Үҙ иленең патриоты ниндәй булырға тейеш?
/тезис/
Башҡорт
теленең аңлатмалы һүҙлегендә патриот һүҙенең мәғәнәһе :
илен яратҡан, ил мәнфәғәтенә фиҙаҡәр бирелгән кеше; илһөйәр тип аңлатылған. Ә үҙ иленең патриоты ниндәй булырға
тейеш һуң? Патриоттар тәрбиәләү, тәү сиратта, мәктәптәге уҡытыусы,
тәрбиәселәрҙең төп эшенә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән туған тел дәрестәренең роле
ҙур. Дәрес, тормош, йәшәү рәүеше, халыҡ – һәр кем өсөн донъяны танып белеү сараһы,
тәжрибә мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, кеше
тыуғас та үҙен уратып алған тирә-яҡ мөхит тәрбиәһендә тәрбиәләнә. Ғаилә,
балалар баҡсаһы, мәктәп, уҡыу йорттары, аралашҡан дуҫтар, туғандар, күршеләр –
бөтәһе лә кеше ғүмерендә тәрбиә процесында ҡатнашҡан фактрҙар. Кескенә генә
балала бер-береһенә ҡараш, туған илгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү иң мөһим сара
булып тора. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле
кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесста аралашыу,
бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу, илһөйәр, ватансы булырҙай сифаттар айырылғыһыҙ
өлөшө булып тора.
Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элек-электән йәшәп килгән уйындар
уйнау, күпләп әҙәби китаптар уҡыу, хат яҙышыу, аралашыу, ярҙамлашыу кеүек ябай
ғәҙәттәр юғалып бара. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет
селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Уҡыусылар туған ил, дуҫлыҡ, намыҫ тигән
темаларға иғтибар итмәй ҙә кеүек. Үҙ илеңдең тоғро улы йәки ҡыҙы булып, патриот
булып йәшәү бер ҡасан да иртә лә, һуң да түгел. Бының өсөн үрнәк булып торорлоҡ
кешеләр ҙә аҙ түгел. Беҙ йәшәгән Үрге Тәтешле-район үҙәгендә, патриоттар
бармы? Кемдәр улар? Беҙ бындай шәхестәр тураһында нимәләр беләбеҙ? Тимәк, был
тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү,
уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим.
Районыбыҙҙа билгеле, матур эштәр башҡарған, хөрмәтле хеҙмәт эйәләре тураһында
өлкән быуын кешеләре байтаҡ файҙалы мәғлүмәт һаҡлай. Беҙ ундайҙар хаҡында
һорашып, өйрәнеп алһаҡ, үҙебеҙ ҙә туған илебеҙҙең файҙалы, кәрәкле кешеләре
булып йәшәр инек. Үҙ иленең патриоты ниндәй булырға тейеш? Тигән һорауға айырым
шәхес миҫалында яуап эҙләргә булдыҡ.
Маҡсатыбыҙ итеп Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылының абруйлы кешеһе, үҙ
иленең патриоты Лоҡманов Закир Лоҡман улы тураһында өйрәнеп, был шәхес
(ҡыҙғанысҡа ҡаршы мәрхүм) башҡарған эштәр үрнәгендә туған илдең ватансы,
илһөйәр кешеһен нисек тәрбиәләүҙе асыҡлауҙы алдыҡ.
Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙ алдыбыҙға түбәндәге бурыстарҙы ҡуйҙыҡ:
-
Үрге Тәтешле халҡы Закир Лоҡман улын кем
булараҡ белә һәм иҫендә ҡалдырған?
-
Уның тураһында уҡыусы балалар нимәләр
белә;
-
Тыуған илебеҙ өсөн был шәхестең изге
эштәрен өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү.
Гипотеза.
Беҙ уйлайбыҙ:
беҙҙең
йәштәге балалар араһында Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Закир Лоҡман
улы тураһында белергә, өйрәнергә теләүселәр күп. Бындай шәхестәр миҫалында үҙ
илебеҙҙең патриоты булырға теләүселәр бар һәм малайҙар-ҡыҙҙар бөтә башланғыстарын
тик изге уйҙар менән башҡарыр ине, тип.
Тикшеренеү эшебеҙҙең объекты - Тәтешле районында йәшәп донъя ҡуйған
Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны Лоҡманов Закир Лоҡман улы тураһында
мәғлүмәттәр, материалдар.
Тикшеренеү эшебеҙҙең предметы - анкета мәғлүмәттәре, район һәм
республика гәзиттәре, музей материалдары. Информаторҙар - Лоҡманов
Закирҙың ҡыҙы Наилә Закир ҡыҙы һәм тормош иптәше Ирина Валентин ҡыҙы.
Результаттар. Тикшеренеү барышында беҙ ҡуйылған гипотезаны дәлилләнек.
Үрге Тәтешле халҡы күңелендә һәм тарих биттәрендә Закир Лоҡман улының илһөйәр,
намыҫлы, абруйлы кеше булараҡ, уның фиҙәҡәр хеҙмәте бөгөнгө көнгә ҡәҙәр күптәр
хәтерендә уйылып ҡалғанын иҫбатланыҡ.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.