Инфоурок Другое СтатьиҺаман һыҙлай Афған яраһы

Һаман һыҙлай Афған яраһы

Скачать материал

Һаман һыҙлай Афған яраһы...

 

Быйыл Орджоникидзе районы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. “Ләлә” мәсете, “Нефтселәр стадионы”, “Еңеү паркы”, һуғыш яугирҙарына арналған музей районыбыҙ ғорурлығы булып тора. Тыуған районымдың һәр төбәге, һәр мөйөшө минең өсөн ҡәҙерле һәм иҫтәлекле...

15 февраль – хеҙмәт бурыстарын  Ватандан ситтә башҡарған Рәсәйлеләрҙе иҫкә алыу көнө.  Совет ғәскәрҙәрен  Афғанстан Республикаһынан сығарыуға ҡарата Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә батырҙарҙы иҫкә алыу сараһы ойошторола.

Рәсәй халҡы бөгөн дә ул аяныслы осорҙо, хәтәр ваҡиғаларҙы хәтерендә һаҡлай. Совет ғәскәрҙәре, афған халҡына эске дошмандарға ҡаршы көрәштә ярҙам итеп уларҙың территорияһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең меңдәрсә һалдат һәм офицерҙарыбыҙ Афғанстан ерендә интернациональ бурысын намыҫ менән үтәне. Күрше дәүләт территорияһынан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы тамамлаған көн халҡыбыҙ өсөн иҫтәлекле датаға әүерелде. Был көндө төрлө йылдарҙа Ватан сиктәренән тыш хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан яугир-интернационалистарға хөрмәт күрһәтеү йолаға әүерелде. Туғыҙ йыл дауамында барған аяуһыҙ һуғышта 500 меңләп кеше ҡатнаша. 14 меңгә яҡын кеше батырҙарса һәләк була.

Һаман һыҙлай Афған яраһы... Ҡайҙан ғына дауа табаһы...  Афған тауҙары совет яугирҙәренә оло хәүеф менән янаған. Таулы ауылдарҙа йәшәүсе тыныс халыҡтың именлеген һаҡлағанда, каруандар оҙатып йөрөгәндә уларға йыш ҡына дошмандар менән осрашырға, бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. Әлбиттә, үлемесле яраланыусылар ҙа күп була.

15 февраль бар афғансылар  өсөн изге көн булып тора. Был көндө улар дуҫтарын иҫкә ала.  Яйы сыҡҡанда осрашып күрешеп торалар.

Бөгөн дә Орджоникидзе районында “Зар илаған әсә” һәйкәле янына яу ҡырында ятып ҡалған батырҙарҙы  иҫкә алыу өсөн халыҡ йыйылды.  Мемориалға сәскәләр һалдыҡ. Беҙ һуғышта һәләк булған һалдаттарҙың исем, фамилиялары яҙылған туҡыма  тотоп  уларҙы иҫкә алдыҡ. Был сараға Афған һуғышы ветерандары, мәктәп уҡысылары, уҡытыусылар, һәләк булған һалдаттарҙың туғандары йыйылды. Ветерандарға Хеҙмәт дәресендә аҡ ҡағыҙҙан  торналар һүрәте (оригами) эшләнек.
Һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттар иҫтәлегенә ошо торналарҙы Афған ветерандарына бирҙек. Был көн миңә бик оҡшаны. Мин митингтарҙа, район һәм ҡала кимәлендә үткән төрлө акцияларҙа ҡатнашам, фотоға төшәм. Бөгөн дә Афған һуғышы ветерандары менән иҫтәлеккә фото төшөү бәхете тейҙе. Быға сикһеҙ шатмын. Үҙемде тыуған илемдең ысын патриоты итеп тойҙом.

...  Утлы юлдар төҙәлмәҫлек  яралар  ҡалдырһа  ла,  ил именлеге өсөн һаҡта сәләмәтлеген юғалтыусы һәр һалдат үҙ өлөшөн лайыҡлы индерҙе. Даръялай киң күңелле, уй-фекерҙәре, донъяға ҡарашы һәм сикһеҙ илһөйәрлек өлгөһө менән һоҡландыра шул яуҙа һыналған ил батырҙары.

 

Өфө ҡалаһы 116-сы мәктәбенең

8В класс уҡыусыһы

Баһаутдинов Рушан.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Һаман һыҙлай Афған яраһы"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Кризисный психолог

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 254 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.05.2017 1243
    • DOCX 407 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Альмира Гумеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Альмира Гумеровна
    Усманова Альмира Гумеровна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 15926
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой