Инфоурок Другое Научные работыТуған теле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең уҡытыу сифатын күтәреүҙә актуаль проблемалар

Туған теле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең уҡытыу сифатын күтәреүҙә актуаль проблемалар

Скачать материал

Усманова Ә. Ғ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,МБОУ 116-сы мәктәп

Өфө ҡалаһы ҡала округы

 

Туған теле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең уҡытыу сифатын күтәреүҙә актуаль проблемалар

 

 

Балаларға методик белем биреү буйынса методик алымдар табыу өҫтөндә эшләүсе ғалим, әҙәбиәтсе, тәнҡитсе Рафаэл Аҙнағолов үҙенең мәҡәләләрендә ярайһы уҡ байтаҡ проблемаларҙы күтәреп сыға.

«Туған тел — кешене үҫтереү сараhы» (К.Д.Ушинский) тигән дидактик принципты дәрестә бойомға ашырыу өсөн баланың хәтере яңынан-яңы төшөнсәләр, hүҙҙең образы, йәғни эске мәғәнәhе менән байытылырға тейешлеге хаҡында яҙа. Хәтере ярлы уҡыусы ижади фекер йөрөтә алмай. Тимәк, дәресте ижади эшмәкәрлеккә көйләү кәрәк. Уҡыусы эҙләнеүсе, тикшереүсе, өйрәнеүсе сифатында ҡатнашырға, ә уҡытыусы уны шул эшмәкәрлеккә этәреүсе вазифаhын үтәргә тейеш. Дәрес — балаға белем биреүҙең төп формаhы. Тәрбиә биргән саҡта балаға тейешле белем дә бирәбеҙ. Шул диалектик бәйләнеш саралары ярҙамында бала шәхесен үҫтерәбеҙ. Шуға күрә дәрес — ул бала шәхесен үҫтереүсе иң төп сара.

Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланырға тырышабыҙ. Теләп башҡарылған эш иҫтә нығыраҡ ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Уҡыусының активлығы кәмемәһен өсөн уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары уйлап таба. Дәрестә уҡытыусы үҙе һөйләмәйенсә баланы һөйләргә өйрәтә алмаған кеүек үк, ижади эшләмәйенсә балаларҙың ижади фекер йөрөтә алыуына ирешә алмаясаҡбыҙ. Шуның өсөн тәү сиратта ыңғай һөҙөмтәләр биргән төрлө эш алымдары ҡулланып эшләр кәрәк.

Республикабыҙҙың дәүләт телен һәр кем өйрәнергә, белергә тейеш. Ә инде уны уҡытыуға килгәндә, хәл итәһе мәсьәләләр бихисап. “Заман талабына яраҡлаштырылған дәрестәрҙә милләт-ара татыулыҡ, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, өлкәндәргә ихтирам, илһөйәрлек кеүек төшөнсәләр ят күренешкә әйләнеп бармаһын. Баланы хеҙмәткә өйрәтеү дәрестә генә түгел, ә дөйөм мәктәп эшмәкәрлегендә алып барылһын. Мәктәптең уҡыу планын дөрөҫ һайлау, дәрестәрҙе, айырыуса телдәрҙе өйрәтеүҙе, төркөмдәргә бүлеп башҡарыу — заман, фән талабы, мәктәп уҡытыусыларының выжданы. Заман талабына яраҡлаштырылған дәрестәрҙә милләт-ара татыулыҡ, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, өлкәндәргә ихтирам, илһөйәрлек кеүек төшөнсәләр ят күренешкә әйләнмәһен. Баланы хеҙмәткә өйрәтеү дәрестә генә түгел, ә дөйөм мәктәп эшмәкәрлегендә алып барылһын.” ­- ти Рафаэл Ғәйнетдин улы.

Бөгөн заман талаптарына ярашлы йәш быуын шәхесен үҫтереүҙә эстетик тәрбиә биреү һәм киң мәғлүмәт сараларын, интернет селтәрен, интерактив таҡталар ҡулланып уҡытыу ­- иң төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Мәктәпте тамамлаған йәш быуын аҡыллы һәм зиһенле булырға, фекер йөрөтә белергә, өҙлөкһөҙ белемгә һәм камиллыҡҡа ынтылырға тейеш. Йәмғиәт өсөн заман талабына яуап бирерлек, үҙ телен яҡшы белгән, киләсәктә илдең хужалары булырҙай йүнсел, эшһөйәр һәм эшҡыуар шәхестәрҙе әҙерләү мотлаҡ. Тимәк, үҙ телен, халҡының культураһын, тарихын һәр бала яҡшы белергә тейеш. Ә быларҙың барыһын да уҡыусы күңел ҡылдарына етерлек уҡытыусының бай телмәре ҙур роль уйнай. Ә һәләтле балаларҙы бары тик һәләтле уҡытыусылар ғына тәрбиәләй ала.

Мәктәп заман менән бергә атлай. Ә нисек итеп бөгөнгө көндә белемле шәхес тәрбиәләргә һуң? Был һорауға һәр педагог үҙ мөмкинселектәренән сығып яуап бирә. Минеңсә, уҡыусы мәктәптә ни тиклем белемде юғарыраҡ кимәлдә үҙләштерә алһа, тормошта осраған ҡаршылыҡтарҙы ла шул тиклем еңелерәк йырып сығасаҡ. Ошо юҫыҡтан белем биреү процесын ирекле һәм ҡыҙыҡлы итеп ойоштороу өсөн көн дә тиерлек төрлө сығанаҡтарҙан материалдар туплайым, эҙләнәм. Уҡыусы күңеленә бәхет орлоҡтарын сәсергә, уның яҡты киләсәккә әйҙәүсе хыял һәм өмөт ҡанаттарына талмаҫ көс, ышаныслы дәрт бирергә, сабый күңелен үҫтерергә тырышам.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә 5-7 кластарҙа проект эшен уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡара.  Традицион булмаған «дәрес- аукцион», «дәрес- лабиринт», «сәйәхәт дәресе»н үткәрәм. Бында уҡыусылар эҙләнә, үҙҙәре ижад итә. Бигерәк тә электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу бик отошло. Уларҙы яңы темаларҙы өйрәнгәндә, нығытыу  һәм йомғаҡлау дәрестәрендә файҙаланам. Уҡыусылар компьютер менән эшләргә яраталар.

Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.

Яңы быуын стандарттарына ярашлы уҡытыу менән берлектә тәрбиә эше лә башҡарылла. Кластан тыш үткәрелгән сараларҙа баланың төрлө яҡлап һәләте асыла. Түңәрәктәрҙә, осрашыуҙарҙа, конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, уҡыусының зирәклеге, сослоғо, тапҡырлығы артабан камиллаша. Тәрбиә эше балаларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләй, донъяның, тәбиғәттең, кешенең матурлығын күрә белергә өйрәтә.

Уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йолалары, уның үткәне, көнкүреше менән таныштырыу йәһәтенән район кимәлендә үткән  фольклор байрамында 5-7-се класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Бында балалар һабантуй байрамын сәхнәләштерҙе. Һабантуй – халҡыбыҙҙың изге йолаһы булғанға күрә, мин дә балаларҙы был күркәм байрам менән яҡыныраҡ таныштырыу маҡсатында ошо йоланы сәхнәләштерергә булдым һәм маҡсатыма ирештем.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу, традицион булмаған дәрестәр үткәреү уҡытыу сифатын күтәрә, телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй, уҡыусылар үҙ аллы эшләргә өйрәнә, үҙҙенә ышанысы арта.

 

Киләсәк быуын ­­- беҙҙең ҡулда, сөнки талантлы педагогтар булғанда ғына һәр бала тормошта үҙенең лайыҡлы урынын табасаҡ!

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.       Р.F.Аҙнағолов. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаhы. Үҙгәрешле, икенсе баҫма. — Өфө: БашДУ, 2011. — 155 бит.

2.       Аңлайышлы дәреслектәр кәрәк. Башҡортостан  гәзите. http://bashgazet.ru/2012/07/31/

3.       Үҙгәрештәр ҡайҙа илтер? Башҡортостан гәзите. 16-12-2011, 03:58 // Социаль мәсьәлә // Баҫып сығарырға.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Туған теле, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең уҡытыу сифатын күтәреүҙә актуаль проблемалар"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Дефектоскопист

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 767 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.11.2016 1191
    • DOCX 23.5 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Альмира Гумеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Альмира Гумеровна
    Усманова Альмира Гумеровна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 15965
    • Всего материалов: 15

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Мини-курс

Инвестиционные проекты: оценка, эффективность и стратегии

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии успешного B2C маркетинга: от MoSCoW до JTBD

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие коммуникации и речи у детей раннего возраста

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 16 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек