Инфоурок Другое Другие методич. материалыВыступление по теме самообразования

Выступление по теме самообразования

Скачать материал

 

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу аша  уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү

                                                                                Галиева Гузалия Нурлыхановна

                                                                   учитель башкирского языка

                                                                  МАОУ СОШ №1 г.Агидель

 

Уҡыу-уҡытыу, үҫеп килгән быуынға кешелек тарихында тупланған белемдәрҙе тапшырыу – мәңгелек, бер ваҡытта ла мөһимлеген юғалтмаған проблема. Йәмғиәттәге әхлаҡ, мәҙәни мөхит, рухи ҡиммәттәрҙең үҫтерелеше мәсьәләһе тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә нисек хәл ителеүенә бәйле.

 Һәр бер тарихи дәүер уҡытыусы алдында яңы талаптар ҡуя. Хәҙерге заман уҡытыусыһы уларға яуап бирергә, йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәргә әҙер булырға тейеш.

 Мәктәп – тормош көҙгөһө.  Заман талаптарына яуап бирерлек сифатлы уҡытыу – мәктәптең иң мөһим бурысы.          

 Белем сифаты – дәүләт күләмендә ил үҫешенең бөгөнгө тормош ихтыяждарына тура килеүе ул.  Педагогик күҙлектән ҡарағанда, ул белемдәрҙең билдәле бер йыйылмаһын үҙләштереүгә генә түгел, шәхес үҫешенә лә ҡайтып ҡала.

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына килгәндә, уҡыусыларыбыҙ белемле, үҙ фекере, юғары маҡсаты булған патриотик рухлы шәхес булып үҫһен өсөн, уҡытыусыға түбәндәге бурыстар йөкмәтелә:

 һәр балала айырым шәхесте күрә белеү;

 уҡыусынының белем алыуға эҙләнеүҙәр аша килеүен тәьмин итеү;

 балала үҙ көсөнә, үҙҙенә ышаныс тәрбиәләү;

 уҡыусыға үҙ аллы эшләү, шәхесен үҫтереү өсөн мәктәптә шарттар булдырыу;

 белем биреүҙең традицион юлдары менән бергә инновацион алымдарҙы ҡулланыу.

 Әлбиттә, быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыу өсөн иң тәүҙә уҡытыусы һәм уҡыусы хеҙмәттәшлеген – уҡытыу эшен дөрөҫ ойоштороу мөһим.      

 Бөгөнгө уҡытыусы бөтә яҡлап та үҫешкән, заман менән бергә атлаусы, яңынан-яңы алымдар, информацион технологияларҙы ҡуллана белеүсе шәхес булырға тейеш.

  Информацион технологиялар – ҡыҙыҡлы һәм фәһемле метод булып тора телде өйрәнеүҙә. Электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, презентациялар, слайдтар  ҡулланыу уҡыусыларҙың  телмәрен байыҡтыра, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, матур тәбиғәте менән таныштырыу өсөн бигерәк тә отошло. Уҡыусылар бирелгән материалды бындай алымдар ҡулланғанда еңел һәм тиҙ үҙләштерәләр.  

             Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, туған телде өйрәнергә, уны яратырға, ҡәҙерләргә теләк булдырырға бурыслы. Сөнки мәктәпте тамамлаусылар үҙенең шәжәрәһен белгән, халыҡ йолаларын хөрмәт иткән шәхес булырға тейеш. Шуның өсөн мин дәрестәремде эффектлы, методик яҡтан дөрөҫ нигеҙләнгән итеп төрлө формаларҙа ойошторорға тырышам. Был осраҡта балалар дәрестә әүҙем эшләй, уларҙа туған телгә, башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уяна.

             Баланың ижади һәләтен бәләкәйҙән асыу һәм үҫтереү  -  үҙҙеңә ышанған, тирә-яҡтағы кешеләрҙе хөрмәт иткән, тыуған илен яратҡан, үҙ юлын булдырырға ынтылған шәхес тәрбиәләү тигән һүҙ ул.

             Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мәсьәләһе мине үҙенең актуаллеге менән йәлеп итте һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Баланың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Ул төплө әҙерлек, алдан планлаштырыуҙы һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Был эш дәрестең һәр этабында дауам итә. Уҡытыусы баланың һәр фекерен ихтирам итеп, уны тыңларға, йүнәлеш бирергә һәм үҫтерергә тейеш. Шулай уҡ баланың хыялына юл  асырлыҡ ситуациялар булдырыу ҙа бик мөһим.

             Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телгә ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ уҡытыу методтары ҡулланырға кәрәк.

              Дәрестең һәр этабында һөйләү мәҙәниәтенә, һөйләм төҙөлөшөнә иғтибар итәм. Текстағы синонимдар, антонимдар, фразеологизмдарҙы табып, мәғәнәһен асыҡлап, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтәм. ә рифмалаш һүҙҙәрҙе эҙләп табыу уҡыусыларҙа шиғыр яҙыуға ынтылыш уята.

             Заман уҡытыусылар алдында яңы талаптар ҡуя. XXIбыуат – яңы информацион технологиялар һәм мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырған заман. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни, ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә.

 Балалар менән  тәбиғәт матурлығына, көмөш ямғырҙар иленә, тауҙарҙың бейегенә, саф һауа һуларға Башҡортостаныбыҙҙың күренекле урындарына интерактив таҡта ярҙамында сәйәхәткә сығабыҙ. Мәҫәлән,  “Арҡайым”  карта-схемаһы, амулеттар, төрлө фотоһүрәттәр ярҙамында башҡорттарҙың боронғо ҡаласығы менән танышабыҙ .

  Халыҡ традицияларына, халыҡ аҡылына таянып, яңы үҫештәргә, яңы асыштарға ынтылыу, үҙебеҙҙең профессиональ һәләтебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эшләү, заман менән бергә атлап, хатта алдараҡ  та барыу - беҙҙең төп бурысыбыҙ.

 Башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышҡанда төрлө слайдтарҙан халҡыбыҙҙың боронғо һәм хәҙергеһе менән сағыштырып уҡыусылар менән бергәләп тикшеренеү эштәре алып барабыҙ. Xкласта “Туй йолалары” темаһына уҡыусылар үҙҙәре хәҙерге туй йолалары тураһында сығыш яһанылар.Төрлө милләт халыҡтарының ниндәй туй йолаларын үткәрәлеүе тураһында әйтеп үттеләр. Төрлө милләттең йолалары менән сағыштырып, киләсәк быуын алдына тормош менән бәйле, ысынбарлыҡҡа күҙ асыусы фәһемле юлдар һайлау мөмкинлеге уятам.

              VII, Xкласс уҡыусылары менән берлектә “Башҡорт халҡының кейем-һалымдары һәм уны биҙәү, тегеү  ысулдары” темаһы өҫтөндә ентекле эш алып барабыҙ. Был тикшеренеү эштәре уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

             Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һүҙлек эшенә иғтибар итеү балаларҙа һүҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм уның бәҫен, ҡәҙерен аңлауға килтерә. Уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яһау, ролдәргә бүлеп уҡыу, шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлау, ирекле темаға ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.

             Был алымдарҙы мин башҡорт теле дәрестәрендә киң ҡулланам. Мәҫәлән: 11 класта  “Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады” темаһын өйрәнәбеҙ. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында төп тема ғаилә темаһы; ғаиләлә балаға әхлаҡи тәрбиә биреү ысулдары асыҡлана. Шағир үҙенең ғаиләһен, әсәһен, тыуған ауылын бик яратҡан. Шуға ла, был повесть   уҡыусыларҙа ғаиләгә ҡарата һөйөү,  ололарға ҡарата ихтирам тәрбиәләй, тыуған илен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтә. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын уҡыусылар яратып уҡыйҙар. Был шиғыр балаларҙа тыуған илебеҙ - Башҡортостанға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ хистәрен, үҙ шәжәрәңде өйрәнеү тойғоларын уята. Ҡайын ағасы – ул  берҙәмлекте, татыулыҡты, бөйөклөктө һәм мәңгелекте аңлата. Ял минуттарында “Уҡытыусыма” йырын, Башҡортостан, тәбиғәт тураһында йырҙар йырларға яратабыҙ. Шағир үҙенең әҫәрҙәре аша уҡыусыларға үҙ халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, шәжәрәләрен өйрәнергә, белергә һәм ихтирам итергә өндәй. Мостай Кәрим ижады көслө рухлы, саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя ул. Ул уҡыусыларыбыҙға юғары әхлаҡ, илгә һөйөү, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, рәхимлелек сифаттары тәрбиәләп кенә ҡалмай, уларҙы уҡып донъяға асығыраҡ, уяуыраҡ күҙ менән ҡарарға, кешеләргә рәхимлерәк, йомартлыраҡ, ә үҙеңә талапсаныраҡ булырға өйрәтә.

             Башҡорт теле дәрестәрендә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу ҙа уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерә. Һәр дәрестә мәҡәлдәр ҡулланам, сөнки мәҡәлдәр аша уҡыусыларҙа башҡорт халҡына, телгә, ғаиләгә, тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләнә.  Мәҫәлән:

 Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бир.

 Ата -әсәңә ни ҡылһаң, үҙеңә шул килер.

 Белеме барҙың ҡәҙере бар. 

 Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

 Тыуған илдең әреме лә тәмле.

              Дәрестәрҙә республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәренең тормошо, яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеүгә айырым туҡталғым килә. Сөнки ул төрлө яҡлап та отошло. Беренсенән, күренекле шәхестәр йәш быуын күңелендә үҙ тыуған яғы, уның күренекле шәхестәре менән ғорурланыу тойғоһо уята. Икенсенән, шәхестәр миҫалында балаларҙа маҡсатҡа ынтылыш, яуаплылыҡ кеүек ыңғай сифаттар тәрбиәләнә. Өсөнсөнән, был бай материал балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итә. Дүртенсенән, арҙаҡлы шәхестәр һәм яҙыусылар менән осрашҡанда, балалар әңгәмәләшеү серҙәренә өйрәнә. Ошо осрашыуҙар тәьҫирендә төрлө жанрҙарҙа ижади эштәр яҙҙырырға мөмкинлек тыуа. Уҡыусылар шиғыр, йыр, әкиәттәр ижад итә. Тағы ла, яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады тураһында рефераттар, альбомдар һәм стендтар эшләйҙәр.

             Дәрестәремдә йыш ҡына сәнғәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәм, сөнки халыҡтың йыр-моң мираҫы – ул бала күңелендә рух осҡондары тоҡандыра. Милли көйҙәребеҙ, йырҙарыбыҙ – балаларға оло ҡыуаныс, рухи ләззәт, илһам бирә.

             Юғары кластарҙа башҡорт шағиры, мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың ижады менән дә танышабыҙ. Мифтахетдин Аҡмулла кешеләрҙе аң-белемгә саҡырыусы, байҙарҙы фашлаусы, ярлыларҙы яҡлаусы бөйөк шағир. Ул аҡыллы, белемле, яҡты кеше һәм шуға ла уны халыҡ “Аҡ мулла” тип атаған.

 Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

 Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

  Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

 Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

             Был шиғыр юлдары аша шағир  уҡыусыларҙы белем алырға, көслө булырға, киләсәк тормошҡа ыңғай ҡарарға өндәй.

             Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү кластан тыш эштәрҙә лә дауам итә.  Алда әйтеп үтеүемсә, халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәбеҙ. Уҡыусылар менән “Бәпес туйы”, “Аулаҡ әй”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Һабантуй” “Шәжәрә” һәм башҡа милли байрамдарыбыҙҙы үткәрәбеҙ. Районда үткәрелгән бөтә бәйгеләрҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларында ла уҡыусылар әүҙем ҡатнашалар һәм призлы урындар яулайҙар. Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелгән “Аҡмулла вариҫтары”  бәйгеһендә беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың шундай ҡорурлыҡ менән сығышы бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Улар Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. “Иң йәш сәсән” номинацияһында Баранова Гөлшат, Солтанова Айһылыу, Хасанова Айгөл еңеүселәр булдылар. Яңауыл ҡалаһында уҙғарылған “Башҡортостан ынйылары” конкурсында ла әүҙем ҡатнаштыҡ. “ Иң оҫта ойоштороусы” номинацияһында еңеү яуланыҡ.

      Уҡыусыларҙың был уңыштары осраҡлы түгел. Уның нигеҙендә уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың ныҡышмалы хеҙмәте, тырышлығы ята. Ә иң мөһиме – балалар үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуана.  Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың аңын үҫтерә. Улар күңелендә киләсәккә ышаныс тыуа, белем һәм һөнәр алыуға ынтылыш көсәйә, ҡыҙыҡһыныу арта. Бала күңеленә сәскән орлоҡ киләсәктә сәскә атасаҡ, емеш бирәсәк. Ә емеш  яңы быуынға ғүмер бирәсәк. Тел йәшәһә, милләт, халыҡ йәшәйәсәк. Киләсәк үҙебеҙҙең ҡулда бит! Ниндәй генә милләт балаһы булһын, ул ғорурлыҡ менән:

 Тыуған илем, тыуған ерем-

 Минең Башҡортостаным...

 Башҡорт теле -  минең телем,

 Башҡортостан минең илем,

 Мин бәхетле еремдә,- тип оран һалһын!   

 Ошо йүнәлештә тәрбиәләнгән уҡыусыларым Тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр генә ҡылырҙар, үҙ төйәгенең ҡәҙерен белерҙәр һәм тормошта үҙ урындарын табырҙар, тип ышанам.

Балаларыбыҙҙа милли рух, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, телебеҙҙе башҡа милләт кешеләре лә өйрәнһен, яратһын өсөн тейешле шарттар тыуҙырырға, көсөбөҙҙө йәлләмәй тырышып эшләргә кәрәк. Ә һөҙөмтәләр көттөрмәйәсәк!

 Тыңлағыҙ һеҙ, йәмәғәт,

  Боронғоларҙан аманат.

 Онотмағыҙ бабаларҙың

 Тарихын һәм ижадын,

 Йолаһын һәм йырҙарын.

 Донъялар имен булһын,

 Йыһандар гөрләп торһон.

 Тағы осрашырға яҙһын!   (ҡобайырҙан)

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Выступление по теме самообразования"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Теолог

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 863 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 07.10.2016 418
    • DOCX 56 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хамзина Райля Рамилевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хамзина Райля Рамилевна
    Хамзина Райля Рамилевна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 5174
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Эффективное взаимодействие с детьми: стратегии общения и воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 663 человека из 74 регионов
  • Этот курс уже прошли 561 человек

Мини-курс

Басня как педагогическая технология

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология развития личности: от мотивации к самопониманию

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 85 человек из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 35 человек