Инфоурок Другое КонспектыЙәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул. (З.Биишеваның "Сәйер кеше" повесы буйынса)

Йәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул. (З.Биишеваның "Сәйер кеше" повесы буйынса)

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы

“З.Биишева исемендәге 140- сы Башҡорт гимназияһы”ның муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тема : “Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.”

(З.Биишеваның “Сәйер кеше” повесы буйынса

дәрес-уйланыу)

 

 

 

 

 

 

Искәндәрова Әлфирә Әнүәр ҡыҙы –

                                                                   юғары категориялы башҡорт теле

                                                     һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тема : “Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.”

Дәрестең маҡсаты. – Йәшәүҙең мәғәнәһе, кешенең ерҙәге бурысы, вазифалары, яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында көрәш темаһын уҡыусыларға еткереү һәм “Кем ул сәйер кеше: Ғәҙелме, Ғәлиәкбәрме?”,- тигән һорауға яуап алырға тейешбеҙ?

                                 - телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ фекереңде аныҡ итеп әйтергә, яҡлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү;

                                - тыуған ереңә, халҡыңа һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.  -Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның китаптары.

                               - Уҡыусыларҙың З.Биишеваға арналған эштәре.

                               - Компьютер, экран, проектар.

Дәрес барышы.

I.      Ойоштороу моменты.

Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Улайһа, дәресте башлайыҡ.

Бөгөнгө дәресте: ”Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул”, -тип атаным. (Слайд 1.)

II.   Яңы тема

Бөгөн беҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев дәүләт премияһы лауреаты З.Биишеваның “Сәйер кеше” повесын йомғаҡлап, ошо теманы асырға тейешбеҙ. Ошоға тиклем тупланған белемдәребеҙҙе тағы ла тәрәнәйтеп тулыландырасаҡбыҙ.

 Уҡытыусы.

 Повеста ниндәй эпитет йыш ҡулланыла?

-         “Сәйер”.

Уҡытыусы.

 Шулай булғас, бөгөнгө дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйыр инегеҙ? Уҡыусыларҙың фекерен тыңлау. (Слайд 2.)

Уҡытыусы.

Бөгөн оло әҙибәбеҙҙең “Сәйер кеше” повесын йомғаҡлаясаҡбыҙ. Был дәрестә, уҡыусылар, һеҙҙе уйланырға, үҙ фекерҙәрегеҙҙе тулы яуаптар менән иҫбатларһығыҙ тигән өмөттәмен.

Әҫәрҙең төп образдары кемдәр?

-          Ғәҙелша Ҡоросбаев һәм Ғәлиәкбәр Вәлиәкбәров.

Уҡытыусы.

Ғәҙел менән Ғәлиәкбәр ниндәй ғаиләлә үҫәләр? Уларҙың уҡыуға мөнәсәбәттәре ниндәй? Ниндәй сифаттары асыла?

- Ғәҙел – ябай колхозсы, ә Ғәлиәкбәр председатель ғаиләһендә үҫә. Улар беренсе кластан уҡ бергә уҡыйҙар, бер партала ултыралар, хатта ата-әсәләре лә дуҫ йәшәйҙәр. Ғәҙел тырыш, һәр эшен еренә еткереп башҡара, ә Ғәлиәкбәр ялҡау, үҙен һауалы тота.

Үҙҙәрен һауалы тотҡандарға ниндәй фразеологизм  ҡулланабыҙ?

-         Танау буйына ҡарап йөрөй.

Уҡытыусы.

         Ғәлиәкбәр тураһында Ғәҙелдең әсәһе ниндәй фекерҙә? (Табып уҡытыу)

-Ғәлиәкбәр тураһында Ғәҙелдең әсәһе түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: “…Эй-й, китсе, китсе, яҡшынан яман тыуған тигәндәре ошо булалыр инде? Атаһы ҡалай һәйбәт, егәрле, яҡшы кеше… Ә был Ғәлиәкбәр, әй, ташҡа үлсәйем!”-ти. (Слайд 3.)

Уҡытыусы.

         Был юларҙы нисек аңлайһығыҙ?

- Ғәлиәкбәрҙең ата-әсәләре һәйбәттәр, тик улдарына тейешле тәрбиә биреп еткермәйҙәр, бигерәк тә малайға ата тәрбиәһе етмәй.

Уҡытыусы.

“… Малайҙың хәҙерҙән үк бер-ике йөктө бер юлы күтәреп өйрәнгәне яҡшы. Тик үҙ йөгөн генә кешегә йөкмәтмәһен. Еңелгә өйрәнгән кешенән илгә лә, өйгә лә, файҙа юҡ” – тигән һүҙҙәрҙе кем әйтә һәм мәғәнәһен аңлатып китегеҙ? (Слайд 4.)

Уҡытыусы.

Шулай итеп, киләсәк тә һеҙҙә буласаҡ атай-әсәйҙәр, үҙ балаларығыҙға дөрөҫ тәрбиә бирерһегеҙ тигән өмөттәмен.

Уҡытыусы.

Улар мәктәпте тамамлағас ниндәй юл һайлайҙар?

-         Ғәҙел эшкә, ә Ғәлиәкбәр институтҡа инергә була.

Уҡытыусы.

         Ни өсөн Ғәҙел эшкә барырға ҡарар итә? (Текстан табып уҡытыу)

 “Эш ул, улым, тәнгә генә түгел, йәнгә лә аҙыҡ бирергә тейеш. Тамаҡ өсөн генә эшләп йәшәүҙең ҡыҙғы юҡ уның”, - ти. Бәхет ул – һаулыҡта ла эштә.

Уҡытыусы.

 “Тамаҡ өсөн генә йәшәү” тигән афоризмды нисек аңлайһығыҙ? Кемгә тап килә? Ни өсөн?

-          Ғәлиәкбәр Вәлиәкбәровҡа тап килә.  (Слайд 6.)

Уҡытыусы .

Уҡыусылар эшләгән проект өҫтөндә эш башҡарыу. Ошо проектҡа ҡарап, ике образға ҡылыҡһырлама биреү. Шулай итеп, “Кем ул сәйер кеше: Ғәҙелме, Ғәлиәкбәрме?” Хәҙер “сәйер”һүҙенең мәғәнәһен аңлатып китәйек. Уны һеҙ нисек аңлайһығыҙ? (Слайд 7.)

Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

Уҡытыусы.

Ғәлиәкбәрсә Ғәҙелдең ҡылған эштәренә ҡарата әйтелә йә иһә “аңлап булмай һине” тигән мәғәнәлә, ә Ғәҙелгә Ғәлиәкбәр, сөнки ул йәмғиәттә сит кеше, үҙе өсөн, байлыҡ өсөн генә тыуған был донъяға, хатта үҙенән 12 йәшкә оло Ғәбиҙә апайға байлығы һәм горздравта эшләгәне өсөн өйләнеүен әйтә.

Уҡытыусы.

         Шулай итеп, уҡыусылар, үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ астығыҙ һәм ниндәй һығымта яһарһығыҙ?

Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

Повесть хәҙерге көндә бик актуаль һәм ҙур әһәмиәткә эйә, тип һанайым, сөнки ул беҙҙе яманлыҡ менән яҡшылыҡты айырырға, хеҙмәтте һөйөргә, күңел байлығына ынтылырға кәрәклекте күрһәтә. Ул намыҫһыҙ кешеләрҙән һаҡ булырға саҡыра.

Уҡытыусының йомғаҡ һүҙе.

Эйе, кеше һәр саҡ матур, саф, изге хыялдар менән йәшәргә тейеш. Ниндәй генә заман булмаһын, яҡшылыҡ, изгелек, ғәҙеллек, мәрхәмәтлелек хөкөм итәсәк. Тормошта ниндәй генә ситуацияларға тап  булмағыҙ, бары бер намыҫлы, йомарт, аҡыллы кешеләр мәңге өҫтөнлөк аласаҡтар һәм бәхетле йәшәйәсәктәр.      

Һеҙ, балалар, бөгөн бер баҫҡысҡа әхлаҡи яҡтан үҫтегеҙ. Үҙ фекрҙрегеҙҙе аныҡ итеп әйтергә өйрәндегеҙ һәм һәр эшкә илһамланып, бар оҫталығығыҙҙы һалып башҡарҙығыҙ, беҙҙе ҡыуандырып, үҙ халҡыбыҙға, илегеҙгә файҙа килтерегеҙ. Ижади хеҙмәт кенә бәхет, шатлыҡ килтерәсәк. Бәхет – һаулыҡта, эштә икәнен онотмағыҙ. Юҡҡа ғына халҡыбыҙҙың аҡ күңелле Аҡ инәһе: Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул”,-тигән һүҙҙәрен үҙегеҙгә тормош девизы итеп алһағыҙ, яңлышмаҫһәғыҙ.

Барығыҙға ла ҡатнашҡандарығыҙ өсөн рәхмәт. Баһалар ҡуйыу.

Өй эше. 1. З.Биишеваның “Сәйер кеше” повесына минең ҡарашым. Һүрәтләмә яҙырға.

2. “Кем ул сәйер кеше: Ғәҙелме, Ғәлиәкбәрме?”тигән темаға инша яҙырға.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Йәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул. (З.Биишеваның "Сәйер кеше" повесы буйынса)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по работе с молодежью

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 672 122 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.01.2017 743
    • DOCX 43.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Искандарова Альфира Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Искандарова Альфира Анваровна
    Искандарова Альфира Анваровна
    • На сайте: 7 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 5296
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 29 человек из 22 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 290 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 499 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 336 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Личностный рост и развитие: инструменты для достижения успеха

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эволюция классической музыки до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Личностное развитие и отношения

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе