Инфоурок Другое КонспектыВнеклассное мероприятие по башкирской литературе

Внеклассное мероприятие по башкирской литературе

Скачать материал

 

                                                                                                   Д.В.Распаева,

                                       Мишкә районы Ирсай ауылы А.Искәндәров        исемендәге мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы

 

Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш

(Зиннур Ураҡсиндың “Тәҙрә уйыусы” повесы буйынса

китап уҡыусылар конференцияһы)

Маҡсат. 1. Зиннур Ураҡсиндың тормош юлы һәм ижады менән танышыу. Яҙыусының “Тәҙрә уйыусы” повесын анализлау аша ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;

2. Сәхнә культураһы һәм сәнғәтле һөйләм күнекмәләре булдырыу, уҡыусыларҙың үҙ фекерҙәрен матур итеп һөйләү, дәлилләй белеү күнекмәләрен, хәтер-иғтибарҙарын үҫтереү, аралашырға өйрәтеү;

3. Туған телгә, халҡыңа ҡарата мөхәббәт хисе, арҙаҡлы шәхестәргә хөрмәт тәрбиәләү; әсә теленә ихтирам, милли үҙаңды үҫтереү:

4. Әҙәбиәтте яратырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу. Яҙыусының портреты, китаптарының күргәҙмәһе; ижады тураһында яҙылған мәҡәләләр; мультимедиа проекторы.

Ҡыҙ:  Хәйерле көн, дуҫтар!

Егет: Хәйерле көн, китап һөйөүселәр!

Ҡыҙ:  Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған. Ошо сығанаҡтан, белем шишмәһенән һәр кем белем һыуын йотлоғоп эсә, донъяны танып белә, хаҡ юлға күнә. Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, телде байыта. Китап –иң ҙур ҡиммәт. Унһыҙ беҙ булмышыбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.

Уҡытыусы: (1-се слайд) Мин сараға эпиграф итеп Ғайса Хөсәйеновтың “Китап уҡымаған әҙәм сәскә атмаған үлән” тигән һәм Мстислав Ҡулаевтың “Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш “ тигән һүҙҙәрен алдым.

Һеҙҙе бөгөн уйланырға, фекер алышырға саҡырам.

Егет: Бөгөнгө сарабыҙ китап һөйөүселәр өсөн ҙур байрам. Китап уҡыусылар конференцияһы Академик, төркиәт белгесе, яҙыусы Зиннур Ураҡсин ижадына арнала. Авторҙың биографияһына туҡталып китәйек.

(2-се слайд. Зиннур Ураҡсин фотоһы) Бер уҡыусы сығыш яһай.

Башҡорт тел белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының академигы, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсин 1935 йылдың 5 ноябрендә Ырымбур өлкәһенең Түлгән (Төйлөгән) районындағы Мәҡсүт ауылында тыуған. Мәктәп һәм педагогия училищеһын тамамлағас, уҡытыусы, һуңынан район гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. Совет армияһында хеҙмәт итә. 
1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Рәсәй фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә ҡала. 1968 йылдан шунда өлкән хеҙмәткәр, декабрҙән сектор мөдире була. 1977 йылдан директор урынбаҫары, ә 1988 йылдан директоры итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан гуманитар фәндәрҙең  академик-секретаре, 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы вице-президенты.

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикографияһына, лексикологияһына, социолингвистикаһына, терминологияһына, фразеологияһына арналған. Төрлө типтағы һүҙлектәр төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләй, урыҫса-башҡортса фразеологик һүҙлек (1989), башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге (2000), фразеологизмдар һүҙлеге (2006) һ.б. төҙөй; башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенең ойоштороусыларының һәм мөхәриррҙәренең береһе, башҡортса-урыҫса (1996) һәм урыҫса-башҡортса (2 томда, 2005) һүҙлектәренең яуаплы сәркәтибе һәм төҙөүселәренең береһе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 
Ғалим йәнә әҙәби әҫәрҙәр ҙә ижад итә. 1976 йылда "Сығанаҡтар" тигән тәүге китабы баҫыла, ә 2003 йылда "Ҡарат", 2008 йылда "Ҡарауанһарай" романдары донъя күрә. Шулай уҡ "Яраларҙы төҙәткәндә..?" повесы, "Әрем әсеһе", "Көрәш" (икеһе лә 2002 йылда башҡорт телендә баҫылған) һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы.

Зиннур Ураҡсин республиканың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 1993-1998 йылдарҙа Башҡорт энциклопедияһының ғилми-редакцион советы рәйесе һәм баш мөхәррире, 1994-2004 йылдарҙа БР Президент советы ағзаһы, 1995-2002 йылдарҙа – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары. Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнә.Федоровка районының  Һәйет урта мәктәбенә уның исеме бирелгән.

Ырымбур өлкәһенең Түлгән (Төйлөгән) районындағы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә, шулай уҡ Өфөлә Зиннур Ураҡсин йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Башҡортостандың баш ҡалаһындағы урам уның исемен йөрөтә.

Уҡытыусы: Мстислав Ҡулаев тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеп китәйек.

(3-сө слайд)

Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы)  Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипкирәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәр булғандар.. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.

Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886-1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896-1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899-1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя.

1912 йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн М.А.Ҡулаев урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй.

Ҡулаев – 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте башлығы булараҡ, киң билдәле шәхес.

М.А.Ҡулаев — башҡорт халҡының мәғрифәтсе ғалимы, табип, дәүләт эшмәкәре. Уның раҫлауынса: «Һәр кем үҙ телендә уҡый-яҙа белергә тейеш», «Белемде ныҡ һеңдерә торған тел әсә теле, әсәйҙең өндәшеүе. Башҡорттарға белем алыр өсөн үҙ теле әсә теле кәрәк».

Уҡытыусы:  Бөгөнгө конференцияла бына ошо белеме буйынса табип, телсе ғалим, башҡорт-рус һүҙлектәре төҙөүсе, Башҡортостан хөкүмәте рәйесе вазифаһында беренсе автономиябыҙҙы төҙөүгә килешеүгә ҡул ҡуйыусы күренекле сәйәсмән тураһында яҙылған “Тәҙрә уйыусы” повесының йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшәйек .

Ҡыҙ:  Уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарығыҙға «Тәҙрә уйыусы » әҫәренән өҙөк тәҡдим ителә.

Ҡатнашалар:

Бәләкәй Мөхәмәтхан

Йәнифә ( Мөхәмәтхандың әсәһе)

Сәхипкирәй  (Мөхәмәтхандың атаһы)

(Сәхнә аҫылғанда Мөхәмәтхан өҫтәл артында яҙып ултыра, атаһы сабата бәйләй, әсәһе аш-һыу әҙерләй)

Мөхәмәтхан. Атай, нишләп был яҙыу шулай ауыр ул? ( Ҡаурыйын өҫтәлгә һала, ҡулдарын, күҙҙәрен ыуа)

Сәхипкирәй. Уҡыу ул, улым, майлы бутҡа ашау түгел. Беҙҙең изге китабыбыҙ  “Ҡөрьән” шул яҙыу менән яҙылған.

Мөхәмәтхан.  Анау аҫҡы, өҫкө һыҙыҡтары булмаһа, бәлки, улай уҡ ауыр булмаҫ та ине.

Сәхипкирәй. Тырыш, улым, тырыш. Яҙыуҙы бик аҡыллы кешеләр уйлап тапҡан. Бөтәһе лә еңел булмай.

Мөхәмәтхан.  Ана, хисап еңел генә бит, һандарҙы яҙырға ла тиҙ генә өйрәндем. Мулла бабай хәреф өсөн әрләй, Ғәлиәнгә сыбыҡ менән илатҡансы һуҡты.

Йәнифә. Ярар, тырыш, балам.( Килеп башынан һыйпай).

Мөхәмәтхан.  Әсәй, нишләп беҙҙең тәҙрәнән яҡтылыҡ әҙ төшә ул? Мәсеттә ҡайһылай яҡты, рәхәт. (Тәҙрәгә яҡыныраҡ килеп ултыра.)

Йәнифә. Эй, улым. Беҙҙең тәҙрә ҡарындыҡ бит, мәсеттә быяла ҡуйылған. Шуға яҡты ул, балам.

Мөхәмәтхан.  Ништәп беҙ ҙә быяла ҡуймайбыҙ?

Йәнифә. Ҡуйырбыҙ, Алла бирһә. Быйыл көҙгә атайың тананы һуйып, яҡшы ғына һата алһа, быяла ҡуйҙырам, тип хыяллана ине.

 Мөхәмәтхан.  Эх, өй эсе яҡты булһа, мин әлепбейҙе тиҙерәк өйрәнер инем.

Йәнифә. Мулла булырһың әле һин, улым.

Мөхәмәтхан.  Юҡ, әсәй, мин мулла булмайым. Мулланың сыбығы бар, малайҙарға һуға. Мин быны яратмайым.

Йәнифә. Кем булырһың икән һуң, балам?

Мөхәмәтхан. Мин кантон булам. Көймәле арбам була, ат егеп йөрөйөм. Үәт!

Сәхипкирәй.  Иншалла!   ( Сәхипкирәй улын ҡосаҡлай. Әсәһе яулыҡ осо менән күҙҙәрен һөртә)

Уҡытыусы: Ә хәҙер беренсе һорау. Мөхәмәтхан Ҡулаев ҡайҙарҙа уҡый? Ниндәй һөнәр үҙләштерә? (Яуаптар)

4-се слайд. Экранда һүрәт. Сиркәүҙә оҙон ҡара күлдәк  һымаҡ кейем кейгән, муйынына тәре таҡҡан поп , һул яғында Иусус Христос һынлы тәре тотҡан бер йәш рухани тора.

Уҡытыусы:  Һүрәттә ни күрәһегеҙ? Повесть менән бәйләп һөйләгеҙ.

( Яуаптар. Мөхәмәтхан христиан диненә күсә.)

Уҡытыусы:  Мстислав Ҡулаевтың ғаиләһе тураһында һөйләгеҙ.

( Ҡатыны-  Нина, ҡыҙҙары-  Вероника һәм Татьяна)

Ял минуты. Аудиояҙма тыңлайҙар. Берәр генә куплет йырҙар яңғырай. “Ҡолой кантон”, “Евгений Онегин” операһынан Ленский арияһы, Вердиҙың “Риголетто” операһынан герцог арияһы.

Уҡытыусы: Әле тыңлаған йырҙар әҫәр менән бәйлеме? Аңлатып бирегеҙ.

“Тәҙрә уйыусы” повесынан өҙөк сәхнәләштерелә. Ҡатнашалар:

Табип

Яралы һалдат

Һалдаттар

Палата. Яралы һалдаттар. Кемдер ята, кемдер ултыра. Битен ҡара һаҡал баҫҡан башҡорт йөҙлө бер ир ҡысҡырып илап ята. Табип инә. Яралы янына килеп одеалын асып ҡарай.

Яралы һалдат. Доктор, хәлем насар бит. Берәй дарыу биреп кенә теге донъяға ебәр ҙә ҡуй. Кемгә кәрәк мин хәҙер? тип инәлә боҙоҡ рус телендә.

Табип. ( Башҡортсалап) Улай тимә, туғаным, Хоҙай һинең ғүмереңде алмаған бит. Уның ихтыярына ҡаршы барырға ярамай. Гонаһ был.( Мендәре  аҫтында ҡурай күреп) Әллә ҡурай тартаһыңмы? Үҙең ҡайһы яҡ башҡорто? Берәй көй уйнап күрһәт әле.

Яралы һалдат. Яйыҡ башынан мин. Тау башҡортомон. Ҡана һуң, тартып булһа. Бындағы халыҡ аңламаҫ шул.

   Яралы һалдат ятҡан килеш кенә ҡурайҙа уйнай. Йөрөй алған һалдаттар уның карауаты янына йыйыла.

Беренсе һалдат. Еще, еще сыграй! Это что за инструмент? Сопелка что ли?

Икенсе һалдат. Нет, это – флейта.

Яралы һалдат. Сопелка ла, флейта ла, һыбыҙға ла түгел был, братцы. Это – ҡурай башкирский. Ышанмаһағыҙ, мә өрөп ҡарағыҙ. ( Яралылар ҡурайҙы ҡулдан-ҡулға алып, тишектәрен ҡарайҙар. Ике ҡулы ла таҙа һалдат ике яҡтан да өрөп ҡарай, моң сыҡмай.)

Өсөнсө һалдат. Да. Чудо!

Уҡытыусы: Дауам итеп һөйләгеҙ.   (Яуаптар)

Уҡытыусы: Экранға ҡарағыҙ. ( 5-се слайд. Бер бер артлы “Иҫке башҡорт алфавиты (иҫкәлип)”, “Яңы башҡорт алфавиты (яңәлеп)”, Ҡулаев төҙөгән “Башҡорт алфавиты” күрһәтелә).  Табип Ҡулаевтың тел ғилеме менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләгеҙ.

Уҡытыусы: Һуңғы һорау. Автор Зиннур Ураҡсин ни өсөн повесын  “Тәҙрә уйыусы” тип атаған?

Егет: Әҙәбиәт һөйөүселәр байрамы аҙағына ла яҡынлашты. Донъяла аҡыллы һәм ырыҫлы булғың килһә, китап уҡы, китаптан айырылма, шунда бәхет табырһың, ти  халыҡ акылы.

Ҡыҙ: “Һәр кем үҙ телендә уҡый- яҙа белергә тейеш”, тигән Мстислав Ҡулаев. Беҙ ҙә үҙ туған телебеҙҙе өйрәнеп, уның менән ғорурланып йәшәйек.

Укытыусы: Бөгөн беҙ  Зиннур Ураҡсиндың ижад донъяһында булдыҡ. Уның повесы менән яҡындан таныштыҡ. Был  әҫәрҙе өйрәнеүебеҙ китап уҡыуға,әҙәбиәткә һөйөүебеҙҙе арттырыр, тип ышанабыҙ. Күберәк китап уҡығыҙ..

Егет: Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ҙур ҡаҙаныштар һәм рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие по башкирской литературе"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Менеджер бизнес-процессов

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 151 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.03.2018 703
    • DOCX 45.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Распаева Дилбар Валериевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Распаева Дилбар Валериевна
    Распаева Дилбар Валериевна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3516
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 490 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 329 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 850 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Мини-курс

Нейропсихология в школе: путь к успеху и благополучию детей

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 78 человек из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек

Мини-курс

Эффективные коммуникационные стратегии в образовательной среде: от управления до мотиваци

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психологические аспекты развития и состояния личности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе