Инфоурок Другое Другие методич. материалыОткрытый урок на тему: "Марат Кәримовтың тормошо һәм ижады"

Открытый урок на тему: "Марат Кәримовтың тормошо һәм ижады"

Скачать материал

М.Кәримовтың тормошо һәм ижады.

 

Һәр замандың үҙ йыры бар,

 Шул йыр менән иҫтә ҡала.

Ә шулай ҙа йырланмайса

Күпмеләре эстә ҡала.

 

 Маҡсат:

1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу;

2.Ижадының төп үҙенсәлектәрен асырға,күрергә өйрәтеү;

3.Сатираның тәьҫир итеү көсөн аңлатыу,юмор хисе тәрбиәләү. Йыһаҙландырыу: Яҙыусының портреты,төрлө йылдарҙа баҫылған китаптар күргәҙмәһе,слайдтар.

 

Дәрес барышы:

(Талғын ғына "Китәһе килмәҫ” йыры яңғырай. М.Кәримов һүҙҙәре,Р.Хәкимов көйө).

Уҡытыусының инеш һүҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры,яҙыусы-сатирик,юмор оҫтаһы,йәмәғәт эшмәкәре, "Һәнәк” журналының фельетондар бүлеге редакторы,1964 йылдан 1968 йылға ҡәҙәр "Пионер” журналының баш мөхәррире.Һуңынан ун йыл дауамында "Һәнәк” журналын етәкләүсе,1958 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы Марат Кәримов тураһында бөгөн дәрестә һүҙ барасаҡ. Марат Кәримовтың беренсе шиғырҙары 1948 йылдарҙа баҫыла башлай.Ә инде 1956 йылда иң беренсе шиғырҙар йыйынтығы- "Бөрөләр” баҫылып сыға.Хәҙерге көндө ул билгеле халыҡ шағиры.Уның лирик- фәлсәфәүи шиғырҙары тәрән уйланырға мәжбүр итһәләр,үткер уҡлы сатирик шиғырҙары тормоштоң тиҫкәре яҡтарын аса. -Уҡыусылар,асыҡлап китәйек әле,нимә һуң ул - сатира,нимә ул – юмор. -Сатира(лат. "Йыйын юҡ-бар” тигән һүҙ) –насар,боҙоҡ,әҙәпһеҙ тип иҫәпләнгән күренештәрҙән ныҡ итеп көлөү. - Юмор(инглизсә "холоҡәйеф”) - комиклыҡтың бер төрө. -Сатира һәм юморҙы һеҙ ниндәй яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә күрәһегеҙ? (М.Ғафури,С.Ҡудаш,М.Кәримов,М.Сәлимов).

 

Уҡытыусы: Бөгөнгө дәресте республикабыҙҙың танылған халыҡ шағиры,күренекле сатирик М.Кәримовтың тормошон,ижадын өйрәнеүгә бағышлайбыҙ.

 

1-се уҡыусы: 1930 йылдың һалҡын ҡышы…Ғинуарҙың сатлама һыуыҡ көнөндә бәкенән сумдырып һыу алғанда,Марат әсәһенең силәгенә ултырып сыҡҡан.Бәләкәй саҡта өләсәһенең һөйләүе буйынса, ул донъяға ошолай килгән.Ғинуар һалҡынында туңмай ҡалыуы өсөн һикереп,шатланып,үҙенән ике йәшкә өлкән ағаһы алдында танауын күтәргән.Ағаһын ни бары һарай артындағы бәрәнге баҡсаһынан табып алғандар…

 

2-се уҡыусы: Әҙип "Күҙ асып йомған ара” автобиографик новеллаһында үҙе тураһында юмор менән шулай итеп ҡыҙыҡ яҙған.Ә ябай итеп әйткәндә,М.Кәримов 1930 йылдың 9 ғинуарында Ейәнсура районы Күгәрсен ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа.Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң,башта Ырымбур өлкәһендәге Желтое татар-башҡорт педагогия училищеһында,һуңынан Йылайыр педагогия педагогия училищеһында уҡый һәм 1947 йылда тыуған ауылына уҡытыусы булып ҡайта.Тырыш һәм тапҡыр һүҙле йәш педагогты,оҙаҡламай йәштәрҙең район комитетына саҡырып,бүлек редакторы итәләр.Ул унда Әрме сафтарына киткәнсә эшләй.Әрменән ҡайтҡас,хеҙмәт юлын журналист булараҡ дауам итә.Киләсәк ғүмерен журналистикаға бағышлай.

 

1-се уҡыусы: Марат ағай бик йәшләй шиғырҙар,мәҡәләләр яҙа башлай.Уның алда әйтелгән "Бөрөләр” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1961йылда Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сыға.М.Кәримовтың әҫәрҙәре илебеҙ халыҡтарының күп кенә телдәренә тәржемә ителәөгөнгө көндә ул 22 шиғыр һәм сәсмә әҫәрҙәр йыйынтығы авторы,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Фатих Кәрим исемендәге премия лауреаты.

 

2-cе уҡыусы: Яҙыусы,шағир-көрәшсе булараҡ,халыҡ яҙмышы менән йәшәй.Уның ижади эшсәнлегенең нигеҙендә гражданлыҡ лирикаһы ята.Марат ағайҙың шиғырҙары тормоштоң теләһә ниндәй болғауыр ваҡыттарында ла кешеләрҙе кеше иткән,пәйғәмбәрҙәрҙән башланған дөйөм кешелек сифаттарын данлай.Шиғырҙарында халыҡ тормошон яҡшыртыу сараларын күреү,ғәҙелһеҙлек, яуыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшеү кеүек уй-тойғолар ярылып ята.

 

3-сө уҡыусы: Шағырҙең тормош позицияһын, ижад йүнәлешен түбәндәге шиғри юлдарҙан да асыҡ күрергә була: Мин ғүмерем буйы дуҫлыҡ өсөн Һәм туғанлыҡ өсөн көрәшәм. Шуға ла бит ихлас күңел менән,

Эй,кешеләр,һеҙгә өндәшәм:

 -Һаумыһығыҙ! -Һаумыһығыҙ!

М.Кәримовтың халыҡтар дуҫлығына бағышланған хәҙерге көндә ифрат та ҙур көнүҙәк әһәмиәткә эйә булып торалар.Шағир был циклдағы шиғырҙарында Башҡортостан халыҡтарының киләсәк яҙмышы,ил яҙмышы,уның мул йәшәйеше,турунан-тура халыҡтар дуҫлығына бәйле булыуын иҫкәртә.

 

4-се уҡыусы ("Беҙ – бер бөтөн” шиғырын уҡый).

Уҡытыусы: Уҡыусылар,һеҙ Марат Кәримов ағайығыҙҙың бик күп әҫәрҙәрен,шул иҫәптән ,көлкөлө хикәйәләрен дә беләһегеҙәҙер бер хикәйәһенән өҙөк ҡарап алайыҡ.

(М.Кәримовтың "Бишек йыры” хикәйәһе сәхнәләштерелә).

 

Уҡытыусы: Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән? -Өҙөк М.Кәримовтың "Бишек йыры” хикәйәһенән алынған.Был хикәйәлә автор кешегә алдыңа ҡуйған маҡсатты ваҡытында үтәргә,ваҡытты әрәм итмәйенсә йәшәргә өндәй.

 

1-се уҡыусы: Мин балалар өсөн яҙылған "Көлкөлө хикәйәләр” китабын яратып уҡыным.Бигерәк тә "Ялған һуҡмаҡ”, "Бенгал теле” ,”Бер айлыҡ отличниктар” әҫәрҙәре оҡшаны.Ҡайһы берҙәрендә үҙебеҙҙе таныныҡ.Уның геройҙары беҙҙең мәктәп уҡыусылары араһында ла,ауылда ла етәрлек.Яҙыусы көндәлек тормоштағы көлкө яҡтарҙы тотоп ала һәм уҡыусыға ҡыҙыҡлы,мауыҡтырғыс итеп еткерә белә.

 

2-се уҡыусы: Эштәр хаҡында. Кешеләргә кешеләрсә түгел, Әллә ниндәй тормош-хәҙерге. Эт ҡәҙере һаман арта тора, Кәмей бара кеше ҡәҙере. Экранда ла,ана,эттәр,эттәр, Күргәҙмәләр шаулап үтәләр. Гәзит бите һайын иғлан тора, Тоҡомло эт тәҡдим итәләр.

 

3-сө уҡыусы: Беломор. Папиростар араһында Беломор иң данлыһы. Данлыһы тип яңылыш әйттем, Ҡанлыһы ул,ҡанлыһы. Уҡытыусы:Тормошта осраған йәмһеҙ күренештәрҙе сатирик шулай күрһәткән.Ә һеҙҡыусылар,тирә-йүндәге һәм үҙегеҙгә ҡағылған етешһеҙлектәрҙе нисек яҙыр инегеҙ?(3-4 минут ваҡыт бирелә,шунан эштәр уҡыла).

 

 -М.Кәримов әҫәрҙәре кешеләрҙе нимәгә өйрәтә? Ул кемдәрҙе күберәк тәнҡитләй?

 -Уның әҫәрҙәрен уҡығас,ирекһеҙҙән үҙебеҙҙең тормоштон ҡыйыҡ көҙгөләге сағылышын күрәбеҙ.Әҫәрҙәре беҙҙе намыҫлы,яҡшы күңелле,тирәҡтағыларға иғтибарлы,тәрбиәле,эш һөйөүсән булырға өйрәтә.

-Ул шиғырҙы күҙгә күренеп торған образдарға ҡора һәм шуның менән бик күпте ота. (М.Кәримовтың ижадын яҡшы белеүсе тип аталған викторина үткәрелә).

 

Йомғаҡлау.Бөгөнгө дәрестә халыҡ шағиры М.Кәримов ижады менән таныштыҡ,сатираға хас үҙенсәлектәр,уның әһәмиәте тураһында һөйләштек.Марат ағайҙың ижады беҙгә ныҡ оҡшаны.Әҫәрҙәрен йотлоғоп уҡыйһың.Уның лирик шиғырҙары,юморға ҡоролған сатирик әҫәрҙәре кешеләрҙе намыҫлы йәшәргә,ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә,киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә.

 

Өйгә эш:Сатирик хикәйә яҙып ҡарарға.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Открытый урок на тему: "Марат Кәримовтың тормошо һәм ижады""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Менеджер по платежным услугам

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 190 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.01.2018 581
    • DOCX 46 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Афлятунова Лира Рафисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Афлятунова Лира Рафисовна
    Афлятунова Лира Рафисовна
    • На сайте: 6 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4140
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 285 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Стратегии клиентоориентированного бизнеса

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Состав и анализ финансовой отчетности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологическая работа с эмоциональными и поведенческими проблемами

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 228 человек из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 56 человек