Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Планирование "Рабочая программа" (9 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Планирование "Рабочая программа" (9 класс)

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Баймаҡ районы

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылы

урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Бикеш ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы





Килешәм Раҫлайым

филиал етәксеһе: мәктәп директоры:

_________ /Шәрипова Л.А./ ____________ /Ямалетдинова Л.Ә./

______” _____________ 201__й. Приказ № _________

_____“ ____________ 201 __ й.







Башҡорт (дәүләт) теленән 9 – сы синыф өсөн

эш программаһы.



Төҙөүсе: 1 категориялы башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ишмырҙина Сәриә Иштуған ҡыҙы.





2015 – 2016 уҡыу йылы

Аңлатма яҙыу.


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 105 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт).

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Программа кимәле : базис.

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: :

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 9- 11- се синыфтары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2009. – 152 бит.

Усманова М.Г., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса берҙәм талаптар”.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: “Книгрград”, 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Бикеш дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

  • Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  3. бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

    • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

    • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

    • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

    • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

    • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

    • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

    • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

    • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

    • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

    • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.


3. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:


Һаумы, мәктәп! (11 сәғәт).

Эш төрҙәре Көҙ” темаһы менән берлектә алып барыла. “Көҙ” һәм “Мәктәп” темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу: һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе, антонимдар, сифат, һөйләмдең баш киҫәктәре. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.


Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. (9 сәғәт).

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү.

Исемдәрҙең килештә үҙгәреүе, килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе саралар( ялғауҙар). Хәлдәр. Уның төрҙәре: урын, ваҡыт, рәүеш хәлдәре. Ҡылымдәң заман формалары. Практик үҙләштереү.


Атамалар ни һөйләй? (9 сәғәт).

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Шарт һәм сәбәп хәлдәре. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Практик үҙләштереү.


Беҙ ҡышты ла яратабыҙ. (6 сәғәт).

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.


Башҡортостан театры. (6 сәғәт).

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу. Синыфтан тыш уҡыу.

Өҫтәлмәлектәр. Уларҙың үҙенсәлектәре.


Башҡорт халыҡ ижады. (6 сәғәт).

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Шәжәрәләрҙең кеше тормошонда тотҡан урыны.

Ябай һөйләм төрҙәре.


Башҡорт аты. (13 сәғәт).

Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Улар тураһында төшөнсә биреү. Тыныш билдәләре. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

Башҡорт халыҡ милли аштары. (8 сәғәт).

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен билдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу. Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентекле эш дауам итә.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр. Улар тураһында төшөнсә биреү. Тыныш билдәләре.


Күңелле яҙ килә. (14 сәғәт).

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү. Еңеү көнөн билдәләү.

Бәйләүестәр. Бәйләүестәрҙең мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте.

Ҡабатлау. (1 сәғәт).

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Резерв дәрес. (1 сәғәт).

Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны. Текстар уҡыу.

4. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар :

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

* текстың планын төҙөү;

* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

* текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;

* тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;

* 5-6 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

* тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;

* әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;

* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтәү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

* иптәшеңдең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, каммилаштыра белеү күнекмәләре.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эш төрҙәре.

Һаны.

1.

Күсереп яҙыу

-

2.

Һорауҙарға яуаптар

-

3

Диктант

4

4.

Изложение

1

5.

Инша

4

Яҙма эштәр текстарының күләме:

Эш төрҙәре

Һүҙ

1

Һүҙлек диктанты

22-24

2

Диктант

90-95

3

Изложение

60-65

4

Инша

70-75


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмдә…)

Телд2н бирг2н яуаптар6ы билд2л21 нормалары

!телг2нд2р6е 7абатлау, у7ыусылар6ан яуап алыу,улар6ы8 баш7орт теле буйцынса белемд2рен ,беле162рен 32м к1некм2л2рен тикшере1,и92пк2 алыу,шуны8 мен2н берг2,ал4ан белемд2рг2 таянып, тел бер2мект2рен2,к1ренешт2рен2 а8латма бирерг2 0йр2те1 алымдарыны8 бере3е и92пл2н2.

У7ыусыны8 яуабын ба3ала4анда,т1б2нд2ге критерий6ар мен2н эш ителерг2 тейеш:

  1. Яуапты8 тулы 32м д0р09 булыуы;

  2. 1телг2нде а8лы 16л2штере1,а8лау ким2ле;

  3. Яуапты8 телм2р т060л0ш0,262би тел нормаларына ярашлы булыуы.

У7ыусыны8 телд2н бирг2н яуабы 1телг2н материалды8 у7ытыусы т27дим итк2н 0л0ш0н2 логик э6м2-э6лекле а8латманы эсен2 ал4ан б2йл2нешле телм2р булыр4а,яуап бире1се баланы8 0йр2нелг2н 7а4и62л2рг2,билд2л2м2л2рг2 таянып эш ит2 беле1ен к1р32терг2 тейеш.

«г2р у7ыусы:

  1. т27дим ителг2н теманы тулы а8лат3а,тел т0ш0нс2л2рен2 д0р09 билд2л2м2 бир32;

  2. 1телг2н материалды тулы а8лауын,белемд2рен практик 7уллана беле1ен к1р32т32;

  3. Материалды э6м2-э6лекле 32м 262би тел нормаларына ярашлы а8лат3а, уны8 яуабы «5» билд23е мен2н ба3алана.

«г2р у7ыусы «5» билд23ен 7уйыу талаптарына ярашлы яуап бир32,л2кин 3ир2к я3ала тор4ан хаталар еб2реп т2 у7ытыусы и9к2рте1ен2н 3у8 улар6ы т062теп бар3а,теленд2,телм2р т060л0ш0нд2 3ир2к-3ая7 я8ылышлы7тар кит32,уны8 яуабы «4» билд23е мен2н ба3алана.

«г2р у7ыусы т27дим ителг2н тема4а 7ара4ан т0п т0ш0нс2л2р6е а8лауын 32м беле1ен к1р32т32,л2кин

  1. Материалды тулы а8лата алма3а,т0ш0нс2л2р6е8 32м 7а4и62л2р6е8 билд2л2м23енд2 хаталар еб2р32;

  2. 2йтк2н фекер62рен тулы 32м и9батлау6ы ниге6л2й белм232,16 ми9алдарын килтер2 алма3а;

  3. Яуабында э6м2-э6лелек 3а7ланма3а,телм2р т060л0ш0нд2 хаталар бул3а,уны8 яуабы «3» билд23е мен2н ба3алана.

«г2р у7ыусы 3орал4ан материалды8 к1бер2к 0л0ш0н белм21ен,билд2л2м2л2р6е 32м 7а4и62л2р6е 2йтк2нд2 улар6ы8 т0п фекерен бо6оу4а килтер2 тор4ан хаталар еб2р32, материалды икел2не162р мен2н система3ы6 а8лат3а, уны8 яуабы «2» билд23е мен2н ба3алана

Диктанттар6ы ба3алау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншалар6ы 32м изложениелар6ы ба3алау

Инша 32м изложениелар я66ырыу аша у7ыусылар6ы8:

  1. теманы аса беле1е,тел сараларын инша й2ки изложениены8 тема3ына 32м улар6а4ы т0п фекер6е а8латыу бурыстарына ярашлы 3айлай беле1е,

  2. я64анда,грамматик нормалар4а 32м д0р09 я6ыу 7а4и62л2рен2 таянып эш ите1е тикшерел2. Шуны8 0с0н инша4а ла,изложение4а ла 32р ва7ыт ике билд2 7уйыла.Беренсе билд2 мен2н- улар6ы8 й0км2тке3е 32м телм2р т060л0ш0,икенсе билд2 мен2н грамоталылы7 ким2ое ба3алана.

Ба3алар6ы8 т0п критерий6ары

Й0км2тке 32м телм2р т060л0ш0

Грамоталылы7

Ба3алау

1.Я6ма эште8 й0км2тке3е тулы3ынса тема4а тура кил32,

2. Фактик хата булма3а,

3.Й0км2тке э6м2-э6лекле бирел32 (план буйынса й2ки план3ы6),

4. Эш лексик я7тан бай булыуы мен2 айырылп тор3а,

5.Эш тема4а 32м т0п фекер6е а8латыу ма7сатына ярашлы стилд2 я6ыл3а,телм2ре тасуири бул3а,

И9к2рм2. Бер ген2 телм2р хата3ы 32м бер ген2 й0км2тке хата3ы бул4ан я6ма эшк2 «5» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Я6ма эшт2 1 орфографик,й2ки 1 пунктуацион,й2ки 1 грамматик хата (тим2к,б0т23е 1 ген2 хата) бул3а,

«5» билд23е 7уйыла

  1. Эште8 й0км2тке3е,ниге662,тема4а тура кил32 (теманан ситк2 ките1 бик а6 бул3а),

  2. Й0км2тке, ниге662,д0р09 бирел32,2мм2 эшт2 бик а6 бул3а ла,фактик хаталар осра3а,

  3. Т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклегенд2 тупа9 булма4ан етеш3е6лект2р ген2 бул3а,

  4. Я6ма эш,ниге662,синоним 31662рг2 32м синонимик грамматик формалар4а бай бул3а,

  5. Эш бер т0рл0 стилд2 я6ылыуы 32м тасуири булыу мен2н айырылып тор3а,

И9к2рм2. Я6ма эште8 телм2р хаталары 0ст2н д2,й0км2тке3енд2ге хаталар икен2н д2 артма3а,у4а «4» билд23е 7уйыр4а м0мкин.


Я6ма эшт2 2 орфографик 32м 2 пунктуацион хата, й2ки 1 орфографик 32м 3 пунктуацион хата бул3а,й2ки бер орфографик хата3ы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-т2н,32м грамматик хаталары 2-н артма3а,

«4» билд23е 7уйыла

  1. Я6ма эшт2 теманы ситк2 ките1г2 7ара4ан етди хаталар бул3а,

  2. Т0п фекер д0р09 а8латыл3а,2мм2 эшт2 фактик хаталар еб2релг2н бул3а,

  3. Айырым 0л0шт2ренд2 т0п фекер6е а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,

  4. Я6ма эш бер т0рл0р2к типта4ы синтаксик конструкциялар6ан тор3а,316леге ярлы,31662р6е 7улланыу6а хаталар бул3а,

  5. Эш тема 32м уны а8латыу (асыу)талап итк2н бер т0рл0 стилд2 я6ылма3а,

И9к2рм2. Я6ма эшт2ге телм2р хаталары 5-т2н ,й0км2ткелеге хаталар 4-т2н артма4ан х2лд2 л2,эшк2 «3» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Я6ма эшт2 4 орфографик 32м 4 пунктуацион хата,й2ки 3 орфографик 32м 5 пунктуацион хата, й2ки 7 пунктуацион хата 32м орфографик хата3ы6 бул3а,шулар 09т0н2 4 грамматик хата еб2рел32,

«3» билд23е 7уйыла

  1. Я6ма эш тема4а тура килм232,

  2. Фактик хаталар к1п бул3а,

  3. Эште8 б0т2 0л0шт2ренд2 фекер а8латыу э6м2-э6леклеге бо6ол3а,текст 0л0шт2ре ара3ында б2йл2неш булма3а,плпн4а яраш3ы6 бул3а,

  4. 16леге 4262тт2н тыш ярлы бул3а,эш 16-ара б2йл2неше булма4ан бер т0рл0 конструкциялы 7ы97а 30йл2мд2р62н тор3а,31662р 7улланышында ла хаталр осра3а,

  5. Эшт2 стилде8 бер т0рл0л0г0н2 ирешелм2г2н бул3а,

И9к2рм2. Я6ма эшт2ге телм2р хаталары 7-н2н,й0км2тке3енд2ге хаталар 3аны 6-нанартма4ан х2лд2 л2,у4а «2» билд23е 7уйыр4а м0мкин.

Орфографик хаталары 7-н2н,пунктуацион хаталары 7-н2н ,грамматик хаталар 6а 7-н2н арт3а,

«2» билд23е 7уйыла


Әҙәбиәт буйынса

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан

айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә,
йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Йыл аҙағына уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә булырға тейеш:

Синыф

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу (һүҙ)

9

150-180

350-400

250-300























6. Әҙәбиәт.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:

  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.

  3. Нәфиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә- дидактик ҡулланма «Афарин». Телмәр үҫтереү һәм башҡорт телен үҙләштереү кимәлен белдереү диагностикаһы.

  4. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.

  5. Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп. «Аҡмулла тауышы» Шағир-мәғрифәтсе Мифтәхетдин Аҡмулла әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы Республика фольклор байрамы. «М.Аҡмуллаға – 175 йыл».

  6. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.

  7. Аудокасеталар балалар өсөн.

  8. Дидактик һәм таратма материалдар.

  9. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.

  10. Минестерство оброзования Республики Башкортостан. ” Документальный фильм: Вместе дружная семья!!”

  11. Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең морфемалар (һүҙҙәрҙең мәғәнәләргә эйә булған өлөштәре) һүҙлеге: 10 000 самаһы һүҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.

  12. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.

  13. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.

  14. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.

  15. Ураҡсина З.Ғ., Ураҡсин Ю.З. Русско-башкирский словарь. Уфа: Белая Река, 2008.

  16. Русско-башкирский учебный словар / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.


Әҙәбиәт исемлеге:

  1. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2005.

  2. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. - Өфө: Китап, 2008.

  3. Ситдиҡова Г.Р. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо – мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. - Өфө: «Виртуаль», 2002.

  4. Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма). - Өфө: Информреклама, 2003.

  5. Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.

  6. Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.

  7. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.

  8. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2002.

  9. Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. / Төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. - Өфө : Китап, 2007.

  10. Алдырханова- Кәримова Ә.Р. Салауат батыр – ил икән. - Өфө: Китап, 2009.


Материаль-техник ҡулланмалар

  1. компютер;

  2. магнитофон;

  3. принтер.

Интернет-ресурстар

- “Остаз” электрон журналы - ostaz.gazeta/

- Рәсәй мәктәптәре порталы - proshkolu/ru

- Белем биреү сайты - http:tel//dashgort,com/.

- “Аҡбуҙат” журналы – Akbuzat.ucoz.ru

- Башкирский сайт.



18



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 17.12.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров135
Номер материала ДВ-265883
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх