Инфоурок Другое Другие методич. материалыСообщение на тему "Дидактические возможности интернета на уроках башкирского языка""

Сообщение на тему "Дидактические возможности интернета на уроках башкирского языка""

Скачать материал

БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАРҘЫҢ ДИДАКТИК МӨМКИНЛЕКТӘРЕ

 

Яңы быуын Федераль стандарттарына ярашлы төҙөлгән дәреслектәрҙә, методик әҙәбиәттә уҡыусының тәбиғәт тарафынан бирелгән ижади һәләттәрен үҫтереүсе технологиялар ҡулланыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.

 Башҡорт телен уҡытыуҙа, балаларҙың уҡыу материалын үҙләштереү буйынса индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән дәреслектәр методик ҡулланмалар төҙөү – бөгөнгө көн бурысы. Хәҙерге көндә уҡыусылар бындай ҡуланмаларҙы төрлөсә ҡуллана ала. Электрон дәреслектәр һәм һүҙлектәр, уҡыу ҡулланмалары тәҡдим ителә, бала компьютер йәки планшет ярҙамында  улар менән ҡуллана.

Әммә бөгөнгө башҡорт теле дәрестәрендә балалар электрон формалағы уҡыу әсбаптарына мөрәжәғәт иткәндә, уларҙан тыш та эш итә белеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Замана уҡыусыларының төрлө интернет-ресурстарға иғтибары ғәйәт көслө, дәрестә информацион-коммуникатив характерҙағы интерактив сараларҙы ҡулланғанда, уларға таянып эш итеү дәресте мауыҡтырғыс итеп алып барырға ярҙам итә.

Интернет-ресурстарҙың әһәмиәте шуның өсөн дә мөһим – улар балаларға электрон дәреслектәр менән үҙ аллы эш итеп, улар менән методик бәйләнештә торған төрлө сайт-энциклопедиялар, тел ғилеменә ҡағылышлы порталдар  ярҙамында тағы ла тулыраҡ белем алыуын тәьмин итә.  Интернет дәрестәге күнекмәләрҙе ҡатмарландырмай, балаларҙың белем алыу процесын еңелләштереүсе сара тип һанала, ләкин, мәғлүмәт йыйыусы һәм  интернет менән ҡуллаған уҡыусыны төрлө ресурстар ярҙамында ижади эшмәкәрлеккә лә йәлеп итергә мөмкин.

Интернет-ресурстарҙың иң мөһим педагогик әһәмиәте – уларҙың балаларҙың уҡыу мотивацияһын һәм ҡыҙыҡһыныусанлығын уятыуҙарында, донъяуи белемдәрен артттырыуында. Әммә шул уҡ ваҡытта интернет-ресурстар бөгөнгө педагогика фәнендә информацион-предмет мөхите тыуҙырыу сараһы булып ҡаралып, коммуникатив һәм лингвистик компетенцияны үҫтереү алымы тип та билдәләнә.   Интернетҡа мөрәжәғәт иткән баланың танып-белеү эшмәкәрлеге активлаша, телдең грамматик төҙөлөшөн буйынса белеме арта, материалды эҙләү һәм уҡыу, уны анализлау барышында телмәр эшмәкәрлегенең үҙенсәлекле формалары барлыҡҡа килә [1; 41-59-сы бб.].

Дидактик йәһәттән хәҙерге педагогикала интернет-ресурстар ике мөһим компонентты үҙ эсенә ала: телеккомуникация һәм информацион ресурстар [2; 41-59-сы бб.].

Телекоммуникация формаһына балалар уҡытыу практикаһында ҡулланыу мөмкинлегенә эйә электрон почта, уҡыу чаттары, видео һәм веб-конференциялар ҡарай. Видеоконференцияла ҡатаншҡан балалар дәрестә телмәр эшмәкәрлеге алып бара, телекоммуникация формалары башлыса коммуникатив компетенцияны үҫтереү маҡсатында ҡулланыла [2; 41-59-сы бб.].

Информацион ресурстар интернет селтәрендәге төрлө текст, аудио һәм видеоматериалдарҙан тора. Улар төрлө телдә булыуы бар һәм уҡыусыларҙы ҡыҙыһындырған мауыҡтырғыс тематикалы материалдарҙы туплай. Интернет-ресурстарҙың уҡыусылар тарафынан башҡорт теле дәресендә ҡулланыу мөмкинлеге булған иң бай төрө – башҡорт википедияһы. Уҡыу мәсьәләһенә бәйле интернет-ресурстар башҡорт теле дәресендә бик бай хеҙмәт үтәй. Интернет-ресурстарға бәйле материалдарҙан башҡорт теле буйынса электрон уҡыу  әсбаптарын күрһәтергә була. Улар балаларҙың төрлө интернет-сайттар һәм материалдар менән даими эшләүен үҙәккә ҡуя [2; 41-59-сы бб.].

  Интернет-ресурстар тәрбиәүи процесты камиллаштыра барырға тейеш. Бала шәхесенең үҫешенә йүнәлеш биреү – уҡытыусы алдында торған иң мөһим бурыс.

Уҡытыусы һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлек барышында интернет-ресурстарҙы ҡулланыу үҙ-ара йоғонто менән билдәләнә. Ике субъект та бер-береһен тиң хоҡуҡҡа эйә тип ҡабул итергә тейеш, был бигерәк тә, уҡытыусының уҡыусыға мөнәсәбәтен үҙгәртеүҙе талап итә. Уҡыусы баланың үҙ аллы субъектҡа әйләнеүе тәрбиәүи маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп башҡарыла. Бала шәхесе үҙ аллы эшмәкәрлеккә өйрәнергә тейеш.

Был тәрбиәүи маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу интернет-ресурстар аша бара ла инде. Интернетты ҡулланыуҙың асылы дәрес барышында әңгәмә, баһалау, талап итеү, конфликт һәм мәғлүмәти йоғонто кеүек элементтарҙың булыуын күҙ уңында  тота. Интернет материалдарына мөрәжәғәт итеү шарттарында иһә уға уҡыусы шәхесен үҙаллы субъект итеп ҡуйыу, уның ижади эшмәкәрлеген ойоштороу, танып-белеү һәләтен ҡуҙғытыу кеүек элементтар өҫтәлә.

Интернет-ресурстарҙы ҡулланыуҙың дидактик  бурысы – баланың шәхесен төрлө яҡлап үҫтереү. Был маҡсаттарҙы түбәндәге өлөштәргә бүлеп күрһәтергә мөмкин:

белем кимәлен үҫтереү;

фекерләү кимәлен үҫтереү;

үҙеңде дөрөҫ баһалай белеүҙе үҫтереү;

үҙеңдең һәләттәреңде үҫтереү;

үҙеңде тикшереү һәм үҙеңде төҙәтеү;

үҙ эшеңде дөрөҫ йомғаҡлай белеүгә өйрәтеү [6; 78-се б.].

Традицион күргәҙмәлелек сараларынын айырмалы булараҡ, интернет-ресурстар һәр баланың шәхесенә йүнәлтелгән. Йәғни уҡыу процесында һәр баланың үҙенсәлекле проблемаларын күрһәтә, һәм уҡытыусы теге йәки был уҡыусы менән ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә кәрәк икәнлеген күрә. Йәғни баланың бирелгән мәғлүмәтте хәтерҙә тотоу ҡеүәһе ниндәй, үҙбаһа, трансляция (баланың үҙләштерелгән мәғлүмәткә эске баһаһы), уҡырға теләк кимәле ниндәй булыуын белергә мөмкин. Әйткәндәй, ошо проблемаларҙың иң һуңғыһы – уҡырға теләк кимәле (мотивация) иң ҙур проблемаларҙан һанала. Нәҡ ошо тәңгәлдә яңы технология менән дәрестәр үткәреү уҡыусыла уҡыу, белем алыу, эҙләнеү теләген уята ла инде. Был тарафта яңы йыһазландырыу сараларын да ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән,  компьютер ҡулланыу балала эшләү теләген, бирелгән темаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята.

Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә интернет-ресурсар уҡытыу процесында мөһим күргәҙмәлелек сараһы һәм дидактик сара булып хеҙмәт итә. Уҡытыуҙың төрлө этаптарында интернет-ресурстарға мөрәжәғәт итеп, уҡытыусы бала психикаһының фундаменталь үҙенсәлектәрен файҙалана. Эшкә ылығып китеүҙәрен уҡыусылар үҙҙәре лә һиҙмәй-белмәй ҡала. Һәр баланың индивидуаль проблемаларын табыу, уларҙы үҙҙәренә күрһәтеп биреү уларҙа шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу уята – уҡыусыла шунда уҡ уҡыу һәм танып-белеү эшмәкәрлеге  проблемаларын хәл итеү теләге уяна.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Әҙәбиәт:

1.     Аҙнағолов, Р.F. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Норматив методика: юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультетында белем алыусы студенттар өсөн уҡыу әсбабы / Р.Ғ. Аҙнағолов.  Өфө: БашДУ, 2010.  - 248 б.

2.     Сысоева П.В., Евстигнеев М.Н. Использование современных интернет-ресурсов в обучении языку и культуре//Вестник МГУ. – 2010. – №3. – 26-сы б.

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сообщение на тему "Дидактические возможности интернета на уроках башкирского языка"""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Тьютор

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 366 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.04.2021 196
    • DOCX 17.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хамитова Светлана Раисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хамитова Светлана Раисовна
    Хамитова Светлана Раисовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 287
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Мини-курс

Концепции управления продуктом и проектом: стратегии и практика.

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Прощение и трансформация: освобождение от родовых программ и травм

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 181 человек из 56 регионов
  • Этот курс уже прошли 53 человека

Мини-курс

Методы сохранения баланса в жизни

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 38 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек