Инфоурок Другое Другие методич. материалыРазработка внеклассного мероприятия "Науруз байрам"

Разработка внеклассного мероприятия "Науруз байрам"

Скачать материал

Науруз байрамы

Сәхнәлә һике. Сөйҙә матур таҫтамалдар эленгән. Иҙәнгә һуғылған балаҫтар түшәлгән. Түрҙә мендәрҙәр өҫтөндә инәй ултыра.Ишек шаҡыйҙар.

Инәй: Рәхим итегеҙ!Ишек асыҡ!

                        Бала-саға көлөшөп килеп инә.

Балалар:Һаумы,инәй.Хәл-әхүәл нисек?

Инәй:Йә,балалар, Науруз байрамы нисек башланды?

Балалар: Бик яҡшы,инәй,бик күңелле.

1-се бала: (алға сығып)Бына инәй, һиңә Науруз ашын ауыҙ итергә килтерҙек.

(Туҫтаҡҡа туралған ит өҫтөнә килелә төйөлгән быҡтырылған бойҙай һалынған).

Инәй (бисмилла әйтеп,ауыҙ итә): һай,рәхмәт төшкөрҙәре,бигерәк тәмле булған!

Бойҙай-туҡлыҡ,ырыҫ билдәһе ул.

Йылдың башы уң булһын,

Ризыҡтары мул булһын,

Игендәр шашып уңһын!

Ҡаҙандар ташып торһон!

Бир көндәрҙең һилен,

Илдәр булһын имен!

Аллаһы әкбәр!

2-се бала: Инәй,нимә  аңлата ул Науруз байрамы?

Инәй:Борон йыл яҙ башынан башланған.Уны халыҡта буранай тип,ҡанбабалар бурана тип йөрөткәндәр.Науруз һүҙе-Яңы йыл,яңы көн тигәнде белдерә.

Ҡыҙҙар:Инәй,әйҙәгеҙ Наурузбикә һайлайыҡ.

1-се ҡыҙ: Нисек итеп һайлайбыҙ?

2-се ҡыҙ:Инәй,нисек итеп һайлайыҡ икән?

Инәй:әйҙәгеҙ балалар,көн торошон юрайыҡ.Кемегеҙ көн торошон күберәк юрай белә,шул Наурузбикә була.Башлағыҙ,ҡыҙҙар.

1-се ҡыҙ:Ай ҡалҡһа-көн боҙола.

2-се ҡыҙ:Балыҡ өҫтә йөҙһә-ямғыр яуа.

3-сө ҡыҙ: Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа-көн аяҙ була.

4-се ҡыҙ:Эт ергә ятып аунаһа-көн һыуыта.

5-се ҡыҙ: Көн ҡыҙҙырһа- ямғырға.

6-сы ҡыҙ:Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, көн һыуыта.

Инәй: Эй,балалар бөтәгеҙ ҙә күҙәтеүсән икәнһегеҙ.йәгеҙ әле,улай булғас,йырлап,бейеп күрһәтегеҙ. Кемегеҙ оҫта йырсы,шул Наурузбикә булыр.

Концерт номерҙары

  1.(Кәримова Гөлүзә башҡорт бейеүен башҡара)

  2.Шиғыр һөйләйҙәр

Айгөл:Ас бүреләй

Олай ине

Тышта буран.

Көрткә сумып

Йоҡлай ине

Беҙҙең урам.

Бөгөн, күрсе,

Шундай йылы,

Шундай йылы                 

Солғап алған

Тәбиғәтте

Майҙын тыны.

Эльвина:ерҙе күмеп

Гөлдәргә

Яҙ килә,яҙ!

Дәртле,йәш

Күңелдәргә

Наҙ килә,наҙ!

Күк йөҙөндә

Көлә  ҡояш

Беҙгә бағып,

Ҡоштар ҡайта

Тыуған яҡҡа,

Йөрәк ҡағып.

Настя:Күгәрсендәр,

Күгәрсендәр

Йырлай нисек!

Сәскә атты

Кеүек күк тә

Ал нур сәсеп.

Тып-тып итеп,

Түбәләрҙән

Тамсы аға,

Һәр тамсының

Үҙендә бер

Ҡояш яна.

Диләрә:Ерҙе күмеп

Гөлдәргә,

Яҙ килә,яҙ!

Беҙҙең шат

Күңелдәргә

Наҙ килә,наҙ!

3.Күмәк йыр башҡарыла.

Инәй:Һай,афариндар.Барыһы ла бынамын итеп йырлай-бейейҙәр.Былай булғас,мин һеҙгә йомаҡ ҡояйым әле.

Тайҙа-таҙамаҡ,

Баҙҙа-баҙамаҡ,

Ҡарҙа-ҡаҙамаҡ.

1-се ҡыҙ:Таҙамаҡ –яҙын тау баштарының ҡарҙан асылыу мәле, баҙамаҡ-баҙҙағы бал ҡорттарын хәстәрләү мәле;

һаҙамаҡ-көрт аҫтынан,ярмаланып,аҫтындағы һыуҙың туңмай ятыуы;Яҙамаҡ-ер менән һыуҙың араһындайымыуйәки ҡаты ҡар ятҡан саҡ.

Балалар:Ай афарин (сәпәкәй итәләр.Ҡотлайбыҙ үҙеңде Наурузбикә булыуың менән.)

Инәй: Йәгеҙ,ҡыҙҙар,әхирәтегеҙҙе Наурузбикә итеп кейендерегеҙ.

(Ҡыҙҙар Наурузбикәгә матур елән кейҙерәләр,сәстәренә ленталар ,сулпылар үрәләр,ҡолаҡтарына матур һырға тағалар).

 Ҡыҙҙар: бына хәҙер ысын Наурузбикә булдың.

 Наурузбикә:Рәхмәт,дуҫтарым-туғандарым.Әйҙәгеҙ,яланға сығып ярыштар башлайыҡ.

1-се малай:Егеттәр,әйҙәгеҙ,ат сабыш ярышын башлайыҡ.Еңеүсегә бүләккә бер толпар ат бирмәккә.

(Малайҙар уйынсыҡ аттарға атланып ат сабыштыралар).

2-се малай:Малайҙар,беҙҙең арала

Бер ҙә ҡурҡаҡтар юҡсы,

Әйҙәгеҙ сәпкә атайыҡ.

Кем икән мәргән уҡсы?

(сәпкә атыу ярышы)

3-сө малай:Арғы урам, бирге урам,

Хәҙер беҙ ярышабыҙ,

Ҡайһы урам көслөрәк-

Арҡанда тартышайыҡ.

 (Арҡан тартышыу үткәрелә.)

4-се малай: Тамаша ҡылыусыларға

булһын әле бер мәҙәк,

беҙгә инде күмәкләшеп

Тоҡта ярышыр кәрәк.

(Тоҡ кейеп ярышыу).

Наурузбикә: Әйҙәгеҙ иҫкә һаламдан ҡурсаҡ эшләйбеҙ.

Балалар: әйҙәгеҙ! әйҙәгеҙ!

(Алдан әҙерләнгән ҡурсаҡты биҙәйҙәр)

Наурузбикә:Бына ҡыш бабай һыны әҙер ҙә булды.әйҙәгеҙ уға суҡтар тағайыҡ.Нимәнән ҡотолорға уйлайбыҙ,шуларҙы  теләктәр әйтеп теләйек.

Настя:Ерҙә һуғыш булмаһын.

Диләрә: Алама ауырыуҙар булмаһын.

Эльвина:Хурлыҡ,аламалыҡ юҡҡа сыҡһын!

Бөтәһе бергә: Һау бул инде,иҫке йыл,

Түргә баҫһын изге йыл.

Имен –аман йәшәйек,

Ил тыныс булһын быйыл.

Наурузбикә: Ярыштар дауам итә,

Һеҙҙе бүләктәр көтә,

Кемдәр оҫта ҡурайсы,

Бейеүселәр,йырсылар,Сығығыҙсы уртаға,

Күңелдәрҙе асайыҡ, йыр бәйгеһе башлайыҡ.

(Концерт номерҙары).

Инәй :Әйҙәгеҙ балалар, Наурузбикәнән йылдың нисек килерен юратайыҡ.

Балалар: әйҙәгеҙ! әйҙәгеҙ! Наурузбикә,йыл нисек килер икән?

Наурузбикә:Яҡшы булыр көнөбөҙ.

Туҡ булыр һәр көнөбөҙ,

Ямғыр яуып, ҡояш сығыр,

Емешләнер гөлөбөҙ.

Илгә килер именлек,

Һау булырҙар уландар,

Иген ишелеп уңыр,

Ҡуйырырҙар урмандар.

Инәй:Амин,шулай ғына була күрһен инде, балаҡайҙарым.Юрағанығыҙ юш килһен! Науруз мөбәрәк булһын!

Наурузбикә:һүҙ шәкерттәргә.Науруз бәйетен әйтегеҙ әле.

1-се шәкерт:Һауанан осар мең ҡаҙ,

Меңенең башлығы бер ҡаҙ,

Асылыр мөхәррәм яҙ-

Бөтәһе бергә: Науруз мөбәрәге бар.

2-се шәкерт: Науруз әйтә беҙ килдек,

Ҡотло байрамын күрҙек,

Иҙге доғалар ҡылдыҡ-

Бөтәһе бергә: Науруз мөбәрәге бар.

Науруз мөбәрәге бар.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка внеклассного мероприятия "Науруз байрам""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 906 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.02.2017 1404
    • DOCX 51.5 кбайт
    • 14 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кашапова Лайсан Айратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кашапова Лайсан Айратовна
    Кашапова Лайсан Айратовна
    • На сайте: 9 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 16189
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 142 человека из 46 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Мини-курс

Эффективное взаимодействие с детьми: стратегии общения и воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 668 человек из 74 регионов
  • Этот курс уже прошли 565 человек

Мини-курс

Разработка и проведение онлайн-обучения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона

Мини-курс

Психология детей и подростков с дромоманией

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 21 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 14 человек