Инфоурок Другое КонспектыҒәлимов Сәләм. 'Бала' поэмаһы. 10 класс

Ғәлимов Сәләм. 'Бала' поэмаһы. 10 класс

Скачать материал

Дәрес темаһы:   Ғәлимов  Сәләм “ Бала”  поэмаһы ( дәрес - хөкөм)

Маҡсаты : а) Белем биреү, Ғ Сәләмдең  ижад юлы менән танышыуҙы дауам итеү;

б)Тасуири һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү;

в)Поэманың йөкмәткеһен анализлау, төп темаһын асыу;

г) Бала поэмаһы аша  уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү;

Йыһазландырыу : дәреслек , дәфтәр, компьютор,проектор,интер- в таҡта, хөкөм итеүсе трибунаһы

                    Дәрес барышы:

1)    Өйгә эште тикшереү( поэма буйынса цитаталы план төҙөргә тейештәр) план ошондайыраҡ була:

1) “…Ҡайһыһында юҡ һуң мөхәббәт?”

2) “…Бальзак кеүек яңғыҙ ҡартайыуы, минеңсә, иң- яҡшыһы”

3) “…Иң яратҡан исем ҡушырбыҙ” 

4) “…Ҡалаға ҡайт ,Зәйнәп ,тиҙерәк “

5) “…Кем булғандыр ергә тыуыр бала?”

6) “…Кире аҡһаларсы йылғалар..”

7)”…Бала- бәғер ите”

2) Яңы дәрестең темаһы , маҡсаты менән таныштырыу, темаға , дәрескә инеш әңгәмә

)Таҡтаға число, дәрестең темаһы, эпиграфы яҙылып ҡуйыл а.Мәҫәлән,

Егерменсе ғинуар. Ғ Сәләм “ Бала “поэмаһы

                         Бала бит ул- эшкә көс бирә

                        Тормош йәме  күберәк күренә ( Ғ. Сәләм)

“Сәңгелдәк “тапшырыуының көйө балаларҙы яңы дәрестең темаһына алып кереп китә.( 2-3 минут тыңлайбыҙ) Шунан ҡыҫҡаса һорауҙарға яуаптар бирәләр

-   Был ниндәй көй? (“ Сәңгелдәк “тапшырыуындағы бишек йыры)

-   Нимә һуң ул бишек йыры? Уны кем йырлай?(баланы йоҡлатҡанда әсәйҙәребеҙ йырлай)

-   Ә хәҙер әйтегеҙ , беҙ ни өсөн был йырҙы тыңланыҡ?( сөнки беҙ бөгөн Ғ. Сәләмдең  “Бала “ поэмаһын үтәсәкбеҙ)

Уҡыусылар хәҙер беҙ һеҙҙең менән хөкөм залына күсәбеҙ.Класта ултырған уҡыусылар араһынан Хөкөм итеүсе ,  Хөкөм ителеүселәр , Ғәйепләүсе , Яҡлаусы , Шаһиттар  һайлап алына, йәки был  ролдәр алдан бүлеп бирелгән була.Быны компьютор, проектор ярҙамында таҡтала ошондайыраҡ схема ярҙамында күрһәтеп була :

 

 
Организационная диаграмма

ҡғҡғҡ

Һүҙ  Ғәйепләүсегә  бирелә;

Ғәйепләүсе; Буласаҡ төҙөүсе Сәйҙел  һәм  киләсәктә  врач булырға хыялланған Зәйнәп исемле ҡыҙ, яҙҙың матур көндәрендә , йәшәү юлын бергә ҡушырға һүҙ ҡуйыштылар.Һуңғы курста Зәйнәпте практикаға ебәрҙеләр.Сәйҙел Зәйнәпте вокзалдан оҙатып ҡайтып барғанда, элекке танышы Әршит исемле егетте осратты.Әршит менән Сәйҙел  Өфө урамдары буйлап оҙаҡ ҡына һөйләшеп йөрөнөләр, ресторанда ла ултырып сыҡтылар.Бәхәсләшеп тә алдылар. Әршит Бальзак кеүек ҡартайыуҙы хуп күрә икән. Ул шулай уҡ ғаиләләрҙә бала булырға тейеш түгел ,тип бара.Сәйҙелгә Әршиттең  һүҙҙәре бик ныҡ тәьҫир итә . Зәйнәп ауырға ҡалғас, Сәйҙел ҡаршы сыға һәм баланы юҡ иттерә.

Хөкөм итеүсе : Һүҙ яҡлаусыға( адвокатка)бирә.

Яҡлаусы; Эйе, Сәйҙел  менән Зәйнәп үҙҙәренең хаталарын аңлағандар һәм яуап тоторға әҙерҙәр.Һүҙ Сәйҙелгә бирелә;

Сәйҙел; Ул ваҡытта мин бик йәш инем , кеше фекеренең йоғонтоһона тиҙ бирелә инем.Әршит бик фырт кейенгән алдынғы фекерле кеше булып күренде.

Яҡлаусы; Ул ғаилә,бала тураһында һеҙгә нимәләр һөйләне?

Сәйҙел; “Семья ҡосағында ятып илгә файҙа килтереп булмай , идеалдар юғала “,-тине . Вәлишинде миҫалға килтерҙе.

Яҡлаусы:  Һеҙ бының менән килештегеҙме?

Сәйҙел :  Ул ваҡытта , эйе. Ә хәҙер….

Хөкөм итеүсе: Ярай ултырып тороғоҙ.Хөкөм залына Әршит Йәмилев саҡырыла.

Ғәйепләүсе  :Һеҙ Әршит Йәмилевмы?

Әршит:  Эйе

Ғәйепләүсе  :Зәйнәп, Сәйҙел тигән таныштарығыҙ бармы?

Әршит: Сәйҙел менән техникумда бергә уҡығайныҡ

Ғәйепләүсе :Һеҙҙең ғаиләгеҙ, балаларығыҙ бармы?

Әршит: Юҡ!

Хөкөм итеүсе : Залға шаһит булып килгән Нәзирә саҡырыла

Ғәйепләүсе : Әршит һеҙгә танышмы?

Нәзирә :Белмәһәм яҡшыраҡ булыр ине . Ул минең өс йәшлек улымдың атаһы.Мин ауырға ҡалғас ташлап китте . Минән алда ике ҡатынын ташлап киткән .Уларҙа ла шулай бала ҡалған.

Хөкөм итеүсе  :  Ултырып тороғоҙ Нәзирә. Һүҙ Ғәйепләүсегә бирелә.

Ғәйепләүсе:  Зәйнәп, һеҙ ни эшләп Нәзирә кеүек балағыҙҙы һаҡлап ҡала алманығыҙ? Һеҙҙең дә бит ике йәшлек улығыҙ йә ҡыҙығыҙ булыр ине.

Зәйнәп:   Мин ғәйеплемен үҙемде аҡламайым.Киләсәктә башҡалар минең кеүек хата аҙым эшләмәһен.Йәшлек хатаһын төҙәтеүе бик ауыр.Йәшлегемде , иркемде . матурлығымды һаҡлағым килде. Иремдең һүҙен тыңланым.

Хөкөм итеүсе : Һүҙҙе врач- гинекологка бирәйек

Врач:    Әлбиттә йәш ваҡытта аборт эшләтеү эҙһеҙ үтмәй . Ҡатын – ҡыҙҙың һаулығы ҡаҡшай, бүтән бала тапмауы ла мөмкин. Күп осраҡта оҙайлы дауаланыу ҙа көткән һөҙөмтә бирмәй.

Хөкөм итеүсе:  Ярай , рәхмәт килеүегеҙгә, ултырып тороғоҙ. Залға шаһит итеп Ҡәҙерйәновтар ғаиләһе саҡырыла.

Яҡлаусы:  Һеҙ Зәйнәп тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

Ҡәҙерйәнов: Зәйнәп беҙҙең улыбыҙ Альбертты үҙ балаһылай күреп ярата. Ул бик яҡшы әсә булыр кеше.

Зәйнәп: “ Бала – бәғер ите”,- тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.Мин хәҙер ҡыу ағас кеүекмен , бөтә  ғаилә шатлығы балаларҙа икәнен бик һуң аңланым.Их, тормош йылғаһын кирегә ағыҙып булһа…?Әршит кеүек кәкүк атайҙар йоғонтоһона бирелгән Сәйҙелдәр булмаҫ ине.

Хөкөм итеүсе :Зәйнәп һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ.Һеҙ балаға уҙғанда хатта тәбиғәт тә шат ине.Күпереп муйыл, сирень ағастары сәскә ата ине , күктә һөйгәндәрҙең юлдашы – тулы ай йөҙә ине.Ә баланы юҡ иткәндә шыҡһыҙ, һалҡын , ямғырлы көн , хатта, ағастар ҙа япрағын ҡойғандар ине. Һеҙҙең хатағыҙҙы йәштәр ҡабатламаһын, улар илгә яңы Мичуриндар , Репиндар үҫтерһендәр, балаларҙы ата-әсә һөйөүенән мәхрүм итмәһендәр,сөнки балаларҙа беҙҙең киләсәк.Мин һеҙҙе иркегеҙҙән мәхрүм итеп тормайым …,тормош һеҙҙе былай ҙа язалаған,  бик күп һынауҙар аша үткәргән.

Уҡытыусы дәресте дөйөмләштереп ошондай һорауҙар бирә;

·       Поэманың һеҙҙе тетрәндергән урындары бармы?

·       Әршит кеүек балаларына һалҡын процент ҡына түләгән атайҙар беҙҙең тормошта йыш осраймы?

·       Балаһыҙ ғаилә ниндәй ғаилә?

·       Поэманың бөгөнгө көндәге роле?

Афарин! Яуаптарығыҙ дөрөҫ. Бөгөнгө көндә әсәлек хоҡуғы хөкүмәт тарафынан яҡланған .Президентыбыҙ күп балалы әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалын бирә. Уларға шулай уҡ төрлө пособиелар түләү ҡаралған.Сөнки быға тиклем үлем тыуымға ҡарағанда күберәк ине.

Илебеҙ , ғаиләләребеҙ балаларҙың шат ауаздарына күмелһен,яңы ғалимдар , уҡытыусылар , хеҙмәт кешеләре тыуһын! Әсә ҡарынындағы балаларҙың ғүмерен ҡыймайыҡ.Балаларҙа – киләсәк!

Ә хәҙер ,уҡыусылар, дәресте йомғаҡлап , “Бәхетле бала саҡ” тигән слайд-шоу ҡарайыҡ. (1-2минут)

 

Өйгә эш ;” Бала” поэмаһынан өҙөк ятларға( өҙөктө уҡыусылар үҙҙәре һайлап ала)

                  

Ҡулланылған әҙәбиәт;

·       Башҡорт теле һәм әҙәбиәте ; рус мәктәптәренең 10-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек-Өфө; Китап, 2007.

·       Фәһемле фекерҙәр донъяһында авт. Ф.С. Мырҙаҡаев ;Өфө ,2003.

·       Ғ. С. Сәләм  Һайланма әҫәрҙәр Өфө , 1960й.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ғәлимов Сәләм. 'Бала' поэмаһы. 10 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Руководитель ремонтной службы

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 934 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.12.2015 3788
    • DOCX 57 кбайт
    • 16 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Саляхова Алсу Фазыловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Саляхова Алсу Фазыловна
    Саляхова Алсу Фазыловна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 10060
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Дизайн-проектирование: практические и методологические аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Особенности психологической коррекции детей с различными нарушениями психического развития

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 387 человек из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 287 человек

Мини-курс

Техники визуализации в учебном процессе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 19 человек