Инфоурок Другое Другие методич. материалыСочинение на тему:Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

Сочинение на тему:Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

Скачать материал

     «Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй».

     «Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй»,был яҙыу  минең  ҡартатайымдың өйө тышына ҡыҙыл йондоҙ менән беркетеп ҡуйылған. Мәктәпкә барған,ҡайтҡан һайын ошо яҙыуҙы ғорурлыҡ менән уҡып үтәм.

     Бөйөк Ватан һуғышы-йәйге гүзәл таң атҡанда,бөтә ауыл, ҡалаларҙа, әсәйҙәренең  йылы ҡуйынында сабыйҙар иҙрәп йоҡлағанда,фашист эттәре беҙҙең сикте боҙоп,ауыдарыбыҙҙы,ҡалаларыбыҙҙы үлем утына тотҡан,күпме  кешенең ғүмерен ҡыйған ҡәһәрле  һуғыш.Бына ошо һуғышта еңгән минең ҡартатайым.

                                        

    Минең  ҡартатайым  Ғариф Уйылдан улы Аралбаев.Бөйөк  Ватан  һуғышы  ветераны,1924 йылдың  5-се  сентябрендә  Хәйбулла  районының  йәмле  Һаҡмар  буйында  урынлашҡан  Ҙур Арыҫланғол  ауылында  тыуа.12 йәшендә  генә  атайһыҙ  тороп  ҡала.Күрше  Әбеш  ауылында  5-се  класты  ғына  тамамлап  өлгөрә.Артабан  уҡыуҙы  дауам  итергә теләге ҙур булһа ла,был теләген тормошҡа ашырыу форсаты булмай.Әсәһенә ярҙам итеү,ҡартатайы менән ҡартәсәйен, һеңлеһе менән ҡустыһын  ҡарашыу   уның  иңенә  төшә.13 кенә  йәшендә колхозда ат  ҡараусы  булып   эшләй  башлай.

    Советтар Союзына Германия фашистары һөжүм иткәс,ир-азаматтарҙы яу  яланына  оҙата  башлайҙар.Ҡартатайым да Ҡыҙыл Армия сафына алына.1942  йылдың  5 сентәбрендә  уны,ауылдашы  Фәттәх  Искәнйәров  менән хәрби хеҙмәткә алалар.Тәүҙә  улар  Өфө  ҡалаһында,15-се  уҡыу  полкында  хәрби  әҙерлек  үтәләр.Өфө  ҡалаһында  кесе  сержант  званиеһын  биргәндән  һуң,яу  яланына  оҙатылалар.

    Ғариф Уйылдан улы Аралбаев яу юлын  1-се Украина  фронтында,Суми  ҡалаһы  янындағы  ҡаты яуҙа  128-се  стрелковый  полк  командиры  вазифаһында  башлай.Ошо  һуғышта  ул  ҡаты  яралана.Ҡаты бәрелештәрҙең  береһендә ауылдашы  Фәттәхте  юғалта.

    Яралары  уңалғандан  һуң  ул 881-се  стрелковый  полк  командиры итеп      тағы  ла  һуғышҡа  ебәрелә.Хәрби заданиелар үтәгәндә ул тағы ла яралана. Һауыҡҡас  хәрби хеҙмәтен  689-сы  танкка  ҡаршы ҡорал  полкында дауам итә.

                                        

    Бына  уның  хәтирәләренән...

-«Беҙ Киев  ҡалаһын  фашистарҙан  азат  итеп,Днепр  йылғаһын аша  сыҡҡанда  ҙур  юғалтыуҙар  кисерҙек»,-тип  хәтерләй  ҡартатайым.Дошмандар  Днепр  ярына  тиклем  артҡа  сигенделәр.Беҙгә  таңға  тиклем  дошманды  ҡыуып Днепр  ярының  аръяғына  сығырға  бойороҡ  бирҙеләр.Фашистар  арттарынан  булған  күперҙәрҙе  яндырып,ватып  артҡа  сигенеүен  белде.Беҙгә  ҡыҫҡа  ғына  ваҡыт  эсендә  яңынан  күперҙәрҙе  тергеҙеп теге  ярға  сығырға тура килде.Йылғаның  теге  ярында  артҡа  сигенергә  уйламаған,ныҡлы  әҙерлек  менән  фашистар  көтә  ине.Ул  төндә  ҡараңғылыҡты  ярып  осҡан  иҫәпһеҙ-хисапһыҙ   ракеталарға,йылға  эсендә  шартлаған  снарядтарға,миналарға  ҡарамаҫтан  беҙ  алға  ынтылдыҡ.Беҙҙең  алда  ҙур,бейек  һыу урғылыуҙары  торҙо.Отряд  яңы ғына  яһалған  күперҙән танкыларҙы, снарядтарҙы,һуғыш  ҡоралдарын  сығара  башланы,кемдер  кәмәлә,кемдәрҙер һал  менән  ҡаршы  ярға  ынтылды.Бөйөк  Днепр  йылғаһы  ҡыҙыл  төҫкә  әйләнде,йылға яры  мәйеттәр  менән  тулды...Теге  ярға  сығыу  менән  беҙҙең  һалдаттар дошманға ҡаршы алыша башланы,дошмандарҙың окоптарына һөжүм  иттеләр.Һәр бер аҙым  өсөн шул  тиклем  ҙур  көс  түгергә,ыҙалауҙар,яфалауҙар  аша  үтергә тура килде.Ҙур юғалтыуҙарҙан  һуң,дошмандар  артҡа  сигенергә  мәжбүр  булды.Беҙҙең  ғәскәрҙәр  ҙур  юғалтыуҙар  аша  Днепр ярҙары  плацдармдарын яуланы.

    Беҙ  яр  буйына  танктарҙы  теҙеп  ҡуйыуға  дошман  тағы  ла  һөжүмен  башланы.Немецтар  артҡа  сигә  башлаһаларҙа,һөжүм  итеүҙәрен  дауам  иттеләр.Тағы ла дәһшәтле алыш башланды.Бер  туҡтауһыҙ  шартлаған  снарядтар,бер-бер  артлы  йығылған  ағастар,ут  эсендә  ҡалған  танктар бөгөн дә күҙ  алдымда.Ошо  мәлдә  беҙҙең  отрядҡа,тағы  бер  отряд  килеп  ҡушылды,дошмандар  артҡа  сикте...Был  яуҙа  минең  ҡартатайым  өсөнсөгә  яралана.Госпитальдә ятып сыҡҡандан һуң,ул артеллерия полкында  артабан яу юлын дауам итә.

                              

...Бер ваҡыт беҙҙе тревога менән  уяттылар,эргәләге  ҡарағай  урманын тикшереп  сығырға  бойороҡ  алдыҡ.Урманды  йәйәү  тикшереп,ҡарап  йөрөгәндә беҙ  яуҙашым  менән отрядтан  бер  аҙыраҡ артта тороп ҡалғанбыҙ.Шулай йөрөп ятһаҡ,ҡаршыбыҙҙа ҙур балсыҡ өйөмө ята.Балсыҡ өйөмөн ҡутара башлағас,таҡталар,матурлап һалынған бүрәнәләр килеп сыҡты.Бында немецтарҙың землянкаһы  урынлашҡан булған.Уны шул тиклем оҫта йәшереп эшләгәндәр, йәш  шыршылар  ултыртылған  ерҙә  немецтар  йәшенгән тип уйламаҫһың да.Землянканың ишеген асып ебәрһәк унда  йонсоған,асығып хәлдәре бөткән  ете кешене таптыҡ.Улар беҙҙең  плендан  ҡасҡан фашистар булып сыҡты.Улар беҙгә бер  ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтмәне,беҙ  уларҙы  икәүләшеп  конвой  аҫтында  отрядҡа  алып  килдек. Был хәлдән  һуң  ҡартатайымды  яуҙашы  менән  Хәрби Дан  ордены  менән  наградлауға тәҡдим итәләр,тик ошо ваҡытта  уларҙы  икенсе  ергә  күсерәләр.Ниндәйҙер  сәбәптәр  арҡаһында  уларға  был  награданы  алырға  яҙмай.Тик  ҡартатайым  орден өсөн һуғышмай,ул тыуған илен дошмандарҙан азат итеү өсөн батырлыҡтар күрһәтә.

     Ҡартатайым Украинаны,Польшаны,Белоруссияны,Латвия һәм Литваны  дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаша.Прибалтик фронт составында ул Германия сиген үтә.Шул саҡ ҡына немецтар ҡоралдарын  һалдылар,ҡаршылыҡ  күрһәтә алманылар, дәһшәтле  һуғыш  дүрт йылдан  һуң  беҙҙең  еңеү  менән  тамамланды.Беҙҙә  патриотик  рух ныҡ  көслө  ине  бер  ни тиклем ауыр булыуға   ҡарамаҫтан,үҙебеҙҙе йәлләмәй   еңеүгә ынтылдыҡ.Бөйөк Еңеү көнөн ҡартатайым  Германияның Кенигсберг  ҡалаһында яулай.Күрһәткән батырлыҡтары өсөн ҡартатайым«Германияны  алған  өсөн», «Батырлыҡ өсөн »   миҙалдары  менән наградлана.1945 йылда 3 тапҡыр яраланғандарҙы  демобилизациялағас  ҡына  ҡартатайым  тыуған  яҡтарына  әйләнеп  ҡайта.И-и-и ҡартатайымдың  ҡанатланып, еңеү  менән  ҡайтҡанын  күрһәң  ине.Тик  уның ҙур еңеү менән ҡайтыуына   иң  ғәзиз  кешеләре-һөйөклө әсәйе,ҡартатайы,ҡәртәсәйе был донънан мәңгелеккә киткән була.Нисек  кенә ауыр булмаһын ҡәһәрле  һуғышты үҙ иңендә татыған  ҡартатайым,берҙә генә күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп тормай.Һуғыштан ҡайтыуына 3 көн тигәндә Ғариф Уйылдан улы колхоз бригадиры булып эш башлай.Һуғыш ваҡытында  бөлгөнлөккә төшкән колхозды яңынан тергеҙеү  уның иңенә төшә.Ҡайҙа барып төртөлмә ир ҡулы,ир-ат көсө кәрәк була.Колхоздың төп көсө балаларҙа,ҡатын-ҡыҙҙарҙа була.Ул:-Һуғыштан һуңғы ауыр мәлдәр булһа ла,халыҡта йәшәү дәрте урғы- лып торҙо.Һәр кем иртәгәге көнгә ҙур ышаныс менән эшкә килә торғайны. Ҡайһы берәүҙәр  хөкүмәткә  ауыл-хужалығы продукцияһын  тапшырыр өсөн,көсөн йәлләмәй  ең һыҙғанып эшләне.Шулай колхозда эшләп йөрөгәндә ҡартатайым 1946 йылдың ғинуар айында яратҡан ҡыҙына Хәкимәгә өйләнә. Фирүзә һеңлеһе менән  Әхмәт  ҡустыһын аяҡҡа баҫтыра.

     Ҡартатайым Ғариф Уйылдан  улы  колхозда  оҙаҡ йылдар  бригадир, Һаҡ мар колхозы фермаһында мөдир  булып эшләгәндән һуң,хеҙмәт юлын хаҡлы ялға тиклем Үҫәргән урман хужалығы ҡурсаулығында урмансы булып эшләүен  дауам  итә. Ҡартатайымдың  хеҙмәт кенәгәһендә   күренеүенсә, ул хеҙмәт стажын 50 йылға тултырып хаҡлы ялға сыға.

     Тыныс тормошта күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтары өсөн хеҙмәт ветераны булып таныла. Ҡәртәсәйем Хәкимә Әҙәһәм ҡыҙы менән 4 ул,2 ҡыҙ үҫтереп,уҙ аллы тормош юлына баҫтыралар.Хәҙерге көндә ҡартатайымдың  20 ейәне,26 бүлә-бүләсәһе бар.

    1996 йылда ҡартатайым  менән  ҡәртәсәйемдең  иңгә-иң  тотоношоп бергә  йәшәүҙәренә 50  йыл  тулды,тик  бер йылдан  ҡаты  сирләп  ҡәртәсәйем  үлеп  ҡалды.Ҡартатайым яҡын кешеһен  юғалтыуға  бирешмәне,беҙгә терәк,таяныс булып йәшәй бирҙе.Уның  шул тиклем дә  рухлы,ихтиярлы,көслө булыуы  таң ҡалдыра торғайны.Ул 80 йәшенә тиклем ат ҡараны,ҡош-ҡорт үрсетте, умартасылыҡ  менән  шөғөлләнде,баҡса үҫтерҙе.

Ҡәҙерле кешебеҙгә Бөйөк  еңеүҙең 60 йыллығын күреү бәхете тейҙе.Ул һәр ваҡыт беҙ күргәнде балалар күрмәһен,ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын тип теләй торғайны.

    Ҡартатайым 82 йәшендә 2005 йылдың 1 сентябренд вафат булды.

Ҡыҙыл Армия һалдаттары 4 йыл көн,төн бығаса тарихта булмаған  батырлыҡтар күрһәтте.Батырҙар үлмәй,улар һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә ҡала.Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.Һин минең тормошомда өлгө булып торорһоң ҡартатайым.Һин йәшәгән йорт янынан үткәндә,мин һаман да ғорурлыҡ менән ҡабатлайым.Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.

    

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Сочинение на тему:Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Семейный психолог

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 665 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.02.2016 996
    • DOCX 217.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Киньякаева Фидалия Усмановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Киньякаева Фидалия Усмановна
    Киньякаева Фидалия Усмановна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16605
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 184 человека из 49 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Мини-курс

Общественные движения и организации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология общения: от многоплановости до эффективности

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 49 человек из 29 регионов
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Эффективная корпоративная коммуникация

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе