Инфоурок Другое Другие методич. материалыСценарий для проведения детского сабантуя ко дню защиты детей

Сценарий для проведения детского сабантуя ко дню защиты детей

Скачать материал

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы

Рысай ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР











Балалар һабантуйы”

(сценарий)







Мәктәп уҡыусыларының йәйге ялын ойоштороу өсөн





Төҙөнө: педагог-библиотекарь

Әминева А.Р.





Рысай - 2009



Алып барыусы:

- Һаумыһығыҙ, балалар! Ҡәҙерле уҡыусылар! Хөрмәтле ҡунаҡтар, хәйерле көн! Беҙ бөгөн башҡорт халҡының оло байрамы - Һабантуйға йыйылдыҡ. Һабантуй – ул хеҙмәт байрамы, ә беҙҙең хеҙмәт - уҡыу. Тағы ла бер йылды тамамланыҡ. Кемдәрҙер өсөн был йыл ҙур уңыштар килтерҙе, (уҡыуҙа, спортта, йыр-моңда, бейеүҙә, һүрәт төшөрөүҙә ҙур уңыштар яуланы) мәктәп данын яҡланылар.

Һабайтуй – ул дуҫлыҡ байрамы. Һабантуй – ул һәр кемдең көтөп алған изге байрамы. Ҡотло булһын һабан туйҙар! Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙе бөгөн байрам, балаларҙы яҡлау көнө менән мәктәптә эшләүсе барса уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ашнаҡсы һәм тәртип һаҡлаусы апайҙарығыҙ исеменән ҡотлайым! Һеҙгә бәхетле баласаҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйем. Алдағы көндәрегеҙ ҙә бөгөнгө кеүек йәмле, бәхетле, күңелле булһын. Күгебеҙ аяҙ, өҫтөбөҙ бөтөн, өҫтәлдәребеҙҙә ризыҡтар мул буһын!

Һабан туйы, хеҙмәт туйы

Шатлыҡ һәм бәхет туйы

Байрам итәйек көн буйы!

Һабантуй булһын ҡотло,

Бары ла булһын йортло,

Көнөбөҙ торһон имен,

Ырыҫлы булһын тимен.

1-се бала: Шатлыҡтар күңелебеҙҙә.

Ал ҡояш күгебеҙҙә,

Килегеҙ, дуҫтар, ҡунаҡҡа

Бергә: Һабантуй бөгөн беҙҙә.

2-се бала: Һабантуй, Һабантуй!

Уйнап – көлөп, йырлап - бейеп,

Гөрләп килә Һабантуй!

3-сө бала: Һабантуйға барыусылар

Күңел асып ҡайтырҙар.

4-се бала: Һабантуйға, Һабантуйға
Ашығығыҙ, батырзар!

Һабантуйҙа бөтәгеҙҙе

Көтә матур бүләктәр.

5-се бала: Бөгөн тырыш хеҙмәт туйы,

Бәйгеләрҙә елеп ҡал.

Еңә алмаһаң, илама,

Еңеп сыҡһаң – бүләк ал.

6-сы бала Һабантуй – күңелле байрам,

Һәр кем һөнәр күрһәтә.

Кемдер бәйгелә ал бирмәй,

Кемдер еңә көрәштә.

7-се бала: Берәү йырлай, берәү бейей,

Икенсе вата көршәк.

Еңеүсене көтмәгеҙ –

Ул тағы көрәшәсәк.

8-се бала: Бөтмәй әле Һабантуй,

Йыр – уйын дауам итә:

Матур йырсы, бейеүсене

Аҫыл бүләктәр көтә.

  • Алдан бирелгән эш буйынса һәр төркөм башҡорт йолаһын күрһәтә. Бөгөн беҙҙә дүрт төркөм, шулай итеп, дүрт йола ҡарайбыҙ.





Ә хәҙер күңелле уйындарға рәхим итегеҙ.

  1. Маҡтана тип уйламағыҙ

Мин урынлы маҡтанам.

Сөнки бынау сулмәкте

Күрмәйенсә лә ватам.

Был уйын өсөн алдан көршәк, ҙур таяҡ һәм күҙ бәйләр өсөн яулыҡ әҙерләйбеҙ.

  1. Әйҙә инде, тиҙерәк

Туҫтаҡҡа ҡатыҡ һалың.

Кем теләй алышырға

Теш менән - аҡса таба.

Был уйын өсөн алдан ҡатыҡ һалынған туҫтаҡ һәм аҡса әҙерләйбеҙ.

  1. Әйҙәгеҙ, мәргән уҡсылар,

Алығыҙ һеҙ уҡ – һаҙаҡ,

Хәҙер ярыш – сәпкә атыу,

Көрәшеү булыр аҙаҡ.



Был уйын өсөн уҡ һәм сәп әҙерләйбеҙ.



4. Бына һиңә һыу, силәк,

Көйәнтә ал иңеңә.

Йүгер тиҙерәк, иң алдан кил

Йығыла ғына күрмә.

Был уйын өсөн ике көйәнтә һәм һыу тултырылған дүрт силәк әҙерләйбеҙ.





  1. Әйҙәгеҙ егеттәр,

Кемдәр сос, кемдәр көслө.

Ағай, таҫтамал өләш,

Башлайбыҙ майҙанда көрәш.

Был ярыш өсөн алдан түңәрәк эсенә опилка түшәп әҙерләйбеҙ һәм көрәш өсөн ике оҙон таҫтамал кәрәк була.



  1. Һай, афарин, баһадир,

Бына ҡайҙа батыр ир!

Еңеүсегә – һимеҙ ҡуй,

Дауам итә Һабантуй.



Ат сабышы

Беҙ башлайбыҙ ҙур алыш:

Һабантуйҙа – ат сабыш.

Етеҙҙәр, ҡушылығыҙ:

Көслөләр өсөн ярыш.

Был ярыш өсөн 1,5 м таяҡтарға эшләнгән ат башын беркетәбеҙ, 10 тиҫтә әҙерләйбеҙ. Балаларҙың йәштәренә ҡарап, төрлө аралыҡҡа ярыштырабыҙ.

Тоҡ менән һуғышыу

Кемегеҙ ныҡ, кем һуң таҫыл –

Тоҡ менән алышабыҙ.

Етеҙерәк бүләк ала –

Әйҙәгеҙ ярышабыҙ.

Был ярыш өсөн опилка һалынған ике тоҡ һәм ултырып ярышыр өсөн урын әҙерләнә.



Тоҡ кейеп ярышыу

Кемдәр етеҙ, кемдәр өлгөр,

Минең янға килегеҙ.

Әйҙә ҡарайыҡ уҙышып,

Ҡапсыҡ кейеп ярышып.

Был ярыш өсөн алдан 6 ҡапсыҡ (тоҡ) әҙерләйбеҙ.



Йомортҡа менән югереү

Тормағыҙ елкә ҡашып,

Бына йомортҡа, ҡашыҡ.

Алайыҡсы ярышып,

Дәртебеҙ тора ташып.

Был ярыш өсөн 6 ағас ҡалаҡ һәм 12 - 15 бешкән йомортҡа әҙерләйбеҙ.

Арҡан тартышыу.

Үҙ – ара ярышабыҙ -

Арҡан тартышабыҙ.

Әйҙә, дуҫым, килә һал,

Байрамда көс һынап ҡал.

Был ярыш өсөн арҡан әҙерләйбеҙ.



Ярыштар һөҙөмтәһе буйынса бүләктәр тапшырыла.

Һабантуй байрамы - боронғо башҡорт йолаларының береһе. Уны яҡшы итеп әҙерләп үткәргәндәр. Беҙҙең дә байрамыбыҙ бик матур үтте. Ә хәҙер һеҙҙе барығыҙҙы ла байрам табынына саҡырабыҙ.



Әгәр ҙә мин әҙерләгән сценарий балалар байрамын үткәрергә файҙаланыла икән, мин быға бик шатмын.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сценарий для проведения детского сабантуя ко дню защиты детей"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Техник-конструктор

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 090 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.02.2016 3685
    • DOCX 22.6 кбайт
    • 24 скачивания
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аминева Алсу Равиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аминева Алсу Равиловна
    Аминева Алсу Равиловна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 62443
    • Всего материалов: 34

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой