Инфоурок Родная литература СтатьиЯҙыусы Рәшит Низамовтың 85 йыллығына. Баҫалҡылыҡ ине уның асылы

Яҙыусы Рәшит Низамовтың 85 йыллығына. Баҫалҡылыҡ ине уның асылы

Скачать материал

Баҫалҡылыҡ ине уның асылы

    

    Күренекле яҙыусы, публицист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премия лауреаты  Рәшит Низамов 1935 йылдың  15  ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында донъяға килгән. Буласаҡ әҙипте тормош иркәләмәй, алдына әленән-әле һынауҙар ҡуя. Атаһы Зыяфетдин Бөйөк Ватан һуғышына алына, артиллерист-төҙәүсе булып хеҙмәт итә. Әммә ҡәһәрле һуғыш уны аямай: яу яланында батырҙарса һәләк була. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре шулдыр инде: ҡаты ауырыу кескәй Рәшитте әсәһенән дә мәхрүм итә. Үкһеҙ етем ҡалған малайға етенсе класты тамамлағандан һуң Өфөләге 5-се һанлы балалар йортонда тәрбиәләнеп, 1-се һанлы интернат мәктәптәәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) белем алырға тура килә. Артабан барлыҡ ғүмере Өфө ҡалаһы менән бәйләнә. Әммә йылдар уҙып, яҙыусы булып танылғас та Рәшит Низамов тыуған ауылы, ауылдаштары менән бәйләнеште бер ваҡытта ла юғалтмай, бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаған һуҡмаҡтарға үлән үҫтермәй.

      Әҙәби ижадҡа илһам да яҙыусыға үҙ ауылының йәмле тәбиғәтенән килгәндер. Кескәйҙән крәҫтиән хеҙмәтенә күнегеп, халыҡ тормошон, көнкүрешен күреп үҫә. ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та көслө була малайҙа. Тормош ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә күтәреп, етемлек ғазаптарын татып үҫкән егет күңелендә кешеләргә мәрхәмәтлелек, ярҙамсыллыҡ, изгелек сифаттары нығына һәм ғүмере буйы уны оҙатып бара. Ябайлыҡ, ихласлыҡ кеүек матур сифаттар ҙа олпат яҙыусының булмышын билдәләй. Ана шуға күрә лә сираттағы китабы донъя күреү менән Рәшит Низамов шатлығын иң тәүҙә ауылдаштары менән бүлешергә ашыға ла торғайны. Автографын ҡуйып, өр-яңы йыйынтығын бүләк итеп, кинәнес кисерер инеЯҙыусының бүләктәрен уҡыусы балалар ҙа, өлкән кешеләр ҙә ихлас ҡабул итте, бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡлай.

     Рәшит Низамов ғүмере буйы башҡорт әҙәбиәтен пропагандалау менән актив шөғөлләнде. Уның макеттары буйынса эшләнгән буклеттар күп һанлы уҡыусыларға байтаҡ башҡорт әҙиптәренең тормошо һәм ижады менән танышырға форсат бирҙе. Ҡарап торғанда кескәй генә тойолған шул буклеттар өсөн күпме материал йыйырға, эҙләргә, урынлаштырырға, нәшер итеүҙе хәстәрләргә кәрәк икәнен әҙерләүсе үҙе генә белә. Ә Рәшит Низамов был эште бар оҫталығын һалып, ихлас күңелдән  башҡарыр ине. Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһында өлкән әҙәби консультант булып эшләгәндә төплө кәңәштәре, тос дәлилдәре менән күптәргә әҙәби ижад даирәһендә үҙ урындарын табырға ярҙам итте.

     Байтаҡ әҙиптәргә хас булғанса, ижад эшен  Рәшит Низамов журналистика менән йәнәшә алып барҙы. “Ленинсы,” “Башҡортостан пионеры,” “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә, “Ваш собеседник” журналында эшләү осоронда яҙыусы булараҡ та танылды. Әҙәбиәт донъяһына ул үҙе балалар яҙыусыһы булараҡ килеп инде. Тәүге китабы «Ышаныс» исеме менән 1971 йылда донъя күрҙе. «Ысыҡ ярыусылар» (1974) тигән икенсе йыйынтығын да уҡыусылар  яратып ҡабул итте. Заманында ошо китабы республикала йәштәр өсөн яҙылған иң яҡшы баҫма тип баһаланып, «Ураҡ һәм Сүкеш» девизы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй конкурсына тәҡдим ителгәйне. Һөҙөмтәлә, ул Мәскәүҙә «Детгиз» нәшриәтендә рус телендә баҫылып сыҡты. Балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән «Аманат ҡылысы» повесын да бик йылы ҡабул итте уҡыусылар. 2003 йылда ижад ителгән «Танып ҡыҙы» повесы ла уҡыусы күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

      Рәшит Низамов һуңғы йылдарҙа ҙурыраҡ күләмле, тарихи тематиканы күтәргән әҫәрҙәргә лә тотоноп, уңыштарға иреште. «Тәңре Улының Шишмәһе», «Изге фарман» романдары-  шундай әҫәрҙәр. Улар хаҡында матбуғатта ябай уҡыусылар ҙа, әҙәбиәт ғалимдары ла ыңғай фекерҙәр әйтте.

     Әҙәби ижадта егәрле булған ошо ябай кешенең йәмәғәтселек эшмәкәрлегендә ҡыйыу, тәүәккәл икәнлегенә лә бер нисә мәртәбә шаһит булынды. Мәҫәлән, Рәшит Низамов 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау осоронда халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырыу, тарҡаулыҡҡа килтереү йүнәлешендә   эш алып барған «Экономика и мы», «Гасыр», «Яңырыу» гәзиттәрен финанслауҙы туҡтатыуҙы һорап, «Восток» банкыһының Өфө филиалы етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, был баҫмаларҙың эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ә инде бер заман башҡорт алфавитын латин графикаһына күсереү хаҡында һүҙ ҡуйыртыла башлағанда әҙип тағы үҙ фекерен белдерҙе. 1999 йылдың 29 июнендә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының ултырышында алфавитты үҙгәртеүҙең ниндәй кире күренештәргә килтереп, рухи мәҙәниәтебеҙгә ҙур юғалтыу булырын аныҡ дәлилләп, төплө итеп сығыш яһаны. Әҙиптең һүҙе был юлы ла өҫтөнлөк алды: алфавитыбыҙ һаҡланып ҡалды. Шулай уҡ халыҡты социаль яҡлау буйынса ла Рәшит Низамов үҙ фекерҙәрен юғары даирәләрҙә белдерергә ынтылды. Ошоно дәлилләгән фактҡа күҙ һалайыҡ: балаларға һәм оло йәштәгеләргә матди ярҙам күрһәтеүҙе һорап, 2003 йылда БР Премьер-министры Р.И. Байдәүләтовҡа мөрәжәғәт итте. Был юлы ла яҙыусының фекере урынлы тип табыла: ун ете йәшкә тиклемге балаларға ошо йылда бер тапҡыр түләнә торған ике йөҙәр һум аҡса бүленде. Күренеүенсә, Рәшит Низамов илем, халҡым тип янып йөрөүен ҡоро һүҙҙә генә түгел, ә аныҡ эштәре менән иҫбатлай. (Яҙыусының 75 йәшлек юбилейына арналған буклет мәғлүмәттәре файҙаланылды. –Р. И.)

     Яҙыусы Рәшит Низамовтың илһөйәрлеге, халҡына ихтирамы әҙәби әҫәрҙәрендә айырыуса ныҡлы сағылыш таба. Хикәйәләрендә, повестарында булһынмы, йә романдарындамы үҙ ауылы, уның тәбиғәте беренсе урында. Был нимәлә күренә? Иң тәүҙә таныш ер-һыу атамаларында. Ауыл тирәһендәге күлдәр, йылғалар, хатта кескәй генә ҡыуаҡтар ҙа әҫәрҙәрҙә үҙ атамалары менән инеп китә (Ташлыкүл, Талпаҡ, Ҡарлыман, Уңғар ҡыуағы, Сәйфетдин тирәктәре һ.б.) Шулай уҡ яҙыусы үҙ төбәге өсөн хас булған дауалау ысулдарын да иҫкә төшөрә үҙ әҫәрҙәрендә (мәҫәлән, аҡ балсыҡ менән дауалау). Яҙыусы ижадында йылҡы малы менән бәйле ваҡиғалар бәйән ителә. Башҡорт халҡы борондан атты тоғро юлдашы итеп һанаған тигән фекер байтаҡ әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Был да уның тыуған ере, халҡы менән тығыҙ элемтәһенә ишара. Халҡыбыҙҙың борон йондоҙҙарға ҡарап төрлө тарафарҙы билдәләүе беҙҙең һәр кемебеҙгә мәғлүм. Был кешеләрҙең тәбиғәт, күк есемдәре менән бәйлелеге, күҙәтеүсәнлеге хаҡында һөйләй. Яҙыусының «Изге фарман» романында ылаусыларҙың йондоҙҙарға ҡарап йүнәлеште билдәләүе бик матур тасуирлана. Халыҡ шундай тәжрибәһе бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған.

     Рәшит Низамов әҫәрҙәрендә һәр образ тиерлек үҙ тыуған ауылы кешеләре тормошонан алынған. Ҡайһылары үҙ исеме менән, ҡайһылары үҙгәртелгән. Ғөмүмән, был кешеләр үҙ ғүмерендә һиҙелерлек эҙ ҡалдырғандар, ҡайһылыр яҡтан танылыу яулағандар, хөрмәт ҡаҙанғандар. Китап уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа яҙыусы үҙе лә был хаҡта ентекләп һөйләй торғайны. Мәҫәлән, «Изге фарман»дағы Алсынбай, Нәзифә, «Һырғауыл» хикәйәһендәге мейес сығарыусы Нариман, һырғауылға менеүҙә ал бирмәгән Фәтхетдин -ана шундайҙар.

     Әҫәрҙәрендә ерле һөйләш формаларын урынлы ҡулланыу ҙа Рәшит Низамовтың үҙ туған тамырҙары менән ныҡлы бәйлелегенә ишаралай. Шул уҡ ваҡытта был художестволы һүрәтләү аша  ысынбарлыҡты уңышлы сағылдырырға булышлыҡ итә. Образдар телмәре ниндәйҙер ҡоро трафарет форма булып түгел, ә тормошсан, йәнле итеп ҡабул ителә. Мәҫәлән, Р. Низамов геройҙары көньяҡ диалекттың урта һөйләшенә хас булғанса анта, мынта, алтылар, килтеләр, уллар, баллар, ҡайҫы һ.б. тип хәбәр һөйләй. Яҙыусының халыҡ менән яҡынлығы, һөҙөмтәлә, әҫәрҙәренең халыҡсанлығы шунда ла күренә.

    Рәшит Низамов халыҡсан тапҡыр һүҙҙәр менән уңышлы эш итте. Халҡының тел байлығы, һөйләү үҙенсәлеге яҙыусы тарафынан ныҡлы өйрәнелгәйне. Ана шуларҙы килер быуындарға ла тапшырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы яҙыусы. Халыҡ тарафынан сығарылған мәҡәл, әйтемдәр менән бер рәттән, яҙыусы үҙе ижад иткән мәҡәл һәм әйтемгә тиң һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр ҙә иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, «Изге фарман»дағы ошондай тапҡыр фразалар фәһемле:  «Ышанмаҡ- намыҫты аҡламаҡ», «Килгән яуға сапмаҡ- илгә именлек бирмәк», «Бөркөт балаһы гел ояһында боҫоп ятмай», «Тәгәрмәс тә әйләнә-әйләнә ыуала», «Ҡорал тотоу- илде һаҡлау» һ.б. әлеге миҫалдарҙа ғына ла яҙыусының сәсәнлек һәләте күҙгә бәрелеп тора.

     Р. Низамовты әҫәрҙәрендә үҙ ауылы тарихы менән бәйле мәғлүмәттәр ҙә табырға мөмкин. Мәҫәлән, «Уңғар ҡыуағы» хикәйәһендә Миңлейән менән Рабиға араһында ошондай һөйләшеү бар. Миңлейәндең таллыҡ исемен ни өсөн Уңғар ҡыуағы тип атауына Рабиға ғәжәпләнеп һорау бирә: «Ниңә Уңғар һуң? Ниңә Томансы түгел?» Яуап шулай: «Борон заманда уңғарҙар йәшәгән бында. Хәҙер улар Карпат тигән тау аръяғында көн итә, ти. Анау битләүҙә уларҙың йорттары булған.» Хикәйә геройҙары беҙҙең тарафтарҙа мадъярҙар (хәҙерге венгрҙар) йәшәгәнлеге тураһындағы фаразды иҫкә төшөрәләр. Бишауыл-Уңғар атамаһындағы Уңғар ҙа ошо фараз менән бәйләнә.

    Ошо рәүешле, Рәшит Низамов үҙен илһөйәр әҙип, халыҡ улы, ҡыйыу публицист, тарих белгесе итеп танытты. Түрәләр алдында биштән бөгөлөп ялағайланмаған, мин-мин тип күкрәк һуғырға ғәҙәтләнмәгән, шаҡ ҡатырғыс юбилей тантаналарына  ҡыҙыҡмаған,  лайыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, маҡтаулы исемдәр, дан-шөһрәт артынан ҡыумаған баҫалҡы әҙип булып халҡы хәтерендә ҡалды. Бәлки, әрһеҙерәк тә булырға кәрәккәндер. Маҡтаулы исемдәре лә, дәүләт наградалары ла тосораҡ булыр ине.

     

 

                                                Рим Исхаҡов.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Яҙыусы Рәшит Низамовтың 85 йыллығына. Баҫалҡылыҡ ине уның асылы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист органа опеки

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 863 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2020 174
    • DOCX 75.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхаков Рим Рифович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхаков Рим Рифович
    Исхаков Рим Рифович
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 98408
    • Всего материалов: 87

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по литературе в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 166 человек

Курс повышения квалификации

Теория и методика преподавания родного (русского) языка и родной литературы

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 200 человек

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 57 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 314 человек

Мини-курс

Копирайтинг: от пресс-портрета до коммуникаций

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, технологи

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Психологическая помощь и развитие детей: современные вызовы и решения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе