Инфоурок Родная литература Научные работыНПК "Сәнғәттә Таһир Кусимов образы"

НПК "Сәнғәттә Таһир Кусимов образы"

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ АСҠАР АУЫЛЫ ТАҺИР КУСИМОВ ИСЕМЕНДӘГЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИҺЫ

 

 

СӘНҒӘТТӘ КУСИМОВ ОБРАЗЫ

(мәғлүмәти, эҙләнеү проекты)

 

Йүнәлеш: “Бөйөк Ватан һуғышы Башҡортостан халҡының әҙәбиәтендә һәм фольклорында”

 

Башҡарҙы: 11 б класс уҡыусыһы

Баймырҙина Нәркәс Таһир ҡыҙы

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Баймырҙина

Римма Фәйзулла ҡыҙы

 

 

Асҡар 2021

 

Тезис

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән эҙләнеү эшенең темаһы: Сәнғәттә Таһир Күсимов образы

Авторы: Баймырҙина Нәркәс

Класс: 11б

Мәктәп: Т.Күсимов исемендәге гимназия

Фәнни етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баймырҙина Римма Фәйзулла ҡыҙы

Проект эшенең йүнәлеше:Бөйөк Ватан һуғышы Башҡортостан халҡының әҙәбиәтендә һәм фольклорында”

Проект  эшенең маҡсаты: сәнғәттә Таһир Күсимов образының бирелеше.

Теманың актуаллеге: 1.Легендар шәхесебеҙ Таһир Күсимовтың тормош юлын  төплө өйрәнергә бурыслыбыҙ; 2.Сәнғәттә Таһир Күсимов образының сағылышын билдәләү.

Практик әһәмиәте: барлыҡ йәмәғәтселектең шәхестәребеҙгә етди иғтибар биреүен, уларҙың эшмәкәрлеген төплө өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү;

Мин ниндәй яңылыҡтар астым: районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың  халыҡ араһындағы  абруйы; полкташтары араһында үҙ кеше булыуын; ни тиклем илһөйәр булыуын астым.

Иң беренсе эҙләнеү эшемдә Күсимов тураһында ижад иткән рәссамдарҙың, композиторҙарҙың ижади эштәре менән ҡыҙыҡһындым. Батыр яҡташыбыҙ тураһында китаптар уҡыным, гәзит материалдарын өйрәндем

Сәнғәт өлкәһенә килгәндә, Рәшит Нурмөхәмәтовтың Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Күсимовтың портреты бар. Рәссам уны 1973 йылда эшләй. Ринат Атауллиндың һүрәтендә лә һуғыш тынмаған. Картина беҙҙең гимназияға ҡуйылған. Был һүрәттә Шайморатов генерал менән, хатта аттар ҙа ҡаты һуғышҡа әҙер. "Ир-ҡанаты-ат", тигәндәй Таһир Тайып улы ла ат яратҡан. Яҡташыбыҙ Ринат Атауллиндың Күсем ауылындағы музейҙа башҡорт атлы дивизия яугирҙарының Днепрҙы аша сығыуы тураһында диорама бар. Легендар башҡорт генералына арнап халҡыбыҙ йыр ҙа ижад иткән.

Шулай уҡ ”Кусимов маршы” ижад ителгән. Ҡадир Даян һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев көйөн ижад иткән. Мәхмүт Һибәт һүҙҙәренә Айрат Хәлфетдинов ижад иткән «Генерал Кусимов» йырын өйрәнәбеҙ. Әбйәлилдең бөтә кешеһе Таһир Күсимов тураһында яҡшы белергә тейеш, тип уйлайым. Уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

 

 

 

 

 

 

 

Проект паспорты

1. Проект темаһы. Сәнғәттә Таһир Күсимов образы

2. Проектты башҡарыусы. Баймырҙина Нәркәс

3. Проектты үтәүсенең йәше.17

4. Проект етәксеһе. Баймырҙина Римма Фәйзулла ҡыҙы.

5. Уҡыу предметы. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте.

6. Проект темаһына яҡын уҡыу предметтары. Рәсем, йыр.

7. Проект төрө. Эҙләнеү, мәғлүмәти, ижади.

8. Проект маҡсаты: сәнғәттә Таһир Күсимов образының бирелеше.

 Проблемаға һәм маҡсатҡа ярашлы шундай бурыстар ҡуйылды:

-         Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тормошон, сәнғәттә образын өйрәнеү һәм мәғлүмәттәр туплау;

-         йыйылған материалдарҙы өйрәнеү;

-         ул һаҡлап ҡалыуға, өйрәнелергә тейеш икәнлекте иҫбатлау;

 

9. Проект һорауҙары: легендар шәхесебеҙҙең сәнғәттә нисек яҡтыртылыуын яҡшы беләбеҙме? Ошо һорауҙарға яуап эҙләү фәнни-тикшеренеү эшенең проблемаһы булып тора. Проблеманан сығып, фәнни-тикшеренеү эшенең темаһы асыҡланды: “Сәнғәттә Таһир Күсимов образы”

10. Йыһазлау материалдары – компьютер, проектор, гәзит-журналдар, китаптар һ.б.

11. Проект эше этаптары:

а) әҙерлек этабы – проект эшенең темаһын, маҡсатын билдәләү;

б) төп этап – шәхесебеҙ ентекле өйрәнеп мәғлүмәти, ижади, эҙләнеү проекты үтәү;

в) аҙаҡҡы этап - халыҡҡа еткереү.

 

 

 

 

 

Йөкмәткеһе

1.     Инеш...............................................................................................................5

2.     Төп өлөш.

2.1.           Легендар шәхесебеҙҙең тормош юлы..............................................5

2.2.          Сәнғәттә Таһир Күсимов образы......................................................6

3.     Йомғаҡлау......................................................................................................9

4.     Ҡулланылған әҙәбиәт..................................................................................11

5.     Ҡушымталар................................................................................................12

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш

Таһир Күсимов... Халҡымдың ғорурлығы,  Әбйәлилебеҙҙең  йөҙөк ҡашы Күсимов.  Легендар һәм бөйөк шәхесебеҙҙең  исеме һәр гимназиста һоҡланыу һәм ғорурлыҡ    хисе  уята. Уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Был шәхес тураһында йыл һайын  конференциялар уҙғарабыҙ, Рамаҙан Өмөтбаевтың " Генерал Күсимов " китабын ҡат-ҡат уҡыйбыҙ һәм һәр саҡ үҙебеҙгә   яңылыҡтар  табабыҙ.

         Беҙ, гимназистар, Таһир Күсимов тураһында ентекле белергә тейешбеҙ. Йыл һайын геройыбыҙҙың тыуған көнөндә иншалар яҙыу, шиғырҙар ятлау, кинофильмдар ҡарау маҡсат итеп алынған.

         Беҙҙең ғаиләгә  лә Таһир Күсимовтың туранан-тура бәйләнеше бар.  Олатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашалар. Тик улар һуғышта ятып ҡала. Иҫтәлектәр быуын-быуынға тапшырылыр, тип уйлайым.

         Әҙәби әҫәрҙәрҙә, документаль фильмдарҙа башҡорт халҡының рухы ни тиклем көслө икәнен күрәбеҙ.

Ысынлап та, һуғыш ваҡытында ла яугирҙар төшөнкөлөккә бирелмәгән. Рухи көс халҡымда юғары булған, хатта юмор аша ҡараған.

 

Легендар шәхесебеҙҙең тормош юлы

Таһир Тайып улы Күсимов 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында тыуған. 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында берҙән-бер улын һаҡлап ҡалырға теләп, атаһы уны Ҡаҙағстан, һуңыраҡ Урта Азия тарафтарына алып китә. Хәрби хеҙмәткә алыныр сағы еткәс, егет тыуған ауылы Күсемгә әйләнеп ҡайта. Уны күрше ауыл егете, буласаҡ летчик Шәмиғол Азаматов менән бергә Ҡазан татар-башҡорт хәрби училищеһына ебәрәләр. Күсимов фамилияһын да егеткә райондың хәрби комиссары бирә:"Күсем ауылынан, тимәк Күсимов булырһың",-ти, уға йәше етмәгәнлектән, бер йәш өҫтәп тә яҙыла. 1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый.

1928—1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. Шәмиғол Азаматов кавлерист булырға теләмәй, Пермь авиация училищеһына инә. 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була. 1938—1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда Күсимов командованиеның махсус заданиеһын үтәй- совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә. Т.Күсимовтың ислам йолаларын яҡшы белеүе урындағы бик һуғышсан ҡурд халҡы менән яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға ярҙам итә.

1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. Дивизия яугирҙары Күсимовтың һалдаттарҙы буласаҡ алыштарға ентекле әҙерләүе, кавлерист күнекмәләрен бик етди үткәреүе тураһында һөйләй. Күсимов үҙе хәтерләүенсә, һалдаттарҙан ул матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Һуғыш барышында дивизияла командирҙар кәңәшмәләре йыш ҡына башҡортса алып барылған һәм ысынында был хәүефһеҙлек тәьмин иткән.

1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә.

1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С. М.Буденный полковник Таһир Күсимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай. 1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай. 1951 йылда К.Е.Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.

1945—1963 йылдарҙа кавалерия дивизияһының штаб начальнигы, тау-уҡсылар дивизияһының, мото-уҡсылар дивизияһының командиры, Төрөкмәнстан хәрби округында армия корпусы командирының урынбаҫары. 1963—1969 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. РСФСР (1947—1951, 1951—1955), Төркмән ССР-ы (1959—1963), БАССР (1969—1971) Юғары Советтары депутаты итеп һайлана.

1969 йылда отставкаға сыға.

Генерал Күсимов ике Ленин орденыҠыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. 

                1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән.

 

Сәнғәттә Кусимов образы

Иң  беренсе эҙләнеү эшемдә  Күсимов тураһында ижад иткән рәссамдарҙың,  композиторҙарҙың    ижади эштәре менән ҡыҙыҡһындым.

Сәнғәт өлкәһенә  килгәндә, Рәшит Нурмөхәмәтовтың  Советтар Союзы  Геройы генерал-майор Таһир Күсимовтың  портреты ҙур әһәмиәткә эйә. Рәссам уны  1973   йылда эшләй. Күсимов хәрби кейемдә, күкрәгендә хәрби йондоҙо,ҡулында ҡылысы. Әйткәндәй,был ҡылыс уның тыуған ауылындағы  музейҙа һаҡлана. 1973 йыл   булғас, тимәк уға 64 йәш була. Ул һаман да йәш сағындағы кеүек бөркөт ҡарашлы, бәлки, ул үткән тормош юлын иҫләйҙер. Был  ҡараштан Еңеүҙе  лә,  тыуған   яҡты, туғандарын һағыныуҙы ла  аңларға була. Портретҡа ҡарау менән Күсимовтың  батыр, ҡыйыу кеше икәнен күрәбеҙ.

Һәр көн һайын беҙҙе, гимназистарҙы генерал Таһир Тайып улының һыбай килеш һүрәтләнгән картинаһы ҡаршы ала. "Бына танктарға бирешмәгәнде, һеҙ, уҡыусылар  маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ, һәр эштә лә  яуаплы булығыҙ-",тип әйткән кеүек.

Ринат Атауллиндың һүрәтендә  лә дәһшәтле һуғыштың әле тынмауын күрәбеҙ.  Рәссам уны 2003 йылда ижад иткән. Шулай уҡ Ринат Атауллиндың район үҙәк китапханаһының “Дан галереяһы” бүлегендә 2005 йылда ижад иткән портреттерҙы уңышлы яһаған.  Бында яҡташыбыҙ оло йәштәрҙә һәм рәссам барлыҡ һүрәттәрендә йылы төҫтәр ҡулланған.

Р.Ишбулатовтың картинаһында  Шайморатов генерал менән, хатта аттар ҙа ҡаты һуғышҡа әҙер. "Ир-ҡанаты-ат", тигәндәй Таһир Тайып улы ла ат яратҡан, тиҙ генә малды  эйәлештергән. Ат яратҡан кешене халҡыбыҙ былай ҙа ат йөрәкле, кешелекле тип баһалай.

Яҡташыбыҙ Ринат Атауллин Күсем ауылындағы музейҙа башҡорт атлы дивизия яугирҙарының Днепрҙы аша сығыуын сағылдырыусы диорама ла ижад иткән. Әйткәндәй, был музейға килгән дивизия яугирҙарының барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алған.

Интернет селтәрендә мин Әнүәр Ишмәмәтовтың портретына тап булдым. Ул 1947 йылда эшләгән.

Рәссам Наил Шакировтың һүрәтләнешендә лә Таһир Тайып улын тоғро дуҫы ат менән. Асыҡ төҫтәр Кусимовтың йәш мәлен билдәләй. Был эш “Урал” һүрәттәр күргәҙмәһенә ҡуйылған.

Легендар башҡорт генералына арнап халҡыбыҙ йыр ҙа ижад иткән:

Мауыҙҙы ла күле, ай ,яҡты күл,

Таһир Күсимов тыуған ер бит ул,

Туғыҙ йәшлек булған етем бала,

Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул

Мауыҙҙы ла күле,ай,тәрән күл,

Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул

Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән

Таһир Күсимов хәрби ир бит ул.

         Бик аһәңле итеп йырсыбыҙ Райман Ишбаев башҡара. Яҡташым Заһит Ғәбитов та был йырҙы моңло итеп йырлай.

Сәнғәттә шулай уҡ ”Кусимов маршы” бар.  Ҡадир Даян һүҙҙәре, Заһир Исмәғилев көйөн ижад иткән. “Таһир Кусимов” исемле йырҙың көйөн Урал Иҙелбаев, һүҙҙәрен Фәниә Дауытова ижад иткән.

Беҙ үҙебеҙ ҙә Мәхмүт Һибәт һүҙҙәренә Айрат Хәлфетдинов ижад иткән «Генерал Кусимов»йырын өйрәнәбеҙ.

Офоҡтарҙа алтын таңдар атты,

Йөрәккә күсте сатҡылары

Дошман ябырылғас яуға  сапты,

Йәшендәй башҡорт атлылары.

Һай ,генерал Күсимов Таһир

Ҡуш йөрәкле яугир командир

Сая ирҙәрҙән дә саяраҡ ир

Үҫтергән бит уны Урал ил.

Көн хаҡында,аяу көтмәй уттан,

Әжәл ялҡынын ил мең йотто.

Онотманы көнөбөҙ.

         2010 йылдың 8 майында Өфөләге Еңеү паркында генерал-майор Таһир Күсимовҡа бюст ҡуйыла. Таһир Күсимов һынын эшләү скульптор Андрей Дворникҡа йөкмәтелгән. Скульптураны төҙөү өсөн 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында тупланған документтар, фотоһүрәттәр ҙә ҡулланыла.

Шулай уҡ тыуған ауылы Күсемдә музей алдында геройыбыҙҙың бюсы урынлашҡан. 1984 йылда ойошторола, 1991 йылдан Милли музейҙың филиалы  һуғыш ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғ.Г.Ғилманов етәксеһе лә, бер үк ваҡытта инициаторы булып та тора. Музейҙа геройҙың шәхси әйберҙәре, документтары урын алған. Яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев “Таһир Күсимов” документаль повесын үҙе бүләк иткән.

http://mybiblioteka.su/mylektsiiru/baza5/1039519504305.files/image001.gif 112-й (16-й гвардейской) Башҡорт  кавалерия дивизияһы  һәм Милли музейҙарҙа  ла күп мәғлүмәттәр табырға була.

http://mybiblioteka.su/mylektsiiru/baza5/1039519504305.files/image043.jpgӘйткәндәй, 2019 йылда Таһир Күсимов исемендәге гимназияла “Күсимов эҙҙәре буйлап” заманса мәғлүмәти музей, гимназия алдында таҡтаташ асылды. Хеҙмәт уҡытыусыһы Шәфҡәт Мозафаров улы Хөсәйеновтың бюст-күсермәһе беҙҙең белем усағын биҙәй.

                   Кино сәнғәтендә Таһир Тайып улына арнап «Генерал Күсимов» («Генерал Кусимов») исемле документаль фильм «Дан өсөн тыуғандар» («Рожденные для славы») трилогияһынан 2005 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы тарафынан төшөрөлгән. Сценарий авторы Салауат Хәмиҙуллин, режиссеры Азамат Хужахмәтов.

Өфөлә Таһир Күсимов йәшәгән йортҡа уның ҡаһарманлығына, яҡты рухына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

ЙОМҒАҠЛАУ

Эш барышында беҙ әҙәби әҫәрҙәрҙе, гәзит-материалдарын өйрәндек. Районыбыҙҙағы Тыуған яҡты өйрәнеү музейында, шулай уҡ гимназиялағы, Күсем ауылындағы Т. Т. Күсимовтың музейында булдыҡ.  Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың шәхси әйберҙәрен күрҙем.  Яҡташтары менән тығыҙ аралашҡанлығын иҫтәлекле фотолар үҙҙәре һөйләй.  Шулай итеп, үҙем өсөн Башҡорт  хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов тураһында күп мәғлүмәттәр тупланым.

Һуғыштың кешелек өсөн ни тиклем аяныслы икәнлеген әҙәби әҫәрҙән генә уҡып белергә яҙһын, тип уйлайым.

Мин районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың халыҡ араһындағы абруйы; полкташтары араһында үҙ кеше булыуын, ни тиклем илһөйәр булыуын аңланым. Яҙыусылар үҙ әҫәрҙәрендә Таһир Күсимовтың кеселекле, иғтибарлы, ихтирамлы, ғәҙеллекте, тормошто яратыусы итеп биргән.  Рәссамдар иһә башҡорт халҡының батырын  баһадир, бөркөт ҡарашлы, көслө рухлы итеп һүрәтләгән.

Шулай итеп,  Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов йәш быуын  өсөн һәр яҡтан өлгөлө шәхес.

Әбйәлилдең бөтә кешеһе Таһир Күсимов тураһында яҡшы белергә тейеш, тип уйлайым. Уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ. Эшемде киләсәктә дауам итергә уйлайым.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1. Мәрйәм Бураҡаева “Һылыуҡай”. Документаль повесть. – Өфө:      Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 136 бит.

2. Башкортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996

3. Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте.

4. Рамазан Уметбаев. “Генерал Кусимов”.Уфа “Китап”, 1995.

5. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө, 2005.

.

6.Уфаркин Н. В. Кусимов Тагир Таипович. «Герои страны» сайты. 14 ғинуар 2015 тикшерелгән.

7.Күсемов Таһир Тайып улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡушымта №1

Ринат Атауллиндың һүрәттәре

 

Рәшит Нурмөхәмәтов «Т.Күсимов»

 

Ҡушымта № 2

Р.Ишбулатов «Шайморатов генерал»

 

Р.Атаулиндың диорамаһынан

 

Ҡушымта № 3

Наил Шакиров “Т.Күсимов”

 

Әнүәр Ишмәмәтов «Т.Күсимов»

 

Ҡушымта № 4

Өфө ҡалаһындағы бюст                     Күсем ауылындағы музей

Таһир Күсимов исемендәге гимназиялағы музей

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "НПК "Сәнғәттә Таһир Кусимов образы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Редактор

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 670 578 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.02.2021 994
    • DOCX 1 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Баймурзина Римма Файзулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Баймурзина Римма Файзулловна
    Баймурзина Римма Файзулловна
    • На сайте: 4 года
    • Подписчики: 67
    • Всего просмотров: 13443
    • Всего материалов: 19

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык и родная литература: теория и методика преподавания в образовательной организации

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 315 человек

Курс повышения квалификации

Основы преподавания родного (русского) языка и родной литературы в образовательной организации

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 237 человек

Курс повышения квалификации

Основы герменевтического анализа текста на уроке литературы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 25 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек

Мини-курс

Организация и контроль занятий со студентами специальных медицинских групп

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, технологи

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Психология воспитания и детско-родительских отношений

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе