Инфоурок Другое Рабочие программыФ.Туғыҙбаева - "Эй ,яҙмышым минең- Башҡортостан"

Ф.Туғыҙбаева - "Эй ,яҙмышым минең- Башҡортостан"

Скачать материал

                                  6 класта туған әҙәбиәт дәресе

 

Тема: “Эй, яҙмышым минең- Башҡортостан”

Фаҡиһа Туғыҙбаева.

Дәрестең маҡсаты: Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, Башҡортостанға, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, телмәр үҫтереү.

Йыһазландырыу: Шағирәнең портреты, “Аҡбуҙат” журналдары, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы №1 2005 йыл. Дәрестең девизы яҙылған(1-се слайд)

Башҡортостан, һинең ҡосағыңда

                                          Һиңә оҡшап үҫкән мин- балаң,

Кендектәрем һинән киҫелмәгән.

                                           Ауыр йәки еңел һәр көнөмдә

                                           Һинең менән бергә тын алам.

(Ф. Туғыҙбаева “ Башҡортостан”.)

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу.

Ш. Бабичтың үткән дәрестә өйрәнелгән “Тупраҡ”, “Башҡортостан”  шиғырын тасуири уҡыу.

Ҡыҫҡа ғына әңгәмә.

-Был ике шиғырҙа ла Ш.Бабич нимәне данлай?

-Ни өсөн тупраҡты бәхет тип әйтә?

Бәхет ул- ата- бабаларыбыҙҙың ҡаны һеңгән ошо еребеҙҙең азатлығында. Тик зәңгәр күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булғанда ғына, беҙ бәхетле буласаҡбыҙ. Киләсәгебеҙ шат, бәхетле булһын өсөн, ҡулдан килгән тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, үҙ яҙмышыбыҙҙы Тыуған ил яҙмышы менән бәйләргә тейешбеҙ. Уны яҡлау, һаҡлау, ҡәзерләү беҙҙең бурысыбыҙ.

2. Яңы тема.

-Беҙ бөгөн Башҡортостан, тыуған ер тураһында белемебеҙҙе тағы ла тәрәнәйтербеҙ. Ф.Туғыҙбаеваның “Эй яҙмышым минең” тигән шиғыры менән танышырбыҙ. Дәфтәрегеҙгә теманы яҙып ҡуйығыҙ. Шиғырҙы уҡыр алдынан мин һеҙҙе шәғирә менән бер аҙ таныштырып үтәм.(2-се слайд портреты)

    Фаҡиһә Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Бүздәк районының Ҡаңны- Төркәй ауылында тыуған. Ауылдағы урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.  1972 йылда ул республикабыҙҙың балалар матбуғатында: “Башҡортостан пионеры” (“Йәншишмә”) гәзите, “Пионер” (“Аманат”) журналы редакцияларында эшләй. Ул һеҙ яратып укыған “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире. Уның “Мәк яланы”, “Яңы күлдәк”, Күҙ ҡараһы, “Сәғәт моңо”, “Фатихамды һеҙгә бирәм” тигән китаптары бар.1995 йылда шағирәгә “Фатихамды һеҙгә бирәм” тигән шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.(Һөйләү барышында “Аҡбуҙат” журналының бер нисә һанын, китаптарын күрһәтәм.) Хәҙер мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ уҡыусылар, “Шиғыр ни өсөн “Эй яҙмышым минең” тип атала?” тигән һорауға яуап әҙерләп ултырығыҙ.(Шиғырҙы уҡыу.) Мин шиғырҙы уҡығанда нимә кисерҙегеҙ? Кемде ниндәй уйҙар солғаны? Ни өсөн шиғыр шулай атала?(Яуаптар.)

3. Һүҙлек эше.

-Минеңсә,һеҙҙең шиғырҙағы ҡайһы бер һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламауығыҙ мөмкин. Шул һүҙҙәр (3-сө слайд) яҙылған. Йәгеҙ әле,мәғәнәләрен асыҡлап сығайыҡ.

          әүерелергә-әйләнергә (превращаться)

          яҙмышым-тормошом (судьба)

          ҡырғын-яу, бола (резня,бойня)

          хәләл-көстүгеп, хеҙмәт менән табылған.

          Йәншишмә-әкиәттәге тереклек шишмәһе

4.Уҡыусыларҙың дәфтәрҙәренә күсереп яҙыу.

5.Үҙ аллы уҡыу.

- Уҡыған саҡта, уҡыусылар,шиғырҙың айышына төшөнөргә тырышығыҙ. Шиғырҙы ҡайһы образдар менән танышабыҙ? (Был шиғырҙың төп обраҙдары булып лирик герой – шағир һәм Башҡортостан образы тороуын әйтәләр.)

Уҡытыусы. Лирик герой Башҡортостанды минең ерем, минең йырым, тормошом һәм яҙмышым тип атай. Нисек уйлайһығыҙ, шиғыр ни өсөн Эй яҙмышым минең” тип атала? Был һорауҙы асыҡлау өсөн беҙ шиғырҙы айырым бүлектәргә,йәғни строфаларға бүлеп тикшерәбеҙ.

6.Бүлеккә бүлеп уҡыу.

- Шиғырҙы нисә бүлеккә бүлеп була?

- Дүрт бүлеккә.

- Хәҙер шиғырҙы бүлекләп уҡыйыҡ һәм һәр бүлек өҫтөндә эшләйек.

- Беренсе бүлекте беренсе бала уҡый һәм аңлатма бирә.

Бында Башҡортостан, уның тәбиғәте тураһында һүҙ бара.

Башҡортостанды аңлау өсөн уның далалары кеүек моң- һағышлы, ҡаялары кеүек бейек серле булыу кәрәк, тип әйтә шағир.

- Икенсе бүлектә Башҡортостанды аңлау өсөн уның азатлығын яҡлап башҡорттарға нисәмә быуат ҡылыс болғап яу сабырға, аҫылырға, сабылырға һәм, урал булып әүерелеп, үҙ яҙмышын тыуған ил яҙмышына бәйләргә тура килгәнен иҫбатлай.

- Өсөнсө бүлектә автор, ниндәй генә ауырлыҡтар, михнәттәр күрһә лә, халҡым,  халҡымдым тел, уның йыры үлмәгән, ҡурай булып яңынан ҡалҡып сыҡҡан, сәскә атҡан, тип әйтә.

- Дүртенсе бүлектә шағирә Башҡортостандың бөгөнгө көнө хаҡында уйлана. Һәр бер ккөнөң- моңдоң өнө, аҡһаҡалдарҙың аҡылы, ә һәр һүҙендә балҡый яҡты йөҙөң, эй тормошом минең – Башҡортостан, тип, лирик герой образын Башҡортостан образына тиңләй.

7. Башҡортостан образына характеристика.

Шиғырҙың йөкмәткеһен анализлап сыҡҡандан һуң таҡтала яҙылған план буйынса характеристика бирелә:

а) Башҡортостанды шағирә ниндәй образлы һүҙҙәр, эпитеттар менән һүрәтләй?

б) Башҡортостанды аңлау өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыу кәрәк?

в) Йырҙарыңды ергә күмһәләр ҙә,

    Ҡурай булып сәскә атҡан йырың,- тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ? Автор был юлдар менән нимә әйтергә теләгән?

8.Шиғыр уҡыу, әңғәмә.

Теманы тағы ла тәрәнерәк ҡабул итеү өсөн дәрестең девизы итеп алынған шиғыр юлдарын (слайдттан) уҡытыу һәм уның йөкмәткеһе буйынса әңғәмә үткәреү.

9. Дәресте йомғаҡлау.

Шулай итеп, беҙ был шиғырҙың йөкмәткеһе аша шағир яҙмышы менән халыҡ яҙмышы үрелеп йәшәүен күрәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең һәр беребеҙҙең яҙмышы Тыуған ил, халыҡ яҙмышы менән бергә бәйләнһә генә үҙ бәхетебеҙҙе таба аласағыбыҙҙы аңлайбыҙ.

10. Өйгә эш.

“Башҡортостан” темаһына һүрәт төшөрөргә һәм шиғырҙы ятларға.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Ф.Туғыҙбаева - "Эй ,яҙмышым минең- Башҡортостан""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Нутрициолог

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 567 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.01.2019 814
    • DOCX 23.2 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиева Зулфия Гилмулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиева Зулфия Гилмулловна
    Галиева Зулфия Гилмулловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 32634
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Техники визуализации в учебном процессе

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 19 человек

Мини-курс

Путь к внутреннему спокойствию: освобождение от тревоги, злости и стыда

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 629 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 203 человека