Инфоурок Классному руководителю КонспектыИсследовательская работа Башкирские игры

Исследовательская работа Башкирские игры

Скачать материал

Пользователь
[Адрес электронной почты]
Аннотация
[Заинтересуйте читателя с помощью аннотации (как правило, это краткое содержание документа). 
Если вы готовы добавить свой текст — просто щелкните здесь и введите его.]
[Заголовок документа]
[Подзаголовок документа]


 

Баймаҡ ҡалаһының 3 –сө һанлы муниципаль бюджет урта   дөйөм белем биреү мәктәбе. Балалар ижады үҙәге.

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт халыҡ уйындары район бәйгеһенең эҙләнеү эше. “Кәнсир”, “Көләм”, “Ҡуш ҡулым” йырлы уйыны.

 

 

 

Эҙләнеү эшен башҡарҙы: 3-сө мәктәптең “Шатлыҡ”                       фольклор берекмәһе уҡыусылары.

              Ғилми етәксеһе: башланғыс синыф уҡытыусыһы Йортбәкова Венера Гәлимйән ҡыҙы.

                             Сценарий авторы: балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә                                                                                                     белем биреү педагогы , фольклор етәксеһе Иҙелбаева Рәшидә Сәфәрғәле ҡыҙы.

                     Музыкаль яҡтан биҙәүсе: Сафаргалин Заһит Замир улы.

 

 

                                                            

                              

                                       Баймаҡ –2018.

 

                                         Йөкмәтке

Инеш………………………………………………………………………3

I бүлек

      “Башҡорт халыҡ балалар уйындары”  китабы…………………...5

II бүлек

Тәтешле районындағы милли уйындарҙы тикшереү………………..7

Уйын урындары һәм уларҙың әһәмиәте………………………………8

Йомғаҡлау…………………………………………………………………11

Ҡулланылған әҙәбиәт……………………………………………………14

Ҡушымта……………………………………………………………………15

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Инеш

      Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе  һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

  Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең  иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә.  Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. 

    Районыбыҙҙа балаларҙың билгеле һәм төрлө милли уйындары тураһында өлкән быуын кешеләре байтаҡ  файҙалы мәғлүмәт һаҡлай.  Беҙ уларҙан ошо уйындар хаҡында һорашып, өйрәнеп алһаҡ ял ваҡыттарыбыҙ күңелле һәм фәһемле булыр ине.

Эҙләнеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары

1.    Башҡорт халҡының балалар уйындарын эҙләү, табыу, өйрәнеү. 

2.    Кәнсир һәм ҡуш ҡулым хәрәкәтуйындарын сәхнәләштереү, таҡмаҡтар аша телмәр мәҙәниәтен үҫтереү,сәхнә оҫталығын камиллаштырыу.

3.    Балаларҙа татыулыҡ , берҙәмлек, ярҙамсылылыҡ сифаттарын тәрбиәләү, халыҡ уйындарына , таҡмаҡтарына һөйөү тәрбиәләү.

 

 

 

 

 

 

Эҙләнеү эшенең паспорты:

1.    “Кәнсир “уйынын Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе уҡытыусы- ветеран Исхаков Әхиәр Мөхәмәт улынан яҙып алынды (1934 йылғы).

2.    “Ҡуш ҡулым” йырлы уйынын фольклор етәксеһе Иҙелбаева Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы Шаран районында үткән “Туй йолаһы” республика фестивалендә Дәүләкән ҡалаһының фольклор ансамбле сығышынан өйрәнеп алған.(Шаран .1-2 ноябрь 2018).

3.    Таҡмаҡтар Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе, таҡмаҡсы Хәйбуллина Нәсимә инәйҙән яҙып алынды.(1938 йылғы).

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡорт халыҡ уйындары район бәйгеһенең сценарийы .

Ҡатнашалар 3-сө һанлы мәктәбенең “Шатлыҡ”фольклор берекмәһе тәрбиәләнеүселәре.

Алып барыусы: Данияр  Беҙ , 3-сө мәктәптең Шатлыҡ фольклор берекмәһенең йәш эҙәрмәндәре, һеҙҙе халыҡ уйындары район фестивалендә  тәбрикләйбеҙ (бергә).

Беҙҙең маҡсат  Халыҡ уйындарын эҙләйбеҙ, өйрәнәбеҙ. Һеҙгә лә өйрәтәбеҙ.

Беҙҙең йыр

1.Ҡулымдағы балдағымдың

    Исемдәре һандуғас.

   Уйнайбыҙҙа йырлайбыҙҙа

   Тормош күңелле булғас.

            Әллә-риллә-рәйлә

            Әллә-риллә-рәйлә

2. Башҡортостан илкәйемдә

    Баласаҡ гәрләп үтә.

    Тыуған илем ,бәхет илем

     Шундай илгә ни етә. 

                        Әллә-риллә-рәйлә

                        Әллә-риллә-рәйлә.

(Әбей менән бабай килеп сығалар).

Бабай:      -Әссәләмәғәләйкүм, балалар !

Балалар    - Вәғәләйкүмәссәләм!

Бабай  - Йорт –ерегеҙ именме.

              Күрше күлән иҫәнме.

Балалар  - Иҫән, иҫән!

Әбей      Бала-саға терлектәме.

               Дуҫ ишегеҙ терлектәме.

Балалар  Берлектә ,берлектә.

Әбей      Ниндәй тамаша бара, балалар.

Балалар   Халыҡ уйындарын уйнайбыҙ.

Бабай     - Бик мәслихәт! Әйҙәгеҙ әле, мин һеҙгә бала саҡта  уйнаған уйынды өйрәтәйем әле.

 Балалар  Ә, ниндәй уйын .

 Бабай   -Кәнсир уйыны тип атала. Бына хәҙер мин һеҙгә аңлатам. Беҙгә көтөүсе кәрәк, тиҙ генә шыбаға тотошоғоҙ, һанашмаҡ әйтеп көтөүсене билдәләгеҙ.

  Бына , ошо кәнсирҙә таптар ята, көтөүсе күҙен йомоп тора. Икенсе берәү таҡтаға баҫа һәм тап сәселеп китә. Ә көтөүсе йыйып бөткәнсе, бөтәһе лә йәшенәләр. Кем беренсе табыла, шул көтөүсе урынына ҡала. Уйын шулай дауам итә.

Һанашмаҡ әйтешеп , көтөүсене һайлайҙар. Ленар көтөүсе була. Ҡалғандар йәшенә. Ул Юлиәне таба, урынына көтөүсе итеп ҡалдыра.Юлиә күрмәгәндә баҫалар, кәнсирҙәге таптар сәселә, Юлиә йыя. Берәүҙе лә тапмай , тағы ла килеп берәү баҫып китә. Өсөнсө тапҡыр килеп баҫҡас , ҡыҙ үсегә һәм илар китә.бөтәһе лә сыға һәм үсекләп һамаҡлайҙар.

-         Бетләне ,бетләне Юлиә!(Юлиә илай).

Илаҡ-илаҡ илле ҡолаҡ,

Етмәһә етмеш ҡолаҡ.

-         Эй, мин һеҙҙе атайыма әйтәм!

-         Әллүкәй –бәллүкәй

Юлиә һаман бәләкәй.

Бармаҡ менән төртһәңдә

Атаһына ошаҡлай.

Әбей килеп сыға  -ней булды. Татыу ғына уйнамайһығыҙ.

Балалар; –бына Юлиә үсегә.

-         Әйҙәгеҙ улайһа , мин һеҙгә күңелле генә йырлы уйын өйрәтәм. Ҡуш ҡулым тип атала. Етәкләшеп тороғоҙ. Ул дуҫлыҡты, татыулыҡты,берҙәмлекте аңлата. Минән яҙып алған таҡмаҡтарҙы йырлап, ҡушымтала ҡапма-ҡаршы тороп ҡулдар менән уйнайбыҙ. Мөмкин бер-берегеҙ менән бейергә. Аңлашылһа, әйҙәгеҙ башлағыҙ уйынды.

Балалар парланышып .йырлы уйынға торалар.

1.    Вечер була. Вечер була

Вечерҙа ҡыҙҙар була.

Вечерҙағы ҡыҙҙар менән,

Танышырға ла була.

            Бына һиңә уң ҡулым,

            Бына һиңә һул ҡулым ,

            Ике ҡулды бергә ҡушһаң,

            Бына һиңә ҡуш ҡулым.

2.    Алын алаһың тейҙәр,

Гөлөн алаһың тейҙәр.

Кис клубҡа сыҫармайҙар,

Егет һөйәһең тейҙәр.

            Бына һиңә уң ҡулым,

            Бына һиңә һул ҡулым ,

            Ике ҡулды бергә ҡушһаң,

            Бына һиңә ҡуш ҡулым.

3.    Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә беллмәй,

Ҡыҙҙар һайлаған була.    

              Бына һиңә уң ҡулым,

            Бына һиңә һул ҡулым ,

            Ике ҡулды бергә ҡушһаң,

            Бына һиңә ҡуш ҡулым.

4.    Һандуғастың балалары ,

Ике булмай, өс була.

Хәҙер йәшәүе күңелле,

Таң атала кис була.

(уйын бөткәс, әбей сыға)

-         Юлиә  ҡыҙым! Күпме уйнарға була? Әйҙә ҡайт!

-         Уф, өләсәй ! Ҡайтҡы килмәй!

-         Ярар! Иртәгә тағы ла уйнарһығыҙ.

     -   Эй, ҡыҙҙар, малайҙар! Иртәгә уйнарға киләбеҙме?

      -Киләбеҙ! Киләбеҙ! ( бергә)

Сығып китәләр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау

   Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйынын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына  йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популяштырыуҙан башланып китергә тейеш. Халыҡ уйындары (милли уйындар) беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.

   Ҡайһы бер милли уйындар быуындар аша дауам  итеп өйрәнелә килә һәм балалар тормошош  биҙәй, мәғәнә өҫтәй. Күренеүенсә, һәр уйында  маҡсатҡа ирешеүҙең үҙ ауырлыгы бар. Уйнаусылар уларҙы еңеп сығырға тейеш. Ә ҡаршылыҡтар үҙ сиратында була тороп, еңелдән ҡатмарлана бара. Ошо принципҡа ҡоролған  уйындар бала ихтыяр  көсө, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек тәрбиәләй.

   Тикшереү маҡсаты менән беҙ башланғыс класс уҡыусылары һәм 7-се класс малай–ҡыҙҙарынан, уларҙың ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙарынан үҙҙәре уйнап үҫкән уйындар тураһында мәғлүмәт йыйҙыҡ. Тәтешле районында башҡорт, татар, рус һәм башҡа миллләт вәкилдәре йәшәү сәбәпле, уйындар ҙа ҡатнаш. Улар араһында йыш таралған  милли уйындарҙа күҙәтелә.

   Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе  һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

  Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең  иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә.  Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. 

 

 

 

    

 

 

Ҡатнашыусы уҡыусылар исемлеге:

Бабай -

Әбей -Айлина

Алып барыусы -Данияр

Малайҙар:                                          Ҡыҙҙар:

1.    Арыҫланов Айнур.                 1.Рахматуллина Юлиә.

2.    Иҫәнғолов Айтуған.               2. Йосопова Айзилә.

3.    Моратов Арсен.                      3.Сәмәрхәнова Арина.

4.    Махыянов Динир.                   4.Байтурина Ильгинә.

5.    Ҡаһарманов Галиян.               5. Кинйәбулатова Лиана. 

6.    Ишморатов Галим.                  6.Сәғәҙәтова Юлиә.

7.    Йәнгилдин Ленар.                   7.  Барлыбаева Элина.

8.    Юнысбаев Ғәйсәр.                   8.Абдуллина Жасмин.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

улланылған әҙәбиәт

1. Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт. Башҡорт халыҡ балалар уйындары. Башҡорт һәм рус телдәрендә. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте .

2.Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулловна. Башҡорт халыҡ йола байрамдары.  Башҡорт телендә.  -  Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте .

3.Йәйғор балалар китабы.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте .

4. башҡорт халыҡ ижады.- Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте .

                                      Интернет селтәре адрестары

http://www.maaam.ru/detskijsad/bashkirskie-podvizhnye-igry.html

http://www.dissercat.com/content/opyt-sistemnogo-analiza-igrovoi-kultury-etnosa-na-primere-3. bashkirskikh-narodnykh-igr

 http://cheloveknauka.com/bashkirskiy-detskiy-folklor-zhanrovyy-sostav-i-poetika

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

1.    Вечер була. Вечер була

Вечерҙа ҡыҙҙар була.

Вечерҙағы ҡыҙҙар менән,

Танышырға ла була.

             Сая сатыр ситайым да,

             Сая сатыр ситайым.

2.    Алын алаһың тейҙәр,

Гөлөн алаһың тейҙәр.

Кис клубҡа сыҫармайҙар,

Егет һөйәһең тейҙәр.

             Сая сатыр ситайым да,

             Сая сатыр ситайым.

3.    Йәш егеттәр, йәш егеттәр,

Йәш егеттәр мыйыҡсан.

Йәш егетте күрҙе ниһә,

Ҡыҙҙар сыға ойоҡсан.

               Сая сатыр ситайым да,

               Сая сатыр ситайым.

4.    Һандуғас һайраған була,

Тешен ҡайраған була.

Ат туғарып егә беллмәй,

Ҡыҙҙар һайлаған була.

               Сая сатыр ситайым да,

               Сая сатыр ситайым.

5.    Анау килгән машинаға ,

Тейәгәндәр таш күмер.

Уйнап ҡалайыҡ дуҫтарым,

Үтеп бара йәш ғүмер.   

              Бына һиңә уң ҡулым,

            Бына һиңә һул ҡулым ,

            Ике ҡулды бергә ҡушһаң,

            Бына һиңә ҡуш ҡулым.

6.    Һандуғастың балалары ,

Ике булмай, өс була.

Хәҙер йәшәүе күңелле,

Таң атала кис була.

           Бына һиңә уң ҡулым,

            Бына һиңә һул ҡулым ,

            Ике ҡулды бергә ҡушһаң,

            Бына һиңә ҡуш ҡулым.

7.    Һандуғастар һыуҙар эсә,

Ағиҙелгә теҙелеп.

Һин дә һағынаһыңмы икән,

Минең кеүек өҙөлөп.

8.    Зырылдап әйләнеп тора,

Комбайн моторҙары.

Фашистарҙы еңеп ҡайтты,

Уралым батырҙары.

9.    Ағайымдың аттары,

Алдан килә  Саптары.

Уйнап, көлөп йөрөй торған,

Самай беҙҙең саҡтары.

10.                      Һыу буйына төшөп йыуҙым,

         Самауыр ялтыратып.

         Һөйгән йәрем көтөп тора,

         Күҙҙәрен ялтыратып.

11.                      Бишмәтемдә биш төймә,

          Алтынсыһы ҡаптырма.

         Бар таҡмаҡты йырлап бөттөм,

          Инде бүтән таптырма.

12.                      Һандуғастың балалары,

         Собханалла тип ,һайрай-

         Һинең өсөн йәш йөрәгем,

         Самауыр кеүек ҡайнай.

13.                      Кеймә итек, кей ҡата ,

         Ҡата ҡаны тарата.

         Күп кешеләр араһында,

          күңелем һине ярата.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҡушымта.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа Башкирские игры"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Менеджер по платежным услугам

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 669 762 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.11.2018 450
    • DOCX 114.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Юртбакова Венера Галимьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Юртбакова Венера Галимьяновна
    Юртбакова Венера Галимьяновна
    • На сайте: 6 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8147
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Тьюторское сопровождение в образовательных организациях

Тьютор

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 810 человек из 72 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 853 человека

Курс повышения квалификации

Работа классного руководителя по организации взаимодействия семьи и школы

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 406 человек из 63 регионов
  • Этот курс уже прошли 3 549 человек

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 78 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 171 человек

Мини-курс

Здоровый образ жизни и основы физической культуры

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Российское движение школьников (РДШ): воспитательная работа

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Психология и профессиональное развитие

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов