Инфоурок Начальные классы Другие методич. материалыРазработка по урокам жизни

Разработка по урокам жизни

Скачать материал

                      

 

 

 

 

Боронғо башҡорт                            ҡатын-ҡыҙҙар кейеме

 

 

Йөкмәткеһе:

I.Инеш.

II.Төп өлөш

1.Башҡорт кейеменең үҙенсәлеге

2.Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме

3.Рус яҙыусыларының башҡорт кейеме хаҡында фекерҙәр

III.Йомғаҡлау

IV.Ҡулланылған әҙәбиәт

 

 

 

 

 

                                        I.Инеш өлөш.

Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында һүҙ алып бармаҫтан әүәл, халыҡтың оҙайлы тарихын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле.                                                      Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.                                                                                                                                                          Бөгөнгө көндә был тема бик актуаль.  Башҡорт халҡы элек-электән үҙенең оҫталары менән дан тотҡан. Милли кейемдәр  башҡорт халыҡ ижадының ҡомартҡыһы булып тора. Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме һәм биҙәнеү әйберҙәре менән  танышыу; милли кейемде бер ни тиклем күҙ алдына баҫтырыу; халыҡ кейемдәренә ҡарата  башҡаларҙа ҡыҙыҡһыныу  уятыу.                                                                                 

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы:  халыҡтың оҙайлы тари хын, үткәнен, көнкүрешен, һәнәрен, илен, ерен, тәбиғи шарттарын күҙ алдына килтереү кәрәк. Кейем шарттарға, матди ныҡлы булыуға ла бәйле,шуның өсөн дә тәрбиәүи  яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә.

Эҙләнеү эшенең методтары:  оҫталыҡ дәрестәрен алыу; интернет селтәренән кәрәкле информация йыйыу; әҙәби әҫәрҙәр өйрәнеү.

 

Эҙләнеү  предметы: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме  менән танышыу

Эҙләнеү эштәренең сығанаҡтары:тикшереү эшен башҡарыу өсөн  башҡорт теленең һүҙлектәре, энциклопедиялар,интернет селтәре,”Тормош һабаҡтары” дәреслектәре

 

 

                                                            II. Төп өлөш

.Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейеме элек-электән үҙенең матур, зауыҡлы тегелеше, төҫтәрҙең сағыулығы, байлығы менән айырылып тора.

БАШҠОРТ КЕЙЕМЕ, өҫ, баш һәм аяҡ кейеменән, ш. уҡ традицион биҙәүестәрҙән торған. Көндәлек, байрам һәм йола кейеме булған. Кейем тегеү өсөн туҡымалар , буҫтау , кейеҙ , иләнгән йәнлек тиреләре , иләнгән еп , ситтән килтерелгән ебәк һәм кизе‑мамыҡ туҡымалар (бәрхәт, барса, ситса һ.б.) ҡулланылған. Уны биҙәкләү өсөн аппликациясигеү һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең башҡа төрҙәрен файҙаланғандар.

Ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрен бер нисә төргә бүлеп була. Уның иң боронғолары, башлыса өйҙә, ҡул көсө менән һуғылған, киңлеге 30 см-ҙан ҙурыраҡ булған туҡымаларҙан тегелгән. Күлдәктең итәге менән өҫкө өлөшө тоташтырып тегелгән урында магазин туҡымаһынан киң генә әүеркә һалынған. Ҡатын‑ҡыҙ күлдәге тотош (итәк осона тар йәки киң ҡатмар ҡуйып) йәки өҙөк билле итеп беселгән (итәге бил йәки янбаш тапҡырында ҡушылған), ултырма яғалы булған.  Төймәләр йә алдан, йә арттан, йә яурынға ҡуйылған. . 
Камзулдарға килгәндә еңдең осо биҙәлгән. Башҡорт күлдәгендә бигерәк тә уның өҫкө өлөшөнә иғтибар биргәндәр. Ошо маҡсатта түш уйымы тәүҙә сигелгән түшелдерек менән ҡапланған.
Күлдәк эсенән күкрәккә туҡыма түшелдерек бәйләгәндәр. Иҙеүен, еңен, итәк остарын сигеү һәм төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәгәндәр.   

Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән.                                                                                                 


Кейем тегеү һәм кейем биҙәү – оло сәнғәт. Ә башҡорттар борон-борондан кейенә белгән. Башҡорт кейеменең үҙенсәлектәре лә бар. Беренсенән, башҡорттар кейем тегеү өсөн нәмәне үҙе аҫраған һәм эшкәрткән малдан, үҫемлектән генә алған. Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙары һәм бала-сағаһы бик матур кейенгән. Кейем тегеү өсөн кейеҙ, күн, тире, киндер һәм кесерткән эшкәртелеп әҙерләнгән ептәр файҙаланылған. 


Һәр бер кейемдең үҙ атамаһы бар.  Бер нисәүһе менән таныштырып китәм.

КАМЗУЛ – билләп, эсләп тегелгән еңһеҙ ҡыҫҡа кейем. Ҡыҙҙар камзулы – өҙөлөп торған билле, асыҡ иҙеүле, бер генә төймәле, уҡа-тәңкә ҡырпыулы камзул.

Елән- йоҡа һәм ҡалын да булған.Ике ҡатлап тегелгән.Күлдәк өҫтөнән кейгәндәр.
ТАҪМАЛЫ КҮЛДӘК – йоҡа тауарҙан махсус өлгө менән тегелгән, итәгенә таҫмалар баҫылған бер ҡаттан торған өҫ кейеме. 
БАЛА ИТӘКЛЕ КҮЛДӘК – ҡатмарлы күлдәк, бер нисә ҡатмар һалына. . 
АЛМИҘЕҮ – тәңкәле, мәрйенле бәләкәй генә яға, күлдәк иҙеүен ҡаплап һалына.

 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙының килгәнен тәүҙә ишетәһең, шунан күрәһең, тиҙәр...                    Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт,сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары — ысын-ысындан сəнғəт əҫəрҙəре.

Ҡашмау

Башҡорт ҡатындары бик борондан кейгән милли баш кейеме ул. Көмөш тәңкәләр, ҡыҙыл ғәрәбә мәрйәндәр, көмөш сулпылар ҡуйылған боронғо ҡашмауҙы һандыҡтарҙа һаҡланған. Гәрәбә, мәрйен, тәңкә,ынйы менән биҙәп эшләнә.                                                                                                       Ҡортбашы ла тегеп ҡуялар. Күҙ теймәҫкә, тиҙәр. Борон ҡортбашы,ҡусҡар биҙәген  һалып биҙәгәндәр, ҡабырсаҡтан ҡырҡып тәңкә эшләнгән, көмбәҙҙе лә   шунан яһағандар.Ҡашмауҙың арҡа буйлап билгә саҡлы төшөпторған өлөшө «олон» тип атала. Уны ҡайһы берәүҙәр «ҡойроҡ», тигән була.Ҡашмау олоно «тояҡ» менән ослана. Нимәнән эшләнеүенә ҡарап, «тояҡ»- тың да төрҙәре бар - сәсәкле тояҡ, сәйләнле (мәрйенле) тояҡ, тәңкәле тояҡ, суҡлы тояҡ...

Кейәүҙә булған ҡатындар ҡашмау кейгәндәр, ә ҡыҙҙар таҡыя. Йәш ҡыҙҙар йәй көндәре яланбаш йөрөгәндәр, ә олораҡ ҡыҙҙар, ҡатындар ситса яулыҡ ябынғандар.

 

                                                          Һаҡал

Муйынды, күкрәкте, эсте ҡаплап торған кейемде һаҡал, яға йәки селтәр тиҙәр. Уның төрҙәре бик күп. Шау тәңкәнән торғаны, мәрйендән генә эшләнгәне, көмөш тәңкә менән мәрйен ҡоролғаны бар.Һәр башҡорт ырыуҙарының үҙ тамғаһы булған кеүек үҙ еләне һәм һаҡал, селтәре бар.Һаҡалды баштан уҡ теүәл эшләр кәрәк. Оҫта һәр бер тәңкәне һәр мәрйәм бөртөгөн тигеҙ ҡуйырға тейеш. Һаҡалдар бер тәртиптә эшләнә –бер- береһенән ҡайһы бер тәңкәләре менән айырыла.                                                                                                   Көмөш тәңкә һәм мәрйәндәр баҫып эшләнгән затлы биҙәүес төрлө ырыуҙарҙа төрлөсә атала. Һаҡал, яға, селтәр, муйса, иҙеү, түшелдерелек һәм башҡалар

 

 Рус яҙыусыларының башҡорт кейеме хаҡында фекерҙәре

 Күренекле яҙыусы Лев  Николаевич Толстой                                                                  “Башҡорт ҡыҙҙары оҙон күлдәк кейә.Күлдәктәре асыҡ төҫтәге ситса туҡыманан тегелә лә икенсе төҫлө туҡыманан ҡатмар һалына.Иҙеү өҫтөнә алмиҙеү тағалар.Алмиҙеү һәр төрлө аҡсаларҙан тишеп эшләнгән тәңкәләр менән тулы.”

Михаил Авдеевтың  “Тауҙар “тигән әҫәрендә былай тип яҙылған:                                     “Тәңкәләр таҡҡан толомдарына ҡарағанда Иҙекәй кейәүҙә булырға тейеш. Ул башҡорт ҡатындары кейә торған иң ябай кейемдә ине.Оҙон күлдәк, аҡ ҡушъяулыҡ.Ике ҡарағусҡыл толомо күкрәгенә төшөп тора ине.Китерҙән алда миңә өс ҡыҙҙы күрергә тура килде.Улар өсөһө лә байрамса бик матур итеп кейенгәйне.Ебәк елән,ебәк еп менән нағышлап,алтын еп менән биҙәкләп,тәңкәләр тағылған яға,баштарында –суҡлы ҡалпаҡ,береһенең ҡалпағы өҫтөнән бәрхәт ябылғайны.Һәр әҙәпле башҡорт ҡыҙының төп биҙәнеү әйбере- толомдарына тағылған һәм түш яғаһына  тегелгән тәңкәләре.Башҡорт ҡыҙҙары ни тиклем  генә ярлы  булмаһын ,барыбер бер нисә тәңкәһе була уның.Атлаған саҡта тәңкәләре сыңлап-сыңлап китә.”

                                         III. Йомғаҡлау

Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур булырға тейеш булған.Шуның өсөн байрам кейемдәре генә түгел,ә көндәлек кейемдәре лә шундай матур булған.
Һәр ваҡыт,һәр заманға ҡарап кеше матурлыҡҡа ынтыла.Үҙенә йорт һалһынмы,уны матур итеп эшләргә,төҙөргә тырыша.(эстән дә,тыштан да).Кейем уйлаһа,ул уны уңайлы ғына булһын тимәгән,ә матур,зауыҡлы булыуын теләгән. Күп йылдар үткән һайын кейемдәр ҙә үҙгәрә. Быға аптырарлыҡ түгел,сөнки заман менән йәшәү торошо үҙгәрә һәм кешелектең матурлыҡҡа ла ҡарата фекере,тойғоһо үҙгәрә.
-Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара.Башҡортостан үҙ аллы булыуын,халыҡтарҙың бәхетле,ирекле,бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ,көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ.Рухыбыҙ,телебеҙ һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн беҙ янмаһаҡ,бүтән бер кем дә янмаҫ.Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы,көс-ҡеүәте,нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен.Милли кейемдәребеҙ ҙә һаҡланһын.

 

 

                           IV.Ҡулланылған әҙәбиәт

1.       “Аманат” журналы ,Азат Юлан “Башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейеме”-12.2018 й.

2.      М.С.Бураҡаева.Башҡорт мәҙәниәте.-Өфө:Китап,2011.

3.      Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте                               

4.      А. С.    Камалиева. Башкирский костюм. Өфө:Китап,2012.          

5.      3.З.Г.Ураксин “ Хәҙерге башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге                    

С.Шитова “Башкирская народная одежда” – Уфа “Китап” 1995

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Разработка по урокам жизни"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Копирайтер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 622 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.11.2020 280
    • DOCX 25 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сафуанова Гульназ Закировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сафуанова Гульназ Закировна
    Сафуанова Гульназ Закировна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 14054
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности развития критического мышления обучающихся в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 23 регионов
  • Этот курс уже прошли 257 человек
аудиоформат

Курс повышения квалификации

Особенности реализации ФГОС НОО для слепых и слабовидящих детей

72/108/144 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 27 человек

Курс повышения квалификации

Инклюзивное и интегративное образование детей с ОВЗ в условиях введения и реализации ФГОС НОО ОВЗ

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 305 человек из 60 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 203 человека

Мини-курс

Основы гештальт-терапии: история и теория

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 45 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек

Мини-курс

Психология аддикции: понимание и распознование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 20 регионов

Мини-курс

GR-технологии и взаимодействие с СМИ

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе