Инфоурок Внеурочная деятельность КонспектыВнеклассное мероприятие "В стране сказок"

Внеклассное мероприятие "В стране сказок"

Скачать материал

Әкиәттәр иленә сәйәхәт

Әкиәт һөйөүселәр,

Һөйләсе, тиеүселәр,

Йәле, бында килегеҙ,

Тирәләй теҙелегеҙ!

 

Бөгөн-бөгөн заманда,

Янһары  мәктәбендә,

Белем ала балалар,

Уҡыусылар илендә.

 

Мажаралы китаптар

Уҡырға яраталар.

Әкиәт геройҙарын

Яттан бары(һы)н беләләр.

 

Серле әкиәт йомғағын

Сисергә, ти, әүәҫтәр.

Онлайн режимда булһа ла,

Һис ҡыйын булмаҫ беҙгә!

 

Балалар, ә һеҙ Әкиәт батшалығы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ә ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме? Әкиәт батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ Баласаҡ иленең  эргәһендә генә икән. Баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы булһа, Әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер, ти.  Унда тик әкиәттәр генә йәшәй икән. Улар һис тә бер-береһенә оҡшамаған: оҙондары ла, ҡыҫҡалары ла, тылсымлылары ла, уйландыра торғандары ла, боронғолары ла, замансалары ла бар икән, балалар. Көндөҙ улар ҡояшта ҡыҙынып, ҡоштар һайрауын, Баласаҡ иленән килгән шат тауыштарҙы тыңлап ял итәләр ти, ә эңер төшөү менән Баласаҡ иленә – һеҙҙең янға китәләр, ти. Һеҙ йоҡларға ятҡансы өлгөрәйек тип, ашыға-ашыға, йүгерәләр, икән. Бына һеҙ туйғансы уйнап,  тештәрегеҙҙе таҙартып, өйҙәгеләргә тыныс йоҡо теләп, йоҡо урынына йүнәләһегеҙ. Һеҙгә ололарҙың береһе әкиәт һөйләп, тиҙерәк йоҡлатырға тырышҡан мәлде көтөп тороусы күҙгә күренмәҫ  әкиәттәр, өлкәндәрҙең тел осона ҡуна һәм һеҙҙе үҙенең тылсымы менән арбай, керпектәрегеҙгә һырыла, шуға ла күҙҙәрегеҙ ауырайып тыныс йоҡоға талаһығыҙ. Мендәрегеҙгә һырынып ҡына ятҡан әкиәт, керпектәрегеҙ аша үтеп инә һәм матур-матур төштәр күрһәтә башлай.

Хәйер, мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тиҙәр. Балалар, теләйһегеҙме, бөгөн Әкиәт батшалығына сәйәхәт итәсәкбеҙ? Миндә был тылсымлы илдең картаһы бар!

-        Эйе!

Улайһа, әҙерләнегеҙ! Юл еңел генә булмаясаҡ! Сәйәхәтебеҙ  ҡара урмандар аша, ете диңгеҙ аръяғына, Ҡаф тауҙарына тиклем һуҙыласаҡ. Тик юлға сығыр алдынан  минең һорауҙарыма дөрөҫ яуап бирергә кәрәк.

Уҡыусылар, ниндәй башҡорт халыҡ әкиәттәренең геройҙарын беләһегеҙ, йәгеҙ әле, белемегеҙҙе күрһәтегеҙ.

( Ҡамыр батыр, Алдар батыр, Алпамыша батыр, Әминбәк, Әбйәлил, Мәскәй әбей, Зөһрә ҡыҙ, Аждаһа, Дейеү,Төлкө, Айыу, Бүре - Яуаптар тыңлана).

Афарин, ҡыҙҙар, малайҙар! Бик күп әкиәт геройҙарын беләһегеҙ икән, тимәк, һеҙ әкиәт яратаһығыҙ! Әйҙәгеҙ, осоусы балаҫҡа ултырып, сәйәхәткә ҡуҙғалайыҡ!

(“Әкиәт илендә” – “Тамыр” ансамбле башҡарыуында йыр ҡуйыла).

Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, әгәр ҙә әкиәттә төрлө кейек-йәнлектәр, ҡырағай һәм йорт хайуандары, ҡош-ҡорттар ҡатнаша икән, был әкиәтттәр ниндәй тип атала?

-        Хайуандар тураһында әкиәттәр.

А. Б. Эйе,  төп персонаждар йәнлектәр һәм хайуандар булһа, был әкиәттәр хайуандар тураһындағы әкиәттәр тип атала. Был жанр иң боронғо әкиәт төрөнә инә.

Ә бына бер төн эсендә төҙөлгән затлы һарай,  алтмыш ҡолас ала бейә, үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш иргәйел ҡарт , осоусы балаҫтар менән ҡанатлы толпарҙар, батырҙарҙы бер урындан икенсе урынға йәшен тиҙлеге менән күсереп ҡуйыусы уҡтар хаҡында һүҙ барһа, ниндәй әкиәт тиергә була?

-        Тылсымлы әкиәттәр.

А. Б. Эйе, дөрөҫ. Тылсымлы әкиәттәрҙә геройҙар төрлө мөғжизәләр ярҙамында хыялына ирешә,  уға, ғәҙәттә, оло тылсымға эйә булған персонаждар  ярҙам итә.

Батша ҡыҙын мәкерле Дейеү ҡоллоғонан ҡотҡарған, йәки уҫал батшаның барлыҡ яуызлыҡтарын еңеп, халыҡҡа иреклек, муллыҡ килтергән ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу ир-егеттәр тураһында бик күп әкиәттәр бар. Уларҙы ниндәй әкиәттәр тип атайҙар, кем белә?

 - Батырҙар тураһында әкиәттәр.

А. Б.  Беҙҙең тағы халыҡтың көндәлек тормошона ҡараған ваҡиғаларға бәйле әкиәттәребеҙ бар. Улар башҡа төрлө әкиәттәрҙән ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килеүе менән айырылып тора. Ундайҙар ниндәй әкиәт төрө тип атала икән?

- Тормош –көнкүреш әкиәттәре.

А. Б. Көнкүреш әкиәттәре бик бай тематикалы – унда зирәк хеҙмәтселәр, һаран бай-муллалар, хәйләкәр таҙҙар, етем ҡыҙҙар, хатта аңғыра ендәр ҙә бар. Әйҙәгеҙ, шундай әкиәттәрҙең береһен тамаша ҡылайыҡ!

(“Алтын балта” әкиәте ҡуйыла).

А. Б. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә  ваҡиғалар  мөғжизәле батшалыҡта, ете диңгеҙ аръяғында йәки Ҡафтау артында, ер аҫтында йәки һыу аҫтында, аждаһалар, ен-пәрейҙәр донъяһында, тағы әллә ҡайҙарҙа, әллә ҡайҙарҙа бара  - былар барыһы ла уҡ халыҡ фантазияһының бер емеше булып тыуғандар һәм әкиәттәргә килеп ингәндәр.

Әкиәттә киң ҡулланылған уйлап сығарыуҙарҙы дауам итергә:

1.      Кәзә ... (командир),

2.      Өйрәк...(үрәтник),

3.      Күркә ...(дисәтник),

4.      Бүре... (бағауыл),

5.      Ҡарға ...(ҡарауыл),

6.      Турғай...(һалдат),

7.      Әтәс... (әфисәр),

8.      Тауыҡ...(тылмас),

9.      Арыҫлан...(ат),

10.  Йылан...(ҡамсы),

11.  Төлкө...(яусы).

 

Батшалыҡ буйлап бара торғас, уҡыусылар , тағы бер әкиәткә юлыҡтыҡ. Быныһы ни хаҡта булыр икән, әйҙәгеҙ, ҡарайыҡ әле.

(Конкурсҡа әҙерләнгән киләһе сығыш).

А.Б.  Балалар, һеҙҙең нисектер, ә минең сәйәхәттә йөрөй -йөрөй ҡорһаҡ асты. Әйҙәгеҙ, ашъяулыҡ янына саҡырам барығыҙҙы ла! Иғтибар итегеҙ, бында төрлө халыҡ әкиәттәренән ризыҡтар бар! ( Балаларҙың башҡа халыҡ әкиәттәре буйынса белемен тикшереү).

- Ҡыҙыл ҡалпаҡлы ҡыҙ өләсәһенә ниндәй тәмлекәс алып бара ?(бөйөрөктәр -пирожки)

- Һалдат балтанан нимә бешерә? (бутҡа)

- Винни-пух нимә ярата? (бал)

- Сүлмәк туҡтай алмайынса ниндәй ризыҡ менән урамды тултыра? (бутҡа)

- Ул әбейҙән ҡаса, бабайҙан ҡаса... (йомро икмәк)

- Был әкиәттең барлыҡ персонаждары еләк-емештәр, ниндәй әкиәт (Чипполина).

А.Б. Үәт маладистар, бына бит Әкиәт батшалығында бер юлы баҡа милләт әкиәттәре йәшәгән ерҙәргә лә күҙ һалдыҡ. Ай-һай, унда кемдәр килә, әллә тағы бер әкиәт йәшәгән ергә яҡынлашабыҙмы. Сеү, шым ғына күҙәтәйек әле, былар кем икән?

(Киләһе сығыш).

А. Б. Ҡайһы әкиәт хаҡында һүҙ бара, балалар, кем тиҙерәк яуап ҡайтарыр?

-          Был әкиәттә төп геройҙың ағаһы турһыҡтағы ҡанды эсеп януарға әйләнә, ә үҙе килтереп Әжәлгә ҡаршы сыға, туғыҙ башлы дейеүҙе еңә, Тереһыу шишмәһенең тамсыларнын үҙе эсмәйенсә, тирә-йүнгә һибеп, барлыҡ тереклеккә йән индерә (Урал батыр).

-          Ата-әсәһе һуңғы аҡсаһын биреп һөнәр алырға ебәрһә, йә сатраш уйынына, йә скрипка уйнарға, йә матур яҙырға өйрәнеп ҡайта. Һуңынан тап ошо һөнәрҙәре ярҙамында батша кейәүе була (Әминбәк).

-          Айыуҙар бал тулы солоҡ тәгәрәтәләр; бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән; боландар мөгөҙҙәренә һөт тултырған силәктәр элгәндәр; ҡуяндар кәрзин-кәрзин сәтләүектәр, төлкөләр тауыҡтар, ҡаҙҙар күтәреп килтерәләр, ти. Был әкиәттә кем бар ауылды ҡунаҡҡа саҡырған малайға ярҙам итә? (Йомарт ҡуян).

-          Ата-әсәһенән етем ҡалған Ҡыҙрас ауыл байына эшкә яллана. Ҡомһоҙ бай, эш хаҡын түләмәҫ өсөн, уны эштән ҡыуып сығара. Ҡыҙрас, бик күп ауырлыҡтар аша Йондоҙ ҡашҡаны эҙәрлекләп, уның алтын ҡойроҡло, көмөш яллы булыуы,ҡолонон алып ҡайта (Алтынҡойроҡ - Көмөшъял).

(Дөрөҫ яуап биреүселәр хуплана)

А.Б. Эй, үҫкәндәрем, аҡыллыларым минең! Белмәгән юҡтыр һеҙҙең, ә был әкиәтте беләһегеҙме икән? Йә әле!

(Киләһе сығыш).

А. Б. Балалар, Әкиәт батшалығында киләһе һынау – терәк һүҙҙәр ярҙамында ҡайһы әкиәт икәнен белергә кәрәк.

1. Ҡойроғо оҙон, йөнтәҫ булған айыу, урманға утынға килгән кеше, солоҡ, балта (“Айыу һәм бал ҡорттары”).

2.Шишмә, ай нуры, биҙрә, көйәнтә, тишек һауыт (,,Зөһрә ҡыҙ”).

     3. Һуҡыр лампа, мунса,әбей, ҙур һандыҡ (,,Үгәй ҡыҙ”).

     4. Ҡыш, аыу, бүре, эт, ҡуян, бер батман һары май, хәйләкәр төлкө,исем ҡушыу, усаҡ яғыу (“Етем төлкө”).

5. Таҙ, һоло, сәс бөртөгө, тай, һөтлө ҡаҙан, алтын балдаҡ (,,Ҡорсаңгы тай”).

(Киләһе сығыш).

 

А. Б. Бына шулай, сәйәхәтебеҙҙең аҙағына ла килеп еттек! Һеҙ бөгөн шундай аҡыллы булдығыҙ, миңә бик күңелле булды, ә һеҙгә минең менән сәйәхәт оҡшанымы һуң?

- Эйе!

А. Б. Улайһа, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ, балалар! Һау бул, мөғжизәле Әкиәт батшалығы!

(“Әкиәт илендә” йыры йырлана.)

Һығымта яһау.

Еңеүсе команда билдәләнә.

Кисәлә иң актив ҡатнашҡан уҡыусы асыҡлана.

 

 

Кәңәштәр: һәр сығыштан һуң, әкиәттә анализлап, төп тәрбиәүи мәғәнәһен асыҡлау; проектор ҡулланыу – тамашасылар менән теге йәки был конкурс уҙғарғанда ҡулланыу – мәҫәлән, Өйрәк үрәтник, тигәндә проекторҙан өйрәк, төлкө, әтәс һүрәтен күрһәтеү һ.б., йыһазлауҙа уйынсыҡ әкиәт геройҙары, китаптары, иллюстрациялар менән залды биҙәү.

 

 

https://www.youtube.com/watch?v=qTeteOt_QiY

https://vk.com/video102583122_456239023

https://www.youtube.com/watch?v=W9HU7o8-zxE

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Внеклассное мероприятие "В стране сказок""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по переработке нефти и газа

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 244 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.06.2022 229
    • DOCX 19.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Киньябаева Физалия Тагировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Киньябаева Физалия Тагировна
    Киньябаева Физалия Тагировна
    • На сайте: 8 лет и 10 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1935
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности тренера по хоккею

Тренер-преподаватель

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 59 человек

Курс повышения квалификации

Развитие навыков успешного чтения с листа и выучивания наизусть нотного текста на уроках фортепиано в младших и старших классах ДМШ

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 99 человек

Курс повышения квалификации

Педагог дополнительного образования: современные подходы к профессиональной деятельности

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 911 человек из 77 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 056 человек

Мини-курс

Вероятность и статистика в рамках обновленного ФГОС

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Создание и продвижение сайтов для достижения максимальных результатов

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 15 регионов

Мини-курс

Основы финансового рынка

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе