Инфоурок Директору, завучу Конспекты"Тула баҫыу" йола фольклоры өлгөһө сценарийы

"Тула баҫыу" йола фольклоры өлгөһө сценарийы

Скачать материал

ӨФӨ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ КИРОВ РАЙОНЫ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

9-СЫ ҺАНЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

 

 

 

 

 

 

 

Тула баҫыу йолаһы

 

 

Һатлыҡова Әлфиә Мират ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Кластан тыш сара

 

 

 

 

 

Тула баҫыу йолаһы

Маҡсат. Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, ауыҙ тел ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү.

Алып барыусы. Халҡымдың йолалары – алтындарҙан – алтын ҡомартҡы. Шул йолаларҙың нигеҙендә башҡорт халҡының сәсәнлеге, йомартлығы, ҡунаҡсыллығы ята. Фольклор – ул ауыҙ – тел ижады, халыҡ сәнғәте. Шул ынйылай ижадтың бәләкәй генә бер киҫәге менән таныштырып китәбеҙ.

Сәхнәлә хужабикә ҡаҙан тирәһендә йөрөй., аш – һыу әҙерләй, өмәгә килгән ҡыҙҙар йырлай – йырлай тула баҫалар.

                                    Аҡ тулалар тиҙ керешә,

                                    Арҡа буйы тигеҙ эрләнгәс,

                                    Бик күңелһеҙ ҡыҙ балаға

                                                           Көткән йәре килмәгәс.

                                    Ай – һай, дуҫтарым,

                                    Дуҫтарым, дуҫ – иштәрем,

                                    Аңламайһығыҙ, йөрәгемдең,

                                    Нисек ашҡынып типкәнен.

                                    Йырлай – йырлай, гөрләй – гөрләй,

                                    Өмәләрҙә йөрөйбөҙ,

                                    Аҡ ойоҡҡа, аҡ сәкмәнгә,

                                    Йырлап тула баҫабыҙ.

Хужабикә.

               Эх, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! Эшләһәләр – эштәре, йырлаһалар - йырҙары! Собханалла! Тулағыҙ бик тигеҙ, бик матур баҫылған икән, ҡыҙҙар! Һуғаһы ла, сайҡап керен сығараһы ғына ҡалған. (Егеттәрҙең йырлап килгәнен ишетә лә, ҡыҙҙар биҙәнә - төҙәнән башлай.)

Ҡыҙ. Ҡыҙҙар, әллә егеттәр  килә? (Тәҙрәнән ҡарай) Ҡыҙҙар йырлай.

                                    Тәҙ(е)рәнән үрелде,

                                    Аҡлы шарфы күренде,

                                    Эй, хоҙайым, минең егет

                                    Килеп ята түгелме?

                                    Көлгән саҡта үлмәгеҙ,

                                    Үлгән саҡта көлмәгеҙ,

                                    Көләр өсөн генә булһа,

                                    Келә ватып йөр(ө)мәгеҙ.

Егет.Юҡ, юҡ, көлөр өсөн генә түгел, бергә - бергә тула баҫып, уйнап – көлөп, күңел асырға тип килдек.

Ҡыҙ. Бик кәрәгегеҙ бар ине, ана бара юлығыҙ.

Хужабикә. Улай тип әйтмәгеҙ, ҡыҙҙар, әгәр егеттәр ҙә ярҙам итһә, эшегеҙ тиҙерәк бөтөр. Ҡыҙҙар, егеттәрҙән башҡа уйын – көлкө буламы ни? Индерегеҙ инде, асығыҙ ишекте.

Ҡыҙ. Әҙерәк ялындырған булайыҡ инде.

Хужабикә. Ярар, ялындырығыҙ улайһа. Тик егеттәрҙе асыуландыра күрмәгеҙ.

Ҡыҙ. Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле, Ғәли тәҙрәгә үрмәләй.

Ҡыҙҙар йырлай башлай.

 

Тәҙ(е)рәнән тәҙ(е)рәгә

Үрмәләмә, Ғәликәй.

Ишек асып, керетер инек,

Буйың бигерәк бәләкәй.

 

Егеттәр.

 

Өмәләрҙә йөрөйбөҙ тип,

Маһаймағыҙ һис кенә.

Бәләкәй тип хурламағыҙ,

Һандуғас та кес кенә.

 

Хужабикә (егеттәрҙе индерә). Ошондай аҫыл егеттәрҙе ишек төбөндә тоталармы ни, ҡыҙҙар? Бик ваҡытлы йөрөйһөгөҙ, егеттәр.Ҡыҙҙар  үҙегеҙҙе көтә - көтә - көтөк булып бөттө.Уҙығыҙ, егеттәр. Әллә туланы бергәләп баҫаһығыҙмы?

Егеттәр. Була ул! Эш беҙгә түҙһен генә!

Егеттәр, ҡыҙҙар йырлай – йырлай эшләйҙәр.

Ҡыҙҙар.

Һуҡ, һуҡ, һуҡ әйҙә

Беләктәрең талмаһын,

Беҙҙең хәтер ҡалһа ҡалһын,

Хужа хәтере ҡалмаһын.

 

Егеттәр.

Һандуғастың балалары

Талға ҡунғандар икән.

Эх, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар,

Бигерәк уңғандар икән.

 

Ҡыҙҙар.

Алма булһа, алы булһын,

Беҙгә һары кәрәкмәй.

Егет булһа, уңған булһын,

Беҙгә ялҡау кәрәкмәй.

 

Егеттәр.

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Илзизәр.

Үҙе уҫал, үҙе сибәр,

Күрһәң, йәндәрең биҙәр.

 

Хужабикә. Ҡыҙҙар, тағы төртмә телләнергә керештегеҙме? Егеттәрегеҙ асыуланыр бит!  Тулағыҙ бигерәк тигеҙ баҫылған. Сайҡап, керен сығараһы  ғына  ҡалған. Йылға буйына төшөп, йыуып ҡына ҡайтығыҙ инде. Һеҙ ҡайтҡансы аш – һыуым да өлгөрөр.

Егеттәр, ҡыҙҙар. Була ул! Йыуып та ҡайтырбыҙ, элеп тә ҡуйырбыҙ. (Сығалар.)

Эх, тула, тула, тула,

Тулала ҡыҙҙар була,

Тулалағы ҡыҙҙар менән

Күңел асырға була.

Һеҙҙә тула баҫалармы,

Беҙҙә тула баҫалар.

Һеҙҙә нисек, беҙҙә шулай,

Йырлап күңел асалар.

Йылға буйында туланы йәйеп һалып, күнәктәр менән һыу ҡоялар, ҡыҙҙар туҡмаҡтар менән туҡмай.

Егет. Эш бөткәс, хәҙер уйнарға ла ярай.

“Аҡ тирәк, күк тирәк” кеүек төрлө уйындар уйнайҙар, бейейҙәр.

Хужабикә. Балалар, ниңә оҙаҡланығыҙ? Самауырым да ҡайнаны, бәлешем дә әҙер, сәксәгем дә бешкән.

Ҡыҙҙар, егеттәр туланы алып, ҡайтырға сығалар.

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Тула баҫыу" йола фольклоры өлгөһө сценарийы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по футболу

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Маҡсат. Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ йолалары менән таныштырыу, ауыҙ тел ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү.

Алып барыусы. Халҡымдың йолалары – алтындарҙан – алтын ҡомартҡы. Шул йолаларҙың нигеҙендә башҡорт халҡының сәсәнлеге, йомартлығы, ҡунаҡсыллығы ята. Фольклор – ул ауыҙ – тел ижады, халыҡ сәнғәте. Шул ынйылай ижадтың бәләкәй генә бер киҫәге менән таныштырып китәбеҙ.

Сәхнәлә хужабикә ҡаҙан тирәһендә йөрөй., аш – һыу әҙерләй, өмәгә килгән ҡыҙҙар йырлай – йырлай тула баҫалар.

                                    Аҡ тулалар тиҙ керешә,

                                    Арҡа буйы тигеҙ эрләнгәс,

                                    Бик күңелһеҙ ҡыҙ балаға

                                                           Көткән йәре килмәгәс.

                                    Ай – һай, дуҫтарым,

                                    Дуҫтарым, дуҫ – иштәрем,

                                    Аңламайһығыҙ, йөрәгемдең,

                                    Нисек ашҡынып типкәнен.

                                    Йырлай – йырлай, гөрләй – гөрләй,

                                    Өмәләрҙә йөрөйбөҙ,

                                    Аҡ ойоҡҡа, аҡ сәкмәнгә,

 

                                    Йырлап тула баҫабыҙ.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 258 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.12.2014 2325
    • DOCX 39.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Альфия Миратовна
    Сатлыкова Альфия Миратовна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 59249
    • Всего материалов: 25

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Правовые требования и современные технологии в сфере проектирования и строительства

72 ч.

1750 руб. 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтинг: основы работы по созданию рекламных и PR-текстов

Копирайтер

300 ч. — 1200 ч.

от 6500 руб. от 3600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 129 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Курс повышения квалификации

Междисциплинарные искусства: современные проблемы и тенденции развития

72 ч.

1750 руб. 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологические аспекты развития и состояния личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

История архитектуры: от классицизма до конструктивизма

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Интерактивные методы обучения русскому языку

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе