Инфоурок Другое КонспектыУрок на тему "фразеологизмдар"

Урок на тему "фразеологизмдар"

Скачать материал

Тема: Фразеологик берәмектәр.

Маҡсат:

1.Уҡыусыларға фразеологик берәмектәрҙе  һәм уларҙың төҙөлөшөн, телмәрҙә ҡулланылышын өйрәтеү;

2.Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен һәм телмәрен үҫтереү;

3.Фразеологизмдарҙың тел ғилемендә айырым бүлек булараҡ өйрәнелеүен  системаға һалыу.

Дәрес барышы:

-Хәйерле  көн, хөрмәтле  коллегалар! Һеҙҙең хөкөмгә “Фразеологик берәмектәр” темаһына арналған оҫталыҡ дәресемде тәҡдим итәм. Һеҙҙе дәрестә ең һыҙғанып, әүҙем, ихлас ҡатнашып ултырырға саҡырам.

Слайд (Әбей менән бабай)

-Әбей менән бабай был балаға исем эҙләп бик оҙаҡ баш ватҡан.  Был юлдар халыҡ ижадының ниндәй жанрынан алынған? (Әкиәттән)

-Баш ватҡан һүҙбәйләнешенә иғтибар итегеҙ.  Был һүҙбәйләнеште икенсе төрлө нисек итеп әйтергә булыр ине? (оҙаҡ уйланыу, ныҡ уйлау). Ни өсөн был һүҙҙе беҙ үҙгәрттек? Сөнки башты ватып булмай, башты ватыу ул тура мәғәнәлә әйтелмәгән, ә күсмә мәғәнәлә бирелгән һүҙбәйләнеш. Бындай һүҙбәйләнештәр икенсе төрлө нисек атала?

-Фразеологик берәмектәр.

Фразеологик берәмектәр беҙҙең телмәребеҙҙе байыта, күркәмләтә. Мәҫәлән, “Һүҙ төйнәү”- һөйләшеп килешеү, бер фекергә килеү, “Эт тубығынан”- бик күп, “Эс бошоу”- күңелһеҙләнеү. Был һүҙбәйләнештәрҙе тура мәғәнәлә аңларға ярамай, сөнки улар барыһы ла күсмә мәғәнәлә бирелгән.

Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнгәндә, уҡыусылар уларҙы ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айыра белһен өсөн түбәндәге  эш алымдарын ҡулланам.

 

 

1.    Фразеологик берәмектәрҙе билдәләтеү.

 

-         Мин һүҙбәйләнештәр  әйтәм,  фразеологик берәмектәр килеп сыҡһа, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ.

 

- Алтын балдаҡ, алтын ҡулдар,  күҙҙәр янды, мейес янды, күҙ һалыу, аш һалыу, теш ҡайрау, бысаҡ ҡайрау.

Афарин, айыра беләһегеҙ икән.

 

 

2.    Слайдтағы таблицалар менән эш.

- Ә хәҙер таблицаға ҡарағыҙ. Ирекле һүҙбәйләнеште һәм фразеологизмды айырып тороусы билдәләр бар.

- Йәйә эсендәге һүҙҙәрҙе ҡуйып, уҡып ҡарағыҙ. Ҡайһы осраҡта аҡ һүҙен алмаштырып була? Аҡ, һары, күк күлдәк.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ирекле һүҙбәйләнеш

Фразеологизм

1)    Аҡ күлдәк (һары,күк)

Аҡ бәхет (һары,күк)

2)    Аҡ

                   төҫтө белдерә

       Һары

       Күк

Аҡ бәхет бәхетле ғүмер кисереү

3)    Әсәйем миңә аҡ күлдәк һатып алды.

Уңған ҡатын –аҡ бәхет, ялҡау ҡатын  – ҡаҡ бәхет. (Мәҡәл)

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-       

-      Ни өсөн аҡ бәхет тигәндә һүҙҙәрҙе алмаштырып булмай?

-      Сөнки ул, күсмә мәғәнәлә ҡулланылған.

-      Тимәк, ирекле һүҙбәйләнештәр тура мәғәнәлә, ә фразеологизмдар күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. .

      - Уларҙың барлыҡҡа килеүе, ҡулланылышы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

      - Фразеологизмдар  әҙер килеш ҡулланыла, ә ирекле һүҙбәйләнештәр  телмәр барышында барлыҡҡа  килә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ирекле һүҙбәнештәрҙең  билдәләре:

       Фразеологизмдарҙың билдәләре:

   Һүҙҙәр тура мәғәнәлә ҡулланыла.

Һүҙҙәр тура мәғәнәһен юғалта, күсмә мәғәнәлә

  ҡулланыла.

   Телмәр ағышында барлыҡҡа килә.

Телмәрҙә әҙер килеш ҡулланыла.

   Һүҙҙәрҙе башҡа  һүҙҙәр менән   алмаштырып була.

 Һүҙҙәрҙе башҡа  һүҙҙәр менән алмаштырып

 булмай.

 

3.  Контекст эсендә фразеологизмдарҙы билдәләү.

1. Күҙҙе асыу.

2. Дер ҡалтырау.

     3. Дилбегәне ҡулға алыу.

     4. Борсаҡ бешереү.

 -Бирелгән һүҙбәйләнештәр ирекле һүҙбәйләнештәрме әллә фразеологизмдармы?  Улар ниндәй мәғәнәлә ҡулланылғандар?

-Бер төрлө генә итеп яуап биреп булмай. Асыҡлау өсөн һөйләмдәр төҙөп ҡарайыҡ. Был һүҙбәйләнештәр тәүге осраҡта ирекле һүҙбәйләнеш, ә икенсеһендә фразеологизмдар булып килһен. 

Мәҫәлән:

1. Күҙҙе асыу -дөрөҫлөктө белеү, аңлау.

Иртән иртүк,  күҙҙе асыу менән,  өҫтәлдәге гөлләмәне күреп, сикһеҙ һоҡландым. (ирекле һүҙбәйләнеш)

Уҡыған һайын күҙе асылды (фразеологизм)

2. Дер ҡалтырау - ныҡ ҡурҡыу.

Ҡустым дер ҡалтырап килеп инде. (ирекле һүҙбәйләнеш)

Фәриҙә, таныш түгел кешене күреп, дер ҡалтыраны. (фразеологизм)

3. Дилбегәне ҡулға алыу - идара итеү, етәкселекте ҡулға алыу.

Юлдың яртыһына етеүгә атаһы аттың дилбегәһен үҙенең ҡулына алды. (ирекле һүҙбәйләнеш)

Ирек, хужалыҡты күтәреү өсөн, дилбегәне ҡулына алды. (фразеологизм)

4. Борсаҡ бешереү- һүҙ берегеү, килешеү.

Һүңғы ваҡытта борсаҡтары бешмәй әле. (фразеологизм)

Мәктәптә борсаҡ бешерәләр (ирекле һүҙбәйләнеш)

-Тимәк, ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙең фразеологизм икәнлеген һөйләм эсендә генә асыҡларға була.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

4.      фразеологик берәмектәрҙең рус телендәге варианттарын табырға.

 

Алдан күреү

Предвидеть, предусмотреть

Тамсы һыу һымаҡ

Как две капли воды

Энәләй нәмәне дөйәләй итеү

Делать из мухи слона

Ҡулға эш бармау

Валится из рук

Мейеңә киртеп ҡуй

Мотай на ус

Күҙ уңында тотоу

Иметь в виду

Ауыҙынан тыны ла сыҡмай

Тише воды, ниже травы

Дүрт күҙ менән көтөү

Проглядеть все глаза

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 5. Бирелгән һүрәттәргә фразеологик берәмектәр уйлап әйтергә. Төкөнө

Тама

Ҡайрау

Осоп етмәҫ ер

Һурпаһын эсеү

 

6.“Баш” һүҙе менән фразеологик берәмектәр уйларға.

 

Ватыу, булыу, бөгөү, бөттө, китеү, етеү, күтәреү, ҡаҙығы, бөтөү, күтәрмәй, күҙ алыу,инеп тә сыҡмау, килеү, килтереү.

                         

7.Фразеологик лото уйыны.                        

Һығымта: Фразеологик берәмектәрҙе өйрәнгәндә ошо йүнәлештәге эштәр уҡыусыларҙың телмәрен байытып ҡына ҡалмай, дәрестә әүҙемләштерә, телде тәрәнерәк өйрәнергә булышлыҡ итә. Фразеологизмдар телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтә. Фразеологизмдарҙы ҡулланыу телмәрҙе образлы, бай, халыҡсан, ҡыҙыҡлы, һығылмалы, баҙыҡ яһай.

   

-      Дилбегәне ҡулға алып, башығыҙҙы вата-вата, һәр нәмәне күҙ уңында тотоп, алтын ҡулдарығыҙҙы төшөрмәй,  ихлас ҡатнашып ултырғанығыҙ  өсөн ҙур рәхмәт. Һәр ҡайһығыҙға именлек-һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйем.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок на тему "фразеологизмдар""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Садовод-декоратор

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 863 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.12.2015 3987
    • DOCX 61.5 кбайт
    • 47 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Саляхова Рамзия Альфаритовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Саляхова Рамзия Альфаритовна
    Саляхова Рамзия Альфаритовна
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 13559
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Специальная реабилитация: помощь детям с особыми потребностями

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Экономика и управление

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе