Инфоурок Другое Рабочие программыПланирование "Рабочая программа"(2 класс)

Планирование "Рабочая программа"(2 класс)

Скачать материал

                                                                            Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Баймаҡ районы

                                              муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы

                                                   урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Бикеш ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

 

 

 

  Килешәм                                                                                                                                                                   Раҫлайым

  филиал етәксеһе:                                                                                                                                                    мәктәп директоры:

  _________ /Шәрипова Л.А./                                                                                                                                    ­­­­____________ /Ямалетдинова Л.Ә./

  “______” _____________ 201__й.                                                                                                                            Приказ №   --------

                                                                                                                                                                                       “ _____“  ____________   201 __ й.

 

 

 

 

                                                               Башҡорт  (дәүләт) теленән  2 – се синыф өсөн   

                                                                 эш программаһы. 

                                                            

                                                                                                                                            Төҙөүсе: 1 категориялы башҡорт теле

                                                                                                                                          һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                                                                                Ишмырҙина Сәриә Иштуған ҡыҙы.

 

 

  

                                                                                 

                  2015 – 2016 уҡыу йылы

1.      Аңлатма яҙыу.

 

            Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2011.

Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2008.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

1.      Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006.

2.      Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле һәм туған (башҡорт) тел буйынса берҙәм талаптар.

Уҡыусылар  өсөн тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2011.

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2008.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы  тарафынан тәҡдим ителгән программа Бикеш дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу  планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-          “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы;

-          Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы;

-          “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы;

-          Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

-          Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

1.      Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.

2.      Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).

3.      Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

1.      балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

2.      тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

3.      лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең өсөнсө класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

-       бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу;

-       һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;

-       һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;

-       текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;

-       программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;

      -    тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хаҡында әҫәрҙәр уҡыу.

 Уҡыу предметына(курс)дөйөм характеристика

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:

1. Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һҽм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының  республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил  итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү- сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерҽк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим. Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндҽге йүнәлештҽрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-           Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

-          Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

-          Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

 -     Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

3. Тәрбиәүи маҡсат

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифат-тары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һҽм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен

иҫәпкә алыу- программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмә-кәрлегенең бөтә трҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

·        Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

·        Ишетеп аңлау (аудирование):

1)      уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

2)      әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3)      тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

4)      әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

5)      аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

·         Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1)     аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2)     текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3)     тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4)     унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5)     бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

·         Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1)     айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2)     матур яҙыу күнекмәләре;

3)     байрам открыткалары  яҙыу;

4)     һүҙлек диктанты яҙыу.

           Уҡыу йөкмәткеһенең  ҡиммәттәр йүнәлеше

           Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

        Уҡыу предметының (курс)уҡыу планындағы урыны

Уҡыу планында 2 синыфта аҙнаһына 2 сәғәт бүленгән.  Йылына 35 уҡыу аҙнаһы. Бөтәһе 70 сәғәт.

2. Уҡытыу  предметының  төп йөкмәткеһе:

            Телдән әҙерлек курсы - 23 сәғәт.

Төрлө белем менән килгән уҡыусыларҙы башҡортса һөйләшергә, башҡорт әҙәби теленең үҙенсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог төҙөргә, һөйләгәнде һәм уҡығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәрҙе өйрәнеүгә әҙерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар ярҙамында ижектәр, һүҙҙәр төҙөү, ижектә, һүҙҙә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәрҙең нәҙек һәм ҡалын булыуын билдәләү, уларҙың дөрөҫ әйтелешен үҙләштереү. 

 

            Әлифба осоро - 10 сәғәт.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәрен дөрөҫ яҙырға өйрәтеү. Ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеүгә, уларҙың мәғәнәләрен аңлай  һәм айыра белергә күнектереү.      

 

1.      Танышыу – 4 сәғәт.

           Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү). Башҡорт теленең үҙенсә - лекле өндәре һәм хәрефтәре.

 

      2.    Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

 

 3.    Мәктәбем – 4 сәғәт.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

 

4.       Минең уйынсыҡтарым – 9 сәғәт.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

 

5.      Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Һүҙҙәрҙең һөйләм- дәге урыны.

 

6.      Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт.

Йорт һәм ҡырағай ҡош -  хайуандарҙың файҙаһы, йәшәү урындары, үҙенсәлектәре менән танышыу. Башҡорт телендә хайуан, ҡош – ҡорт исемдәрен, уларҙың эштәрен белдереүсе һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу.

 

7.      Мин ял итәм – 5 сәғәт.

            Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

 

8.      Үтелгәндәрҙе ҡабатлау – 1 сәғәт.

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

9.      Резерв дәрес – 2 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Текстар уҡыу.

 

                                                                              3. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2.  Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүҙгә өн анализы, ижек анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә   һүҙҙәр төҙөү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарын һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү һәм ҡулланыу.

         Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.

   Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

   Минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.

   Кешенең исеме, фамилияһы, ҡала, район, ауыл, китап, журнал исемдәренең дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү.

4. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу.

5. Әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу, тыңлау, һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен һөйләү.

6. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Диктант яҙыу.

7. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү.

8. Һөйләм төрҙәрен билдәләү (хәбәр, һорау, өндәү) һәм уларҙы тейешле интонация менән уҡыу, һөйләмде дөрөҫ яҙыу, һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

                                               4. Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-          башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-          тәржемә эштәре.

-          дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға  пландар төҙөү.

-          һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.

-          тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы  схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы  контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә.  Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

     Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

  №

           Яҙма эш төрҙәре.

     Һаны.

   1.

Күсереп яҙыу.

          2

  2.

Һорауҙарға яуаптар.

          -

  3

Диктант.

          2

  4.

Изложение.

          -

  5.

Инша.

          -

                    Яҙма эштәр текстарының күләме:

   №

                     Эш төрҙәре

       Һүҙ

   1

Һүҙлек диктанты

       5-8

   2

Диктант

     15-20

   3

Изложение

     15-20

   4

Инша

     15-20

 

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы.

-һүҙҙәрҙе, фразаларҙы һәм һөйләмдәрҙе күсереү.

Һаналған яҙма эштәрҙең башланғыс кластарҙа үткәрелә торғандары элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң ғына яҙҙырыла. Әҙерлек эштәре төрлөсә булырға мөмкин: һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыр алдынан бер нисә тапҡыр телдән әйттереү, ниндәй хәрефтәр яҙылыуын анализлау,

         Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

         Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

 Диктантта ебәрелгән хаталар:

- һүҙҙе яҙғанда орфографик ҡағиҙаләренең боҙолоуы; - хәрефтәрҙең төшөп ҡалыуы, урынын алмаштырыу;- тыныш билдәләре буйынса хаталар.

Хатаға һаналмай: - үтелмәгән темалар булһа, - нөктәнең төшөп ҡалыуы, әгәр икенсе һөйләм ҙур хәреф менән башланһа, - һүҙҙәр дөрөҫ күсерелмәһә.

Бер хатаға һанала: - әгәр ике тапҡыр орфографик һәм фонетик характерҙагы төҙәтеү булһа. - бер типтағы пунктуацион хаталар - бер һүҙҙәге хата ҡабатланһа - ике ҙур булмаған хата

 Ҙур булмаған хаталар: - бер хәрефте һүҙҙә ике тапҡыр яҙыу, мәҫәлән: белеем - һүҙҙе юлдан-юлға күсергәндә - бер һүҙ ике тапҡыр яҙылһа

Контроль эшкә баһа ҡуйыу:

«5» - 1 ҙур булмаған хатаға.

«4» - 2 орф. һәм 2 пунк. хата, йәки 1 орф. һәм 3 пунк. хата.

«3» - 3-4 орфографик һәм 4 пунктуацион, шулай уҡ 5 орфографик хатаға.

 «2» - 5-8 орфографик хатаға

 «1» - 8 орфографик хатанан күп булһа.

 

Уҡыусыларҙың уҡыу һәләттәрен баһалау нормалары.

1. Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау.

Уҡыу техникаһын тикшереү.

Ижекләп уҡыу күнекмәләрен формалаштырыу. Уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе тотош уҡыу. Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлы уҡыу. Дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡыу. Аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡысҡырып уҡыу.

Ижекләп уҡыуҙан уҡыусының индивидуаль темпына ярашлы тиҙлек менән һүҙҙәрҙе аңлы рәүештә тотош уҡыуға күсеү. Уҡыу тиҙлеген эҙмә-эҙлекле үҫтереү.

Эстән уҡыу.

Эстән уҡығанда әҫәрҙең мәғәнәһен аңлау. Уҡыуҙың төрөн билдәләү. Текстан кәрәкле информация таба белеү.

Балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

       Синыф

             Һүҙ

           Билдә

   Эстән уҡыу (һүҙ)

             2

            25-30

            90-120

           35-45

 

 2-се класс уҡыусыларының  башҡорт  теле  буйынса белемдәрен,белгәндәрен (умение)  һәм  күнекмәләрен баһалау нормалары.

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1.  “тулыһынса  аңланы”

2.  “өлөшсә аңланы”

3.  “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

    - дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле  итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

    - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.

2 -се класта бәйләнешле һөйләү – 5-6 һөйләмдән  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

   - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

    - 4-6 һөйләү  хатаһы ебәрһә;

   -  уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкткеһен  һөйләүҙе башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

    - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

    - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.

Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

   - әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап  ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

    - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

    - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр  ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

   - 4-5  һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө  ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ  менән генә һорау бирһә;

    - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

   - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.

 

 

 

 

 

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                      

                                                                                6. Әҙәбиәт.

                                                               Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу – уҡытыу методик ҡулланмалар:

1.      Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар. Толомбаев Х.А., Асанбаева Р.Р., Өфө, БМҮИ, 2006.

2.      Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. // Баһауетдинова М.И, Йәғәфәрова Ғ.Н., Өфө, Информреклама, 2003.

3.      Башкирский язык для начинающих. Ф.Г. Хисамитдинова, З.Я. Шарипова, В.И. Хажин. Уфа, Баш. книжное изд-во, 1991.

4.      Йәш уҡытыусыға ярҙамға // Абуталипова Р.Ә. Өфө, Китап, 2003.

5.      Н.А. Зайцев ысулы буйынса башҡорт телендә тиҙ уҡырға өйрәтеү  // Ш.Ш. Әхмәҙиева. Өфө, Китап, 2001.

6.      Сал Уралда – илдә бер ине. Өфө, БМКИ, 2004.

7.      Телмәр һәм зиһен // Аслаева Р. Өфө, Китап, 2005.

8.      Урыҫ мәктәптәренең башланғыс синыфтарында башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре / Шарапов И.Ә. Өфө, Китап, 1997.

9.      Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр // Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Өфө, Китап, 2006.

10.  Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

11.  Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

12. Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

13. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

14. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

15. «Аҡбуҙат» журналы.

16. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

17. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу.Методик күрһәтмә.Ғәбитова З.М.,Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө, 2008.

18.    1-4–се кластар өсөн электрон дәреслек. Башҡортостан иле.

19.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

20.   

Материал - техник ҡулланмалар:

                   Аудиокассеталар:

  1. Туған тел. IIV класс. 1 – 4 кассета, Өфө, 2005
  2. Фәиз Шәрипов. Сыңрай ҡурай DANCE, Өфө, Моң.

CD диск:

  1. Мөхәррам Сәлимов башҡарыуында балалар йырҙары.
  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап №1
  3. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Башҡорт ҡумыҙы.

              

 

  Электрон дәреслектәр:

  1. Башкирский язык. ru.
  2. Башҡортостан иле.
  3. Учебник башкирского языка, 1-4 классы.

 

 Интернет-ресурстар:

“Остаз” электрон журналы - ostaz.gazeta/

-  Рәсәй мәктәптәре порталы - proshkolu/ru

-  Белем биреү сайты -  http:tel//dashgort,com

- “Аҡбуҙат” журналы – Akbuzat.ucoz.ru

Башкирский сайт.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Планирование "Рабочая программа"(2 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по безопасности

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 268 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.12.2015 511
    • DOCX 137 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ишмурзина Сария Иштугановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ишмурзина Сария Иштугановна
    Ишмурзина Сария Иштугановна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2872
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 158 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Стратегическое планирование и маркетинговые коммуникации

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 19 регионов

Мини-курс

Управление стрессом и психологическими состояниями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 82 человека из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 60 человек

Мини-курс

Сенсорные системы и развитие нервной системы

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 81 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 45 человек