ТЕМА :
Милли аштар. Башҡорт ҡымыҙы.
Маҡсат: 1) уҡыусыларҙы башҡорт аштары менән
таныштырыу;
2) ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләшеү; 3)
уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу; 4) һөйләү телмәрен үҫтереү; 5) яңы
һүҙҙәрҙе үҙләштереү; 6) белем һәм тәрбиә биреү.
Йыһазландырыу: электрон дәреслек, медиапроектор,
китап күргәҙмәһе, милли ризыҡтар күргәҙмәһе, открыткалар, “Башкирская кухня”
китабы, һүрәттәр, интернет селтәренән мәғлүмәттәр.
Дәрес барышы.
I.
Ойоштороу мәле.
-
Һаумыһығыҙ!
-
Дөрөҫ ҡына ултырып видео
ҡарайбыҙ.
(“Башкирский кумыс”, видеоролик)
-
Был видеонан ниндәй
мәғлүмәт алдығыҙ
-
Рәхмәт, Гүзәл!Тыңлайбыҙ
һине.
-
Рәхмәт.Афарин!
II.
Китап менән эш. (176-сы бит, « Башҡорт ҡымыҙы»)
1. Уҡытыусы уҡыуы
2. Һүҙлек эше (Һауа, Һаҡмар, ҡыҙҙар,ҡымыҙ)
3. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
-
Был шиғырҙы кем ижад
иткән? (Ҡ.Даян)
-
Ошо шиғырға кем көй
яҙған?(З.Исмәғилов)
-
Ошо йырҙы кемегеҙ йырлап
күрһәтергә теләй?(Альбина, Гүзәл, Азалиә)
-
Уҡыусылар, беҙҙең дә
һөйләшә, йырлай торғас тамаҡтар кибеп китте. Беҙ ҙә ҡымыҙ эсеп алайыҡ. (кунаҡтарға,
уҡыусыларға ҡымыҙ эсереү) Тәмлеме? Ҡымыҙ нимәләрҙән файҙалы, кем белә?
-
Үпкә сиренән һәм ашҡаҙан
ауырыуҙарынан.
III.
Яңы тема. Милли аштар.
-
Башҡорт ҡымыҙы – башҡорт
милли ашы.
-
Тағы ниндәй милли аштарҙы
беләһегеҙ?
-
Мин башҡорт балы
тураһында беләм! (Альбина)
-
Мин ҡорот тураһында
реферат әҙерләнем.(Индира)
-
Беҙ бишбармаҡ тураһында
реферат әҙерләнек(Азалиә, Алһыу)
-
Рәхмәт,ҡыҙҙар!
-
Дәфтәрҙәрҙә датаны
яҙабыҙ.
IV.
Электрон дәреслек менән
эш.
1. һүҙлек эше башҡарыу;
һүҙҙәрҙе эҙләү,
һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып алыу
- Ҡыҙыҡлы күнегеүҙе эшләйбеҙ! Ошо хәрефтәр
араһынан һүҙҙәр эҙләгеҙ.(бал,аш,бауырһаҡ, ….)
Күмәкләп хор менән уҡыйыҡ. Былар бөтәһе лә
ниндәй төркөмгә инә?(аш-һыуҙар)
2. – Фразаны тыңлап, тәржемәһен русса яҙығыҙ.
А) Аҙыҡ тәмле, файҙалы булырға тейеш.
Б) Кешенең рационында ит тә, балыҡ та, һөт
ризыҡтары ла, йәшелсә-емештең дә булыуы мөһим.
В) Башҡорт милли аштары бик файҙалы һәм тәмле.
Г) Башҡорттар һөт, ит, иген ризыктары
әҙерләгән.
3. -Диалог. Тыңлайбыҙ. Хәҙер ролләп уҡыйбыҙ.
4. Һөйләмде тыңлағыҙ һәм дөрөҫ тәржемәһен табығыҙ.
5. Аштарҙың исемдәрен һүрәт аҫтына дөрөҫ итеп
ҡуйығыҙ.
V.
Йомғаҡлау.
-
Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр
тураһында белдек? Ниндәй ризыҡтар менән таныштыҡ?
-
Тимәк, дәрестең бөгөнгө темаһы милли аштарға
бағышланған.
-
Һеҙҙең өсөн, уҡыусылар,
был кабинетта милли аштар тураһында күргәҙмә бар. Тәнәфестә танышырһығыҙ.
VI.
Баһалау.
-
Дәрескә рефераттар
әҙерләгән …..,….-“биш” алалар.
-
Тасуири уҡыу өсөн -…..
–«», «», «»…
-
Йыр йырлаған өсөн -….,
-
Күнегеүҙәр эшләгәндә
актив ҡатнашыу өсөн -...
VII. Өйгә эш.
178-179-сы биттәр,
текстты тасуири уҡырға, һорауҙарға яуаптар яҙырға.
VIII. Дәрес өсөн рәхмәт.Һау булығыҙ!
Яңылыштың! Якшы!
Нисек дөрөҫ була?
Дөрөҫ!
Кем икенсе итеп уйлай? Афарин!
Дөрөҫ булманы!
Хаталандың!
Кем төҙәтә?
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.