Инфоурок Родной язык КонспектыКонспект открытого урока по башкирскому языку на тему "Исем" (5 класс)

Конспект открытого урока по башкирскому языку на тему "Исем" (5 класс)

Скачать материал

Тема: Исем

Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсеңде тыңлай белеү, бер- берең менән аралашыу мәҙәниәте тәрбиәләү; парлап һәм төркөмдәрҙә эшләү ҡағиҙәләрен үҙләштереү. Телмәрҙе фекерләүҙе үҫтерергә, аңлап, дөрөҫ яҙырға өйрәнеү; тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү,борондан килгән уйындарға, байрамдарға ҡыҙыҡһыныу уятыу; илһөйәрлек рухы тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште, шартына ҡарап, эҙмә- эҙлекле үтәргә, грамоталы яҙырға, дөрөҫ йүнәлештә үтәү, телмәрҙе һәм фекерләүҙе үҫтереү; парлап һәм төркөмләп эшләп өйрәнеү.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: исемде белдергән һүҙҙәрҙе  күҙәтеү һәм сағыштырыу ярҙамында уларға хас үҙенсәлектәр тураһында һығымта яһау; яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышын иҫкә алыу; һан, зат, килеш  менән үҙгәреүен ҡабатлау.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта.

Дәрестең төрө:  Уйын- дәрес.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ! Бөгөн һеҙҙә башҡорт теле дәресен мин алып барам, минең исемем Айзилә Заһит ҡыҙы.

II. Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.

1. -  Уҡыусылар, һеҙ дәрескә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптары.)

(Экранда өс төрлө маска сығарыла : (1-се слайд аптырау, илау, йылмайыу маскалары)).

·         Ҡайһы маскаға һеҙҙең кәйефегеҙ тура килә?

(Экранда йылмайыу маскаһы ғына тороп ҡала.)

·         Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, кәйефтәребеҙ яҡшы, барыбыҙ ҙа шат, күтәренке күңел менән дәресте башлайбыҙ.

IV. Уҡыу мәсьәләһен булдырыу.

 - Уҡыусылар,  тағы ла таҡтаға ҡарайбыҙ, унда нимәләр яҙылған. Улар менән ни эшләйек?

Уҡыусылар: Тиҙәйткестәр.Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнәйек.

·         Әйҙәгеҙ!

(2-се слайд) Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙеке, мөгөҙө үгеҙҙеке, үгеҙҙең мөгөҙөн үҙегеҙ һындырғас, үгеҙҙән күрмәгеҙ, үҙегеҙҙән күрегеҙ.

Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ, ҡапҡа ҡаҡма, таҡта ҡаҡ.

Һылыубикә һигеҙ һыйыр һуйған, һигеҙе лә һимеҙ, һигеҙенән дә һигеҙ һауыт май сыҡҡан.

Һәҙи, һыйырҙарға һоло һаламын һал! (Уҡыусылар тиҙәйткестәрҙе әйтәләр, телдәрен шымарталар.)

III. Мотивация булдырыу Уҡыусылар, быйыл Башҡортостанда нимә йылы тип иғлан ителде? (Сәләмәт һәм оҙон ғүмерлек).

 Шуға күрә әйҙәгеҙ беҙҙең дәрестең девизы итеп    СӘЛӘМӘТ ТӘНДӘ – СӘЛӘМӘТ АҠЫЛ        тигән һүҙҙәр булһын. Әйҙәгеҙ уны бергәләп уҡыйыҡ. Сәләмәтле булыу исен нимә эшләр кәрәк? (хәрәкәт) (3-сө слайд) 

Хәрәкәт ул- йөрөү атлап

Хәрәкәт ул- барыу ауға

Хәрәкәт ул – елеү атта

Хәрәкәт – менеү тауға.

“Хәрәкәттә- бәрәкәт”, - тип

Әйткән ололар бик хаҡ!

 (Бергәләп уҡыу.) Ә сәләмәт, һау булыр өсөн  ниндәй булыр кәрәк, нимәләр эшләр кәрәк?

Уҡыусылар: физ. Күнекмәләр, спорт менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу, сынығыу, тырыш булыу кәрәк

Уҡытыусы: Сәләмәт булыр өсөн иң мөһиме, тырыш булыр кәрәк әлбиттә. Тырыш кеше ниндәй үрҙәргә лайыҡ була?

Уҡыусылар: Тырыш кеше яҡшы уҡый, бөтә эшен еренә еткереп башҡара, эшләй, алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшә.

- Бик яҡшы, тимәк, һеҙ бөгөн дә тырышып эшләп, яңы белемдәрҙе үҙегеҙ алырһығыҙ.

- Кеше сәләмәт, тырыш булыр өсөн ниндәй сифаттар хас икәнен  беҙ һеҙҙең менән дәрес барышында асыҡларбыҙ һәм ошо девиз аҫтына элеп барырбыҙ.

-  Афариндар! Малайҙар, ҡыҙҙар, ә  һеҙ уйнарға яратаһығыҙмы?

-  Ниндәй уйындар күберәк уйнайһығыҙ?

Уҡыусылар: (4-се слайд) “Йәшенмәк”, “Баҫтырышмаҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, компьютер уйындары, өҫтәл уйындары,  төрлө спорт уйындары: баскетбол, волейбол, футбол, хоккей уйнау, саңғы, сана шыуыу.

 - Өләсәйҙәрегеҙ бала саҡта ниндәй ҡыҙыҡлы уйындар уйнаған?

Уҡыусылар:

(7-се слайд) “Ҡул биреш”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Күмер йөҙөк”, “Аҡ ҡалас”, “Йәшерәм яулыҡ”,

“Өйрәк атыш ”, “Йәшенмәк”, “Лапта”. “Наза”, “Косилка, млотилка”, “Марш” уйындары.

- Эйе, дөрөҫ. Балалар уйындары  бөтә халыҡта ла бар. Улар күп төрлө. Дөйөм әйткәндә, беҙ уларҙы нисек атайбыҙ?

Уҡыусылар:  Милли уйындар.

- Афарин, уйындар төрлө байрамдарҙа үткәрелә торған булған. Ә һеҙ ниндәй байрамдар беләһегеҙ?

Уҡыусылар:

(8-се слайд)  “Науруз”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Сөмбөлә”, “Кәкүк сәйе”, “Йәйге Нардуған”, “Ҡышҡы Нардуған” , “Һабантуй”.

- Һеҙгә иң оҡшаған байрам?

Уҡыусылар:  (9-сы слайд Һабантуй.

 

- Бик һәйбәт! Әйҙәгеҙ, улайһа, һабантуй үткәреп алайыҡ.

 ә һабантуй ниндәй кешеләрҙең хеҙмәтенә арнала?

Уҡыусылар:Тырыш, хеҙмәт һөйөүсән. 

- Уҡыусылар, ә һабантуйҙа ниндәй уйындар уйнағандар?

Уҡыусылар:

(10-сы слайд)

● “Уҡ атыш” (Мәргәнлек).

● Бағанаға менеү.

● Тоҡ менән көрәш.

● Тоҡ менән йүгереү.

● Милли көрәш.

● Ҡалаҡҡҡа йомортҡа һалып йүгереү.

● Ат сабышы.

● Һыулы күнәктәр менән ярышыу.

● Көршәк ватыу.

● Эстафета.

Дөрөҫ. Һабантуйҙа әллә күпме ярыш төрҙәре үткәрелгән. Ваҡыт тар булыу сәбәпле, беҙ уларҙың бөтә төрҙәрен дә ала алмайбыҙ. Бөгөнгө һабантуйҙың программаһы менән таныштырып үтергә рөхсәт итегеҙ.

Һабантуйҙың программаһы:

      ● “Уҡ атыш”

     ● Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү

     ● Тоҡ менән көрәш.

·         Тоҡ менән йүгереү

      ● Ат сабышы (Программалар таратып бирелә).

- Һабантуйҙар  ауылдар араһында ярыш алып барған. Был байрамда иң ҙур бүләк нимә булған ? (һарыҡ) .

Бөгөн беҙҙең байрамда ла иң шәп, иң актив уҡыусыға “һарыҡ” бүләк була.   (11- се слайд- һарыҡ һүрәте)

 

-Ә хәҙер дәрестең темаһын билдәләр өсөн һабантуйҙың ярыштарын башлайыҡ. Бының өсөн беҙгә ике аймаҡҡа бүленергә кәрәк буласаҡ: Әйҙәгеҙ “Отҡорҙар” аймағы,“Зирәктәр”аймағы булһын. Һәр аймаҡ үҙенең аҡһаҡалын һайлап ҡуя, улар үҙҙәре яулаған мәрәйҙәрҙе дөрөҫ кенә итеп  иҫәпләп баралар. Был һабантуйҙың аҙағында еңеүселәрҙе билдәләү өсөн кәрәк буласаҡ.

(12-се слайд)     “Отҡорҙар” аймағы                   “Зирәктәр”аймағы

I.   Беренсе ярыш төрө – мәргәнлек.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

 

ти халыҡ мәҡәле.

-Иң беренсе ярышта  беҙ алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөп, теманы асыҡлап китәйек. Һәм яҡшы үҙләштерер өсөн, мин һеҙгә карточкалар таратам, унда үҙегеҙҙең проектығыҙҙы эшләп бараһығыҙ.  Уның өсөн мин һеҙгә тест һорауҙарын тәҡдим итәм. Кем дөрөҫ яуапты белә ҡул күтәрә. Һәр бер дөрөҫ яуап өсөн мәрйәндәр бирәм. Ҡайһы аймаҡта мәрйендәр күберәк була, шулар еңеүсе.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ.

Тест

                                    (13-сө слайд)

                         

Башҡортостаныбыҙ тураһында нимә белгәнегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Мин һеҙгә тест һорауҙары тәҡдим итәм. Уның менән ни эшләргә кәрәк?

- Дөрөҫ яуапты табырға кәрәк.

Бик яҡшы, уҡ сәпкә тейҙе, дөрөҫ яуаптарҙы тапһаҡ, таҡтаға сығабыҙ ҙа яҙа барабыҙ.

Башҡортостандың иң оҙон йылғаһы?

              а)  Һаҡмар

              б)  Ағиҙел      

              в)  Эҫем

Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?

              а)  Себер

              б)   Урал

Башҡортостандың хәҙерге баш ҡалаһы?

    а)  Өфө

    б)  Стәрлетамаҡ

    в)  Темәс

Башҡортостандың башлығы кем?

              а)  Хамитов

              б)  Путин

               в) Хабиров

 

Башҡортостан , Ағиҙел, Урал, Өфө, Хабиров

-   Ошо яҙылған исемдәрҙе ҡысҡырып уҡыйыҡ. Был һүҙҙәр нимәләр ул?

Уҡыусылар: исем

Уҡытыусы: Афарин, бөгөн беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы Исем.

Бик мәрйенһегеҙ. Уҡты сәпкә тейҙерҙегеҙ.

-         Ә исем нимәне белдерә? Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?  Карточкаларыбыҙға яҙып ҡуяйыҡ.

 

II.   (16-сы слайд)

Икенсе ярыш төрө - ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү.

Хәрәкәттә – бәрәкәт.

 

Был бәйгене үтеү өсөн тест һорауының яуаптарына әйләнеп ҡайтайыҡ

-   Уҡыусылар, был исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән)

-    Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ)

-    Башҡортостан нимә исеме? Урал нимә исеме? Өфө нимә? Ағиҙел нимә? Хабиров кем?

-    Хәҙер Башҡортостан тураһына ил тип яҙайыҡ…

Ил, тау, ҡала, йылға, президент.

-     Икенсе юлдағы исемдәрҙе нисек яҙҙыҡ? (Бәләкәй йәки юл хәрефе менән)

-     Бындай исемдәр нимә тип йөрөтөлә? (Уртаҡлыҡ)

 Тимәк исемдәр яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ була, карточкаларыбыҙға яҙып ҡуйҙыҡ.

- Афарин, ә хәҙер инде ҡалаҡҡа һалынған йомортҡаны ватмайынса Уралтау башына мендерергә кәрәк. 

- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ (18-се слайд) “Башҡортостан” яңғыҙлыҡ исеменә ингән хәрефтәрҙән уртаҡлыҡ исемдәр төҙөйөк (баш, ҡорт, ос, ҡор, шар, башҡорт, ҡаш, торт, башаҡ, ҡош, таш, ат) (Аймаҡтар алмашлап әйтә, ҡайһы аймаҡ һүҙ әйтеүҙән туҡтай шул еңелеүсе була. Еңеүсе аймаҡты билдәләп китеү.)

Уҡыусылар:

- Бик яҡшы, ике аймаҡ та бик уңған булып сыҡты, шулай булғас тауға менер өсөн кешегә иң кәрәкле сифат–тырышлыҡ.  Шулай уҡ был һүҙ ҙә сәләмәт  кешенең бер сифаты. (ЭЛЕРГӘ)

 

(19-сы  слайд) III.

- Артабанғы ярыш төрө – тоҡ менән һуғышыу

Уңыш башы - түҙемдә(терпение)

Был бәйгенең девизы уңыш башы – түҙемдә, сөнки еңнп сығыр өсөн беҙгә түҙемлек кәрәк. Таҡталағы һүҙҙәргә күҙ һалығыҙ.

Үлән                          япраҡ

Үләндең                    япраҡтың

Үләнгә                      япраҡҡа

Үләнде                     япраҡты

Үләндә                      япраҡта

Үләндән                    япраҡтан

Был ниндәй һүҙҙәр? Улар нимә менән үҙгәргән?

-Афарин! Ә хәҙер тоҡ менән алыш үткәрәбеҙ. Бына һеҙгә тоҡтар ( һәр аймаҡҡа) беренсе кеше башлап ебәрә, сылбыр буйлап тоҡто икенсе кешегә тапшыра, һәм һәр береһе килеш менән мин әйткән һүҙҙе үҙгәртергә тейеш. Кайһы аймаҡ беренсе әйтеп бөтә шул еңеүсе булып сыға.

- Афарин был ярышта ..... еңеүсе булып сыҡты. Тимәк исем нимә менән үҙгәрә? Үҙебеҙҙең ҡағыҙҙарға яҙып ҡуйҙыҡ.

-Афарин! Сәләмәт кешегә хас сифат түҙемлек

IV. Тоҡ менән йүгереү

берҙәмлектә – көс булды.

Был бәйгелә беҙ исемдең киләһе үҙгәреү юлы тураһында һөйләшәсәкбеҙ.

Әйҙәгеҙ таҡтаға күҙ һалайыҡ. (СЛАЙД) һүрәттәр

Был һүрәттәрҙә ниндәй айырма күрәһегеҙ? Яңғыҙ һәм күмәк кешеләр. Нисек уйлаһығыҙ исем нимә менән үҙгәрә? (Һан)

- Афарин! Исем һан менән үҙгәрә, берлектә һәм күплектә була ала.

Ҡағыҙҙарығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.

-         Был яраштың девизы берҙәмлектә – көс булды. Әгәр беҙ татыу, берҙәм, күкмәк булһаҡ, .ауырлыҡтарҙы еңел еңә алабыҙ, бергә булып көслө булабыҙ. Көслө һүҙе лә сәләмәт кешегә хас сифат, уны ла элеп ҡуяйыҡ.

 

- Ниндәй һабантуй ат сабышһыҙ була?

Аты барҙың – ҡанаты бар, ти халыҡ мәҡәле.

(22-се слайд)

IV төр ярыш - Ат сабышы

Аты барҙың – ҡанаты бар.

 

– Ә хәҙер бында ҡайһы аймаҡтың алдан килеүен билдәләрбеҙ.

Уҡыусылар: Әйҙәгеҙ

- Ике аймаҡҡа ла һүҙҙәр теҙелмәһе бирелгән.  Иғтибар менән ҡарайбыҙ, нимә эшләргә кәрәк?           

·         Дөрөҫ, әйҙәгеҙ асыҡлап китәйек милли спорт һәм уйындар кешеләрҙә ниндәй сифаттар тәрбиәләй?

Уҡыусылар: РУХ НЫҠЛЫҒЫ.

Был сифат та хеҙмәт һөйөүсән кешене матурлап торһон.

 

Ә хәҙер “Отҡорҙар” ға һүҙ (Отҡорҙар үҙҙәренең һөйләмдәрен уҡый, уртаҡлыҡ исемдәрен һанап бирә).

- Афарин, ике аймаҡ та бик шәп булып сыҡты.

- Әйҙәгеҙ алған белемдәребеҙҙе йомғаҡлап китәйек.

Бирелгән эштең дөрөҫ яуабын табығыҙ.  Һәр төркөм исемдәргә дөйөм атама табығыҙ.

 

            Уҡыусылар, һабантуй йомғаҡлауға ла бара. Ниндәй эштәр башҡарҙыҡ?  Маҡсатыбыҙға ирештекме?

Уҡыусылар: Эйе, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр тураһында белдек, уларҙың яҙылышын күҙәттек, тиҙәйткесәр әйттек, һабантуйҙа ярыштыҡ, таблица менән эшләнек, һөйләмдәр төҙөнөк, бер-беребеҙҙең эшен баһаланыҡ, бик күп мәҡәлдәр ҙә өйрәндек.

·         Афарин!  Кем бөгөн алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.

Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, һеҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ. Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.

- Эйе, уҡыусылар, һеҙ үҙегеҙҙең тырышлығығыҙҙы күрһәтеп,  сәләмәт кешенең бөтә сифаттарында таптығыҙ. Әйҙәгеҙ, уларҙы һанап китәйек:

(26-сы слайд)

Сәләмәтлек

Патриотлыҡ

Отҡорлоҡ

Рух ныҡлығы

Тырышлыҡ

Эйе,  беҙҙең һабантуй ҙа шул спорт уйындары түгелме? Һеҙ бик тырыштығыҙ, киләсәктә туған телегеҙҙең моңон һаҡлаусылар, тел байлығын үҫтереүселәр булып ҡалырһығыҙ.

Сәләмәт булығыҙ  Ошо сифаттарҙы бер ҡасан да үҙегеҙҙән ебәрмәгеҙ.

Дәрес өсөн ҙур рәхмәт!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект открытого урока по башкирскому языку на тему "Исем" (5 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Нутрициолог

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 657 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.05.2021 611
    • DOCX 31.9 кбайт
    • 29 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Амакасова Айзиля Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Амакасова Айзиля Загитовна
    Амакасова Айзиля Загитовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 38587
    • Всего материалов: 50

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 54 человека из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 316 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель русского языка и литературы

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1541 человек из 84 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 916 человек

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и культура речи: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель русского языка и культуры речи

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 183 человека

Мини-курс

Литературные пути: от биографий к жанрам

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Классики и современники: литературные портреты и психология творчества

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Музыка в мире: народные и культурные аспекты

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе