Инфоурок / Другое / Конспекты / Разработка урока по башкирской литературе на тему: Р. Султангареев. Рассказ " Хамбал"(11 класс)

Разработка урока по башкирской литературе на тему: Р. Султангареев. Рассказ " Хамбал"(11 класс)



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов

hello_html_1be911c4.pnghello_html_4dbfaa04.pnghello_html_m4a60d71e.png



Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге Бишауыл – Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы











11-се класта

башҡорт әҙәбиәтенән

Р. Солтангәрәевтың “Хамбал”

хикәйәһе

буйынса дәрес өлгөһө


I категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Исхаҡова

Рәмилә Филарит ҡыҙы

















hello_html_m7458dabc.png



Тема. Р.Солтангәрәевтың “Хамбал “хикәйәһен өйрәнеү


(компьютер, адаптив система технологияһын ҡулланыу)

(11-се класс)


Дәрестең маҡсаты:

  1. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе өҫтөндә эш;

  2. Уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү;

  3. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;

  4. Балаларҙа кешеләргә кешелекле, ихтирамлы булыу сифаттары тәрбиәләү;

  5. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тасуири уҡыу өҫтөндә эш;

  6. Р. Солтангәрәев ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, магнитофон, аудияҙма.

Дәреслек. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте.Хрестоматия. Урта мәктәптең 11-се класы өсөн. -Өфө, Китап.2007.

Дәрес барышы

I.Ойоштороу мәле.

II. Өйгә эште тикшереү. (Хикәйәне үҙ аллы уҡып, Хамбал – Хаммат образын ҡылыҡһырларға, уның кешелеккә булған яуызлыҡтарын тәфтишләп, эш-ҡылыҡтарына баһа бирергә. Әҫәрҙәге геройға оҡшаған кешеләр беҙҙең яҡтарҙа булғанмы, юҡмы тигән һорауға яуап бирергә.)

III. Әҙәби әҫәр өҫтөндә эш.

Уҡытыусы. Р.Солтангәрәев – башҡорт әҙәбиәтендә үҙ урынын асыҡ һәм ныҡлы билдәләгән яҙыусы. Ул әҫәрҙәрендә етди проблемалар күтәрә, ябай хеҙмәт кешеләренең рухи донъяһын, тәбиғи матурлығын яратып һүрәтләй.

Халҡыбыҙҙң тыныс тормошон боҙоп килеп ингән ҡәһәрле һуғыш афәтен, тылдағы кешеләрҙең уй-теләктәрен һүрәтләүсе “Хамбал” хикәйәһенең яҙылыуы осраҡлы күренеш түгел. Авторҙың йәштәштәре һуғышта ҡатнашмаһа ла, яу ялҡыны был быуындың бала сағын урлай, уларҙы ла ололар ҡайғыһын уртаҡлашырға мәжбүр итә. Яҙыусы хикәйәләрендә тыл кешеләренең уй-тойғоларын, һуғыштың кешеләр күңелендә ҡалдырған ауыр яраларын сағылдыра.

Хикәйәлә һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осрағандыр, уларҙы табып әйтегеҙ(экранда һүҙлек һүҙҙәре яҙылған):

Тамуҡ киҫәүе – тамуҡта яна торған гөнаһлы кеше;

Йыназа - мәйетте күмер алдынан уҡыла торған доға;

Килбәтһеҙ – һыны, рәүеше килешһеҙ;

Кәләпүш – ҡатын –ҡыҙҙың бейек түбәле, арҡаны тотош ябып торған, сулпылар менән биҙәлгән киң арҡалығы булған, тәңкә-мәрйенле боронғо баш кейеме;

Әвйәшник – полевод;

Күрәғарау – ике күҙе ике яҡҡа ҡарап тороу;

Усма – ураҡ менән урғанда усҡа һыйырлыҡ иген башағы шәлкеме;

Алтатар – алты патронлы пистолет.

Уҡытыусы. Әҫәрҙә ниндәй образдар бар?

Уҡыусы. Ыңғай һәм кире образдар.

Уҡытыусы. Кире образдарҙы һанағыҙ.

Уҡыусы. Хамбал-Хаммат, Ҡасим ҡарт.

Уҡытыусы. Ыңғай образдар.

Уҡыусы.Ауыл халҡы.

Уҡытыусы. “Хамбал” хикәйәһендә ваҡиғалар ҡайһы йылдарҙа бара?

Уҡыусы. Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һүрәтләнә.

Уҡытыусы. Әҫәрҙә ниндәй проблема һүрәтләнә?

Уҡыусы. Ир-егеттәрҙең Ватан өсөн һуғышҡа китеүе, тылдағы халыҡтың асығыуы, ауылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаны Хамбал кеүек ҡаты бәғерле, кешелекһеҙ әҙәмдәрҙең яфалауы һүрәтләнә.

Уҡытыусы.Хикәйәнең нигеҙендә ниндәй конфликт ята?

Уҡыусы. Ябай халыҡ һәм ҡан эскес әҙәмдәр, изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек һәм мәкер, миһырбанлыҡ һәм ҡомһоҙлоҡ һ.б.


Уҡыусыларҙың тикшеренеү өҫтөндә эше.


Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, Хамбалдың енәйәти эштәрен тикшерә, дәлилдәр килтерә:

1.Өс бала әсәһе Миңнисаны төрмәгә яптыра.Уның бер балаһы үлә, икәүһе хәйер һорашып тамаҡ туйҙыра.

2. Нурулла менән Байбулатты вәхшиҙәрсә язалай, аҙаҡ хөкөмгә тарттырып төрмәгә яптыра, һуңынан малайҙар эҙһеҙ юғала.

3. Ауылдың йәме булған тирәкте бер тай өсөн ҡаҙаҡтарға һата.

4.Дәүләт байлығын һаҡлау һылтауы менән ауылдаштарын йәберләй, туҡмай, ыҙалай.


Төркөмдәр һорауҙарға яуап бирә.


Уҡытыусы. Халыҡ ни өсөн Хамматҡа Хамбал тигән ҡушамат биргән?(Дәреслектән табып уҡып күрһәтергә.)

Ул, ысынлап та ҡыҙыл партизан булғанмы?

Уҡыусы. Ул аҡтарҙы ҡыҙылдарҙан айырмағанлыҡтан, ике яҡҡа хеҙмәт итә. Үлемдән ҡурҡҡанға шулай эшләй.

Уҡытыусы. Ауыл халҡы ни өсөн уны яратып еткермәй?

Уҡыусы. Уның элекке ҡылған бәғерһеҙ эштәрен ауылдаштары онота алмай.

Уҡыусы. Хамбалдың дуҫтары, яҡындары бармы?

Уҡыусы.Уның дуҫтары юҡ. Әлбиттә, бындай кешеләрҙең дуҫтары булыу мөмкин түгел. Балалар уны үсекләйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар мыҫҡыл итәләр, хатта ҡартар ҙа уны урап үтәләр.

Уҡытыусы. Автор уға ниндәй ҡылыҡһырлама биргән? Дәреслектән табып уҡып күрһәтегеҙ.

Уҡытыусы. Пәләүәт Хаммат- Хамбал башаҡ йыйыусы балаларҙы яландан ни өсөн ҡыуа, баҫтыра? Кеше балаларын туҡмарға уның хоҡуғы бармы?

( Һәр төркөм үҙенең фекерен әйтә.)

Халыҡтың рәнйеше төшәме?

Уҡыусы.Әлбиттә. Әҙәмдән ҡарғыш, рәнйеш алырға ярамай. Ололар әйтеүенә ҡарағанда, ул кире үҙеңә әйләнеп ҡайта. Кешене йәберләргә лә ярамай.

Уҡыусы. Ул ауыл күрке булған тирәкте лә ҡырҡтырып, тәбиғәттең йәмен ебәрә, халыҡ рәнйей.

Уҡытыусы.Әҫәр аҙағында беҙ Хамматтың тап бына ошо тирәк төбөндә үлеп ятҡанын күрәбеҙ. Ни өсөн автор уның тирәк төбөндә үлеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала?

Уҡыусы. Моғайын, ағастың да, халыҡтың да рәнйеше төшкәндер. Сөнки кеше - тәбиғәт балаһы, ә тирәк – ауылдың ҡото.

Уҡыусы. Ағасты киҫкәндән һуң Хаммал да аҡылынан яҙа.

Уҡытыусы. Уның үлеменә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

Уҡыусы. Хамматың үлеме кешесә түгел, ҡулына балта тотоп сығып китеп, тирәк төбөндә ятып үлә.

Уҡытыусы.Эйе, балалар, хатта тәбиғәт тә ер йөҙөндә бындай кешеләр башҡаса тыумаһын, тигән кеүек, уға үҙ язаһын бирә. Бүре тиклем, бүре лә, уның мәйетен ашамай, ә сәйнәп кенә ташлай.

Уҡытыусы.Ни өсөн халыҡ уны зыяратҡа күмергә ҡаршы?

Уҡыусы. Халыҡ уның ҡылған эштәрен ғәфү итә алмай. Шунлыҡтан үҙ хөкөмөн сығара – ерләргә берәү ҙә килмәй, мәжбүри рәүештә генә йыйылып, йыназаһыҙ-ниһеҙ ауыл ситенә күмә. Беҙҙең мосолман халҡы гөнаһлы кешеләрҙе зыяратҡа күмдертмәгән.

Уҡытыусы. Бөтә бәлә-ҡазала Хаммат - Хамбал ғына ғәйеплеме? Әллә ошондай кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән заманамы?

Нисек уйлайһығыҙ, һуғыш йылдарында ошондай ваҡиғалар булғанмы?

Уҡыусы. Эйе, булған. Өләсәйем дә был әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиға оҡшаш хәлде һөйләгәйне. Бөтә яғы ла Хамматҡа оҡшамаһа ла, һуғыш йылдарында иген урлаусыларҙы тотоп, яуапҡа тарттырыусылар булған.

Уҡыусы. Барлыҡ бәлә-ҡазала Хамбал ғына ғәйепле тип әйтеүе дөрөҫ булмаҫ ине, моғайын. Сөнки ауыр осор, Хамбал кеүек кешеләрҙе заман, ҡоролош тыуҙыра тип уйла йым.

IV.Үтелгәнде йомғаҡлау. Артабан магнитофон таҫмаһынан З.Ураҡсиндың “Ике ҡараш” хикәйәһен тыңлау. “Хамбал” хикәйәһе менән сағыштырыу.

Уҡытыусы.Хикәйәләге ваҡиғалар һуғыш осоронда, ирҙәр фронтта саҡта бара. Хәйер, халыҡтың Хамбал кеүек ҡанһыҙ бәндәләрҙән йәберләнеүе был йылдарҙа һәр төбәктә тиерлек осраған.

Һығымта яһау. Төркөмдәрҙең яуаптарын тыңлау.

V. Яуаптарҙы баһалау.

VI. Өйгә эш. “Яҡшыға ҡарап үрнәк ал, яманды күреп ғибрәт ал” темаһына фекерләү иншаһы яҙып килергә.

Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДБ-170899

Похожие материалы