Инфоурок Другое КонспектыДәрес-конспект «Тыуған ил ул - тыуған ер…» Рәшит Ниғмәтиҙең "Ватан" шиғырын өйрәнеү.

Дәрес-конспект «Тыуған ил ул - тыуған ер…» Рәшит Ниғмәтиҙең "Ватан" шиғырын өйрәнеү.

Скачать материал

 

                   Тема:  «Тыуған ил  ул - тыуған ер…»

                  Класс: 8 класс башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытылған кластар өсөн

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.     Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2006. 116-117- се биттәр.

2.     Ғәбитова З.М. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се синыфтары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө: Китап, 2006.

Йыһазландырыу: Р. Ниғмәтиҙең портреты, Р. Ниғмәтиҙең китаптары күргәҙмәһе, ҡурай сәскәһе һүрәте формаһында эшләнгән һорауҙар, дәреслек, слайдтар№1-10,карточкалар, кроссворд, проектор, экран.

Маҡсат:

1.     Уҡыусыларҙы Р.Ниғмәтиҙең тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу.

2.     «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» поэмаһынан «Ватан» тигән өҙөгөн өйрәнеү. Урыҫ телле уҡыусыларға өҙөктө еткереү, мәғәнәһенә төшөндөрөү.

3.     Тыуған ергә ҡарата ғорурлыҡ һәм иғтибарлыҡ уятыу, йәшәгән мөхиттең матурлығын күрә һәм һаҡлай белеүгә ынтылыш тыуҙырыу. Киләсәктә тыуған ере тураһында  уйланырлыҡ шәхес тәрбиәләү.

 

                                   Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

- Һаумыһығыҙ, матурҙар!

- Һаумыһығыҙ, батырҙар!

- Хәйерле көн, уҡыусылар!

-Ултырығыҙ.

- Синыфта кем дежур? Бөгөн барыһы ла бармы?

II.  Инеш өлөш.

1.  Артикуляцион күнегеү. (слайд №1)

                    Тырыш булығыҙ уҡыуҙа

                    Тырышты  һөйә белем.

                    Атаң шатланһын үҙеңә,

                    Ҡыуанһын Тыуған илең!

                                                Рәшит Ниғмәти.

Уҡыусылар тәүҙә уҡытыусының уҡығанын тыңлай, шунан һуң хор менән уҡыйҙар. Теләге булған бер, ике бала һөйләп күрһәтә.

2. Шиғыр юлдарының мәғәнәһен асыҡлап үтеү.

-Уҡыусылар, ошо шиғыр юлдарында шағир, Рәшит Ниғмәти беҙгә ниндәй кәңәш бирә?

- Ул балаларҙы уҡыуҙа тырыш булырға өндәй.

-Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Тырыш булһаң белемеңдә тәрән булыр. Ә һеҙ, уҡыусылар «Ҡыуанһын Тыуған илең!» тигән юлды нисек айлайһығыҙ?

- Автор ошо шиғыр юлдарында тыуған ил өсөн белемле, тырыш кешеләр кәрәклеген белдерә.

-Эйе, дөрөҫ. Беҙ тыуған еребеҙ өсөн файҙа килтерергә,уның киләсәге тураһында уйланырға тейешбеҙ, сөнки уның киләсәге беҙҙән тора. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ошо шиғыр юлдарында ниндәй тәрән мәғәнә ята.

 

III. Төп өлөш.

1.     Теманы асыҡлау.

Уҡытыусы:

- Ә кем һуң ул – Рәшит Ниғмәти?

-Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтиҙең тормош юлын һәм уның «Ватан» шиғырын өйрәнәсәкбеҙ.

    Быйыл  Р. Ниғмәтиҙең тыуыуына 9 февралдә  100 йыл тула.

Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны  һәм  теманы яҙып ҡуяйыҡ.

2. Өйгә эште тикшереү.

- Ә хәҙер беҙ өй эштәрегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Һеҙгә өйгә эшкә дәреслек буйынса Рәшит Ниғмәти тураһында уҡып килергә ине. Хәҙер һеҙ шағир тураһында нәмәләр белгәнегеҙҙе асыҡлайыҡ.

 Бына уның портреты (таҡтаға Р.Ниғмәтиҙең портреты ҡуйыла)

Экранда ҡурай сәскәһе сыға. (Слайд №2)

Шағирҙың биографияһы һәм ижады буйынса һорауҙар ҡурай сәскәһенең таждарында йәшерелгән. Һеҙ теләгегеҙ буйынса тажды һайлап алып һорауға яуап бирәһегеҙ.

(Уҡыусылар яуап биргәндән һуң таҡтаға алдан әҙерләнгән яуаптар эленә бара, уҡыусылар дәфтәрҙәренә теркәп баралар.)

1-се таж.

Рәшит Ниғмәти ҡайҙа һәм нисәнсе йылда тыуған?

1909 йылдың 9 февралендә, Һамар  өлкәһенең Оло Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында.

2-се таж.

Ул етем ҡалғас ниндәй балалар йорттарында тәрбиәләнә?

Һамар, Украина, Өфө.

3-сө таж

1924 йылда Р. Ниғмәти ҡайҙа килә? Ҡайҙа уҡырға урынлаша?

Өфөгә, Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша.

4-се таж .

Ул Туймазы районының ниндәй газета редакцияһында эшләй?

«Ленин юлы»

5-се таж

Р. Ниғмәти 1933-1936 йылдарҙа нимә эшләй?

Армияла хеҙмәт итә.

6-сы таж

Нисәнсе йылда шағир Яҙыусылар союзына алына?

1938 йылда

7-се таж

 Р. Ниғмәтигә ҡасан «Башҡорт халыҡ шағиры»  исеме бирелә?

1959 йылдың 26 февралендә

 

 

 Уҡытыусы: Бына беҙ башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең ҡыҫҡаса биографияһы менән танышып үттек. Хәҙер уның «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар» поэмаһынан «Ватан» тип аталған өҙөктө уҡыясаҡбыҙ.

 

3. Рәшит Ниғмәтиҙең «Ватан» шиғырын өйрәнеү

Уҡытыусы:

- Дәреслектең 116-сы битен асығыҙ. Шиғырҙы өйрәнеү алдынан яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ.

 

4. Һүҙлек эше.

А. ) Ватан- Родина

Терегөмөш- ртуть

Балҡып тора- сияет, светится

Йылтырай - сверкает

Мөлдөрәп – в значение очень полный

Хыялдар – мечты

Бөйөк-великий

Б.)   Һүҙбәйләнештәрҙе  телдән тәржемә итеү.

Беҙҙең Ватан матур. Ҡояштай балҡый. Һыу  йылтырай. Минең хыялдарым. Бөйөк ул беҙҙең Ватан.

 

5. Ял минуты.

- Саҡ ҡына ял итеп алайыҡ. Һеҙ күҙегеҙҙе йомаһығыҙ? Мин әйткән һүҙҙәрҙе күҙ алдына килтерегә тырышың, ниндәй рәсем килеп сығар икән?!

 Ҡояш, ҡояш балҡый, тау, зәңгәр болоттар, йылға, матур сәскәләр.

 

6. Текст өҫтөндә эш.

Уҡытыусы:

- Ватан тигәс һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә?

(Уҡыусыларҙың яуаптары).

-Әйҙәгеҙ хәҙер өҙөктө тыңлайыҡ.

Уҡытыусы уҡый, уҡыусылар иғтибар менән ҡарап баралар. Шиғырҙы тасуири итеп бер уҡыусы уҡып күрһәтә.

 

7. Шиғырҙың эстәлеген аңлатыу өсөн күнегеү.

Уҡытыусы:

- Мин хәҙер һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм, һеҙ шиғырҙан шул  һүрәттәргә тап килгән юлдарҙы табығыҙ.

(Слайдтар № 3-8 күрһәтелә,яуаптар сыға бара)

1-се һүрәт.

 

 

 

Тауҙары, зәңгәр болоттай,

Күктәргә ҡалҡып тора

 

 

 

2-се һүрәт

 

Һыуҙары терегөмөштәй

Йылтырып ағып тора.

3-сө һүрәт

Баҡсаһында емештәр

Ерҙәргә тамып тора.

 

4- се һүрәт

 

Ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләр

Күҙҙәрҙе ялмап тора.

 

 

 

 

5- се һүрәт

 

Йәнлеге, аҫыл ҡоштары,

Гөж килеп ҡайнап тора.

6-сы һүрәт

 

Аҡ болотарға менһәң дә

Күренмәй уның сите.

Бар донъяға нуры һибеп

Яҡтыра уның бите.

 

Уҡытыусы:  Афарин, дөрөҫ итеп яуап бирҙегеҙ. Рәшит Ниғмәтиҙең ошо шиғыр юлдарында беҙ тыуған еребеҙ - Башҡортостандың тәбиғәтен, йәнлек-ҡоштарын, үҙебеҙҙең уйнап үҫкән юлыбыҙҙы ла күрҙек.

 

8. Шиғырҙы анализлау.

 Һорауҙарға яуап биреү.

1.     Ватаныбыҙ тураһында автор нимә яҙа?

- Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,

Ҡояштай балҡып тора.

 

Уй менән уйлап бөтмәҫлек

Бөйөк ул беҙҙең Ватан,

Хыялдар менеп етмәҫлек

Бейек беҙҙең Ватан.

 

2.     Уның матурлығын һүрәтләү өсөн ниндәй һүҙҙәр ҡулланған?

Тәбиғәт күренештәрен сағыштырып күрһәтә.

Мәҫәлән: Тауҙары, зәңгәр болоттай;

Һыуҙары терегөмөштәй һ.б.

 

3.     Аҡ болоттарға менһәң дә,

Күренмәй уның сите – тигән юлдарҙы нисек айлайһығыҙ?

Тыуған ер уйнап үҫкән юлдан башлайһа, артабан ул киңә-киңә бара.  

 

4.     Шиғыр һеҙгә оҡшанымы?

Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр.

 

9. Алған белемдәрҙе дөйөмләштереп китеү.

Уҡытыусы:

- Уҡыусылар, ә һеҙ Ватан ҡайҙан башлана тип уйлайһығыҙ?(Яуаптар)

- Әлбиттә Ватан тыуған йорттан, урамдан башлана, аҙаҡ киңәйә бара. Тыуған район, ҡала, республика, ил - барыһы ла беҙҙең Ватаныбыҙ.

 

10. Өй эшен биреү.

- Өй эшенә мин һеҙгә карточкалар әҙерләнем. Һеҙгә һөйләмдәрҙе тултырып яҙырға, һорауҙарға уйлап яуап бирергә кәрәк буласаҡ.

 

Карточка.

                      

 

 

                               Тыуған ерем- Башҡортостан.

          Минең тыуған ерем-______________.Уның баш ҡалаһы___________.Өфө ҡалаһын_________, _______, _______ йылғалары уратып алған.Ул иң _________ ҡалаларҙың береһе.

     Мин Өфө ҡалаһының ________ районында йәшәйем. Беҙҙең йорт______ урамында урынлашҡан. Беҙҙең урамда_________ паркы, _________ кинотеатры, ________ бар. Фатирҙың тәҙрәһенә ҡараһаң __________ күренә.

 

1.     Һиңә үҙең йәшәгән урам оҡшаймы? Ни өсөн?

2.     Үҙең йәшәгән урамды матурайтыр, яҡшыртыр өсөн нимә эшләр инең?

 

IV.             Дәрескә йомғаҡ яһау.

Уҡытыусы:

- Бөгөн дәрестә беҙ башҡорт халык шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тормош юлын өйрәндек, шағирҙың «Ватан» шиғырын ҡарап үттек.

Йәгеҙ әле ҡабатлап китәйек.Бының өсөн һеҙгә кроссворд тәҡдим итәм.

1.     Р.Ниғмәтинең атаһының исеме (Ниғмәтулла)

2.     Р.Ниғмәтиҙең тыуған ауылы(Диңгеҙбай)

3.     Р.Ниғмәти кем? (шағир)

4.     Шағир ниндәй ҡалала эшләй? (Туймазы)

5.Тыуған ил (Ватан)

6.  Р.Ниғмәти эшләгән  гәзит «…….. юлы»

                                 

  Кроссворд

      

 

 

 

Н

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2

И

 

 

 

 

 

 

 

 

 

3

 

 

Ғ

 

 

 

 

4

 

 

М

 

 

 

 

 

 

 

 

Ә

 

 

 

 

5

 

Т

 

 

 

 

6

 

 

И

 

 

 

 

- Афарин.

Дәрестә ҡатнашыусылырға баһа ҡуйыла.

- Һау булығыҙ, шуның менән дәрес тамам.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Дәрес-конспект «Тыуған ил ул - тыуған ер…» Рәшит Ниғмәтиҙең "Ватан" шиғырын өйрәнеү."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Менеджер гостиничного комплекса

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 671 622 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.12.2018 1703
    • DOCX 9.4 мбайт
    • 30 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ильясова Лейсан Рафатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ильясова Лейсан Рафатовна
    Ильясова Лейсан Рафатовна
    • На сайте: 5 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4421
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 288 человек из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 852 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 157 человек

Мини-курс

Основы управления проектами: от концепции к реализации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление стрессом и психологическими состояниями

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 81 человек из 32 регионов
  • Этот курс уже прошли 59 человек

Мини-курс

Методы решения нестандартных математических задач

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек