б. Башҡорт телендә аралашырбыҙ.

Б. Һүҙлек запасын арттырырбыҙ.

У. Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормошон һәм ижадын артабан өйрәнеүҙе дауам итербеҙ, Башҡортостан тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ. Уның “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры менән танышырбыҙ. Шулай уҡ уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләргә лә өйрәнербеҙ. Был – беҙҙең беренсе маҡсат.

Ихтибарҙы таҡтаға йүнәлтеү

 Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостандың картаһы,уның  ижадына бағышланған китаптар күргәҙмәһе, дәреслек

 

Эштә ҡыйын

лыҡ урынын табыу

У. Беҙ инде предметты һәм уның хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙәрҙе өйрәнгән инек. Хәҙер парлап эшләйбеҙ. Тиҙ генә үҙ ара һөйләшеп әҙерләнегеҙ: бер уҡыусы предметты белдереүсе һүҙ, ә иптәше шул предметтың хәрәкәтен белдереүсе һүҙҙе әйтһен.

У. Ә хәҙер һүрәттәге ҡайынға ҡарағыҙ. Уның билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе әйтеп ҡарағыҙ.

Уҡыусылар исемдәр, сифаттар, төрлө яуаптар әйтәләр

 

 

 

 

У. Балалар, ниндәй яуаптар дөрөҫ икән? Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ? Кем иҫбатлап бирер? 

У. Беҙ төрлө яуаптар ишеттек, тимәк беҙ ҡыйынлыҡтар менән осраштыҡ, төгәл итеп яуап бирә алманыҡ. Ни өсөн шулай булды?

Б. Беҙ предметтың билдәһен белдерә торған һүҙҙәрҙе өйрәнмәнек әле.

У. Дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ни эшләйбеҙ?

Б. Ҡыйынлыҡтан сығыу юлдарын эҙләйбеҙ.

У. Үҙ алдыбыҙға ниндәй маҡсат ҡуйабыҙ?

Б. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе өйрәнергә.

У. Был – икенсе маҡсат.

Шиғыр беҙгә предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр тураһында белем алырға ла ярҙам итер.

Төрлө яуаптар әйтәләр.

Ҡыйынлыҡ  урынын һәм сәбәбен билдәләү

 

 

 

У. Эште нимәнән башлайбыҙ?

Б. Өй эшенән.

У. Ярай улайһа, өйгә бирелгән эштәрҙе тикшереп үтәйек.

һүрәттәр буйынса 3-4 баланан таҡтаға сығып нимә төшөргәндәрен тасуири итеп һөйләтеү

Уҡыусыларҙының «Башҡортостан» темаһына төшөрөлгән һүрәттәре

Уйын “Ҡар өйөмө

 

 

 

Ғәмәли эштәр

5

Үтелгәнде иҫкә төшөрөү

Яңы мәғлүмәттәр биреү

Шағир М.Кәрим тураһында бер нисә һорау биреү, тормош юлын иҫкә төшөрөү, яңы мәғлүмәттәр биреү:

У. Кем ул М.Кәрим?

Б. Башҡорт халыҡ яҙыусыһы, шағир, һ.б. яуаптар.

У. Ул ҡайҙа тыуған?

Б. Төрлө яуаптар бирәләр.

У. Балалар өсөн ниндәй әҫәрҙәр яҙған?

Б. Шиғырҙар, хикәйәләр.

У. Балалар, Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул шиғырҙар, повесттар, хикәйәләр, драмалар ижад иткән. М.Кәрим  С.Юлаев исемендәге  премия лауреаты. 2014-се йылда уның 95 йыллыҡ юбилейын билдәләп үтәсәкбеҙ.

Ә бөгөн беҙ уның бер шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Ул “Ҡайын япрағы тураһында” тип атала.

Һорауҙарға яуап биреү, әңгәмәләшеү

 

 

М.Кәрим  портреты, шағирҙың китаптар күргәҙмәһе

 

 

У. Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙайыҡ.

 

Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙыу

Таҡта, аҡбур, дәфтәр

ҙәр

Уҡыу ситуацияһының исемлеге

6

Шиғырҙың исеменә иғтибар итеү

У. Балалар, шиғырҙың исеменә иғтибар итегеҙ әле. Нисек уйлайһығыҙ: һүҙ нимә тураһында барасаҡ?

Б. Башҡортостан  тураһында.

Һорауға яуап биреү

Презентация, интерак

тив таҡта, проектор,

һүҙлек эше

У. Эйе. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?

Б.Эйе.

У. Уларҙы һүҙлек дәфтәренә яҙырға кәрәкме?

Б. Кәрәк.

У. Ни өсөн?

Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.

Б. Аңларға еңел булһын өсөн.

У. Бөтә һүҙҙәрҙең дә тәржемәһе бармы?

Б.Юҡ.

У. Нимә эшләргә һуң?

Б. Һүҙлектән ҡарарға кәрәк.

У. Һүҙлектәрҙе асығыҙ. Эштебашланыҡ.

Һүҙлек һүҙҙәрен һүҙлек дәфтәренә яҙыу

Һорауҙарға яуап биреү

 

Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған, һүҙлек

 

 

 

45-се күнегеү

Тексты тасуири уҡыу

У. Афарин, балалар! Иҫкә төшөрөгөҙ әле, беҙ бөгөн Мостай Кәримдең ниндәй шиғыры менән танышасаҡбыҙ?

Б. “Ҡайын япрағы тураһында”.

У. Мин уҡый башлайыммы, әллә берәй уҡыусымы?

У.Булмаһа, үҙем уҡып таныштырайым һеҙҙе был шиғыр менән.

У. Шиғыр нимә тураһында?

Б.Рәсәй, Башҡортостан тураһында.

У. Тексты нисек уҡырға кәрәк?

Б. Һоҡланып уҡырға кәрәк.

У. Тәржемәһен белмәй тороп, һоҡланыу хистәрен күрһәтеп буламы?

Б. Юҡ.

Уҡыусыларҙың яуаптары

 

 

 

 

 

Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы

 

 

Уҡыусыларҙың тыңлауы,

дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары, һорауҙарға яуап биреү

 

Дәреслек

Тексты тәржемә итеү

У. Нимә эшләргә һуң?

Б.Тәржемә итергә кәрәк.

У. Ниндәй тәржемә итеүҙе алабыҙ?

Б. Парлап.

У. Эшкә керештек.

У. Ҡайһы парҙы тыңлайбыҙ

Һин  Әлфиәнең тәржемәһе менән ризамы?

Ни өсөн?

Үҙ парың менән нисегерәк тәржемә иттең?

Тәржемәселәргә ниндәй билдә ҡуйырға була?

Һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып, парлап тәржемә итеү.

 

 

 

Ял минуты

У. Арып та киттегеҙ кеүек. Ял итеп алайыҡмы?

Б.Ял минуты бик тә кәрәк.

У. У. Ниндәй күңелле

Хәреф белеүе!

Шул хәрефтәрҙән

Һүҙҙәр теҙеүе!

Кем «Башҡортостан» һүҙенән күберәк һүҙ төҙөй?

Һүҙҙәр төҙөү

 

Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү

 

У. Башҡортостан нимә менән сағыштырыла?

Б. Ҡайын япрағы менән.

У. Ҡайын ниндәй?

Б.Йәшел, ғорур.

У. Ҡайын япрағы ни өсөн өҙөлмәгән? Шул урынды дәреслектән табып уҡығыҙ әле.

Әңгәмә ҡороу

Дәреслектән һөйләмде табып уҡыу

 

Дәреслек

 

Ҡағиҙәне уҡыу

У.Афарин! Тимәк беҙ предметтың билдәһен белдереүсе һүҙгә Ниндәй? һорауын ҡуйҙыҡ. Ҡағиҙәне уҡыйыҡ.

Бергәләп ҡағиҙәне, миҫалдар уҡыу

Дәреслек

 

 

Эштәрҙе үтәү

У. Ә хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ һәм ҡағиҙәне ҡулланып предметтың билдәһен белдерә торған һүҙҙәрҙе генә әйтәйек. Ни өсөн был һүҙҙәр предметтың билдәһен белдерә тип уйлайһығыҙ?

Һүҙҙәр әйтәләр

Таҡтала яҙылған һүҙҙәр: йәшел, йылға, аҡ, ҡайын, тауҙар.

 

Күҙҙәр гимнастикаһы

Алыҫҡа ҡарайбыҙ.        

Яҡынға ҡарайбыҙ.        

Өҫкә  ҡарайбыҙ.

Аҫҡа ҡарайбыҙ.           

Уң яҡҡа ла ҡарайыҡ.   

Һул яҡҡа ла ҡарайыҡ

Ҡулдарҙы алға һоноп бармаҡтар осона ҡарау.

Устарҙы күҙҙәрҙе эргәһенә ҡуйып ҡарау

Ҡулдар өҫтә, бармаҡ остарына ҡарау

Ҡулдар аҫта, бармаҡ остарына ҡарау

Ҡулдарҙы йәйеп уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау 

Ҡулдарҙы йәйеп, уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау 

 

Нығытыу

7

Үҙ башҡа эш

 

У. Ял да иттек. Эште дауам итәйек әле. Карточкала һөйләмдәр бирелгән. Нимә эшләргә кәрәк?

Б.Һәр һөйләмдә предметтың исемен, билдәләүсе һүҙен табырға кәрәк.

У. Исемде бер һыҙыҡ менән, билдәне тулҡын һыҙыҡ менән һыҙығыҙ.

Карточкалар менән эшләү

 

Карточкала яҙылған һөйләмдәр:

Мостай Кәрим таланты шағир.. Ул балалар өсөн матур хикәйәләр яҙған. Мостай Кәрим юғары наградалары күп.

Төркөм

дәрҙә эш

У.1-се төркөм. Әсәйегеҙгә хас билдәләрҙе яҙығыҙ.

2-се төркөм. Дәреслектең билдәләрен яҙығыҙ.

3-се төркөм. Бөгөнгө көнгә тура килгән билдәне белдереүсе һүҙҙәр яҙығыҙ.

У. Нисек уйлайһығыҙ, билдәне белдереүсе һүҙҙәр ни өсөн кәрәк икән?

У. Башҡорт теле бик бай, бик матур тел. М.Кәрим Башҡортостан тураһында яҙғанда предметтарҙың билдәләрен  ябай,аңлайышлы һүҙҙәр менән белдергән.

Уҡыусыларҙың фекерләшеүе, тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы

 

Дәфтәргә яҙыу

 

У. Хәҙер тест һорауҙарына яуап бирәбеҙ.

1) Кем ул М.Кәрим?

–шағир

–рәссам

2) М.Кәримгә ниндәй премия бирелгән?

–С.Юлаев исмендәге премия

–Р.Ғарипов исемендәге премия

3) “Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры ниндәй теманы сағылдыра?

–тәбиғәтте

–Башҡортостан тарихын

Тест һорауҙарына яуап биреү

 

Рефлекция

8

 

Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине?

Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Нимә белдек?

Кемдәр бик һәйбәт эшләне?

Кемдәр үҙҙәрен маҡтай алалар?

Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн?

Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ

Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!

Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар!

Күмәкләп баһалар ҡуйыу

 

Өй эше

9

 

1. Шиғырҙың бер строфаһын ятларға

2. Шиғырҙың бикестрофаһын ятларға.

3. Шиғырҙың өс строфаһын ятларға.

 

 

Йомғаҡлау

10

 

У. Дуҫтарым! Һеҙ бөгөн бик күп нәмәләр  белдегеҙ, иҫкә төшөрҙөгөҙ, дуҫ булып эштәрҙе башҡарҙығыҙ. Рәхмәт! Осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка урока по башкирскому языку на тему: "Мостай Кәрим" (8 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Заместитель директора

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 863 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.04.2017 493
    • DOCX 67.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Зарипова Алеся Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Зарипова Алеся Анваровна
    Зарипова Алеся Анваровна
    • На сайте: 7 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2169
    • Всего материалов: 3

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания немецкого языка с учетом требований ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 406 человек

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика преподавания иностранных языков в профессиональном образовании: английский, немецкий, французский

Преподаватель иностранного языка

500/1000 ч.

от 8900 руб. от 4150 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 110 человек из 41 региона
  • Этот курс уже прошли 229 человек

Курс повышения квалификации

Теория и методика билингвального обучения иностранным языкам

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 52 человека

Мини-курс

Стратегическое планирование и маркетинговые коммуникации

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 19 регионов

Мини-курс

Эффективные коммуникационные стратегии в образовательной среде: от управления до мотиваци

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы работы в After Effects

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе