Инфоурок Начальные классы КонспектыОткрытый урок в 4 классе по теме "Сифат"

Открытый урок в 4 классе по теме "Сифаат"

Скачать материал

 

      Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

          Средняя общеобразовательная школа № 1 с. Кушнаренково

                Муниципального района Кушнаренковский район

                                Республики  Башкортостан

 

 

 

 

 

 

 

   Открытый урок

 по башкирскому     языку в 4 классе

 

 

 

     Учитель башкирского языка Ситдикова Миляуша Завилевна

 

 

 

 

 

Тема: Сифат.

Маҡсат: сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү;  уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу; Башҡортостанға, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: һүрәттәр, карточкалар, иллюстрациялар, фонояҙма, компьютер.

Дәрес барышы.

I.                 Ойоштороу мәле.

1.          Психологик комфорт булдырыу.

Балалар бер-береһенә ҡарап йылмая, ҡул бирешеп сәләмләй.

2.          Артикуляцион күнегеүҙәр.

А) Сәләмләйем һауаны,

Именлек булһын өсөн!

Сәләмләйем Ер-әсәне,

Беҙҙе туйҙырған өсөн!

Сәләмләйем дуҫымды,

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

              Б) Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә

Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.

Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға.

                  Гә-гә-гә - беҙ китәбеҙ Өфөгә.

Өфө тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Унда ниндәй иҫтәлекле урындар бар?

II.             Өйгә эште тикшереү.

1.          Һорауҙарға яуаптар биреү.

(Дөрөҫ яуап биргән уҡыусы бер мәрәй ала).

-         Нимә ул исем?

-         Исем һүҙ төркөмө ниндәй һорауҙарға яуап була?

-         Яһалышы яғынан исемдәр ниндәй төрҙәргә бүленә?

Миҫалдар килтерегеҙ.

+ тамыр, яһалма, ҡушма, парлы исемдәр.

-         Ниндәй исемдәр уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр тип атала?

-         Нимә ул эйәлек категорияһы?

-         Нимә ул хәбәрлек категорияһы?

Миҫалдар килтерегеҙ.

2.          Статистик парҙарҙа карточкалар менән эшләү

-         Исемдәрҙе килештәр менән үҙгәртеү.

(Таҡтала дөрөҫ яуаптар бирелә, уҡыусылар бер-береһенең эшен тикшерә, баһалай).

III.         Төп өлөш.

1.          Маҡсатты әйтеү, теманы билдәләү өсөн кроссворд сисеү.

                     1

с

ә

ғ

ә

т

 

 

4

5

      2

к

и

т

а

п

 

               3

ф

и

л

 

ҡ

у

р

а

й

 

 

м

ә

к

т

ә

п

 

 

1. Атлай ҙа, атлай

Һаман барып етә алмай

2. Белем шишмәһе.

3. Кескәй генә күҙ.

Бороно оҙон бигерәк,

Уның исемен яҙыу өсөн

Өс кенә хәреф кәрәк.

4. Үҙе үҫемлек, унан да моңло нәмә юҡ.

5. Белем усағы.

- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

- Беҙҙең бөгөнгө дәрес “Сифаттар” темаһына бағышланасаҡ.

2.          Сифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү.

- Нимә ул сифат?

Уның менән яҡынан танышыу өсөн беҙ һеҙҙең менән ҡунаҡҡа барып ҡайтырбыҙ. (Матур өй һүрәте).

-        Ҡарағыҙ әле, беҙ төрлө-төрлө, матур төҫтәргә буялған өй янына килеп еттек.

Ә был өйҙә бына ниндәй  матур, бөҙрә сәсле апай йәшәй. Уның исеме – Сифат апай.

- Нимә менән шөғөлләнә икән Сифат апай?

Уның ҡулдары тылсымлы.

Эйе, ысынлап та, ул нимәгә генә тотонмаһын, барыһы ла үҙенсә матурлана, йәнләнә.

Бына, мәҫәлән, ағас.

Сифат апай ағасҡа ҡулы менән тейеп алған ине, ағасты ниндәйгә әйләндерҙе?

+ матур, йәшел, бейек, ҡуйы.

- Ә был нимә?

+ бәшмәк. Эйе, беҙ уның ниндәй бәшмәк икәнен белмәйбеҙ. Ә бына Сифат апай уны буяны ла, беҙ хәҙер уны таныйбыҙ. Ниндәй ул?

+ ағыулы, ҡыҙыл.

- Был нимә?

+ еләк . Еләк ниндәйгә әйләнде.

+ ҡыҙыл, тәмле, етлеккән.

- Сифат апай нимәләрҙе матурланы, йәнләндерҙе?

+ ағасты, бесәйҙе, бәшмәкте, еләкте.

+ Бер һүҙ менән генә был һүҙҙәрҙе нимә тип әйтергә була?

+ Исем (предмет)

-         Нимә ул сифат?

-         Предметтың билдәһен аңлатҡан һүҙҙәр сифат тип атала.

Ул ниндәй? ҡайһы? ҡайҙағы? ҡасанғы? Һорауҙарының береһенә яуап бирә.

3.          Ҡағиҙәне дәреслектән уҡыу.  

4.          Сифаттарҙың телмәрҙәге роле.

Сағыштырып уҡыу өсөн ике текст бирелә.

1.Таң ергә нурҙарын һипте

Күл өҫтөнән томан күтәрелде.

Талдар күлгә баштарын эйҙеләр.

Сәскәләр ысыҡта йыуындылар.

 

Таң атты. Көн башланды.

2.Таң ергә алһыу нурҙарын һипте.

Күл өҫтөнән ап-аҡ томан күтәрелде. Бөҙрә талдар зәңгәр күлгә баштарын эйҙеләр.

Ал, зәңгәр, һары сәскәләр ысыҡта йыуындылар.

Алһыу таң атты. Матур көн башланды

- Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?

- Ни өсөн?

- Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр.

        

Китап менән эш.

Тексты уҡығыҙ, сифаттарҙы үҙҙәре бәйләнеп килгән исемдәр менән яҙып алығыҙ.

 

5.          Башҡорт телендә род төшөнсәһе юҡлығын асыҡлау.

ый

 
Һүҙбәйләнештәрҙе руссаға тәржемә итеү.

Аҡ      ҡар  –  бел          й с   снег

ая

 
 


Ҡара       ер – черн                 земля

ое

 
 


Түңәрәк      күл –кругл               озеро

 

Рус һәм башҡорт телендәге сифаттар нимә менән айырылалар?

- Башҡорт телендәге сифат исем алдында торғанда һис үҙгәрмәй. Исем үҙгәрә, ә сифат үҙгәрмәй.

Мәҫәлән: ҡыҙыл ҡәләмдәр, ҡыҙыл ҡәләмгә.

  Миҫалдарға ҡарап рус һәм башҡорт телдәрендә сифаттарҙың айырмаһын әйтегеҙ.

Голубой цвет                      - зәңгәр төҫ

Голубое небо                      - зәңгәр күк

Голубая лента                     - зәңгәр таҫма

Голубые карандаши           - зәңгәр ҡәләмдәр

Голубой ленты                   - зәңгәр таҫманың

В голубом небе                            - зәңгәр күктә.

6.          Диалогик телмәрҙе үҫтереү.

Урман һүрәте.

-         Урманда ниндәй ағастар үҫә?

-         Ниндәй ағастар һәр саҡ йәшел кейемдә?

-         Ниндәй ҡоштар, йәнлектәр йәшәй?

Схема буйынса һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү.

Иң яҡшы тип табылған һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙыу.

7.          Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, әңгәмә.

Ял минуты.

Уҡыусылар, әй6әгеҙ урмандың саф һауаһын һулайыҡ. Һаумы, алтын ҡояшым! (Ҡулдарын өҫкә күтәреп түңәрәк яһайҙар). Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! (Ҡулдарын болғайҙар). Һаумы урманым! Иҫәнме һин, елкәйем! Барығыҙҙы сәләмләйем!

8.          Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыусылар, беҙҙең Борай районында ниндәй ҙур, матур йылға бар?

(Танып йылғаһын һүрәтләгән иллюстрациялар күрһәтеү).

-         Танып йылғаһы ниндәй урында урынлашҡан?

-         Ул ҡайҙа ҡоя?

-         Кемдең Таныпта балыҡ тотҡаны бар?

-         Йылғабыҙҙа ниндәй балыҡтар үрсей?

9.          “Балыҡсы” уйыны.

- Уҡыусылар, яр буйында ниндәйҙер балыҡтар ята, уларҙы, мөғайын, браконьерҙар бик бәләкәйҙәр, тип ташлап киткәндәрҙер. Әйҙәгеҙ, балыҡтарҙы ҡотҡарайык. (Уҡытыусы рәт буйлап йөрөп, “балыҡтарҙы” тарата, уҡыусылар карточкаларҙың артына яҙылған һүҙҙәргә сифаттар уйлап әйтәләр. Айырым  һүҙҙәрҙең руссаға тәржемәһе һорала).

Көн, ямғыр, алма, тейен, шыршы, ҡар, ат, еләк, ҡош, сәскә, айыу.

- Балыҡтарҙы “ҡотҡарҙыҡ”.

Тормошта ла, тик яҡшылыҡ ҡына эшләргә тырышығыҙ!

10.     Мәҡәлдәр өҫтөндә эшләү.

Сифаттарҙы табыу, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡлау.

А) Иң татлы тел-туған тел,

Инәм һөйләп торған тел.

Б) Тәмле тел балдан татлы.

- Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле.

 Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын белә башлай. Уй күрке – тел, тел күрке – һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур. Тыуған иле, туған халҡы, туған теле булған кеше мең бәхетле.

IV.          Өйгә эш.

         53-сө күнегеү.

V.              Дәресте йомғаҡлау.

Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?

      VI. Баҙһалау. Актив ҡатнашҡандар билдәләнә.

Валеологик күнегеү.

- Ә хәҙер бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ һәм хәйерле көндәр теләйбеҙ.

- Дәресебеҙ тамам.


 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Открытый урок в 4 классе по теме "Сифат""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Садовод-декоратор

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 966 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 12.10.2015 3197
    • DOCX 59 кбайт
    • 75 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ситдикова Миляуша Завилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ситдикова Миляуша Завилевна
    Ситдикова Миляуша Завилевна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 7899
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Гигиенические требования к условиям реализации основной образовательной программы начального общего образования

Учитель начальных классов

600 ч.

9500 руб. 4450 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 70 человек из 35 регионов
  • Этот курс уже прошли 163 человека

Курс повышения квалификации

Инклюзивное и интегративное образование детей с ОВЗ в условиях введения и реализации ФГОС НОО ОВЗ

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 307 человек из 60 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 203 человека

Курс повышения квалификации

Специфика преподавания информатики в начальных классах с учетом ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 284 человека

Мини-курс

Индустриальный туризм

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методики воспитания и развитие в СПО

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек

Мини-курс

Галерейный бизнес: медиа, PR и cотрудничество

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе