Инфоурок Другое Рабочие программыБашкорт теле һәм әҙәбиәтенән - "Адаптив эш программаһы"

Башкорт теле һәм әҙәбиәтенән - "Адаптив эш программаһы"

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ Асҡын РАЙОНЫ

Ҡашҡа АУЫЛЫНЫҢ  МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ

  ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

 

«Ҡаралды»

МБ етәксеһе

_____ /Әфризунова З.Ғ./

Протокол №___

«___»__________2018 й.

           «Килешелде»

     Уҡытыу-тәрбиә эштәре б-са          директор урынбаҫары:

   _________ /Талипова И.М./

     «___» ________ 2018 й.  

«Раҫлайым»

     Мәктәп директоры:

____/Ғәлиәкбәров Ғ.Ә../

Приказ №____________

              «___» __________2018й.

 

 

 

 

 

2018-2019 уҡыу йылына

Туған(башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән  

мөмкинлектәре сикләнгән  уҡыусыларға

 адаптивлаштырылған

 эш программаһы

 

 

 

 

 

 

 

 

                      Төҙөнө:

                                                                               башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                  Ғәлиева Зөлфиә Ғилмулла ҡыҙы

 

 

 

2018 й.

 

АҢЛАТМА ЯҘЫУ.

5-9  кластар өсөн туған( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән адаптив эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

  • Рәсәй Федерацияһының«Мәғарифтураһында» Законына-29 декабрь 2012 № 273-ФЗ;
  • Рәсәй Федерацияһы мәғариф  Министерствоһының 2008 йылдың 18 апрелендәге АФ-150/06-се номерлы  « Мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балаларға белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу тураһындағы»  Хатына;
  •  “Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығының бойроғо менән раҫланған”региональ базис белем биреү планына;
  • Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн Хажин В.И Вилданов Ә.Х ,Аҡҡужина..БР Мәғариф министрлығы ,2017
  • Ҡашҡа ауылының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс дөйөм белем биреү программаһына;
  • . Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.5,6,7,8,9 класс.Хажин В.И Вилданов Ә.Х ,Аҡҡужина Ф.Ә,Ҡарабаев М.И,Әминева З.Р.Өфө,Китап,2017
  • 2018/2019 уҡыу йылы өсөн Ҡашҡа ауылының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына;
  • 2018/2019 уҡыу йылы өсөн календарь графигына;

 

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

-        «РәсәйФедерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

-        БашҡортостанРеспубликаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

-        “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы.”

 

       Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Әммә  мөмкинлектәре сикләнгән балаларға башҡорт теле программаһын тулы килеш үҙләштереүе ауыр. Шуға күрә был балаларға тел һәм әҙәбиәт буйынса белем биреүҙә бөтөнләй икенсе маҡсат һәм бурыстар ҡуйыла.Мәктәптә урта кластарҙа  (5-9)аҡыл  үҫеше йәһәтенән артта ҡалған балалар өсөн башланғыс кластар алдына  ҡуйылған бурыстар тормошҡа ашырыла,тик улар бер аҙ юғарыраҡ кимәлгә ҡуйыла.Тик бында уҡыусыларҙың курс йөкмәткеһен ниндәй кимәлдә үҙләштереүенән сығып,өҫтәлмә бурыстар алырға ла мөмкин.

Уҡыусылар :

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Уҡыу.

5-9 кластарҙа уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре  һәм  фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр; текст,әҫәрҙәрҙең ҡыҫҡаса нимә тураһында икәнлеген әйтә белергә ;төп һәм икенсел  геройҙарын күрһәтә,ҡылыҡһырлама бирә белергә ,поступоктарын аңлата алырға ;әҫәр буйынса һығымта яһай белеү күнекмәләренә эйә булырға тейеш.Был уҡытыусынан етди методик әҙерлек талап итә.

Грамматика һәм орфография.

Билдәле бер кимәлдә грамматиканы һәм дөрөҫ яҙылышты өйрәнеү барышында уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙма телмәрҙәре үҫешә,орфографик һәм пунктуацион күнекмәләре үҫешә.Грамматиканың элементар курсы уҡыусыларҙың юғары психик функцияларын коррекциялауға йүнәлтелә.Был иһә аҡыл һәм телмәр үҫешен уңышлыраҡ тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә.

Хәрефтәр һәм өндәр.

Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш.

Һүҙ.Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

Һөйләмдәр.Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди  иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Бәйләнешле телмәр.
Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.Текстарҙағы һөйләмдәрҙе  тәртипкә килтереү,корректорлау,һорауҙарға яуап биреү,һорауҙар төҙөү кеүек эштәр ҙур кластарҙа ла алып барылырға тейеш,был иһә үҙ йәһәтенән уҡыусыға  бәләкәй күләмле изложение йәки инша яҙа алыу мөмкинлеген бирәсәк.

Шулай уҡ эш ҡағыҙҙары тултырыу күнекмәләре булдырыу мөһим:ғариза,автобиография,расписка яҙыу;бланк,квитанциялар тултырыу.

Яҙыу.График күнекмәләр башланғыс кластарҙа булдырылһа ла,был категория уҡыусыларына әленән-әле ҡабатлатып, нығытып торорға кәрәк.Был йүнәлештә текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Башҡорт(туған) теле уҡыу(белем биреү) планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының  рус телендә уҡытылған төп дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт( туған)  теле  490  сәғәт( 1-әр сәғәт мәктәп резервынан өҫтәлде) күләмендә уҡытыуҙы  күҙ уңында тота: 5-105,6-105,7-105,8-105,9-70 сәғәт. 5,6,7,8, класта аҙнаһына-3 сәғәт, 9 класта-2 сәғәт.

Программаға индерелгән үҙгәрештәр.

  • Башҡорт телен өйрәнеү өсөн VIIтөрҙәге махсус(коррекцион)программалар,дәреслектәр  булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “VIIIтөрҙәге махсус (коррекцион)дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға “нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар яҡынса рус телдәренә тап килтереп ҡуйылды.Шулай уҡ башҡорт телен өйрәтеү үҙенсәлектәренән сығып эш планлаштырылды. Тематик план һәм уҡыу курсының йөкмәткеһе “Башҡорт теленән программа.  Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн Хажин В.И Вилданов Ә.Х ,Аҡҡужина..БР Мәғариф министрлығы ,2017  нигеҙендә еңелләштереп төҙөлдө.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Туған (башҡорт) теленән календарь-тематик планлаштырыу, 7-се класс

 

 

 

 №

                                          

Тема

 Сәғәт     һаны 

Яҡынса үтәлеү ваҡыты

Фактик үтәлеү ваҡыты

Иҫкәрмә

 1

Фонетика.  Һүҙьяһалыш Морфология (Ҡабатлау)

        1

 

 

 

 2

Һорау, юҡлыҡ, билдәһеҙлек алмаштары

        1

 

 

 

 3

Инеш диктант

        1

 

 

 

 4

Хаталар өҫтөндә эш Һүҙҙәрҙең төркөмдәргә бүленеше

        1

 

 

 

 5

Ҡылым. Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ формалары

        1

 

 

 

 6

Ҡылымдарҙың аңлатҡан мәғәнәләре

        1

 

 

 

 7

Контроль күсереү

        1

 

 

 

 8

Хаталар өҫтөндә эш .Үтелгәндәргә йомғаҡлау

        1

 

 

 

 9

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар

        1

 

 

 

10

Изложение

        1

 

 

 

11

Ярҙамсы ҡылымдарҙың мәғәнәһе

        1

 

 

 

12

Ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше

        1

 

 

 

13

Ҡылымдың үткән заман формалары

        1

 

 

 

14

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заман формалары

        1

 

 

 

15

Контроль күсереү

        1

 

 

 

16

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заман формалары

        1

 

 

 

17

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының киләсәк заман формалары

        1

 

 

 

18

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының хәҙерге заман формаһы

        1

 

 

 

19

Ҡылымдарҙың юҡлыҡ формалары. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары

        1         

 

 

 

20

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары

        1

 

 

 

21

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары

        1

 

 

 

22

Ниәт һөйкәлеше ҡылымдары

        1

 

 

 

23

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары

        1

 

 

 

24

Контроль күсереү

        1

 

 

 

25

Хаталар өҫтөндә эш

        1

 

 

 

26

Ҡылым төркөмсәләре Исем ҡылым

        1

 

 

 

27

Сифат ҡылым Уртаҡ ҡылым

        1

 

 

 

28

Хәл ҡылым

        1

 

 

 

29

 Рәүеш

        1

 

 

 

30

 Сифат

        1

 

 

 

31

Һан

        1

 

 

 

32

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Теркәүестәр. Бәйләүестәр 

        1

 

 

 

33

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Киҫәксәләр. Ымлыҡтар

        1

 

 

 

34

 Йыллыҡ контроль күсереү

        1

 

 

 

35

Хаталар өҫтөндә эш.Үтелгәндәргә йомғаҡлау

        1

 

 

 

36

 

        1

 

 

 

 

Туған (башҡорт) әҙәбиәтенән календарь-тематик планлаштырыу, 7-се класс

 

 

 

 

                                          

Тема

 Сәғәт     һаны 

Яҡынса үтәлеү ваҡыты

Фактик үтәлеү ваҡыты

Иҫкәрмә

 1

Әкиәттәр.  Йәтим төлкө. 

        1

 

 

 

2

Алтын алма. Аллегория тураһында төшөнсә

1

 

 

 

 2

Батырҙар тураһында әкиәттәр. Алп батыр. Дутан батыр. Гипербола һәм литота тураһында төшөнсә

        1

 

 

 

 3

Тормош-көнкүреш әкиәттәре. Алтын тамсы. Һаранбай ағай менән Зиннәт ағай

        1

 

 

 

 4

Халыҡ хикәйәләре. Етегән йондоҙ. Ай менән Зөһрә. Сыңрау торна. 

        1

 

 

 

5

Проект эше Минең ауылымдың фольклоры

1

 

 

 

6

Башҡорттарҙың килеп сығышына, ырыу-ҡәбилә тарихына бәйле хикәйәләр. Үҫәргәндәр.

        1

 

 

 

7

Топономик хикәйәләр. Ырғыҙ. Йөрәктау

1

 

 

 

8

Ауыл тарихына бөйле хикәйәләр. Ямаш менән Йомаш ауылдары тарихы. Мәмбәт ауылы тарихы.

        1

 

 

 

9

Тарихи хикәйәләр. Биксура. Бошман-Ҡыпсаҡ батыр.

1

 

 

 

10

Тормош-көнкүреш хикәйәләре. Ғилмияза. Зөлхизә

        1

 

 

 

11

Йырҙар. Урал. Йәйләүлек .

        1

 

 

 

12

 Салауат. Оло юл. Эскадрон. Любизар.

1

 

 

 

13

Кантон башлыҡтары тураһында йырҙар. Ҡолой кантон. Абдулла ахун.

1

 

 

 

14

Ҡасҡындар тураһында йырҙар. Буранбай. Бейеш

1

 

 

 

15

Тормош-көнкүреш йырҙары. Ғилмияза. Зөлхизә

1

 

 

 

16

Проект эше Халыҡ йырҙарын башҡарыусы артистар.

1

 

 

 

17

Таҡмаҡтар

        1

 

 

 

18

М.Тажи. Алтын көҙ. Ф.Рәхимғолова. Көҙ.

        1

 

 

 

19

“Көҙ” инша

        1

 

 

 

20

Р.Байбулатов. Күңел күҙҙәре

        1

 

 

 

21

Р.Байбулатов. Күңел күҙҙәре

        1

 

 

 

22

Н.Мусин. Тайғаҡ баҫма

        1

 

 

 

23

Б.Бикбай. Рус теле. Р.Сафин. Һабаҡташтарыма.

        1

 

 

 

24

М.Кәрим. Миләш

1

 

 

 

25

 Р.Байбулатов. Һарыбай

        1

 

 

 

26

Р.Байбулатов. Һарыбай

        1

 

 

 

27

Телмәр үҫтерү  Минең яраткан этем йәки бесәйем.

1

 

 

 

28

Ә.Бикчәнтәев. Бакенщиктар илаҡ булмай.

        1         

 

 

 

29

М.Ғафури. Гөлдәр баҡсаһында.

        1

 

 

 

30

М.Ямалетдинов. Ураҡ өҫтө

1

 

 

 

31

Кластан тыш уҡыу

1

 

 

 

32

Ж.Кейекбаев. Оморҙаҡ бабай

        1

 

 

 

33

Ж.Кейекбаев. Туғандар һәм таныштар

        1

 

 

 

34

Проект эше Башҡорт халыҡ уйындары. Кейемдәре

 

 

 

 

35

Ә.Үтәбай. Башҡортостан. А.Игебаев. Онотманым һине, ауылым!

        1

 

 

 

36

М.Кәрим. Ҡайын япрағы тураһында

1

 

 

 

37

К.Кинйәбулатова, Ш.Бикҡолов шиғырҙары

        1

 

 

 

38

С.Әлибай, Ғ.Туҡай шиғырҙары

1

 

 

 

39

Ә.Әһлиуллин. Биҙәкле сана.

        1

 

 

 

40

Р.Шәкүр Һаҡта тора илдең улдары

1

 

 

 

41

Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге

        1

 

 

 

42

Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге

        1

 

 

 

43

 Ф.Аҡбулатова. Атай икмәге  Викторина

1

 

 

 

44

В.Исхаҡов. Кеше күңеле –тәрән даръя

        1

 

 

 

45

В.Исхаҡов. Кеше күңеле –тәрән даръя

1

 

 

 

46

А.Баһуманов. Юламан.

1

 

 

 

47

Г.Зәйнәшева Йырлайым әсәйем тураһында

З. Алтынбаева Әсә һүҙе.

1

 

 

 

48

Кластан тыш уҡыу

1

 

 

 

49

Проект эше Әсәйем күңел кояшым

1

 

 

 

50

Ф.Иҫәнғолов. Бер йомғаҡ май

        1

 

 

 

51

Ә.Бикчәнтәев. Яраланған бүре күҙҙәре

        1

 

 

 

52

Г.Яҡупова. Мейес әбей.

        1

 

 

 

53

Н.Игеҙйәнова. Өйрөлмәк

1

 

 

 

54

Н.Игеҙйәнова. Өйрөлмәк

1

 

 

 

55

Н.Игеҙйәнова. Өйрөлмәк

1

 

 

 

56

Р.Ниғмәти  Яҙ килде,яҙ  Р. Ғәрипов Һабантурғай

1

 

 

 

57

Экскурсия

1

 

 

 

58

Һ.Дәүләтшина. Айбикә

1

 

 

 

59

Һ.Дәүләтшина. Айбикә

1

 

 

 

60

Кластан тыш уҡыу

1

 

 

 

61

К.Аралбай  Башҡорт теле

        1

 

 

 

62

Телмәр үҫтереү Тел – тере шишмә

1

 

 

 

63

М.Кәрим. Искәндәр Әсғәте

        1

 

 

 

64

М.Кәрим. Искәндәр Әсғәте

1

 

 

 

65

М.Ғафури Болон,  Х.Назар Йәйге йәщен.

1

 

 

 

66

С.Әлибай Ямғыр теләү. Я. Ухсай  Болоттар.

1

 

 

 

67

Кластан тыш уҡыу

1

 

 

 

68

Бөтә үтелгәнде йомғаҡлау

1

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

8 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:
Мәктәп – белем шишмәһе”, “Халыҡ ижады – халыҡ хазинаһы”, “Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгел”, “Башҡортостан – алтын бишек!”,Салауат батыр – ир ине”,

“Ҡыш”, “ Данлы йылдар, шанлы йылдар”,”Әсәйем – күңел ҡояшым!”,

“Әҙәп барҙа – иман бар,”Шаулап, гөрләп яҙ килә”, “Ай, Уралым, Уралым”, “ Йәй”

 

9 класс өсөн түбәндәге темаларҙы блоклап өйрәнеү ҡаралған:

“Һаумы,мәктәп!”,”Ергә мәрхәмәт-илгә бәрәкәт”,”Атамалар ни һөйләй?”,”Беҙ ҡышты ла яратабыҙ”,”Башҡорт театры”,”Башҡорт халыҡ ижады”,”Башҡорт аты”,”Башҡорт халыҡ милли аштары”,”Күңелле яҙ килә”,Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

5,6 ,7 кластар өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар:

1.Ҙур булмаған әҫәрҙәрҙең өҙөктәрен һөйләп биреү;

2.Уҡытыусы ҡуйған һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

Тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү,таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

күрһәтелгән 5-6  шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

-эпик,лирик,лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3.Һорауҙарға яуап биреү;

4.Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-диалогтар төҙә белеү;

-һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

-дөрөҫ күсереп яҙыу; изложение һәм иншалар темаларына тап килгән текстар табып  яҙыу;

тыныш билдәләренең ҡуйылышы белеү;

 

 

8,9  кластар өсөн телмәр күнекмәләренә талаптар:

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән ,үҙе уҡыған тексты аңлау;3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2.5-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләү;

Тиҙәйткестәрҙе,һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма,аңлы,дөрөҫ,логик баҫымдарҙы,паузаларҙы дөрөҫ әйтеү;

-тексты тасуири уҡыу;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу,мәғәнәләрен аңлатыу,һүҙлектәр менән эш итә белеү;

4.Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу.

 

Уҡыу процесын уҡыу-уҡытыу методик һәм материаль-техник яҡтан тәьмин итеү.

1.Уҡыу ҡулланмаһы.1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте.5,6,7,8,9 класс.Хажин В.ИВилданов Ә.Х ,Аҡҡужина Ф.Ә,Ҡарабаев М.И,Әминева З.Р.Өфө,Китап,2017.

2.Өҫтәлмә ҡулланмалар:

 1 .Башҡорт теленән программа.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәптәрҙең I-XI кластары өсөн Хажин В.И Вилданов Ә.Х ,Аҡҡужина..БР Мәғариф министрлығы ,2017

2.. Башҡорт теле . Электрон дәреслектәр.7 класс. БР мәғариф министрлығы, 2017

3. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.5-9 Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова, Өфө,Китап,2009.

           Техник саралар:

1.Мультимедия  компьютеры (ноутбук)

2.Мультимедиопроектор

3.Телекоммуникацион саралар (электрон почта,Интернет селтәре һ.б.)

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау формалары.

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

40-50  һүҙ         120-150  билдә      50-65 һүҙ-эстән уҡыу.

Яҙма эштәр: бирелгән текстарҙы күсереп яҙыу-40-50 һүҙ.

һүҙлек диктанты:15-20  һүҙ,

 

Күсереп яҙыу бер генә билдә менән баһалана.

«5»-хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2пунктуацион хата булған эшкә: 1/0,1/2,0/2.

«4»-2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион:  2/2,1/3,2/3

«3»- 4 орфографик, 4пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4,3/5,3/6,

          өс бер типтағы хата ебәрелһә,6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2»- 9 орфографик, 9 пунктуацион:8/10,9/9

«1»- уҡытыусы ҡарамағында.

Телдән яуаптарҙы баһалау:

“5” билдәһе ҡуйыла:

-әгәр материалды  аңлап, тулы яуап ҡайтарһа;

- белемен практик ҡуллана алһа ,аңлата белһә;

 “4” билдәһе ҡуйыла: яуабында 1-2 хата яһап,үҙе төҙәтһә;

“3” билдәһе ҡуйыла: материалды аңлауын күрһәтһә, әммә

-          тулы асып бирә алмаһа, төшөнсәләрҙә хаталар ебәрһә;

-          үҙ фекерен миҫалдар менән нигеҙләй алмаһа;


                                                                   Кушымта

Күсереп яҙыу өсөн текстар

АҒИҘЕЛ.

Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп ваҡ йылғаларҙың һыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән.

Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур параходтар, теплоходтар, баржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (71 һүҙ.) ( Башҡортостан календарынан.)

БАШҠОРТОСТАН – ЙЫРҘАР ИЛЕ.

   Башҡортостан – йырҙар иле. Уға бары шундай ғына исем бирергә мөмкин. Башҡорт ерҙәренең шиғри исемдәре ниндәй генә йырға кермәгән дә, ҡайһы ғына яҡҡа барып етмәгән! Күкһелләнеп ятҡан Урал тауҙары, Ағиҙел, Ашҡаҙар, Дим, Һаҡмар, Танып, Ыҡ йылғалары йөҙҙәрсә башҡорт йырҙарында йырланалар. Хатта ғүмерендә Өфөнө, Ағиҙелде, Димде, Һаҡмарҙы,Уралды күрмәгән татар кешеһе лә шул исемдәр менән йырҙар ижад итә.

   Башҡортостан – ул ысын мәғәнәһендә йырҙар бишеге, көйҙәр ватаны, музыка шишмәһе, шиғыр баҡсаһы!

(Ш.Мөдәррис, Л.Ихсанова.)

 

                                                 ҠЫШҠЫ СӘСКӘЛӘР.

Беҙ урманға килеп индек. Ҡалай күркәм! Йәйен япраҡтарын леперләткән, ботаҡтарында аҫыл ҡоштар һайратҡан мәғрур имәндәр тынып ҡалғандар. Бөтә ерҙә йондоҙҙай аҡ ҡар бөртөктәре емелдәй.

Аҡ йәймәләй ҙур аҡланға килеп сыҡтыҡ. Бында беҙ мышы эҙҙәрен күрҙек. Оҙаҡламай үҙҙәре лә килеп сыҡтылар. Уларға һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Ҡапыл минең өҫтөмә ынйы туҙанындай ҡар бөртөктәре ҡойола. Ҡояшлы көндә минең кейемем меүләгән йондоҙ булып ялтырай.

(“Башҡортостан”)

 

 

ФАЙҘАЛЫ ҮТҺЕН ЯЛЫҢ!

Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Бөтә ер иҫ киткес матурлыҡҡа төрөнә. Урманға барһаң, серле тәбиғәт донъяһы асыла. Унда ниндәй генә сәскәләр, үләндәр үҫмәй, ниндәй генә ҡоштар һайрамай.

Йәй матур, әлбиттә. Ләкин мин матрурлыҡҡа һоҡланып ҡына йөрөмәйем. Каникулымды файҙалы үткәрергә тырышам. Әҙәби китаптар, газета-журналдар уҡыйым.

Йәй көнө мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам: өй йыйыштырам, баҡсала емеш-еләккә һыу ҡоям, утайым; ҡоймаҡ ҡоям, торт бешерәм. (65 һүҙ.)

 

 

ЕР ҺАТЫУ.

Бер рус баяры башҡорттарҙан ер һатып алырға килә.

- Күпме аҡса бирәһең? – тип һорай былар баярҙан.

- Йөҙ тәңкә бирәм, - ти баяр. – Күпме ер бирәһегеҙ һуң?

- Бер көн эсендә үҙең күпме ер үтәһең, шунса алырһың. Тик ат менән түгел, йәйәүләп йөрөргә, - тиҙәр башҡорттар. Урамға сығып межа ҡуялар. Баяр йүгерә-йүгерә сығып китә. Әй йүгерә икән был, әй йүгерә икән. Барған һайын ер яҡшы. Ҡыҙыға был, күберәк алып ҡалайым тип тырыша. Көн эҫе, ти. Йүгереп бара ла тирләп-бешеп һыу эсә икән. Шулай йүгерә торғас, хәлдән тайып, ауырып китә лә шул ерҙә үлеп ҡала. (Л.Толстойҙан)

БАТЫРЛЫҠ.

Был ваҡиға 1944 йылдың  8 мартында Борислав һәм Херсон ҡалаларын гитлерсыларҙан азат итеү өсөн барған һуғышта булды. Ул көн гвардия лейтенанты Миңлеғәле Хәбибулла улы Ғөбәйҙуллинға тап егерме өс йәш тулғайны.

Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ут бөркөп ятҡан дзотты күрҙе. Лейтенант шыушып килгән ерҙән ул ун метр самаһы ғына һулдараҡ ине. Дзоттың амбразураһынан ярһып атҡан пулемет беҙҙең һалдаттар өҫтөнә эҫе ҡурғаш ямғыры яуҙыра, уларға уба түбәһенә менергә мөмкинлек бирмәй.

Атыу менән мауыҡҡан фашистар Миңлеғәлене күрмәне. Лейтенант тағы ла яҡыныраҡ килеп өлгөрҙө. Бик яҡшы тоҫҡап, Миңлеғәле автоматтан амбразураға бер нисә очередь бирҙе.

Ҡаты яраланған Миңлеғәле һикереп торҙо.

Аҡтыҡ көсөн туплап, лейтенант дзотҡа ташланды. Биш аҙым атлағас та, ялҡын һирпеп ятҡан амбразураны кәүҙәһе менән ҡаплап, ергә ауҙы. (З.Рафиҡов)

 

                                             МӘҠӘЛДӘР.

Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй. Аҙ һөйлә, күп эшлә. Ашағанда ҡолағың һелкеһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен. Башланған эшьең бөткәне яҡшы. Бер эшен башлаған, икенсеһен ташлаған – береһен дә ослап сыға алмаған. Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә. Дандың төбө – хөрмәт, хөрмәт төбө – хеҙмәт. Иренһәң – ауырырһың, тырышһаң – һауығырһың. Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлар эшләгән һирәк. Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫың. Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Башкорт теле һәм әҙәбиәтенән - "Адаптив эш программаһы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Юрист

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 462 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.01.2019 2130
    • DOCX 44.8 кбайт
    • 42 скачивания
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галиева Зулфия Гилмулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галиева Зулфия Гилмулловна
    Галиева Зулфия Гилмулловна
    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 32628
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Мини-курс

Общая химия

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 13 регионов

Мини-курс

Фитнес: особенности занятий и специфика питания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 117 человек из 43 регионов
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Стратегии брендинга в условиях глобальной конкуренции и изменяющихся рыночных тенденций

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе