Башкортостан-
моя колыбель
Башҡортостан-
алтын бишек
Бал ҡорттары нисек йыйһа
Туғайҙарҙа гөл балын,
Шулай алам һинән, илем,
Йырҙарымдың илһамын.
М.Кәрим
Башҡортостан! Һиңә бағышлап шиғырҙар, әҫәрҙәр яҙылған, күпме матур йырҙар йырланған.
Башҡортостаным- быларҙың бөтәһенә лә лайыҡһың! Ни өсөн? Сөнки һинең халҡың
ғорур, тырыш, ауырлыҡтарға бирешмәй
алға бара.
Башҡортостан борон-борондан
сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай
тарихлы илебеҙ. Күпте күргән, күпте кисергән атайсал!
Эйе, күпте күргән...
Доньяла ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, Башҡортостанды ла улар урап уҙманы.
Ләкин уның халҡы берҙәм булды.
Юҡҡа ғына”Иле берҙәмдең-көнө берҙәм”, тип әйтмәгәндәр.
Халҡы, теле,
азатлығы өсөн тырышҡан шәхестәребеҙ бар һәм уларҙы
беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ,
ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.
Башҡортостандың
бөйөк шәхесе- Салауат Юлаев, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы
йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ полководец,
шағир; үҙенең шиғырында бына ошолай
тип яҙған:
Тыуған илем
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә
ашҡан Уралым, -
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Бөйөк Ватан
һуғышы башланғас Ҡыҙыл Армия сафтарына Башҡортостандан 710 меңдән артыҡ
кеше китә, шуларҙың 300 меңе тыуған еренә кире ҡайта алмай вафат була, 277
кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һәм шуларҙың береһе генерал
- майор М. М. Шайморатов
1941 йылда
республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола, уны
Башҡоростандың баһадир улы гвардия
генерал-майоры М. М. Шайморатов етәкләй. Ул 1943 йылдың 23 февралендә
батырҙарса һәләк була.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Башҡотостандың халыҡ шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы
ветераны М.Кәримдең “Билдәһеҙ һалдат” шиғыр
юлдары менән әйткәндә:
Һәйкәл тора.
Имеш, һөйләйҙәр,
Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме
ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!
Юҡ! Беҙ йәш быуын кешеләре,
Башҡортостандың киләсәге матур, тыныс, йәмле булһын өсөн тырышҡан бөйөк
улдарын, ҡыҙҙарын онотмаясаҡбыҙ.
Эйе, Башҡортостан
- алтын бишек! Мин ғорурланып: “ Мин Башҡортостанда туғанмын, мин
Башҡортостанда йәшәйем”-,тип әйтәм.
Рәхмәт тыуған еремә,
рәхмәт уның тоғро халҡына.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.