Инфоурок Литература СтатьиРинат Камалдың "Башҡорт ғәскәре" романына байҡау

Ринат Камалдың "Башҡорт ғәскәре" романына байҡау

Скачать материал

Тарихи прозала- яңы әҫәр

 

     Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Рәшит Әхтәри исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  яҙыусы Ринат Камал, әҙәбиәткә 90-сы йылдарҙа килеп,  бөгөнгө көндә башҡорт прозаһының иң егәрле ижадсыларының береһе булып танылды. Китап һөйөүселәрҙе ул “Ҡасыу”, “Бәлә”, “Кәрһеҙ ир”, “Арыған кеше”, “Ымһыныу” һ. б. повестары, “Таня-Таңһылыу”, “Оҙонтал”, “Сабыр йән”, “Әлфирә”, “Шаңдау”, “Һөйкөмлө һөйәк” һ. б. романдары менән ҡыуандырҙы. Яҙыусының әҫәрҙәрен тотош һанап киткәндә генә лә һыу буйындай исемлек хасил булыр ине. Үҙе әйтмешләй, бөгөнгө көндә Ринат Камал- 30 роман авторы. Әйтеүе генә еңел: күпме көсөргәнешле хеҙмәт һалынған, күпме күҙ нуры түгелгән, күпме эҙләнеүҙәр-табыштар кисерелгән, күпме фекерҙәр баштан уҙған. Был әҫәрҙәрҙә бихисап кешеләр яҙмышы һүрәтләнгән, тормошобоҙҙоң ни саҡлы киҫкен көнүҙәк мәсьәләләре күтәрелгән, илебеҙ тарихының төрлө осорҙары яҡтыртылған. Милли тамырҙарыбыҙҙы юғалтыу хәүефенә хафаланып, саң ҡағыумы, ҡан-ҡәрҙәшлек, нәҫел-нәсәп кеүек ҡатмарлы төшөнсәләрҙең асылын аңларға һәм аңлатырға ынтылыумы, кешенең шәхес булып формалашыуына  булышлыҡ итеүсе шарттар менән бергә шәхес үҫешенә аяҡ салыусы төрлө бюрократик кәртәләр булыуына әрнеү, борсолоу булһынмы – был Ринат Камал әҫәрҙәренең күпселегенә хас күренеш. Уларҙа геройҙар ҙа төрлө-төрлө: ауыл кешеһе лә, ҡаланыҡы ла, ябай хеҙмәтсән дә, интеллигент та, традицион фекерләүсе лә, яңыса ҡарашлы ла. Ошо рәүешле, яҙыусы әҫәрҙәрендә заман рухы, илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышы сағыла, уларҙағы образдар, хәл-ваҡиғалар тормоштан айырылғыһыҙ, тигән фекерҙе Ринат Камал ижадына  ҡарата ихлас күңелдән әйтмәксебеҙ.

     Ринат Камалдың күпселек әҫәрҙәре социаль- философик характерҙа. Әммә шул уҡ ваҡытта  яҙыусы тарихи тематикаға ла битараф түгел. Бынан бер нисә йыл элек Граждандар һуғышы осороноң башҡорт ауылдарына килтергән фажиғәле  мәлдәре хаҡында “Шаңдау” романын яҙғайны. Әҫәр хаҡында матбуғатта байтаҡ ҡына ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә яңғырағайны заманында: берәүҙәр хупланы, икенселәр тауыҡ йомортҡаһынан йөй эҙләп маташты.  Шулай булырға тейештер ҙә: демократик йәмғиәттә, асыҡлыҡ, заманында йәшәйбеҙ бит. Шуныһы ҡыуаныслы: Ринат Камалдың ижади ҡомары бынан ары һис кенә лә һүнмәне, тел маһирлығы, һүрәтләү оҫталығы кәмемәне, киреһенсә, яҙыусы тағы ла сәмләнеберәк  ижад итеп, уҡыусыларын бынамын тигән яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрҙө һәм һөйөндөрә тора. 2018 йылда донъя күргән  тарихи йүнәлештәге “Башҡорт ғәскәре” романы (Ағиҙел, 2- 6-сы һандар, 2018 йыл) әлеге әйткәндәребеҙгә аныҡ миҫал.

     Яҙыусының был яңы әҫәрендә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең ерле үҙ аллылыҡ өсөн көрәш йәйелдергән мәлдәре тарихи сығанаҡтарға, теүәл факттарға нигеҙләнеп, бәйән ителә. 1917-1921 йылдарҙа башҡорт ғәскәрен ойоштороу эше  милли хәрәкәт үҫешенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Романда нәҡ шуға бәйле хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Граждандар һуғышының киҫкен мәлдәре. Ил, халыҡ, донъя һуғышынан арыған, миктәгән, хужалыҡтар бөлгән. Етмәһә, 1917 йылдың февраль һәм октябрь революциялары.  Аҙаҡ килеп,  “аҡтары”, “ҡыҙылдары”. Ҡайһыһы хаҡлы, ҡайһыһына ышанырға, һис аңларлыҡ түгел. Һәр ике яҡ та үҙҙәренсә хаҡлы: яҡты киләсәк, тыныс, бәхетле тормош  вәғәҙә итә улар. Аҡтар ҙа, ҡыҙылдары ла милләттәргә үҙ аллылыҡ бирмәксе.  Ана шундай буталсыҡ саҡтарҙа Башҡортостан ерҙәрендә булып үткән хәл- ваҡиғалар күҙ алдынан үтә романды уҡығанда.

    “Башҡорт ғәскәре” романы “Ырымбур”, “Силәбе”, “Темәс”, “Петроград фронты”, “Учалы” тигән бүлектәрҙән һәм эпилогтан тора. Ошондай бүленеш ғәскәр ойоштороуҙың тарихи этаптарынан сығып эшләнгәнлеге аңлашылып тора. Шулай уҡ башҡорт ғәскәрҙәренең яу юлдарының эҙмә-эҙлелеге лә шул тәртиптә бара. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡағылышлы документаль ерлектәге материалдар, Әхмәтзәки Вәдиди һәм  Муса Мортазиндың ошоға бәйле яҙмалары, Әмир Ҡарамышев, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәсов, Ғәлимйән Таған, Аллабирҙе Йәғәфәров һ. б. милли хәрәкәттә актив ҡатнашыусылар хаҡында архив сығанаҡтарынан мәғлүмәттәр бик урынлы һәм теүәл файҙаланылған. Башҡорт мәркәз шураһы фармандары ла, совет власы юғары органдарының ҡарарҙары, хаттары ла әҫәрҙә һүрәтләнгән заман һулышын тулы һәм ышандырырлыҡ итеп яҡтыртыуға булышлыҡ итә.

      Романдағы хәл- ваҡиғалар эсендә шул заманда бик актив эшмәкәрлек иткән байтаҡ тарихи шәхестәр образдары хәрәкәт итә. Ғаяз Исхаҡи,  Садри Маҡсуди кеүек унитаристар, ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич, Совет хөкүмәте етәкселәре Ленин, Сталин, Троцкий, аҡтар яғынан данлыҡлы генерал Колчак, атаман Дутов – ана шундайҙар. Улар тарихи ысынбарлыҡты сағылдырып, әҫәрҙең йөкмәткеһен байыталар, тулыландыралар. Ә инде романдың башынан алып аҙағынаса һынландырылған төп образ- Муса Мортазин. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди әҫәрҙә үҙәк урындарҙың береһен биләй. Ниһайәт,  Әмир Ҡарамыш образын да автор актив хәрәкәттә итеп уҡыусы хөкөмөнә тапшыра. Был юҡҡа ғына түгел: Әхмәтзәки Вәлиди-  башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең лидеры, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге етәксеһе булһа, уның ғәскәр эштәре буйынса ярҙамсыһы Әмир Ҡарамыш һәм Муса Мортазин башҡорт ғәскәрен  ойоштороуҙың уртаһында ҡайнаусылар, утты-һыуҙы кисеп, донъя айышын яҡшы төшөнгән тәжрибәле хәрби эшмәкәрҙәр. Ошо урында күңелгә көйөк булып торған бер генә фекер әйтеп китеү артыҡ булмаҫтыр, моғайын. Эш шунда: тарихи сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, башҡорт милли- азатлыҡ хәрәкәтенең тағы бер арҙаҡлы эшмәкәре шағир Шәйехзада Бабич та Өфө губернаһында ғәскәрҙәр ойоштороу мәлендә мобилизация эштәрен бик уңышлы атҡара (Ошо хаҡта Наил Ғәйетбайҙың “Бабич” романында ентекле тасуирлана). Әммә романда был хаҡта бер ни ҙә әйтелмәй, бары тик бер нисә урында ғына Бабич күренгеләп ала. Хәйер,  был инде яҙыусының үҙ ихтыярында. Әҫәр шулай уйланылған икән, шулай тейештер.

     Башҡорт халҡының үҙ аллы дәүләтселеген булдырыу өсөн Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә алып барылған көрәш, ошо тәңгәлдә осрап торған ҡаршылыҡтар, килеп тыуған шарттарҙан сығыуҙың дөрөҫ юлдарын табыу, киләсәккә аныҡ йүнәлештәр билдәләү кеүек мәсьәләләр романда төп иғтибар үҙәгендә. 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Рәсәйҙә милли- азатлыҡ хәрәкәте көсәйә. Шул мәлдәрҙә ҡараштар төрлөлөгө лә үҙен һиҙҙерә башлай. Ғаяз Исхаҡи, Садри Маҡсуди кеүектәр унитар Рәсәйҙе күҙ уңында тотһа, Вәлиди яҡлылар һәр милләттең үҙ дәүләте булырға тейеш, тигән ҡарашта. Берәүҙәр милли- мәҙәни сиктәрҙәге үҙаллылыҡ тип һүҙен һүҙ итергә тырышһа, Әхмәтзәки Вәлиди ерле үҙаллылыҡ мәсьәләһен алға ҡуя. Ана шундай ҡаршылыҡтар, фекер айырымлыҡтарына ныҡлы, төплө дәлилдәр менән ҡаршы тороу еңел түгел. Бигерәк тә Ваҡытлы хөкүмәттең көндән-көн абруйы төшөп, большевиктар активлашҡас, хәлдәр ҡатмарлаша. Октябрь революцияһы еңеп, Совет власы урынлашҡас, күп тә үтмәй, илдең ике сәйәси көстәр хакимлығы аҫтында ҡалыуының сарфыуы Башҡортостанды ла ситләтеп үтмәй. Ошондай шарттарҙа Әхмәтзәки Вәлидиҙең; “Башҡортостан хәҙер икегә бүленгән. Бер тарафы большевиктар ҡарамағында, ә Ырымбур аръяғында советтарҙы танымаған казактар. Ике дошман араһында ҡалған Башҡортостандың һуғыш майҙанына әүерелеүе бар. Беҙ ҡайһы яҡта булырға тейешбеҙ? Бер-беребеҙгә ҡаршы һуғышайыҡмы? Юҡ! Быны булдырмаҫҡа кәрәк. Беҙ бит большевик та, меньшевик та түгел, ә - башҡорт. Уларҙың үҙ-ара бәйләнештәрендә эшебеҙ юҡ,” – тип әйтеүе ил, халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуҙан, дәүләтселекте һаҡлап ҡалырға ынтылыу  уңайынан икәне аңлашыла. Бының өсөн, әлбиттә, үҙ ғәскәрең булыуы шарт  икәне тағы бер көн ҡаҙағындағы мәсьәләгә әйләнә. Вәлидиҙең: “Барлыҡ ышаныс, Муса, үҙебеҙҙә. Башҡортто башҡорттан башҡа берәү ҙә яҡламаясаҡ. Ҡораллы ғәскәр ойоштормай тороп, бер ни ҙә ҡыра алмаясаҡбыҙ. Йөмһүриәтебеҙҙең артабанғы яҙмышы башҡорт армияһы ҡулында,” – тип уйҙарын Муса Мортазин менән уртаҡлашыуынан эште һис кисекмәҫтән башлау зарурлығы аңлашыла.

     Башҡорт ғәскәре тип әйтеүе генә еңел. Уны төҙөүҙең сетерекле яҡтары һанап бөткөһөҙ. Муса Мортазин ана шуларҙың ҡайһы берҙәренә бәйле үҙенең ҡараштарын шулай белдерә: “Минеңсә, иң элек ҡорал табырға кәрәк, Зәки ағай. Ә ат, кәрәк-яраҡ, аҙыҡ – халыҡтан. Әүәлгесә, башҡорт ғәскәрен башҡорттар аҫрай”. Әлбиттә, эште былай ҙа бөлгөнлөк сигенә төшкән халыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалыу фәтеүә бирмәйәсәк. Ошо тәңгәлдә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәрән аҡылы, дипломаттарға хас сифаттары, таҫыллы эш итеүе, шуның һөҙөмтәһендә, ғәскәр ойоштороуҙа байтаҡ проблемаларҙы сисеүҙең  төрлө юлдарын таба алыуы романда бик ентекләп тасуирлана. Мәҫәлән, Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөү, Һамарҙағы Комуч хөкүмәте менән бәйләнештәр урынлаштырыу,  шуның һөҙөмтәһендә ғәскәрҙе ҡорал менән тәьмин итеүҙе тормошҡа ашырыу Вәлидиҙең килеп тыуған шарттарҙа дөрөҫ ҡарарға килә алыуына асыҡ дәлил. Ошо рәүешле, ул романда оҫта сәйәсмән, ныҡлы ихтыярлы,  көслө рухлы шәхес, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта ҡаты ҡуллы етәксе булып күҙ алдына баҫа.

     Башҡорт милли- азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе булараҡ, Әхмәтзәки Вәлидигә ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа  төптән уйлап, аныҡ йүнәлештәр билдәләү яуаплылығын да үҙ иңенә алырға тура килә. Совет власының өҫтөнлөк ала барыуы шарттарында ваҡиғаларҙы баһалап, ул шулай ти: “Беҙҙең китә торған илебеҙ юҡ. Большевиктар Ҡытай сигенә лә барып етер, шуға күрә бары ике золомдоң береһен һайларға тейешбеҙ – советтарға һыйынырға!” Әммә быны шым ғына яҙмышыңа күнеү тип аңларға ярамай. Яҙыусы Вәлидиҙең ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы, баш эймәҫ ҡыйыу көрәшсе, аҡыллы юлбашсы икәнен һис кенә иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай. Быны Әхмәтзәки Вәлидиҙең ошо һүҙҙәре асыҡ дәлилләй: “Беҙ бер халыҡҡа ла ҡаршы һуғышырға теләмәйбеҙ. Башҡорт биләмәләренең кескәй генә өлөшөндә Башҡортостан мөстәҡиллеген иғлан иттек. Үҙ илебеҙҙә үҙебеҙсә йәшәргә, үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡларға, шуның өсөн көрәшергә уйлайбыҙ. Беҙгә, еребеҙгә теймәһендәр, беҙ берәүгә лә ҡорал күтәрмәйәсәкбеҙ. Әгәр инде бәғзеләр майҙарына сыҙаша алмай, беҙгә ҡаш төйһә, ҡаршы барһа, өңшәйеп тороп булмаҫ”. Үтә лә ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуҙың йәтеш, отошло юлдарын табыу еңел түгел. Аҡтар яғы башҡорт ғәскәрен үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланып, ҡыҙылдарға ҡаршы ҡорал итмәксе. Үҙ сиратында Совет хөкүмәте лә башҡорт яугирҙәрен иң киҫкен мәлдәрҙә иң көсөргәнешле урындарға оҙата. (Петроград фронты, Польша менән һуғыш). Ошондай шарттарҙа Әхмәтзәки Вәлидиҙең дә алтын урталыҡты табып, дөрөҫ ҡарарҙар ҡылыуы романда асыҡ сағылыш таба.  Йыйып ҡына әйткәндә, Вәлиди образы тарихи ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп, бик матур килеп сыҡҡан. Башҡорт халҡының данлыҡлы улының яҡты образы башҡорт әҙәбиәтендә тағы ла бер тапҡыр йондоҙ булып балҡыны (Нәжип Асанбаев, Ғәлим Хисамов әҫәрҙәрен күҙ уңында тотҡанда).

     Романда легендар комбриг Муса Мортазин образы ла хәтерҙә ҡалырлыҡ. Олпат кәүҙәле, көсө ташып торған баһадир ир-егет булып күҙ алдына баҫа ул. Ябай ауыл малайы 1-се донъя һуғышында ҡатнашҡан, донъя күргән, аңы үҫешкән. Илдә  тигеҙһеҙлек, ғәҙелһеҙлек, урыҫ булмаған милләттәргә кәмеһетеүле ҡараш хөкөм һөрөүе, ауылдаштарының һаман байҙарға, старшиналарға, исправниктарға буйһоноп йәшәүе уның күңелен әрнетә. Ана шуға ла Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек зыялылар меннән танышып, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә.  Донъяның ағышын аңлаған, сәйәси ҡараштары формалашҡан егет ауылдаштарын  элеккесә иҫкелеккә табынып, бил бөгөп, баш эйеп түгел, киреһенсә, власты үҙ ҡулдарына алып, яңыса йәшәргә саҡыра.

      Романда Муса Мортазин башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуға ҙур өлөш индергән кеше булып күҙ алдына баҫа. Башҡорт халҡының яҡты киләсәге хаҡына эшләнә икән был изге эш, Муса бар көсөн, һәләтен биреп башҡара. Уның характерында ҡыҙыу ҡанлылыҡ та  юҡ түгел, ҡай саҡта көс ҡулланыуҙан да  баш тартмай. Әҫәрҙә ул ҡыйыу, ғәҙел командир итеп һынландырыла. Шундай фажиғәле, ҡатмарлы мәлдәрҙе кисерергә тура килә Муса Мортазинға: ҡыҙылдар яғына сығыу, уларҙың башҡорт яугирҙәрен тупаҫ рәүештә ҡоралһыҙландырыуы, яңынан аҡтар яғына күсеү, ҡыҙылдарҙың үсләшеүе… Йәнә бар хәүеф-хәтәр, үлем-ҡыйралыш ябай халыҡ иңенә төшә. Ошондай мәлдәрҙә Муса Мортазин һәм уның яугирҙәре халыҡты берҙән-бер яҡлаусылар  булып торалар.  Асыуы, нәфрәте тулышҡан Мусаның Смоленск полкын ҡыйратып, ҡоралһыҙландырыуы юҡтан ғына түгел. Ул аҡтар яғында ла, ҡыҙылдар яғында ла башҡорт егеттәрен  күрәләтә үлемгә дусар ителеүҙән ҡурсалап, төрлө сәбәптәр табып, һуғыш яландарынан ситләштерергә тырыша. Төрлө ысулдар менән аҡтар яғындағы башҡорт егеттәрен үҙ яғына ыңғайлатып, ғәскәрен бригада кимәленә еткереүе Муса Мортазиндың бик тәжрибәле ойоштороусы, өлгөлө командир икәнен раҫлай. Яҙыусы уның ҡыйыулыҡ, үҙенең һәм милләтенең намыҫын яҡлау, тәүәккәллек, тимерҙе ҡыҙыуында һуғыу кеүек сифаттарын иҫтә ҡалырлыҡ хәл-ваҡиғалар миҫалында  асып бирә (Һалдаттар тейәлгән вагонда яҡташтарын яҡлап алышҡа сығыуы, Фәтиха менән танышыу һәм уны атаһының күҙ алдында кәләш итеп алып китеүе, казак яугире менән таҫыллы көрәше һ. б.). Үҙен һәм халҡын кәмһетеүселәргә, намыҫын тапарға маташыусыларға, һанға һуҡмаусыларға ҡарата аяуһыҙлығы Муса Мортазинға һис кенә лә кире ҡараш тыуҙырмай, киреһенсә, шундай ныҡлы характеры, принципиалелеге һоҡланыу  тойғолары ғына уята.

     Тыштан ҡырыҫ, ҡаты күңелле тойолған Муса Мортазинға күңел нескәлектәре лә ят түгел. Әҫәрҙәге хәл-ваҡиғалар ағышында был сағыу күренештәр аша иҫбатлана. Мәҫәлән, ҡатыны Фәтихаға йылы, хәстәрлекле мөнәсәбәттәре, әсәһенә ҡарата ихтирам, хөрмәт хистәре шуны асыҡ дәлилләй. Ә  инде кескәй улы Юлайҙың үлеменә ғазапланып яныуын, дошмандарға нәфрәт тойғоларының урғып ташыуын һүрәтләгән урындар уҡыусының да йөрәген әрнетә. (“Ҡанға буталған Юлайҙың үле кәүҙәһен юғары күтәргәс, уға инде бер нисек тә ярҙам итеп булмаясағын аңлауҙан ыңғырашты: “Ы-ы! Фәтиха…” Ҡатынын йыуатыр башҡа бер һүҙ ҙә тапманы”).

      Муса Мортазин хаҡында быға тиклем Мәүлит Ямалетдинов (“Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым”), Рәшит Солтангәрәев (“Осто бөркөт”) бик матур әҫәрҙәр ижад иткәйне. Уларҙа репрессияға дусар ителгән легендар комбригтың һынмаҫ рух көсө, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем үҙен ғорур тотоуы, ҡылған ғәмәлдәренең хаҡ булып, халҡы, иле өсөн икәненә инаныуы иғтибар үҙәгенә ҡуйылғайны. Ә Ринат Камалдың романында Муса Мортазин шәхесе ғәскәр ойоштороуҙағы эшмәкәрлегенә бәйләп һынландырыла. Шуға күрә “Башҡорт ғәскәре” әҫәрендәге Муса Мортазин образы башҡаларҙы һис кенә лә ҡабатламай. Арҙаҡлы шәхестең иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә был сираттағы аҙым булды.

      Әмир Ҡарамыш образы ла романда киңерәк планда һынландырылған. Ул да милли- азатлыҡ хәрәкәтенә беренселәрҙән булып ҡушыла. Артабан тәүге башҡорт полктарын, партизан берләшмәләрен ойоштороуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың апрелендә Ырымбурҙа ҡулға алынған  Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе бик оҫта атҡара. Батша армияһында ротмистр булған был кешенең хәрби оҫталығы ла, ойоштороу һәләте лә ҙур. Сәйәси яҡтан ҡарағанда ла үҙ ҡараштары бар. Башҡорт халҡының ирекле тормошо өсөн көрәштә ул батырҙарса һәләк була. Романда уның һәләкәте, кәүҙәһен Ырымбурға оҙатыу, хөрмәтләп ерләү күренештәрен дә тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Шундай ир-егеттең үлеме бик тә ҡыҙғаныс. Ерләү митингында Бабич уға арнап мәрҫиәһен уҡый, Вәлиди сығыш яһай, хөкүмәт ағзалары теҙелгән. Бары тик Ринат Камалса ғына тасуирлау стиле һөҙөмтәһендә шул күренештәр күңелдәрҙе нескәртеп ебәрә, күҙҙәрҙән  йәштәр бына-бына тамырға етешә… Ошо урында тағы бер асыҡлыҡ индерергә тырышайыҡ әле. Тарихи сығанаҡтар буйынса Әмир Ҡарамыш ауыр сиргә дусар булып, Миәс госпиталендә вафат була. Ә романда уның яу яланында һәләк булыуы бәйән ителә. Бындай айырма нилектәндер. Бәлки яу яланында һәләк булды тип һүрәтләү образдың героик асылын һынландырыуҙа авторҙың аңлы рәүештәге  фантазияһылыр? Хәйер, был романдың бәҫен һис кенә лә төшөрмәй.

        Йыйып әйткәндә, Ринат Камалдың “Башҡорт ғәскәре ” романы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте, башҡорт ғәскәрен төҙөү тарихы, башҡорт халҡының данлы улдары хаҡында бик күп файҙалы мәғлүмәттәр бирә. Авторҙың тарихи ерлектә художестволы әҫәр ижад итеүе бик тә маҡтаулы, бик тә кәрәкле эш тип баһаланырға лайыҡ. Ошо романы менән автор тарихи прозала өр-яңы әҫәре менән балҡыны. Был романдың да китап уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителеренә ышаныс ҙур.

 

 

Иҫкәрмә. Мәҡәләне яҙғанда Азат Ярмуллиндың “Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса очерктар” йыйынтығынан (Өфө, 2009 йыл, 222 бит) мәғлүмәттәр файҙаланылды.

 

Рим Исхаҡов,

М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ринат Камалдың "Башҡорт ғәскәре" романына байҡау"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист архива

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 657 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

План-конспект урока "Подготовка к домашнему сочинению по роману А.С. Пушкина "Дубровский"
  • Учебник: «Литература (в 2 частях)», Полухина В.П., Коровина В.Я., Журавлёв В.П. и др. / Под ред. Коровиной В.Я.
  • Тема: О романе «Дубровский»
Рейтинг: 4 из 5
  • 20.01.2019
  • 12623
  • 1287
«Литература (в 2 частях)», Полухина В.П., Коровина В.Я., Журавлёв В.П. и др. / Под ред. Коровиной В.Я.
План конспект урока по литературе 5 класс на тему: ""Чёрная курица, или Подземные жители". Мир детства в изображении писателя"
  • Учебник: «Литература (в 2 частях)», Коровина В.Я., Журавлёв В.П., Коровин В.И.
  • Тема: Антоний Погорельский. «Чёрная курица, или Подземные жители»
  • 20.01.2019
  • 4415
  • 299
«Литература (в 2 частях)», Коровина В.Я., Журавлёв В.П., Коровин В.И.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 20.01.2019 522
    • DOCX 31.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Исхаков Рим Рифович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Исхаков Рим Рифович
    Исхаков Рим Рифович
    • На сайте: 7 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 98704
    • Всего материалов: 87

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Инклюзивное образование: особенности обучения и воспитания детей дошкольного возраста

Воспитатель детей дошкольного возраста с отклонениями в развитии

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 115 человек из 39 регионов
  • Этот курс уже прошли 607 человек

Курс повышения квалификации

Бухгалтерский учет и налогообложение в государственных (муниципальных) учреждениях

36 ч.

1580 руб. 940 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Технологии и правила обжарки сырья и полуфабрикатов

72 ч.

1750 руб. 1050 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Методика образовательных игр с детьми раннего возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 36 человек

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, психология

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 15 человек

Мини-курс

Этапы развития речи: от первых звуков до полноценной коммуникации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 162 человека из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 150 человек