Инфоурок Родная литература Другие методич. материалы"Брейн-ринг" по творчеству М.Карима

"Брейн-ринг" по творчеству М.Карима

Скачать материал

 

Тема. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай  Кәримдең

ижадын йомғаҡлау ( брейн-ринг)

                                                       

       Маҡсаттар: 1)   Мостай  Кәримдең ижады буйынса алған белемгә  йомғаҡ  яһау: шағирҙың тормош юлына, ижадына ҡыҙыҡһыныу  уятыу,  ғорурланыу тойғоһо  тәрбиәләү; уҡыусыларҙың башҡортса  һөйләү  һәләтен  камиллаштырыу;2)Үҙ аллы  фекерләү һәләтен үҫтереү; 3) Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү , М. Кәрим кеүек үҙ илеңдең  патриоты булырға өйрәтеү.

         Предмет-ара бәйләнеш: сәнғәттең төрлө төрҙәре (музыка, кино, һынлы сәнғәт), тарих, рус теле, философия, психология.

Йыһазландырыу: плакаттар,    компьютер, әҫәрҙәр  күргәҙмәһе, иллюстрациялар, “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең  рухи  йондоҙо”  тигән темаға презентация; М.Кәримдең  фотоһүрәттәре;М. Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, , фотоальбом, гәзит-журналдар; аудио- һәм видеояҙма.

                      Брейн-рингтың  барышы.

            Тамаша залы байрамса биҙәлгән.

Слайдта эпиграмма итеп  Ғайса  Хөсәйеновтың  һүҙҙәре  килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.

Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.

( Ҡурай моңо ишетелә.) 
     1-се алып барыусы. Башҡортостан – гүзәл республикам! Бормаланып аҡҡан Дим һәм Ағиҙел йылғалары, сал  Урал  итәктәренең  сәскәле  туғайҙары, алтын  иген  баҫыуҙары, ҡеүәтле  нефть  фонтандары  һәм гигант  завод – фабрикалары булған данлы республика. 
     2 –се алып барыусы. Ҡәҙерле  буяуҙары  һәм ауаздары менән, ғәзиз кешеләре  һәм онотолмаҫ урындары  менән  тыуған  ерҙең  матурлығы сабый саҡтарҙан уҡ күңелгә тамырлана. Башҡортостанда  тыуып  үҫкәндәр  ошо ерҙең  һылыу  Ағиҙеле, күкрәгендә  хазиналар  һаҡлаған  Урал  тауҙары, йәйрәп  ятҡан  далалары  менән  ғорурлана.

     1–се алып барыусы. Беҙ ҙә бөгөн төҫ ташламаҫ ошондай гәүһәрҙәр араһында  Башҡортостандың  тағы  ла  бер  ғорурлығы – Мостай Кәрим ижадына  сәйәхәт  итәбеҙ.   М. Кәрим – ул яҡты йондоҙ. Тирә – яҡҡа нур бөркөп  торған йондоҙ ул. Ғайса  ағай  Хөсәйенов  юҡҡа  ғына  уны “Милләтебеҙҙең  рухи  йондоҙо” тип  атамаған.Кеше  күңелен  йылыта  ла, күңелдәрҙе  күтәрә  лә  ала уның  әҫәрҙәре. Аҙашҡандарға  юл  күрһәтеп торған  йондоҙ  ул  Мостай  ағай.

                 Уҡытыусының  инеш  һүҙе.

            Хөрмәтле  уҡыусылар, бөгөн     беҙ  Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик,  Салауат  Юлаев  исемендәге  премия лауреаты   Мостай  Кәримдең  100   йыллыҡ  юбилейына   арналған    брейн-ринг уйынына йыйылдыҡ. Кластан тыш сараны  ринг, йәғни көс  һынашыу формаһында үткәрәбеҙ. 

            Һүҙлек эше

            Ринг-   бокс ярыш майҙаны;

            Раунд-  бокста бер бәрелешкә билдәләнгән ваҡыт;

             Блиц- “бик тиҙ, йәшен тиҙлегендә” мәғәнәһендә.

            Уйын барышы.
1.Уҡыусылар    һәр  береһе  4-5  уйынсынан  торған  ике  командаға бүленә.
Жюри һайлана.

             Командирҙы һайлау.
Класҡа  һорау бирелә. Иң дөрөҫ, тиҙ, тулы  яуап  биреүсе  уҡыусылар
  командирҙар  тип  һайлана.
Һорау.

М.Кәримдең тәүге шиғыр йыйынтығы нисек атала һәм  нисәнсе  йылда  донъя күрә? (“Отряд ҡуҙғалды”. Өфө, 1938).

             2 –се алып барыусы.  Әҙәби рингты башлайбыҙ.  Бөгөнгө алышта ике команда ҡатнаша. Тәүҙә  командаларҙың  девизын  тыңлайбыҙ.

       (Һәр команда девизы менән сығыш яһай)

           Әҙәби    көс    һынашыу.  

          Беренсе  раунд.

   а) Мәктәптең  китапханасыһы  М.Кәрим  ижадына   ҡыҫҡаса   күҙәтеү  яһай. Мультимедиапроектор аша экрандан Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлын  һүрәтләгән  презентация  күрһәтелә.

    б) “Мине  уйға  һалған  әҫәр”.

    - Әҙиптең  ҡайһы  әҫәре  башҡорт  әҙәбиәтенең  йөҙөн  билдәләй  тип уйлайһығыҙ? Ни  өсөн? Үҙ фекерегеҙҙе яҡлағыҙ. (Һәр команда үҙ фекерен  яҡлай)

           Икенсе раунд.

           Өйгә эштәр конкурсы.

      а) М.Кәримдең ижады буйынса  командалар бер-береһенә икешәр ҡыҙыҡлы һорау бирә.

Яуаптарығыҙ  өсөн  рәхмәт. Киләһе турға рәхим итегеҙ.

            Өсөнсө  раунд.

            Капитандар   ярышы.
(Һорауҙар ҡағыҙ биттәренә яҙылған. Береһен   алып яуап  бирергә  кәрәк.  Уйларға бер  минут  бирелә.)

1.   Кем ул Оло инәй? ( “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесының төп геройы).

  2. Үлмәҫбай  ниндәй  рус  классигының  персонажы  менән  ауаздаш? Персонаждың  исемен  атап  үтегеҙ. (А.Твардовский. Василий Тёркин).

 3. М.Кәрим  нинсәнсе   йылда  башҡорт  халыҡ   шағиры  исемен  ала? (1963).
 4. 2004 йылда режиссер Булат Йосопов тарафынан М.Кәримдең ниндәй әҫәре буйынса  фильм  төшөрөлә?.  ( “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”).
   

            Дүртенсе раунд.

            Таланттар ярышы. 

           а)  М.Кәримдең   бер шиғырын   һөйләргә.            

           Ә  хәзер  ял  итеү  минуты  иғлан  итәбеҙ.   

           (Уҡыусылар М .Кәримдең әҫәрҙәрен сәхнәләштерәләр).

           Рәхмәт, уҡыусылар. Ә беҙ ярышыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

             Бишенсе  раунд.

            Блиц- турнир.  (Һорауҙарға яуаптар)

                     (Утыҙ  секунд  эсендә  кем  күберәк  дөрөҫ  яуап  бирә.Һорауҙар  сиратлап  бирелә. Яуап бирмәгән  команданың  һорауы  икенсе  командаға  күсә.)

         1)Был геройҙар ҡайһы әҫәрҙән?

           - Любомир Зух, Мария Тереза  (“Ярлыҡау” повесы )

           - Оксана, Йәмил  (“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы )

           -Мөхәмәтша, Йәмилә, Ҡотләхмәт (“Ҡыҙ урлау” комедияһы)

           -Кендек, Әсғәт, Вазифа  (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы)

           -Ғабдулла, Вәзир, Айҙар (“Өс таған” повесы)

           -Үлмәҫбай, Теребай  (“Үлмәҫбай” поэмаһы)

        2)  “Декабрь йыры”, “Үлмәҫбай”, “Ҡара һауҙар”, “Йылмайыу”    әҫәрҙәре ниндәй жанрға ҡарай?       (поэма)

         3) М.Кәрим халҡыбыҙҙың  милли  геройына   арналған  ниндәй  әҫәр  ижад  иткән?     (“Салауат” трагедияһы”)      

4)  М.Кәрим ҡайҙа, ҡасан тыуған?  (1919 йылдың     20 октябрендә Башҡортостандың  Шишмә  районы  Келәш  ауылында тыуған. )

5).М.Кәримдең ата-әсәһенең исемдәрен  әйтеп  уҙығыҙ. (Сафа һәм Вазифа)

6 )М.Кәримдең ҡатыны һәм балаларының исемдәрен атап үтегеҙ. (Ҡатыны Рауза, улы Илгиз, ҡыҙы Әлфиә)

 7) Бәләкәй сағында Мостай Кәримдең ҡушаматы ниндәй була? (Кендек)

8) М.Кәрим ниндәй уҡыу йортон тамамлай? (Тимирязев исемендәге башҡорт дәүләт педагогия институтын)

9)  М.Кәримдең икенсе шиғыр йыйынтығы нисек атала?  (“Яҙғы тауыштар”).

10) М.Кәримдең һуғыш йылдарында сыҡҡан йыйынтығын атап үтегеҙ. (“Минең атым”)

 11)М.Кәрим   нинсәнсе  йылда башҡорт  халыҡ  шағиры исемен ала? (1963).

12)М.Кәрим ниндәй әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ була? (“Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)

13)М.Кәримдең ниндәй маҡтаулы исемдәре бар? (Башҡортостандың халыҡ шағиры,   Салауат Юлаев премияһы лауреаты,  СССР- ҙың дәүләт премияһы лауреаты, К.С.Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы)

14)М.Кәрим ҡасан вафат була? (21.09.2005)

15) М.Кәримдең  исеме   нисек  мәңгеләштерелгән ? ( Өфөләге Милли йәштәр театры М.Кәрим исемен йөрөтә. Тыуған ауылында һәм Өфөлә музейҙары бар.

Урам исемдәре.Уның тураһында яҙыусы,шағирҙар бик күп әҫәрҙәр яҙа.

М.Кәримдең әҫәрҙәре  республикабыҙ  театрҙарында  ҡуйыла.)

            Ә ( хәҙер  музыкаль паузаға  рәхим  итегеҙ. Һеҙҙең  өсөн  ҡыҙҙар  башҡарыуында Мостай  Кәрим  һүҙҙәренә  яҙылған «Уҡытыусыма» йыры яңғырай.

             Алтынсы  тур.

Был юлдар ниндәй шиғырҙан:

                                                    1.Ер шарының картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары.

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –

Шундай йәшел, юғары.

( Ҡайын япрағы тураһында).

2. Рус түгелмен, ләкин россиян мин,

Россияның һыуын эскәнмен,

Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,

Үҙ еремдә шулай үҫкәнмен.

                                                ( “Россиянмын” )

3. Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

Әрней минең иҫке бер яра.

(“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.)

4. Таң һыҙыла. Ә йылғалар

Һаман да сылтыр-сылтыр...

Күрәһең инде, йыһандың

Ғишыҡ сәғәте шулдыр.

(“Йылғалар төнөн һөйләшә”.)

Ә хәҙер, ҡәҙерле уҡыусылар ,һеҙгә әҙәби күстәнәс бүләк итәбеҙ.

( Видеояҙманан  М. Кәримдең  шиғыр һөйләгәнең тыңлау. )

1-се алып барыусы  Беҙ Мостайлы  халыҡ булыуыбыҙ менән бәхетле. Үҙенең ижады менән ул башҡорт халҡын, Башҡортостаныбыҙҙы юғары бейеклектәргә күтәрҙе.Мостай Кәримдең ижады беҙҙең күңелдәрҙе артабан да нурландырыр, сөнки Мостай Кәрим беҙҙең  һәр  беребеҙҙең  күңелендә.

2-се алып барыусы. Мостай Кәрим — башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә  хас, мәңге  тере, мәңге  асыласаҡ  хазина  ул.

  Йомғаҡлау, еңеүселәрҙе билдәләү.

1-се алып барыусы. Хөрмәтле тамашасылар ! Беҙҙең бөгөнгө ярышыбыҙ тамам.Байрамда ҡатнашыусыларға, саҡырылған ҡунаҡтарға  ихтирамыбыҙҙы  һәм  рәхмәтебеҙҙе  белдерәбеҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, донъялар  именлеге  теләйбеҙ.  

2-се алып барыусы Башҡортостандың иң бөйөк   шағиры, драматургы Мостафа Сафа улы Кәримовтың поэзияһына арналған уйыныбыҙ тамам. Һау булығыҙ!

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

 

1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1971-1973.

2. Мостай Кәрим. Айгөл иле : пьесалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте,

1979. – 480 бит.

3.Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте,

1981. – 286 бит.

4. Мостай Кәрим. Шиғырҙар поэмалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте,

1985. – 240 бит.

5. Мостай Кәрим. “... Күкрәгемдән ҡоштар осорам”. – Өфө:Уҡытыусыға

ярҙамға, 2009.-72 бит.Башҡорт халык ижады. 10-сы том. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм

әйтемдәр. - Өфө: Китап, 2006.

6. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1997.

7. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1992.

8. Башҡортостан уҡытыусыһы. 1996 – 2 номер. 

 

 

 







 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал ""Брейн-ринг" по творчеству М.Карима"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по гимнастике

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Брейн-риг по творчеству М.Карима

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 670 материалов в базе

Материал подходит для УМК

  • «Литературное чтение (Эдэби укыу): учебник для общеобразовательных организаций с родным (башкирским) языком обучения (в 2 частях)», Сынбулатова Ф.Ш., Мавлиярова А.Т.

    Больше материалов по этому УМК
Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.12.2020 313
    • DOCX 37.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Габдрахимова Гульназ Зайтуновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 12996
    • Всего материалов: 13

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель родного языка (русского языка) и родной литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 23 человека

Курс профессиональной переподготовки

Литература: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Курс повышения квалификации

Семиотический анализ художественного произведения на уроке литературы в условиях реализации ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 136 человек

Мини-курс

Психология детства и подросткового возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 104 человека из 48 регионов
  • Этот курс уже прошли 72 человека

Мини-курс

Налог на прибыль и учет доходов/расходов

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фитнес: особенности построения смешанных групповых тренировок

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 21 человек