Инфоурок Другое Другие методич. материалыМастер класс по башкирскому языку на тему "Использование игровых технологий при изучении башкирских эпосов"

Мастер класс по башкирскому языку на тему "Использование игровых технологий при изучении башкирских эпосов"

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ #U041c#U0430#U0441#U0442#U0435#U0440 #U043a#U043b#U0430#U0441#U0441.docx

Мастер-класс.

«Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы».

Авторы: Нәбиева Дания Фәнәүи ҡыҙы, Тәтешле районы, Әрибаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы

Слайд 1. Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар. Мин һеҙҙе оҫталыҡ дәресендә күреүемә бик шатмын. Программаның темаһы “Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы” тип атаным.

Слайд 2. Программаның маҡсаты: оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланылған уйындар менән таныштырыу һәм уларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү.

  • Хөрмәтле уҡытыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ башҡорт халҡының ниндәй эпостарын беләһегеҙ? (“Аҡбузат”, “Урал батыр”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” һ.б.)

Эпос – халыҡтың этник һәм гражданлыҡ тарихы хаҡында хикәйәләүсе эпик һәм лиро-эпик характерҙағы әҫәр. Башҡорт эпосы өсөн ырыу-ҡәбилә, халыҡ яҙмышына, батырлыҡҡа бәйле проблемаларҙың һүрәтләнеүе хас. Эпос батыры ул халыҡ батыры. Уның йөҙөндә халыҡтың милли характерына хас сифаттар күрергә мөмкин.

Эпос менән танышыу дәрестәре һәр ваҡыт балаларға күтәренке ҡәйеф бүләк итә, шулар менән бергә уларҙың күңел байлығын үҫтереүгә киң мөмкинлек аса. Эпос ысын тормош ваҡиғәләрен, тарихи факттарҙы фантастик образдарҙа яҡтырта. Балалар сихри көстәрҙең барлығына ышанмаһа ла, хыялда донъяны эпостағы кеүек матур итеп күрергә теләй.

Эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйындар ҡулланыуҙың әһәмиәте бик ҙур.

Слайд 3. В. А.Сухомлинский былай тип яҙғайны: "Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон".

Уҡыусыларҙа өйрәнелә торған фән менән ҡыҙыҡһыныу, уны белеүгә һәм уҡыуға теләк тәрбиәләү — иң әһәмиәтле бурыстарҙың береһе. Был бурыстарҙы үтәүҙә уҡыу процессында мауыҡтырыу элементтарын ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә. Мауыҡтырыу — ул уҡытыу эшендә уҡыусыларҙа фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында төрлө методик алымдар, дидактик ысулдар ҡулланыу. Ул үҙенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлдерелгән булыуы менән айырылып тора. Үҙләштереүгә ауыр булған материалды күнелһеҙ итеп өйрәтеүгә ҡарағанда, уны мауыҡтырғыс һәм күңелле итеп аңлатыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Башҡорт телен бала өсөн сит тел булараҡ өйрәтеү процесында уйындарҙы файҙаланыу уҡыусыны белем алыуға, уҡырға дәртләндерә, унда фән менән ҡыҙыҡһыныу уята.

Шуға күрә башҡорт телен өйрәтеүҙә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙе үҙемә максат итеп ҡуйҙым.

Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыусы эш алымдарының береһе – дидактик уйындар. Слайд 4. Уйындар түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә:

1. Уҡыусылырҙың аң — белем даирәһе киңәйә.

2. Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләре үҫешә.

3. Тәрбиәүи маҡсаттарҙан үҙаллылыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләнә.

4. Үҫтереүсе маҡсаттарҙан иғтибар, хәтер, фекерләү, аралашыу, ижади һәләт үҫтереү күҙ уңында тотола.

Тема буйынса һайлап алынған дидактик уйындар башҡорт теле дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, отошло итә, уҡыу материалын үҙләштереүҙе яҡшыртып, ыңғай һөҙөмтә бирә. Насарыраҡ уҡыған уҡыусылар ҙа уйындарҙа үҙ командаһын артта ҡалдырмаҫ өсөн ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡушылып китә.

Уйындың ҡағиҙәһе балаларға таныш, аңлайышлы булырға тейеш. Шунан сығып уҡыусылар ҡағиҙәнең иғтибар, тәртип, ғәҙеллекте талап иткәнен белеүҙәре мотлаҡ. Уйнап уҡыусылар йомаҡтар, тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр ятлайҙар, башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышалар, фонетик, лексик, һәм грамматик материалды нығыталар.Ҡыҫҡаһы, уйындар балаларҙа коллективизм, дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләй, уларҙың уйын барышында фекерләүе, эшсәнлеге, активлығы үҫә, тормош тәжрибәләре байый.

Хөрмәтле коллегалар, әйҙәгеҙ бергә мәктәп йылларына ҡайтайыҡ әле. Мин һеҙҙе эпос иленә ҡунаҡҡа саҡырам. Бының өсөн беҙгә ике төркөмгә бүленергә кәрәк (төркөмдәргә бүленеү). Хәҙер һәр төркөм үҙенә әйҙәп барусы кешене һайлай һәм үҙ төркөмөнә эпос исеме уйлап таба.

Ә эпос иленә беҙҙе бына ошо тылсымлы әкиәт китабы алып китер. Китабыбыҙ асыла һәм беҙ эпос иленә инәбеҙ. Слайд 5.

I. Бына беҙ “Кроссвордтар иле”ндә. Мин һеҙгә кроссвордтар таратам, ә әйҙәп барыусыларға йомаҡтар яҙылған биттәр бирәм. Әйҙәп барыусылар йомаҡтарҙы дөрөҫ һәм эмоциональ итеп уҡырға тейеш, ә һеҙгә кроссвордты сисергә кәрәк.

(Йомаҡтарҙы уҡыу һәм кроссвордты сисеү).

  1. Яратам һине, яратам һине,

Яратҡан өсөн туҡмайым һине

  1. Ҡалаһы бар - халҡы юҡ.

Диңгеҙе бар - һыуы юҡ.



  1. Йәйен – урманда батша,

Ҡышын – ҡарҙан да аҫта.



  1. Төрлө һандарға әйләнеп

Йөҙөп килә һауанан.

Ә үҙе еүеш булһа ла

Йөҙөп килмәй йылғанан.



  1. Эй, ыжғыра, асыулана,

Үкерә, ярһый, өрә.

Кеше йөрөй алмаһын тип,

Ҡарҙарҙы юлға өйә.



  1. Ап-аҡ ҡына шәкәр түгел,

Йылыға иреп бара.

Ҡышын ерҙе ҡаплап ала,

Йомшаҡ ҡына тотоп ҡара.



  1. Ҡыҙыл төҫлөһө лә бар,

Ә ғәҙәттә аҡ була,

Ашаһаң аш була,

Ашамаһаң ҡош була.



  1. Урманда йыш тап булыр,

Мөгөҙҙәре бигрәк ҙур,

Ат ҡәҙәре кәүҙәһе,

Һис еткермәй берәүҙе.



  1. Ул тегеүсе булмаһа ла

Энәләр күп йөрөтә,

Яҡын килһәң йомарлана,

Китһәң – йүгереп китә.



Кроссворд

1




2














3








4






























5






6






7









8







9






Ә хәҙер яуаптарҙы тикшереп ҡарайыҡ.

Беренсе йомаҡ: туп.

  • Туп ниндәй була?

  • Ниндәй уйындар уйнайҙар туп менән?

Икенсе йомаҡ: карта.

  • Карта менән ҡасан ҡулланабыҙ?

  • Ниндәй карталар була?

Өсөнсө йомаҡ: айыу.

  • Айыу ҡайҙа йәшәй?

  • Айыу тураһында ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ?

Дүртенсе йомаҡ: болот.

  • Болот нимә эшләй?

  • Болот тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Бишенсе йомаҡ: буран.

  • Буран ҡасан була?

  • Һеҙ буранлы көндө яратаһығыҙмы?

Алтынсы йомаҡ: ҡар.

  • Ҡар нимәгә әйләнә?

  • Ҡар төшкәс ниндәй уйындар уйнап була?

Етенсе йомаҡ: йомортҡа.

  • Ниндәй ҡоштар йомортҡа һала?

  • Йомортҡа менән нимәләр бешереп була?

Һигеҙенсе йомаҡ: мышы.

  • Мышы ҡайҙа йәшәй?

  • Мышы турында нимәләр беләһегеҙ?

Туғыҙынсы йомаҡ: терпе.

  • Терпегә энәләре ниңә кәрәк?

  • Терпе ниндәй әкитәттәрҙә осрай?



Ҡыҙыл бағанада башҡорт халҡының эпосы “Урал батыр” исеме килеп сыҡты. “Урал батыр” эпосы менән беҙ барыбыҙ ҙа таныш.

II. Тағы ла тылсымлы китабыбыҙҙы асып ҡарайыҡ. Слайд 6. Ул беҙҙе синквейн менән таныштыра. Беҙ “Синквейн” илендә.

Нимә ул синквейн? Француз теленән тәржемә иткәндә – биш юлдан торған шиғыр тип атала. Ул бер предметты асыҡлай, шиғри формала яҙыла. Беҙ был алымды ҡулланып балаларға үҙ аллы эшләргә мөмкинселек бирәбеҙ, һүҙ байлыҡтарын арттырабыҙ, төп фекерҙе билдәләргә өйрәтәбеҙ.

Нисек яҙыла синквейн?

Беренсе юлға исем яҙыла. Был синквейндың темаһы.

Икенсе юлға предметты баһалаусы ике сифат яҙыла.

Өсөнсө юлға предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым яҙыла.

Дүртенсе юлға темаға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереүсе фраза афоризм яҙыла. Темаға ҡарата әйтелгән ҡанатлы әйтем, цитата, мәҡәл. Хатта уҡыусы үҙе төҙөгән фраза булырға ла мөмкин.

Бишенсе юлға темаға ҡарата синоним һүҙ исем яҙыла. Был һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы ассоциация.

Мин һеҙгә синквейн тәҡдим итәм. “Эпос” тигән һүҙҙе алайыҡ. Слайд 7.

Эпос.

Тылсымлы, мауыҡтырғыс.

Һөйләйбеҙ, тыңлайбыҙ, яратабыҙ.

Яҡшы эпос ысынға яҡын була.

Мөғжизә.

Хәҙер беҙ ҙә синквейн төҙөп ҡарайыҡ әле. Тема итеп “Урал” һүҙен алайыҡ.

Урал.

Батыр, данлыҡлы.

Үҫә, еңә, ҡотҡара.

Батыр ғүмере – ике.

Ҡаһарманлыҡ.

Рәхмәт. Бик матур синквейн төҙөнөгөҙ.

III. Әкиәт китабыбыҙҙы асайҡ. Беҙ “Эпос геройҙары” иленә индек. Слайд 8. Бында беҙгә ошондой эш тәкдим ителә:

Бирелгән эпостың геройарының исемдәрен әйтергә кәрәк. Мәҫәлән,

Аҡбуҙат” - (яуап бирәләр). Һәүбән батыр, Шүлгән, Нәркәс, Аҡбуҙат, Мәсемхан.

Төркөмдәргә эш:

Ҡара юрға” – (яуап бирәләр). Күсәрбай, Әбләй, Мәсем бай, Маҡтымһылыу, Ҡара юрға.

Мәргән менән Мыянһылыу” – (яуап бирәләр). Нуғай хан, Нәҙерша, Маянһылыу, Мәргән.

Бик яҡшы эшләйһегеҙ. Афарин!

Артабан китабыбыҙҙы асайыҡ әле. Ул беҙҙе ҡайҙа алып барыр.

Ә хәҙер киреһенсә, әйҙәп барыусы герой исемдәрен әйтә, ә ҡалғандар эпостың исемен әйтергә тейеш.

Бүгәсәү, Салауат, батша, Гөлбәзир, Юлай - “Юлай менән Салауат”

Шүлгән, Урал, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Самрау, Айһылыу, Һомай, Аҡбуҙат - “Урал батыр”

IV. Тылсымлы әкиәт китабыбыҙҙы асайыҡ әле. Слайд 9. Беҙ “Нәтижә”гә килеп индек.

Урал батыр” эпосына мәҡәлдәр ярҙамында нәтижә яһайыҡ әле:

Алтын-көмөш яуған ерҙән ... (тыуған-үҫкән ил артыҡ)

Ебәк билбау – бил күрке ... (батыр егет ил күрке)

Ир-егет үҙе өсөн тыуа ... (иле өсөн үлә).

Шулай итеп, уҡыу процесын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең иң уңышлы алымдары араһында уйындар төп урынды алып тора. Уйын — ул телде өйрәтеүҙең төп ҡоралы, уҡыу процесында балаларҙы күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгә ҙур этәргес, эмоциональ стимул биреүсе сара. Ул шулай уҡ телде өйрәтеүҙә эстетик коммуникатив белем алыу мотивацияларын берләштереүсе төп көс булып ҡалалыр, тип уйлайым. Сөнки уйын алымдарына таянғас, дәрес ялҡытҡыс, эс бошорғос мәжбүри процестан, мәжбүри уҡыуҙан дәрестән ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә. Минең үҙемә лә, уҡыусыларыма ла бындай төр дәрестәр бик оҡшай.


Слайд 10. Рефлексия


Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙе бөгөнгө уйындар уйландырҙымы?

- Бөгөнгө мастер-класс һеҙгә файҙалы булдымы? Ни өсөн?

- Тәҡдим ителгән уйын төрҙәренең ҡайһыларын үҙегеҙҙең дәрестәрегеҙҙә ҡуллана алаһығыҙ?

Иғтибарығыҙ өсөн, дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн бик зур рәхмәт һеҙгә.

Слайд 11, 12.



Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мастер класс по башкирскому языку на тему "Использование игровых технологий при изучении башкирских эпосов""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор по маркетингу

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Выбранный для просмотра документ #U042d#U043f#U043e#U0441 #U0438#U043b#U0435#U043d#U04d9 #U0441#U04d9#U0439#U04d9#U0445#U04d9#U0442.pptx

Скачать материал "Мастер класс по башкирскому языку на тему "Использование игровых технологий при изучении башкирских эпосов""

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • “Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы” Төҙөнө: Набиева Да...

    1 слайд

    “Эпостар буйынса ҡабатлау дәрестәрендә уйын технологияһы” Төҙөнө: Набиева Дания Фәнәүи ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы, Тәтешле районы, Әрибаш урта дөйөм белем биреү мәктәбе

  • Маҡсат: оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә...

    2 слайд

    Маҡсат: оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙы эпос буйынса ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланылған уйындар менән таныштырыу һәм уларҙың ижади эшмәкәрлеген үҫтереү.

  • "Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡт...

    3 слайд

    "Уйынһыҙ тулы ҡиммәтле үҫеш юҡ һәм була ла алмаясаҡ. Уйын — ул ғәйәт ҙур яҡты тәҙрә, уның аша баланың рухи донъяһына аң-белемдең, төшөнсәләрҙең йәнләндереүсе ағымы ҡойола. Уйын — ул белергә тырышыусанлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныусанлыҡ усағын ҡабыҙыусы осҡон". В. А.Сухомлинский

  • Уйындар түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә: 1. Уҡыусылырҙың а...

    4 слайд

    Уйындар түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә: 1. Уҡыусылырҙың аң — белем даирәһе киңәйә. 2. Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләре үҫешә. 3. Тәрбиәүи маҡсаттарҙан үҙаллылыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләнә. 4. Үҫтереүсе маҡсаттарҙан иғтибар, хәтер, фекерләү, аралашыу, ижади һәләт үҫтереү күҙ уңында тотола.

  • Кроссвордтар 1) Яратам һине, яратам һине, Яратҡан өсөн туҡмайым һине 2) Ҡалаһ...

    5 слайд

    Кроссвордтар 1) Яратам һине, яратам һине, Яратҡан өсөн туҡмайым һине 2) Ҡалаһы бар - халҡы юҡ. Диңгеҙе бар - һыуы юҡ. 3) Йәйен – урманда батша, Ҡышын – ҡарҙан да аҫта. 4) Төрлө һандарға әйләнеп Йөҙөп килә һауанан. Ә үҙе еүеш булһа ла Йөҙөп килмәй йылғанан 5) Эй, ыжғыра, асыулана, Үкерә, ярһый, өрә. Кеше йөрөй алмаһын тип, Ҡарҙарҙы юлға өйә. 6) Ап-аҡ ҡына шәкәр түгел, Йылыға иреп бара. Ҡышын ерҙе ҡаплап ала, Йомшаҡ ҡына тотоп ҡара. 7) Ҡыҙыл төҫлөһө лә бар, Ә ғәҙәттә аҡ була, Ашаһаң аш була, Ашамаһаң ҡош була. 8) Урманда йыш тап булыр, Мөгөҙҙәре бигрәк ҙур, Ат ҡәҙәре кәүҙәһе, Һис еткермәй берәүҙе. 9) Ул тегеүсе булмаһа ла Энәләр күп йөрөтә, Яҡын килһәң йомарлана, Китһәң – йүгереп китә. Т У П К А Р Т А А Й Ы У Б О Л О Т Б У Р А Н Ҡ А Р Й О М О Р Т Ҡ А М Ы Ш Ы Т Е Р П Е   1   2     3 4     5   6   7     8     9  

  • Синквейн – биш юлдан торған шиғыр тип атала. Ул бер предметты асыҡлай, шиғри...

    6 слайд

    Синквейн – биш юлдан торған шиғыр тип атала. Ул бер предметты асыҡлай, шиғри формала яҙыла. Беҙ был алымды ҡулланып балаларға үҙ аллы эшләргә мөмкинселек бирәбеҙ, һүҙ байлыҡтарын арттырабыҙ, төп фекерҙе билдәләргә өйрәтәбеҙ. Нисек яҙыла синквейн? 1. Беренсе юлға исем яҙыла. Был синквейндың темаһы. 2. Икенсе юлға предметты баһалаусы ике сифат яҙыла. 3. Өсөнсө юлға предметҡа хас булған эш-хәрәкәтте белдергән өс ҡылым яҙыла. 4. Дүртенсе юлға темаға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереүсе фраза афоризм яҙыла. Темаға ҡарата әйтелгән ҡанатлы әйтем, цитата, мәҡәл. Хатта уҡыусы үҙе төҙөгән фраза булырға ла мөмкин. 5. Бишенсе юлға темаға ҡарата синоним һүҙ - исем яҙыла. Был һығымта, теманың төп фекерен ҡабатлаусы ассоциация.

  • 2. Тылсымлы, мауыҡтырғыс. 3. Һөйләйбеҙ, тыңлайбыҙ, яратабыҙ. 4. Яҡшы эпос ысы...

    7 слайд

    2. Тылсымлы, мауыҡтырғыс. 3. Һөйләйбеҙ, тыңлайбыҙ, яратабыҙ. 4. Яҡшы эпос ысынға яҡын була. 5. Мөғжизә. 1. Урал. 1. Эпос. 2. Батыр, данлыҡлы. 3. Үҫә, еңә, ҡотҡара. 4. Батыр ғүмере – ике. 5. Ҡаһарманлыҡ.

  • Эпос геройҙары “Аҡбуҙат” - Һәүбән батыр, Шүлгән, Нәркәс, Аҡбуҙат, Мәсем хан...

    8 слайд

    Эпос геройҙары “Аҡбуҙат” - Һәүбән батыр, Шүлгән, Нәркәс, Аҡбуҙат, Мәсем хан “Ҡара юрға”- Күсәрбай, Әбләй, Мәсем бай, Маҡтымһылыу, Ҡара юрға. “Мәргән менән Мыянһылыу”- Нуғай хан, Нәҙерша, Маянһылыу, Мәргән. Бүгәсәү, Салауат, батша, Гөлбәзир, Юлай - “Юлай менән Салауат” Шүлгән, Урал, Йәнбирҙе, Йәнбикә, Самрау, Айһылыу, Һомай, Аҡбуҙат - “Урал батыр”

  • Нәтижә “Урал батыр” эпосына мәҡәлдәр ярҙамында нәтижә яһайыҡ әле: Алтын-көмөш...

    9 слайд

    Нәтижә “Урал батыр” эпосына мәҡәлдәр ярҙамында нәтижә яһайыҡ әле: Алтын-көмөш яуған ерҙән тыған-үҫкән ил артыҡ. Ебәк билбау – бил күрке, батыр егет - ил күрке. Ир-егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.

  • Рефлексия -Һеҙҙе бөгөнгө уйындар уйландырҙымы? - Бөгөнгө мастер-класс һеҙгә...

    10 слайд

    Рефлексия -Һеҙҙе бөгөнгө уйындар уйландырҙымы? - Бөгөнгө мастер-класс һеҙгә файҙалы булдымы? Ни өсөн? - Тәҡдим ителгән уйын төрҙәренең ҡайһыларын үҙегеҙҙең дәрестәрегеҙҙә ҡуллана алаһығыҙ?

  • Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!

    11 слайд

    Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт!

  • Һылтанма: Слайд 1 -http://xppt.ru/epos-narodov-urala.html Слайд 5 – 2014/09//...

    12 слайд

    Һылтанма: Слайд 1 -http://xppt.ru/epos-narodov-urala.html Слайд 5 – 2014/09//27yomaktar Слайд 11 – poto/animacija_animashki/buket… Слайд 12 -http://smayli.ru/smile/pticia-41.html

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 016 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 19.03.2016 2415
    • ZIP 511 кбайт
    • Рейтинг: 4 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Набиева Дания Фанауиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Набиева Дания Фанауиевна
    Набиева Дания Фанауиевна
    • На сайте: 8 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 35450
    • Всего материалов: 8

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Музыкальная журналистика: история, этика и авторское право

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психические защиты и психоаналитический взгляд на личное развитие

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Карьерный навигатор: эффективный поиск работы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов