Инфоурок Иностранные языки СтатьиЛитературное произведение Мое эссе

Литературное произведение Мое эссе

Скачать материал

 

                                                 «Ағасты япраҡ биҙәй...»

                                            темаһына  педагогик фәлсәфә

(эссе)

 

                                                                                Сәскәләргә биҙәк кәрәкмәй ул,

Биҙәкһеҙ ҙә улар матурҙар.

Уҡыусыларың нисек “шытҡан” булһа,

Улар шулай сәскә атырҙар.

Рәми Ғариповҡа эйәреп.

Октябрь башы. Һалҡын ғына ел иҫә. Мин мәктәбемә ашығам. Бер-бер артлы машиналар һыҙғырып уҙа. Ҡаршыма эшкә ашығыусы  кешеләр осрай. Бына бер төркөм уҡыусыларым һаулыҡ һорашып уҙҙы.  Улар араһында тормошта аяҡтарында ныҡлы баҫып тороусылар ҙа, урындарын табыусылар ҙа, юғалтыусылар ҙа, киләсәккә ҙур өмөттәр бағалаусылары ла бар...

Хәтер йомғағы мине бала сағыма алып ҡайтты. Әсәйемдең уҡыусылары мине, ҡулдарынан төшөрмәй, күтәреп кенә йөрөтәләр ине. Мәктәп йәшенә еткәс, әсәйем мине етәкләй, ә атайым, беҙҙең портфелдәребеҙҙе тотоп, алдан бара. Минең филологик һәләтемде әсәйем бик иртә күргән, үҫтергән. 1979 йылда ул саҡтағы “Башҡортостан пионер” гәзите мине “Артек”ҡа йәш хәбәрселәрҙең махсүс сменаһына юллама менән бүләкләне. Шатлығымдың сиге юҡ ине. Уйлап ҡараһаң, Сафуан ағай Әлибаев, Зөһрә апай Ҡотлогилдиналар күпме алтын бөртөктәрен тапҡандар, үҫтергәндәр. Улар араһында Рәшиҙә Мәһәҙиева, Рәйсә Абдуллина, Зәки Әлибаев, Гемир Нуретдинов, Фаил Фәтхетдиновтар бар ине. Әлбиттә, был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин. Остаздарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Бына мәктәбем ишеге. Ике яҡлап теҙелеп киткән аҡ ҡайындарым бөгөн дә мине ҡаршы ала. Һаумы, ҡайындарым? Бөгөн япраҡтарығыҙ ҡойола башлаған. Ана береһе йомарланып, ағас төбөнә төшөп ятты, ә икенсеһен шаян көҙгө ел йыраҡҡараҡ алып китте.

Минең уҡыусыларым да, шул ҡайын япраҡтары кеүек, төрлөһө төрлө яҡҡа тараласаҡ. Яҙмыш еле уларҙы төрлө ерҙәргә алып китәсәк. Ә нисек был оло йыһанда үҙ урыныңды табырға? Ҡайын ағасы һәр бер япрағы менән үҙенсә һөйләшә, үҙенсә иркәләй кеүек тойола миңә. Ағастан айырылып осҡанда ҡалтырана япраҡ, елгә ҡаршы торорға тырыша кеүек. Ә ел үҙенекен эшләй. Ҡайын төбөнә төшөп ятҡан япраҡ, ышыҡланып, рәхәтләнеп йылынған һымаҡ тойолдо. Үҙ нигеҙе шул! Яҙын ул яңы шытасаҡ бөрөләргә көсөн бирәсәк. Мин был япраҡты үҙемә оҡшатам. Тыуған еремдә – Башҡортостанымда, туғандарым, дуҫ-иштәрем янында бәхетемдең тәмен тойоп йәшәйем. Ә ана теге ел осороп алып киткән япраҡ – тыуған иленән айырылған ҡош. Ниҙәр көтә уны? Юлдарында ниҙәр булыр? Уныһы инде япраҡтың үҙенән торасаҡ. Әгәр инде ҡайынҡайының һүҙҙәрен яҡшы аңлап, үҙенә ныҡлы белем, көс туплаған булһа, ул юғалмаҫ.

Шул саҡта көҙҙөң йомшаҡ елдәре төрлө тарафтарға таралған уҡыусыларымдан сәләм еткерә. Улар араһында минең һөнәремде һайлаусылар ғына ла ике тиҫтәгә яҡын. Ижади һәләтле уҡыусым Рушан Байымов Бүздәк районы Ҡаңлы –Төркәй мәктәбендә директор, шул уҡ райондың Ҡоролтай етәксеһе булып тырышып эшләп йөрөй, ә Белорет ҡалаһы һәм районының “Урал” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусинаның мәҡәләләре бик йөкмәткеле. Үткән йыл мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогик университетының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға ингән ике һәләтле уҡыусым өсөн дә ҡыуанысымдың сиге булманы.

Бына класс ишеген асам. Минең күҙҙәремә нисәмә ҡараш төбәлгән. Береһе күҙҙәрен йәшерә – дәрескә әҙер түгел, икенсеһе тура ҡарай – өмөтлө уҡыусы, өсөнсөһө мәктәп кейемендә түгел, тимәк, өйҙә йоҡламаған... Ә барыһынан да бер үк талап. Нисек бала күңелен яраламаҫҡа?! Ә уйлап ҡараһаң, һәр береһенең эсендә йәшерен талант йәшәй. Мин уларҙың барыһын да күрҙемме? Уларҙы аса алдыммы? Был һорауҙарҙы мин үҙемә бик йыш бирәм. Сөнки илем яҙмышы - һәләтлеләр ҡулында. Уларҙың һәр береһе – алтын япраҡтар, ә алтын “бөртөкләп йыйыла” тип яҙа яҡташ яҙыусым Яныбай ағай Хамматов.

Бөгөнгө көндә һәләтле балалар менән эшләгәндә үҫтереүле уҡытыу алымдарын иң уңышлы алым тип иҫәпләйем. Әлбиттә, яңыға күсеү ауыр, ләкин был замана талабы. ”Кем фәнде өйрәнеп, уны эшкә екмәгән, шул ерҙе һөрөп, орлоҡ сәсмәгәнгә тиң”,- ти Саади. Ә уҡытыусыға хәҙерге заман талаптарына тура килерлек итеп эшләргә кәрәк, “брак” яһарға һис тә ярамай. Хәҙер донъя менән белемле, әхлаҡлы кеше генә идара итә ала.

 Үҫтереүсе уҡытыу алымдары уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә, фекер йөрөтөргә, иптәшен иғтибар менән тыңларға, үҙенең һәм иптәшенең эшенә дөрөҫ баһа ҡуя белергә өйрәтә.

Балаға үҙ-үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итеү,  ул эшләрҙәй эштәрҙе, унан башҡа бер кем дә яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү — минең төп педагогик фәлсәфәм.  “Һин бит булдыраһың!”— тигән һүҙҙәр балаға ҡанат ҡуя, уның үҙ-үҙенә ҡарата баһаһын  арттыра. Минең уйымса, уҡытыусы  уҡыусыһының яҡын дуҫы: уның менән бергә шатланһын, ҡайғырһын, бәхәсләшһен.

Уҡыусыларым киләсәктә кем булырҙар – белмәйем, ләкин, иманым камил, ижади һәләтле шәхескә дөрөҫ йүнәлеш биргәндә, йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәктәр. “Һәләтлеләрҙе ваҡытында күрергә, асырға, үҫтерергә”,— был минең төп маҡсатым. “Ағасты япраҡ биҙәй...”, - ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, япраҡтар күберәк, һауыраҡ икән, ағас та күркәмерәк була.

Алмағастағы алмалар ҙа бер төрлө өлгөрмәй: ҡайһыһы ҡып-ҡыҙыл, өҙөлөп төшәм тип тора, ә ҡайһыһы әле өлгөрмәгән,  ә өсөнсөһөн ҡорт кимергән, ул шиңгән. Һәр береһенә ваҡыт кәрәк. Ҡортлоһон дауалап, бешмәгәнен өлгөртөп була, тик ваҡытында күр генә.

Үҫтереүсе уҡытыу алымдары шуға этәргес бирә лә инде. Ана ниндәй ижади эштәр башҡара ала минең уҡыусыларым! Есениям иғтибарһыҙыраҡ күренә, ләкин шиғыр яҙырға әүәҫлеге бар. Тимур кроссвордтар төҙөргә ярата, Настя шиғырҙы матур һөйләй. Улар мине үҙҙәренең уңыштары менән ҡыуандырып торалар.

Киләсәктә уҡыусыларым кем булыр?! Аҡ ҡайындың был япраҡтары ла  бер көндө ҡойолоп оса башлар бит?! Әммә ҡайҙа ғына осһалар ҙа, ныҡ булырҙар, мин ышанам!

Мин эшкә барғанда, ҡаршыма осраған эшлекле кешеләр араһынан үҙ уҡыусыларымды таныһам ине. Ә миңә көн һайын шул ҡайындарым янына ашығырға,  яңы күренгән япраҡтар менән серләшеп,  уртаҡ тел табып йәшәргә яҙһын.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Литературное произведение Мое эссе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Инженер лифтового оборудования

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Октябрь башы. Һалҡын ғына ел иҫә. Мин мәктәбемә ашығам. Бер-бер артлы машиналар һыҙғырып уҙа. Ҡаршыма эшкә ашығыусы кешеләр осрай. Бына бер төркөм уҡыусыларым һаулыҡ һорашып уҙҙы. Улар араһында тормошта аяҡтарында ныҡлы баҫып тороусылар ҙа, урындарын табыусылар ҙа, юғалтыусылар ҙа, киләсәккә ҙур өмөттәр бағалаусылары ла бар...

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 689 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.12.2017 578
    • DOCX 38.9 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муратшина Миляуша Нурулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муратшина Миляуша Нурулловна
    Муратшина Миляуша Нурулловна
    • На сайте: 9 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 14802
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания французского языка с учетом требований ФГОС

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 120 человек

Курс профессиональной переподготовки

Английский язык: теория и методика преподавания с применением дистанционных технологий

Учитель английского языка

300 ч. — 1200 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 29 регионов
  • Этот курс уже прошли 54 человека

Курс профессиональной переподготовки

Французский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации

Учитель французского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 91 человек из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 162 человека

Мини-курс

Эффективное управление электронным архивом

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Event-менеджмент и видеопродакшн: от концепции до успешной реализации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 10 человек

Мини-курс

Управление спортивными событиями и организация деятельности в спортивной сфере

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 17 человек