Инфоурок Другое КонспектыУрок на тему "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" Рауил Бикбаев.

Урок на тему "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" Рауил Бикбаев.

Скачать материал

 

4 - се һанлы лицейының башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ниғмәтуллина Нурсилә Минислам ҡыҙы

Тема. Рауил  Бикбаевтың  “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”  поэмаһынан өҙөктө өйрәнеү.

Маҡсат. Әҫәрҙең идея – йөкмәткеһен асыу; тасуири уҡыу күнекмәләре ойоштороу; тәбиғәткә  һаҡсыл  ҡараш тәрбиәләү; тәбиғәтте  һаҡлау  сараларын табырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу. Рауил Бикбаевтың портреты, китаптары, мультимедиа   проекторы, компьютер, Башҡортостан картаһы, Дәүләкән районының картаһы.

Дәрескә эпиграф: …Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ,

                                      Үҙем һыу буйҙарында… (Башҡорт халыҡ йырынан)

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу моменты. Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ.

II.Үтелгән теманы иҫкә төшөрөү. Башҡортостан йылғалары тураһындағы белешмәне иҫкә төшөрөү.  Башҡорт халыҡ йыры: Йәмле Ағиҙел буйҙары.

http://geosfera.info/uploads/fotos/bashi2.jpg

-       Башҡортостандағы иң оҙон йылғаны картанан табып күрһәтеү. (Ағиҙел, 1430 км.)

-       Ағиҙел ниндәй ҡалалар аша үтә?(Белорет, Мәләүез,Салауат,Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен,Бөрө, Дүртөйлө,Ағиҙел)

-       Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдығы? (Ҡариҙел,918 км)

-       Беҙҙең яҡтың (Дәүләкән районының) йылғаларын һанап сығыу.

(Дим,Өршәк, Бәләкәй Өйҙөрәк; бик бәләкәй йылғаларҙан: Мораҙым,Ҡарамалы, Суғарыш,Ҡамсалҡа,Ташлыбуй, Айырҡул - ҡайһылары бөгөнгө көнгә ҡороған)

-       Ә ни өсөн ҡороно икән улар? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(Яуаптар )

 

 

 III. Төп өлөш.Темаға инеш:

1.     Эпиграфты уҡыу. Ни өсөн һыу буйында һыуһағандар икән? Был һорауға яуапты, бәлки поэманан өҙөктө уҡығас табырбыҙ, уҡыусылар, шулай бит. Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ” поэмаһынан өҙөктө уҡырбыҙ.

жажда, вода

Проекторҙа Рауил Бикбаевтың портреты килеп  килеп сыға.

Бикбаев Рауил Төхфәт улы

 

-       Был кеше һеҙгә танышмы,күргәнегеҙ бармы?

-       Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (Яуаптар: “Уралыма” шиғыры, “Халҡыма хат” поэмаһы).

Рауил Бикбаев тураһында ҡыҫҡаса белешмәне проектор аша ҡарап китеү.

 Тыуған көнө: 12 декабрь 1938 йыл

Тыуған урыны: Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында

Эшмәкәрлеге: шағир, яҙыусы

Ижад йылдары: 1957 йылдан

Жанр:  шиғырҙар

Премиялары: Ғ. Сәләм исемендәге премия (1970), С. Юлаев исемендәге премия (1989), Р. Ғарипов исемендәге премия (1994), З. Биишева исемендәге премия (2003, Орден «За заслуги перед Республикой Башкортостан» (2009))

Эшмәкәрлеге: 1962 йыл — Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

1965 йылдан башлап — Рәсәй Федерацияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел  һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1995 - 2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе

2011 йылдан -  Башҡортостан Республикаһы  Ҡоролтай  Йыйылышының белем биреү, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса  комитет рәйесе 

Маҡтаулы исемдәре:

1989 йыл — Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты

1993 йылдан — Башҡортостандың халыҡ шағиры

1996 йылдан — Филология фәндәре докторы

1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Әҫәрҙәре:

1967 йыл: Ҡош юлы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1967.

1976 йыл: Ғүмер уртаһы: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1976.

1985 йыл:

Бураҙналар: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 1985.

Звездный дом: Стихи. (урыҫ.) Мәскәү, 1985.

1986 йыл:

Поющие скалы: Стихи. (урыҫ.) Мәскәү, 1986.

Время. Поэт. Народ. (урыҫ.) Мәскәү, 1986.

1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. Москва, 1991.

1995 йыл: Шайехзада Бабич: Жизнь и творчество. Литературоведение. (урыҫ.) Өфө, 1995

2.     Һүҙлек өҫтөндә эш

Хафа – беспокойство

Шеш – опухоль

Бушбоғаҙ – горлопан

Һөрән – ҡысҡырыу, призыв

Ҡыуғын – сплав

Ҡырғын – мор

Ылымыҡ – ил, водоросль

Оран һалыу, саң ҡағыу, төрән һуғыу – бить в набат

Элмәк – болғалаҡ; петля

Һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып бер нисә һөйләм төҙөү. Таҡтала һәм дәфтәрҙә яҙыу.

3.     Уҡытыусы: - Ә хәҙер өҙөктө иғтибар менән тыңлағыҙ. (Ул тексты тасуири уҡый, уҡыусылар үҙ аллы шыбырлап уҡып сыға.)

Уҡыусылар өҙөктө уҡый.

4.     Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирә.

-       Өҙөктә Башҡортостандағы ниндәй һыуһаҡлағыстар телгә алына? (Уларҙы картанан табып күрһәтеү)

-       Автор ни өсөн бындай һыуһаҡлағыстар төҙөүгә ҡаршы сыға?

-       Быға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

-       Рауил Бикбаев Ағиҙел йылғаһын Рәшит Ниғмәтиҙең “Йәмле Ағиҙел буйҙары”

-         поэмаһындағы элекке  Ағиҙелде  хәҙергеһе  менән сағыштырып ҡарай. Шул  урынды табып уҡып күрһәтегеҙ әле.

Ағиҙелгә терегөмөш ағып,

Ағыулауын күрһә Ниғмәти,

Ниндәй оран һалыр ине шағир,

Әйтер ине бөгөн нимә тип?

Башҡаса шул хәҙер заман хәле,

Башҡаса шул  шағир уйҙары,

Йәмлеме Ағиҙел буйҙары?

Тәмлеме Ағиҙел һыуҙары?

 IV. Уҡытыусы һүҙе. Бына шундай ҙа һорау ҡуя автор. Йәмле түгел шул хәҙер Ағиҙел буйҙары, тәмле түгел шул хәҙер Ағиҙел һыуҙары тигән хәүеф – хафалы уйҙарын тағата шағир. Уның өсөн “Ағиҙелдең көнө – илдең көнө, Ағиҙелдең йөҙө – ил йөҙө” үлсәмендә. Диңгеҙ яһайбыҙ тип, оло йылғаларҙы быуҙыҡ, йылғаларҙы кирегә ағыҙырға йыйындыҡ, тауҙарҙы емерергә, күсерергә тотондоҡ. Күпме матур туғайҙарыбыҙ, ауылдарыбыҙ һыу аҫтында ҡалып юҡҡа сыҡты, балыҡтар тонсоҡто, һыуҙар ағыуланды. Рауил Бикбаев әлеге поэмаһында әйткәнсә, “яңы һыуһаҡлағыс төҙөйбөҙ тип, төҙөйбөҙ бит ағыу һаҡлағыс”, “Ағиҙелде генә быумайбыҙ бит, үҙебеҙҙе үҙебеҙ быуабыҙ”.

   Бөтә Ер шарында эсәр һыу етешмәй. Рәсәй буйлап ҡоҙоҡтарҙың һыуы кибә. Күп кенә өлкәләрҙә кешеләр бысраҡ һыу эсергә мәжбүр. Әҙәм балаһы ризыҡһыҙ ай самаһы йәшәй ала, тиҙәр, ә бына һыуһыҙ ул бер – ике көнгә генә сыҙай.

 

-       Беҙ йәшәгән ҡала янында ниндәй йылғалар бар икәнен ҡарап киткәйнек инде дәрес башында. Йылғалар, күлдәр ҡоромаһын өсөн һеҙ нимәләр эшләйһегеҙ? (Ағастар ултыртабыҙ, йылға – күл буйҙарындағы  сүп – сарҙы  таҙартырға ярҙам итәбеҙ.)

-       Быйыл беҙҙең республикала ниндәй йыл иғлан ителде? (Тирә – яҡ мөхитте һаҡлау йылы.)

-       Тирә – яҡ мөхитте һаҡлау йылында ғына беҙ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырырға тейешбеҙме?

-       Ә быйылғы йылдың эмблемаһы ниндәй икәнен беләһегеҙме, балалар?

   Тәбиғәтте һаҡлау йылының эмблемаһы итеп Аҡ бөркөт төшөрөлгән һүрәт һайланды.

 Был юҡҡа түгел, уҡыусылар, сөнки бөркөттәр йәшәү урыны итеп экологик яҡтан таҙа төбәктәрҙе генә һайлай.

 V. Уҡытыусының  йомғаҡлау  һүҙе. Дәресебеҙҙең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ әле, уҡыусылар:

…Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ,  Үҙем һыу буйҙарында…

Поэманың исеме лә оло мәғәнәғә эйә. Рауил Бикбаев  - заман ағышына, кешеләр яҙмышына һиҙгер ҡолаҡ һалыр шағир. Уның шиғриәтендә һәр кемде борсоған, уйландырған, хәүефләндергән мәсьәләләр, төрлө һорауҙар асыҡтан – асыҡ һәм бик үткер итеп ҡуйыла. Илебеҙҙең үткәненә  лә, бик үк төҫмөрләнмәгән киләсәгебеҙгә лә ҡараш ташлана; ебәрелгән хаталар, ғәмһеҙлектәр, ғәҙелһеҙлектәр, битарафлыҡтар уйландыра; тәбиғәттең ярлыланыуы, экологик хәүефтәр, кеше күңеленең ҡорғаҡһыуы, әҙәп – әхлаҡтың ҡаҡшауы борсой. “Йорттоң ҡото китеү бер яман, рухтых ҡото китеү ун яман”, - ти шағир.Был һүҙҙәр аңлашылдымы инде?  Таҙа, эсәр һыуыбыҙҙы һаҡлайыҡ, рухыбыҙҙы юғалтмайыҡ!

Йылға буйында йөрөп тә эсергә һыу тапмаһаҡ, тәбиғәтебеҙ, киләсәк беҙҙе ғәфү итмәҫ. Тирә – яҡ мөхитте һаҡлау йылының иң яҡшы девизы: “Иртәгәһе көнөбөҙҙө һаҡлайыҡ!”

Ә мин һеҙгә, уҡыусылар, “Бөркөттәр еребеҙҙе ташламаһын!” – тип әйтер инем.

VI. Баһалау.

VII. Өйгә эш. Башҡортостан йылғаларының исемдәренән кроссворд төҙөргә. 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Урок на тему "Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!" Рауил Бикбаев."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Семейный психолог

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 122 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 12.04.2016 3228
    • DOCX 3.1 мбайт
    • 19 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Нигматуллина Нурсиля Минисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 13361
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: нормативно-правовые основы, компетенции и педагогические аспекты

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Финансовый анализ

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 12 регионов

Мини-курс

Управление коммуникациями в кризисных ситуациях

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе