Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому государственному языку (5 кл.)

Рабочая программа по башкирскому государственному языку (5 кл.)


До 7 декабря продлён приём заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с.Улькунды

муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан


Рассмотрено Cогласовано: Утверждаю:

на заседании МО Зам.директора по УВР Директор МБОУ СОШ

протокол №___ от___ _______Л.Д.Валиахметова с.Улькунды

«___»_августа_2015 г. «_31 » августа 2015 г. ________Р.Р.Рахимова

Руководитель ШМО Приказ № « » августа 2015г.

__________________




Рабочая программа

по башкирскому (государственному) языку

для 5 класса

на 2015-2016 учебный год





Составила учитель башкирского (государственного) языка

Валиахметова Лилия Данировна


Учебно-методический комплект:


Учебник «Башкирский язык и литература» рекомендован Министерством образования и науки Российской Федерации.


Авторы учебника: Вильданов А.Х., Хажин В.И.


Год издания – 2012 год (по II учебной линии класс занимается с

2015г.)


Авторы программы: Хуснутдинова Ф.А., Тикеев Д.С., Гафарова Б.Б.


Количество часов:

в год/в неделю 68 часов/ 2 часа/

2015 - 2016 учебный год


Рабочая программа составлена в соответствии со следующими нормативными документами:


- Федеральный закон «Об образовании в Российской Федерации» от 29.12.2012г. № 272 –ФЗ;

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 30.08.2013г. № 1015 «Об утверждении порядка организации и осуществления образовательной деятельности по основным общеобразовательным программам – образовательным программам начального общего, основного общего и среднего общего образования»;

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 09.03.2004г. № 1312 «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений Российской Федерации, реализующих программы общего образования» (в ред. Приказа Минобрнауки РФ от 01.02.2012 № 74);

- Приказ Министерства образования Республики Башкортостан от 29.05.2015г. № 905 «О рекомендуемых базисном учебном плане и примерных учебных планах для общеобразовательных организаций Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год»;

- Закон республики Башкортостан «Об образовании в Республики Башкортостан» от 01.07.2013г. (в ред. Закона РБ от 26.12.2014 № 171-а);

- Конституция Российской Федерации;

- Закон Российской Федерации «О языках народов Российской Федерации» от 25.10.1991 года №1807-1;

- Федеральный закон «О национально-культурной автономии» от 17.06.1996г. № 74 – ФЗ;

- Федеральный закон «О государственном языке Российской Федерации» от 01.06.2005 г. № 53 – ФЗ;

- Приказ Министерства образования и науки РФ от 6 октября 2009 г. N 373 "Об утверждении и введении в действие федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования";

- Приказ Министерства образования и науки РФ от 29 декабря 2014 г. N 1643 "О внесении изменений в приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 6 октября 2009 г. № 373 "Об утверждении и введении в действие федерального государственного образовательного стандарта начального общего образования";

- Приказ Министерства образования и науки Российской Федерации от 17 декабря 2010 г. № 1897 « Об утверждении федерального государственного образовательного стандарта основного общего образования";

- Приказ МБОУ СОШ с.Улькунды от 01 сентября 2015 г. № 116 « О перечне учебников, используемых в образовательном процессе в 2015-2016 учебном году»;

- Гигиенические требования к условиям обучения в общеобразовательных учреждениях СанПиН 2.4.2.2821 – 10;

- Основная образовательная программа начального общего образования МБОУ СОШ с.Улькунды на 2015-2020 учебный год (Приказ № 90 «01» сентября 2015 г.);

- Основная образовательная программа основного общего образования МБОУ СОШ с.Улькунды на 2015-2020 учебный год (Приказ № 90 «01» сентября 2015 г.);

- Учебный план МБОУ СОШ с.Улькунды муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год.

- Календарный учебный график учебного процесса на 2015-2016 учебный год МБОУ СОШ с.Улькунды (Приказ № 89 от 01.09.2015г.);

- Положение о рабочих программах по учебным предметам Муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с.Улькунды муниципального района Дуванский район Республики Башкортостан. (Введено в действие: Приказ № 66 от 28 июня 2013 года)































Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5–се класы өсөн туған башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Төҙөүсеһе: Вәлиәхмәтова Лилиә Данир ҡыҙы

Дәреслек: Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х., Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. — Өфө: Китап, 2012.

Программа кимәле: базис

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә– Ижевск: КнигоГрад, 2008й.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.. Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х. — Өфө: Китап, 2012.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә, Ижевск: КнигоГрад, 2008й.

Башҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Өлкөндө муниципаль бюджет төп белем

биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

  • Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө: Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.


Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар


  1. Йыл аҙағында 5-се класс уҡыусылары түбәндәге телмәр күнемәләренә эйә булырға тейеш:

- Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:

- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;

- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорау биреү;

- 8-10 шиғырҙы яттан белеү.

  1. Уҡыған текстар буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә бәләкәй хикәйә төҙөү һәм һөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;

- картиналар, экскурсиялар, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;

- текстың йөкмәткеһен тулыһынса һәм ҡыҫҡартып һөйләү;

- ваҡиға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтә белеү;

- башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү.

  1. Тексты талғын, шыма, һүҙҙәрҙе тотош (ижектәргә бүлмәй) уҡыу:

- поэтик әҫәрҙәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;

- эстән һәм ҡысҡырып, ролләп һәм һайлап уҡыу;

- текстың темаһын, төп фекерен билдәләй алыу;

- текстан һорауһарға яуап табыу;

- картиналар ҡарау, уға исем биреү.

  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур һәм тоташтырып яҙыу:

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- шундай уҡ текст йәки картина буйынса 6-7 һорауға яуап яҙыу;

- текстан предметты һүрәтләгән урынды табып (һайлап) яҙыу;

- бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң, өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (6-7 һөйләм күләмендә).

  1. Кластан тыш уҡырға тәҡдим ителгән 4-5 әҫәрҙе белеү.


Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше)

V класта башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны

Уҡыу планында башҡорт телен 5 класта уҡытыуға 68 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт). Был сәғәттәр мәктәп компонентынан алынды.



Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси һөҙөмтәләр

Башҡорт телен 5 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҙтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҙтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белешмә биреү; (курс йөкмәткеһе кимәлендә)

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауға:

-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

бер телдән икенсе телгә тәржемә итә белеү;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

- башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау, ҡулланыу;

- лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәре таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү, тәржемә итә белеү;

- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • Телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

  • Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

  • Социомәҙәни компетенция, дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға, v класс уҡыусыларының йәш үҙенсәлектәренә тап килә, йыл буйына лексик темалар ҡабатлана, сөнки уҡыу йылында 1-5 класс дәреслектәре менән эш итергә тура килә.

Танышыу

Был темала башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре, алфавит өйрөнелө. Танышыу, һаулашыу, һаубуллашыу һүҙҙәре өйрәнелә.

ғаилә

Нимә эшләй? Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр менән таныштырыу, ғаилә ағзаларын белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү, диалогта ҡатнашыу.

Һаумы, мәктәп! Кемдеке? Кемдең? Нимәнең? Һорауҙарына яуаптар. Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.

Төҫтәр.

Ниндәй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, яҙырға.Башҡорт телендә төҫтәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Кейем-һалым. Магазин. Баҙар. Башҡорт телендә нәҙек һәм һәм ҡалын ялғауҙар. Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштыру. Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

Өй йыһаздары. Кем нимә эшләй? Ҡылымдың зат ялғауҙары. Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Предметтың эшен белдереү юлдарын

үҙләштереү. Тасуири уҡыу, тәржемә өҫтөндә эш.

Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡылымдың зат ялғауҙары. Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Йорт ҡоштарын таныу. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән әйтеү. Һүҙҙәрҙе ижекләп, тотошлай уҡыу. Яҙыу өлгөләре дәфтәрендә хәреф элементтары яҙыу.

Ҡырғай хайуандар һәм ҡоштар. Ҡылымдың зат ялғауҙары. Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ишетеү, таныу, әйтеү. Бирелгән өндәр араһынан кәрәклеһен табыу.

Киҫмә хәрефтәр6ән ижектәр тө6өү, уҡыу, яҙыу.Дөрөҫ күсереп яҙыу.

Һөнәрҙәр. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдә хәбәрҙең урынын билдәләү.

Уйындар, уйынсыҡтар. Килеш ялғауҙары. Уйынсыҡ исемдәре, уйынсыҡтарҙың билдәләре, уйындар.

Еләк-емеш, йәшелсә. Килеш ялғауҙарын ҡулланыу. Яңы һүҙҙәрҙе, килеш ялғауҙары мәғәнәләрен үҙләштереү.

Таҙалыҡ. Көн тәртибе. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Юҡлыҡ ялғауҙарын һүҙҙәргә дөрәҫ ҡушыу.

Тыуған көн. Интонация. Һөйләм төрҙәре. Хәбәр, һорау һөйләмдәр. Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеү. Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Буш ваҡыт. Хобби. Ҡылымдың берлек һәм күплек формалары. Минең яратҡан шөғөлөм темаһына диалог төҙөү. Ҡылымдың берлек һәм күплек формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Транспорт. Юл. Сәйәхәт. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше. Транспорт. Нимә менән сәйәхәт итеп була һорауына яуап биреү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәрешен үҙләштереү.

Врачта. Поликлиникала. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Сифаттарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Предметҡа хас билдәләрҙе әйтергә. Уларҙы күҙәтергә, сағыштырырға. Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләргә тейешлеген аңлау.

Почтала. Сифаттарҙың телмәрҙә ҡулланылышы. Предмет атамаһына ярашлы билдә-һүҙҙәр уйларға.Телефондан дөрөҫ һөйләшеү.

Башҡортостан тәбиғәте. Бойороҡ, өндәү һөйләмдәр. Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеүҙе дауам итеү. Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. Ябай һөйләм төрҙәре. Башҡортостан тәбиғәте. Ябай һөйләм төрҙәрен практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Тулы һөйләмдәр төҙөү, һүҙлектәр менән актив ҡулланыу. Тыуған ер тураһында һүҙ алып барыу.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре. Һандың телмәрҙә роле. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Һорауҙарға яуап биреү.

Ауыл тормошо. Башҡорт аты. Алмаш. Зат алмаштары. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Текстан алмаштарҙы табыу.

Башҡорт халыҡ ижады. Балалар фольклоры. Алмаштарҙың телмәрҙә урыны. Алмаштар менән һөйләмдәр төҙөү. Һүҙлектәр менән эш. Һорауҙарға яуап биреү.

Кеше. Тән ағзалары.Шәхси гигиена.

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Үҙем тураһында.

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре.

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме?

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡәҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте.

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



Коммуникатив оҫталыҡтар.

Һөйләү телмәре

1. Диалогик форма:

- типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

- һорау-яуап рәүешендәге диалог.

2. Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

- өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы текстарҙы аңлау.

Уҡыу

- башҡорт теле материалына таянып эшләнгән текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән материалды һәм бернисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу, тәржемә итә белеү (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

- текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы, күнегеүҙәр эшләү;

- яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, шәхси хат яҙыу, открыткалар эшләү.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

    1. Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

    1. Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

3. Телмәрҙең лексик яғы.

Лексик берәмектәрҙе ике яҡлы (рецептив һәм продуктив) үҙләштереү, тотороҡло һүҙбәйләнештәр, телмәр этикеты элементтары булараҡ баһалау лексикаһы.Интернациональ һүҙҙәр. Һүҙьяһалыш.

  1. Телмәрҙең грамматик яғы.

Һөйләмдең төп коммуникатив төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреше.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Башҡорт телендә эйәлек заты; ҡылым.ҡылымдарҙың зат һәм һәм һан менән үҙгәреше.

Сифат дәрәжәләре.Алмаш һәм уның төрҙәре (зат, һорау, эйәлек, күрһәтеү). Синонимдар, антонимдар, омонимдар. Һан.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Телмәр күнекмәләре

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; әҙ һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметтың, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 3 – 5 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- ти6әйткестәрҙе, һынамыштар6ы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

- яҙғанды элементар формала каммилаштыра алыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • Башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эше үткәрелә. Ағымдағы контроль күсереп яҙыуҙар программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы дәрестең бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.


Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1 класта түбәндәге күләмдә яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

күсереп яҙыу – 2, һорауҙарға яуап – 2, диктант – 5, инша -1, изложение - 1.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- слайд төҙөү


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 2-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Текст күләме

Күсереп яҙыу


Һорауҙарға яуаптар


Контроль диктант

40-50

Һүҙлек диктанты

10-15

Изложение

30-40

Инша

30-40

Һайланма диктант


Аңлатма диктант


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…



Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау


Класс

Һүҙ

Билдә

Эстән уҡыу(һүҙ)

5

50-55

120-140

55-60



Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.


Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1. “тулыһынса аңланы”

2.өлөшсә аңланы”

3. “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

- дөрөҫ интонация менән, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, 5”ле ҡуйыла.

2 –се класта бәйләнешле һөйләм – 6-7 һөйләмдән тәшкил итә.


2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яҫаһа;

- уҡытыусы тарафынан икенән артығңҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла


3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

- 4-6 һөйләм хатаһы ебәрҫә;

- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен һөйләүҙе башлай (тамамлай) алмаһа, 3”лө ҡуйыла.


4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

- паузаларға теүәлһеҙлектәр китһә;

- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.


Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;

- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5ле ҡуйыла


2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4 ле ҡуйыла.


3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, 3” лө ҡуйыла.


4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;

- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;

- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.





Башҡорт дәүләт теле 5-се класс өсөн календарь-тематик план


1-cе cирек 17 сәғәт

Тема

Уҡыусылар эшмәкәрлеге


Дәрес

һаны

Үтәсәк көнө


Үткәрелгән көнө

1

Башҡортостан - тыуған илем. Башҡорт теленең алфавиты.



Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү, башҡорт алфавиты менән танышыу. Уҡыусы үҙе менән таныштыра. Һин кем? Исемең нисек? Был кем? Һорауҙарын бирә белеү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәнеү.

1

04.09.


2

Р.Ниғмәти. Теләк. Һуҙынҡы өндәр.

Кем? Нимә? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр.

Кем? Нимә? һорауына яуап биргән яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

1

07.09.


3

Р.Байбулатов.Сәскәләр. Ғаилә.Сингармонизм. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү, әйтергә күнегеү. Хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙыу. Ғаилә темаһына бәйле яңы һүҙҙәр менән танышыу. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ни эшләй/ һорауының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреүсе һү6ҙҙәрҙе таныу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1

11.09.


4

Башҡорт телендә ижектәр. З.Ғәзиз. Алмағас. Ғаилә ағзалары

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, ҡабатлау. Үҙенең ғаилә ағзалары менән таныштырыу

1

14.09.


5

Ф.Рәхимғолова. Сентябрь килде. Тартынҡы өндәр.


Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

1

18.09.


6

Х.Мохтар. Мәктәпкә. Башҡортса һүҙҙәрҙә баҫым. Һандар.

Башҡортса һанарға, һандарҙы дөрөҫ әйтергә, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү. Нисә? Күпме? Нисәнсе? Һорауҙары менән танышыу.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу. Темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен, һөйләмдәрен дөрөҫ уҡыу.

1

21.09.


7

Инеш диктант. Күмәк көҫ.



25.09.


8

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм төрҙәре, уларҙың интонацияһы.


Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм төрҙәре менән танышу, уларҙың дөрөҫ интонация менән әйтергә, яҙырға өйрәнеү.

1

28.09.


9

Һүҙҙәрең предметты, билдәне, эш –хәрәкәтте белдереүе.


Һүҙҙәрең предметты, билдәне, эш –хәрәкәтте белдереүе. Уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1

02.10.


10

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек, күплек мәғәнәһендә килеүе.


Башҡорт өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштыру. Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү.

1

05.10


11

Предмет исемдәренең ваҡыт, урын, эйәлек мәғнәләрен белдереүе.

Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Предмет исемдәренең ваҡыт, урын, эйәлек мәғнәләрен белдереү юлдарын үҙләштереү. Тасуири уҡыу, тәржемә өҫтөндә эш.

1

09.10.


12

Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

.

Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүбәйләнештәрҙе үҙәштереү.

Йорт ҡоштарын таныу.

Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән әйтеү.

Һүҙҙәәрҙе ижекләп, тотошлай уҡыу.

Яҙыу өлгөләре дәфтәрендә хәреф элементтары яҙыу.

1

12.10.


13

Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Ҡырағай хайуандар.

Тема буйынса яңы һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ишетеү, таныу, әйтеү.

Бирелгән өндәр араһынан кәрәклеһен табыу.

Дөрөҫ күсереп яҙыу.

1

16.10.


14

Һүҙҙәрҙең предмет билдәләрен төрлө миҡдарҙа һәм сағыштырып күрһәтеүе.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. һөйләмдә һүҙҙәрҙең урынын билдәләү. Текстар уҡыу.

1

19.10.


15

Контроль диктант.

Ял көнө.

Грамматик теманың үҙләштерелеүен тикшереү.

1

23.10.


16

Хаталар өҫтөндә эш. Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең эш башҡарыусының затын, берлеген, күплеген аңлатыу.

Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең эш башҡарыусының затын, берлеген, күплеген аңлатыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Текстар уҡыу.

1

26.10.


17

Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

Эште,хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

1

30.10.






























2-се сирек-16 сәғәт

Тема


Уҡыусылар эшмәкәрлеге


Дәрес

һаны

Үтәсәк көнө


Үткәрелгән көнө

1

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Текстар уҡыу.

1

06.11.


2

Предметты, уның билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.

Предметты, уның билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

1

09.11.


3

Тест эшләү. Йыл миҙгелдәре. А.Игеаев. Гармон. Ҡыш миҙгеле.

Белемде тикшереү.Дөрөҫ әйтергә, яҙырға өйрәнеү күнекмәләре. Темаға бәйле яңы һүҙҙәр менән танышыу. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

1

13.11.


4

Д.Бүләков. Йәмбиргән ауылының йәме.


Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

1

16.11.


5

Х.Түләков. Ярҙам.

Өндәү һөйләмдәр. Тәбиғәт.

Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен билдәләргә өйрәнеүҙе дауам итеү. Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.

Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

1

20.11


6

Бойороҡ һөйләмдәр. Тәбиғәт.

Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Һүҙлек ярҙамында рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

1

23.11


7

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Башҡортостандың байлығы.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу. Башҡортостандың данлы урындары, байлығына бәйле һүҙҙәр, атамалар. Тулы, бәйләнешле һөйләм төҙөү, һүҙлектәр менән ҡулланыу

1

27.11


8

Менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу. Сәйәхәт.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

1

30.11


9

Ҡылымдың берлек һәм күплек формалары. Буш ваҡыт. Хобби.

Минең яратҡан шөғөлөм темаһына диалог төҙөү. Ҡылымдың берлек һәм күплек формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1

04.12.


10

Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше. Транспорт. Юл. Сәйәхәт.

Нимә менән сәйәхәт итеп була? һорауына яуап биреү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәрешен үҙләштереү.

1

07.12.


11

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Врачта. Поликлиникала.

Сифаттарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Предметҡа хас билдәләрҙе әйтергә. Уларҙы күҙәтергә, сағыштырырға. Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләргә тейешлеген аңлау.

1

11.12.


12

Сифаттарҙың телмәрҙә ҡулланылышы. Почтала.

Предмет атамаһына ярашлы билдә-һүҙҙәр уйларға.Телефондан дөрөҫ һөйләшеү.

1

14.12.


13

Ябай һөйләм төрҙәре. Башҡортостан тәбиғәте. Башҡортостанда иҫтәлекле урындар.

Ябай һөйләм төрҙәрен практик үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡулланыу. Тулы һөйләмдәр төҙөү, һүҙлектәр менән актив ҡулланыу. Тыуған ер тураһында һүҙ алып барыу.

1

18.12.


14

Контроль диктант. Ҡыр кәзәһе.

Грамматик теманың үҙләштерелеүен тикшереү.


21.12.


15

Хаталар өҫтөндә эш.

Һандың телмәрҙә роле. Башҡортостандың күренекле шәхестәре.

Хатаны табып, ҡағиҙә нигеҙендә төҙәтә белеү.

Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Һорауҙарға яуап биреү.

1

25.12.


16

Алмаш. Зат алмаштары. Ауыл тормошо. Башҡорт аты.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Зат алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Текстан алмаштарҙы табыу.

1

28.12.


































3-сө сирек – 19 сәғәт

Тема

Уҡыусылар эшмәкәрлеге


Дәрес

һаны

Үтәсәк көнө


Үткәрелгән көнө

1

Алмаштарҙың телмәрҙә урыны. Башҡорт халыҡ ижады. Балалар фольклоры.

Алмаштар менән һөйләмдәр төҙөү. Һүҙлектәр менән эш. Һорауҙарға яуап биреү.

1

15.01


2

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңы йыл менән! Г.Юнысова «Ҡыш бабай ҙа…»


Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн хәрефтәрен ҡабатлау, үтелгәнде иҫкә төшөрөү, белемдәрҙе тәрәнәйтеү, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен иҫкә төшөрөү.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү.

Белем көнө, мәктәп, Ватан хаҡында йөкмәткеле мәғлүмәт менән танышыу.Тасуири уҡыу, һорауҙарға телдән яуап биреү.

1

18.01


3

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен ҡабатлау һәм нығытыу. Ҡыш темаһына һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү.

1

22.01


4

Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Беҙҙең ғаилә.

Тел.Кем? Кемдәр? Һорауына яуап булып килеүсе һүҙҙәрҙең тик кешеләргә генә бирелеүен аңлау. Исемдең берлек һәм күплек мәғәнәләре тураһында ҡабатлау.

Уҡыу. Текст менән танышыу. Һорауҙарға яуап.

1

25.01


5

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Үҙем тураһында.

Танышыу темаһына ҡағылышлы лексиканы ҡабатлау, диалог төҙөү. Сингармонизм законын белеү, килеш һорауҙары ярҙамында, шулай уҡ һүҙ тамырындағы һуҙынҡыларға иғтибар итеп, ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡуша белеү.

1

29.01


6

Төп, эйәлек, төбәү

килештәр.

Төп һәм эйәлек килеш һорауы һәм ялғауҙары менән танышыу, уларҙы һүҙҙәргә дөрөҫ ҡуша белеү. Эйәлек килештең рус телендәге родительный падежға тап килмәүен төшөнөү.

1

01.02


7

Төшөм, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәр.

Төшөм, урын-ваҡыт, сығанаҡ килеш һорауы һәм ялғауҙары менән танышыу, уларҙы һүҙҙәргә дөрөҫ ҡуша белеү. Ҡылымдан сығып исемгә һорау бирә белеү.

1

05.02


8

Берлектәге һәм күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Берлектә һәм күплектә торған исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү.

1

08.02


9

Cифат

Сифат менән тулы һөйләм төҙөү.

1

12.02


10

Инша «Ҡыш»

Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, һөйләмдәр төҙөү.

1

15.02


11

Хаталар өҫтөндә эш. Алмаш.

Үтелгән тема буйынса һүҙҙәрҙе ҡабатлау. Грамматик теманы нығытыу.

1

19.02


12

Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Беҙҙең фатир.

Алмаштарҙы иҫкә төшөрөү, күнегеүҙәр эшләү.

Текст менән танышыу, алмаштарҙы таба белеү, тәржемә итеү.

1

22.02


13

Һорау алмаштары. уларҙың килеш менән үҙгәреше. Йыл миҙгелдәре.

Алмаштарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Миҙгелдәр тураһында һөйләшеү, текст менән танышыу.

1

26.02


14

Антонимдар. 8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө. Ф. Мөхәмәтйәнов «Әсәйем»

Тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, һүҙҙәргә антонимдар табыу. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

1

29.02


15

Күрһәтеү алмаштары, уларҙың килеш менән үҙгәреше.

Тексты тасуири уҡыу. Күрһәтеү алмаштарының мәғәнәһен һәм тәржемәһен белеү, һөйләмдәр төҙөү. Алмаштарҙы һәм уларҙың тәржемәһен белеү.

1

04.03


16

Билдәһеҙлек, билдәләү алмаштары.

Алмаштар тураһында белем алыу, дөрөҫ ҡуллана белеү. Йылдың дүрт миҙгеле, уларҙың айырмаһы тураһында һөйләү, тексты тасуири уҡыу, диалог төҙөү.

1

07.03


17

Юҡлыҡ алмаштары.

К. Ушинский «Дүрт теләк».

Юҡлыҡ алмаштарының мәғәнәһен һәм тәржемәһен белеү, һөйләмдәр төҙөү. Алмаштарҙы һәм уларҙың тәржемәһен белеү.Текст менән танышыу, һорауҙарға яуаптар биреү.

1

11.03


18

Сифат. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.

Н. Сәлимов

Башҡортостан флагы”. Башҡортостанды беләһеңме?

Башҡортостан тураһында яңы мәғлүмәт алыу.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең , һандарҙың дөрөҫ яҙылышын ҡабатлау. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айыра белеү, телмәрҙә ҡулланыу. Сифат белдергән билдәләрҙе белеү, сифатты аңлатҡан һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу.

Шиғыр менән танышыу, тасуири уҡыу, һорауҙарға яуаптар.

1

14.03


19

Контроль диктант. Март.

Грамматик теманың үҙләштерелеүен тикшереү.

1

18.03


20

Хаталар өҫтөндә эш

Хатаны табып, ҡағиҙә нигеҙендә төҙәтә белеү.

1

21.03






























4-се сирек-15сәғәт

Тема

Уҡыусылар эшмәкәрлеге


Дәрес

һаны

Үтәсәк көнө


Үткәрелгән көнө

1

Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү. Исемдәргә эйәлек ялғауҙарын ҡуйырға өйрәнеү.Таблица буйынса эйәлек ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу. Тексты уҡыу, һорауҙарға яуаптар.

1

4.04


2

Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. «Һаулығың нисек?»


Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү. Әңгәмәлә ҡатнашыу.

1

8.04


3

Синонимдар. Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Баҙар. Ф.Туғыҙбаева.

Яңы күлдәк.

Ф. Туғыҙбаева ижады менән танышыу, тексты уҡыу, фекер алышыу, үҙ фекереңде әйтә белеү, тасуири уҡыу. Синонимдар тураһында белешмә биреү, һүҙҙәр менән танышыу, уларҙы һөйләмдәрҙә ҡулланыу, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлау,дөрөҫ уҡыу. Синонимдарҙы үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

1

11.04


4

Антонимдар. Омонимдар. Я6 етте.

Антонимдар, омонимдар тураһында белешмә биреү, улар6ы һөйләмдә 7улланыу, мә7әлдәрҙең мәғәнәһен аңлау,дөрө9 у7ыу.

Текст менән танышыу. Я6 билдәләре тураһында фекер алышыу.

1

15.04


5

«Икмәк үткән юл». (Һүрәт буйынса эш).


Фекерләргә өйрәнеү. Фекерҙе эҙмә- эҙлекле рәүештә яҙыу. Һүҙлектәр менән эш.

1

18.04


6

Тулы һөйләм. Яҙ етте.


Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Тулы һөйләмдәр төҙөй белеү.

1

22.04


7

Омонимдар.

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Омонимдарҙы үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу, һөйләмдәр төҙөү.

1

25.04


8

Төп Башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Ф.Рәхимғолова «Еңеү көнө»


Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Уҡытыусы һөйләгәнен тыңлау, аңлау, һорауҙарына яуап биреү. Төп Башҡорт һүҙҙәрен үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән айыра белеү. Һөйләмдәр төҙөү.

1

29.04


9

Һан. Яҙғы эштәр. К.Ушинский «Баҡсасы һәм уның улдары».

Һандарҙы ҡабатлау, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү.

Текст менән танышыу, тасуири уҡыу, һорауҙарға яуаптар.

1

6.05


10

Төп һәм рәт һандары.


Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғырҙы тасуири уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп һәм рәт һандарҙы үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу.

1

14.05


11

Исем. Сифат.Ҡабатлау. Яҙғы байрамдар. «Һабантуй».

Һөйләмдәрҙә Кем? Нимә? Ниндәй? Һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе табыу.


1

16.05


12

Алмаш (ҡабатлау). «Май айы»

Уҡытыусы ярҙамында дәрестең маҡсатын билдәләүҙә ҡатнашыу. Темаға ярашлы яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Алмаштарҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү, уларҙы текста табыу.

1

21.05


13

Контроль диктант . Яңғыҙ ҡайын.


Белемде тикшереү. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ ишетеү һәм яҙыу. “Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн- хәрефтәренең дөрөҫ яҙылышы” ҡағиҙәләрен үтәү. Яҙыу күнекмәләрен нығытыу.

1

23.05


14

Хаталар өҫтөндә эш.

Белемде тикшереү. Грамматик теманы ҡабатлау, нығытыу. Хаталарҙы аңлау һәм төҙәтә белеү.

1

27.05


15

Кластан тыш уҡыу дәресе Н.Носов «Тере эшләпә»

Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Тексты тасуири уҡыу, йөкмәткеһен аңлау, һорауҙарға яуап биреү.

1

30.05































Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

  6. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • видеоплеер;

  • магнитофон;

  • компьютер;

  • DVD.


Төп әҙәбиәт

  1. Хажин В.И.,Вилданов Ә.Х., Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2012.

  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  4. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  5. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  6. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары

  1. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х. - Өфө: Китап, 1997.

  3. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2006 . Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теле укытыусылары өсөн), Өфө, “Китап” ,1996.

  4. Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө, 2005.

  5. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

  6. Аҙнабаева Ф.Г., Нафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. – Өфө: БМКИ, 2004

  7. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

9.Нафи7ова З.;.,А6набаева Ф.;. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте,2010



Өҫтәлмә әҙәбиәт

  1. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө

  2. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

  3. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.

  4. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002.

  5. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  6. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  7. Әбүбәкирова З.Ф., Әбүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәре: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  9. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары; “Йәншишмә”, “Нарыштау” гәзиттәре.

  10. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  11. Солтангәрәева Р. Мин –тәбиғәт балаһы.-Өфө: Китап ,2001.

  12. Туғыҙбаева Ф. Мин уҡырға яратам.-Өфө: Китап,2009.

  13. Туғыҙбаева Ф.Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ.- Өфө: Китап,2008.

  14. Әкиәт –хыял асҡысы, йомаҡ- зиһен асҡысы -Өфө: Китап,2007.

  15. Песня о родной Уфе: Уфа,1997

  16. Интеллектуаль уйындар.



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)

Автор
Дата добавления 25.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров78
Номер материала ДВ-485089
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх