Инфоурок Другое Другие методич. материалыДәрес "Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары" 5 класс

Дәрес "Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары" 5 класс

Скачать материал

Тема.  Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары һәм йырҙары

Маҡсат. Башҡорт музыка ҡоралдары менән яҡындан таныштырыу, уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ҡурай моңона, халыҡ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү, һаулыҡ өсөн әһәмиәтен төшөндөрөү, көй төрҙәрен айырырға өйрәнеү, талантлы яҡташтарыбыҙға ҡарата ғорурлыҡ һәм тарихты ихтирам итеү тойғоһо уятыу, тыуған илде яратыу, халыҡ йырҙараның тарихы менән танышыу

Йыһазландырыу. Китаптар күргәҙмәһе, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары һәм плакаты, ҡурайсылар, йырсылар портреты, компьютер, экран, проектор, БР флагы һәм гербы, ҡурайсылар, йырсылар, йырҙар тураһында  видеояҙма, презентация, эпиграф.

Дәрес барышы

                   I.            Ойоштороу моменты

Ҡурай моңо аҫтында Шәйехзада Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғыры уҡыла (слайд 2).

                                                  “Һыҙҙырт ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,

                                                  Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,

                                                      Һиҙҙерт, ҡурай, ҡайнар тойғоларҙы,

     Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын ”

                                                                                                      (Ш. Бабич)

Уҡытыусы:

Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары һәм башҡорт халыҡ йырҙарының төрҙәре  менән танышырбыҙ.

 Әле һеҙ тыңлаған халыҡ йыры “Урал” башҡорт халҡының гимны булып торған. Йыр – фольклорҙың киң таралған төрҙәренең береһе. Донъяла кеше йыр-моңһоҙ йәшәй алмай. Йыр борон-борондан халыҡтың тоғро юлдашы булып килгән. Кеше эш эшләгәндә лә, көтөү көткәндә лә йыш ҡына йырлап йөрөр булған. Йыр -  кешенең күңел күрке булып әүерелгән. Халыҡ үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс ул. Ул үҙенең шатлығын да, һағышын да, ҡайғыһын да йырға һалған, йыр менән күңелендәген әйтеп биргән.

Ә йырҙы музыка ҡоралдарына ҡушып йырлаһаң бигерәк моңло килеп сыға. Әйтегеҙ әле, һеҙ ниндәй музыка ҡоралдарын беләһегеҙ? (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра...)

Эйе, уҡыусылар, беҙҙең милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлыһы – әлбиттә, ҡурай. Бына ул ҡурай (күрһәтә). Ҡурай – башҡорт халҡының төп музыка ҡоралдарының береһе, уның юлдашы, серҙәше, яуҙашы. Бөгөн башҡорт ҡурайы милләттең символына әйләнде. Ҡурай һүрәтен ҡайҙа йыш күрәбеҙ. (Башҡортостан республикаһының Дәүләт гербында һәм флагында) ( һүрәттәрен элеү, слайд 3 )

-       Эйе, ҡурайҙың ете тажы нимәне аңлата? (Ете ырыуҙы). Ә ҡурай берҙәмлек, татыулыҡ сиволы.

-       Салауат Юлаев – батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булһа, ҡурай – хистәр ташҡыны, моңдар даръяһы. Ҡурай – башҡорт халҡының бик борондан, быуындан быуынға аманат итеп тапшырылған музыка ҡоралы.

-       Ә  ҡурайҙы нимәнән яһайҙар? (ҡурай үләненән- слайд 4 һәм башҡа нәмәләрҙән).

-       Нисек? (ҡороған ҡурай үләнен ҡырҡып алалар һәм һабағында тишектәр эшләйҙәр.

-       Ә ул үлән ҡайҙа үҫә? (тауҙарҙа)

-       Эйе был үлән беҙҙең данлыҡлы һәм матур Урал тауҙарында үҫә уның буйы 120-170 см. Ул шулай уҡ Алтай, Саян тауҙарында һәм Якутияла үҫһә лә, музыкаль инструменты булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған.

-       Ҡурайҙы нисек яһайҙар? (ҡурайҙы эшләгәндә һабағын ҡулдар менән сиратлап тотоп һамаҡлап 8-10 ус киңлеген ҡалдыралар ҙа киҫеп алалар (ике бала әйтешә).

        Ҡурай!                                                       –  Кем ҡырҡты?

        Әү.                                                             –  Ҡурайсы.

        Ҡайҙа уҫтең?                                            – Нишләргә?

        Уралда.                                                     – Уйнарға.

Халҡыбыҙҙа ҡурай төрлө-төрлө  булған (слайд 4). Башҡорт яугирҙары ил азатлығы өсөн көрәшкә сыҡҡанда үҙҙәре менән еҙ, тимер ҡурай йөрөткәндәр. Ҡатын- ҡыҙ уйнай торған ҡыҫҡа ғына ҡурайҙы сор ҡурай тип атағандар. «Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды сор ҡурайҡай итеп тартайым», - тип йырлана йырҙа ла. Ағас шпондан эшләнгән ҡурай ҙа бар (күрһәтә). Уны иң тәүҙә Вәкил Шөғәйепов исемле оҫта эшләй.

Ҡурай легендаһын өйҙә китаптан икенсе дәрескә уҡып килерһегеҙ.

-       Танылған ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (слайд 5,6)

(Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәмил Ғәйзуллин, Ишморат Илбәков.)

-       Яҡташ ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (слайд 7)

(Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡолов, Нурғәле Кәйекберҙин, Илшат Солтангәреев, Марсель Сәйетов).

-       Ә һеҙ беләһегеҙме, беҙҙә хатта ҡурайға һәйкәл да бар. Ул Баймаҡ районы Төркмән ауылы эргәһендәге Туғажман тауында ҡуйылған (слайд 8).

Уның тажы ғәҙәттәгесә 7 түгел, ә 19 тажлы  - был Баймаҡ районынан сыҡҡан мәшһүр ҡурайсыларҙы сағылдыра.

     Беҙҙең ҡурай моңон иң беренсе булып донъя кимәленә алып сыҡҡан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев. Ул 1925 йылда Парижда сығыш яһағанда тамашасылар уның хатта ауыҙын астырып ҡарайҙар. Шул ваҡыт Йомабай Иҫәнбаев сәхнәлә тамыры, һабағы булған үләндән ҡурай яһап уйнап ебәрә, бер ҡатын хатта алтын балдағын бүләк итә.

40 йылдан һуң беҙҙең яҡташыбыҙ И. Дилмөхәмәтов шулай уҡ Париж сәхнәһен таң ҡалдырып ҡайта.

 (Ҡумыҙҙа көй яңғырай).

-       Ниндәй музыка ҡоралында көй яңғыраны? (ҡумыҙ) (слайд 9).

-       Ҡумыҙ – башҡорт халҡының иң боронғо ҡыллы музыка ҡоралы. Ул ағастан, ҡаҙ һөйәгенән һәм ҡанатынан була, элек хатта дөйә тояғынан да яһағандар (уйнап күрһәтеү). Ҡумыҙҙа тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, поезд сапҡан тауыштар, хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп була. Элек ҡумыҙ балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар уйын ҡоралы тип иҫәпләнгән, ә хәҙер ҡумыҙҙа ир-егеттәр ҙә уйнай.

Билдәле булыуынса, ер шарының 150 илендә ҡумыҙ сәнғәте йәшәй. Әммә ҡайһы бер илдәрҙә юғалып бара. Беҙҙә ҡумыҙ “Донъяның иң виртуоз ҡумыҙсыһы” Роберт Заһретдинов ағай тарафынан яңынан ҙур билдәнеш алды. (слайд 10,11,12)

Ҡумыҙ уйнай ҡартатайым

Оҫта итеп сиртә-сиртә

Тыңлаусылар түҙә алмай

Тыпыр-тыпыр бейеп китә.

Думбыра – халҡыбыҙҙың боронғо быуаттарҙан килгән тағы ла бер уйын ҡоралы (слайд 12). Был ҡоралда аҡһаҡалдар, сәсәндәр уйнаған, ҡобайырҙарын думбыраға ҡушылып әйтер булғандар. Әммә ихтилалдар ваҡытында халыҡ рухын һаҡлаусы сәсәндәр менән бергә думбыра ла, думбырасылар ҙа рәхимһеҙ юҡ ителә. Думбыраны шул уҡ оҫта Вәкил Шөғәйепов халыҡҡа ҡайтарып бирҙе. Ул өс ҡыллы. Ҡаҙаҡтар ҙа уйнай.

Ҡыл ҡумыҙ – иң тәү яһалған музыка ҡоралдарының береһе (слайд 13). Ул скрипканың ҡәрҙәше, атаһы тиҙәр. Был музыка ҡоралын ҡулбашҡа терәмәй, теҙгә вертикаль ҡуйып уйнағандар.

Һорнай – мөгөҙҙән яһалған тынлы тауыш биреү ҡоралы (һүрәт). Иң мөһим тәғәйенләше – яу ваҡытында, ғәсҡәри хеҙмәттә оран һалыу, сигнал биреү,  көтөүҙә көтөүселәр мал йыйыуҙа ла ҡулланғандар.

Дөңгөр – төңгөр (бубен) тибындағы һуҡма инструмент. Бейеклеге 19, диаметры 35 см булған оҙонса түңәрәк ағас дүңгәләк, ике яҡлап яры менән тарттырыла. Корпус түңәрәге буйлап икешәрләп тәңкәләр беркетелә. Бармаҡтар, ус менән һуғып уйнайҙар.

Бынан башҡа киле, дөмбөрҙәк, таҡылдыҡ, нәғрә, ятаған кеүек уйын ҡоралдары билдәле (һүрәт):

Әй, думбырам, думбырам

Уйна күңел асылһын!

Думбырам минең уйнайҙыр,

Ҡыл-ҡумыҙым, һорнайҙыр

Тыңлай килгән әҙәмдәр

Үҙен-үҙе белмәйҙер.

                    (Эпостан)

Музыка ҡоралдарының сәләмәтлекте нығытыуҙа әһәмиәте бик ҙур. Ҡурай уйнаған кешенең тыны оҙон, тын юлдары иркен, күкрәге киң була. Был инде үпкәләрҙең һаулығына килтерә. Ҡумыҙ сирткән кешенең теш ҡаҙналары ныҡ, тештәре һау була, сөнки ҡумыҙ вибрация биреп теште нығыта. Дөңгөр сирткән кешенең бармаҡ остарындағы нервы бөтөмдәренә күнекмәләр яһала. Ә был һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Шуға күрә берәй  музыка ҡоралдарында уйнаһағыҙ һаулығығыҙ нығыныр.

Физкультминут.  Күҙҙәребеҙҙе йомабыҙ музыка тыңлайбыҙ  (музыка).

        Ә хәҙер, уҡыусылар йырҙарға байҡау яһап китәйек. Халыҡ йөрәге тыуҙырған йыр халыҡ йөрәгендә мәңге һаҡланып ҡала, улар телдән телгә күсеп беҙҙең заманға тиклем килеп еткән. Һәм улар түбәндәге төрҙәргә бүленә:

1.     Оҙон көй – яй, һуҙып йырлана. Был төргә  “Сәлимәкәй”, “Кәмәлек”, “Бейеш” һ.б. кеүек йырҙар инә.

2.     Ҡыҫҡа көй. Таҡмаҡ, марш, бейеү көйҙәре, бәйеттәр, мөнәжәттәр инә. Мәҫәлән, “Циолковский”, “Ҡарт байыҡ”, “Ҡара юрға”.

3.     Һалмаҡ көй йәки һалмаҡ, тыныс ҡына йырҙар “Аҡһаҡ ҡала”, “Киленсәк” (йырлап күрһәтеү)

Әйҙә, матур киленсәк

Булма улай оялсаҡ.

Әсәңдә һин ҡолансаҡ

Ҡәйнәңдә һин уйынсаҡ.

Башҡорт халыҡ йырҙары жанрҙары буйынса түбәндәге темаларға бүленә:

1.     Тарихи йырҙар: бәйет “Саҡ-суҡ”, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар, Крәҫтиәндәр һуғышына арналған йырҙар “Салауат Юлаев”, “Әминәкәй”, 1812 йылдағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған йырҙар:  “Любезники-любизар”, “Эскадрон”, “Икенсе армия”.

2.     Тыуған ер, тәбиғәт матурлығы тураһында: “Урал”, “Йәмле Ағиҙел буйҙары”.

3.     Батыр-ҡасҡындар тураһында йырҙар: “Буранбай”, “Баяс”, “Хисам”.

4.     Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының әсе яҙмышы тураһында: “Таштуғай”, “Ғилмияза”, “Ашҡаҙар”.

5.     Башҡортостандың колонизацияһы тураһында: “Шарлы урман”, “Йәмәләкәй-тау”, “Тәфтиләү”.

6.     Кантон начальниктары тураһында: “Ҡолой кантон”, “Ҡаһарман кантон”, “Абдрахман кантон”.

7.     Армияла хеҙмәт итеү тураһында йырҙар: “Һырдаръя”, “Илсе Ғайса”, “Порт-Артур”.

Ошо боронғо йырҙарҙы халыҡҡа еткереүсе, таратыусы йырсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Флүрә Килдейәрова, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ғәли Хәмзин, Фәрит Бикбулатов, Ишмулла Дилмөхәмәтов һ.б.)

 

Йомғаҡлау.

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөн һеҙҙең менән башҡорт халыҡының ниндәй музыка ҡоралдары менән таныштыҡ?

Халҡыбыҙ ижадының бер төрө – йырҙың төрҙәре моңло, бай тарихлы икәнлеген белдек.

Ә хәҙер белемдәрҙе нығытыу маҡсатында тест үткәреп алайыҡ.

1.     Башҡорт халҡының гимны дәрәжәһенә  күтәрелгән  йыр.

a)     “Урал”

б) “Азамат”

в) “Салауат”

2.     Сәсән, шағир, йырсы, импровизатор, көрәшсе исемдәрен  бер юлы ниндәй шәхес йөрөткән?

а)  Батырша

               б) Ҡараһаҡал

               в) Салауат

3.     Өс телле музыка ҡоралы.

a)     Ҡумыҙ

б) Думбыра

в) Дөңгөр

4.     Йырҙар ниндәй төрҙәргә бүленә?

Өйгә эш. Уҡырға 50-59 бит. Музыка ҡоралдарының һүрәтен эщләргә (һүрәттәрен таратып бирергә).

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Дәрес "Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары" 5 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по привлечению инвестиций

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 597 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.01.2019 2325
    • DOCX 26.5 кбайт
    • 37 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галлямова Фирдавис Юсуповна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галлямова Фирдавис Юсуповна
    Галлямова Фирдавис Юсуповна
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2498
    • Всего материалов: 1

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 332 человека

Мини-курс

Фитнес: особенности занятий и специфика питания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 117 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 41 человек

Мини-курс

Проектный анализ: стратегии и инструменты управления успешными проектами

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы программирования и мультимедиа: от структуры ПО до создания проектов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек