Инфоурок Другое Научные работыИсследовательская работа "Шәжәрәм - нәҫелем тамыры"

Исследовательская работа "Шәжәрәм - нәҫелем тамыры"

Скачать материал

Республиканская научно-практическая конференция «Искужинские чтения», посвященная Году педагога и наставника, Году полезных дел для малой родины в Республике Башкортостан

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ШӘЖӘРӘМ – НӘҪЕЛЕМ ТАМЫРЫ

/фәнни-тикшеренеү эше/

 

 

 

 

 

 

Башҡарҙы: 4-се класс уҡыусыһы Алтынай Әхмәткәримова

 

Етәксеһе: башланғыс кластар уҡытыусыһы Әхмәткәримова Гөлшат Рафил ҡыҙы

 

 

 

 

 

 

 

 

Түбәнге Үтәш – 2024 й.

 

 

 

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

 

Инеш...................................................................................................3

Төп өлөш............................................................................................5

Йомғаҡлау..........................................................................................9

Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................10

Ҡушымта

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ИНЕШ

Шәжәрә- ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк- бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма:ҡор ояңды. Үр шәжәрә!

Ҡәҙим Аралбай

 

Шәжәрә, ғәрәп телендә: “ағас”  тигән һүҙ .

Ағас – тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Хатта сүллектә тәгәрәп йөрөгән ҡамғаҡ та бит тәүҙә ергә берегеп үҫә (тәгәрәүе лә маҡсатһыҙ түгел – орлоҡтарын сәсер өсөн). Ә беҙҙең һәр беребеҙҙең сал быуаттарға барып тоташҡан меңәрләгән йыллыҡ тарихы бар. Үкенескә күрә, уны тулыһынса тергеҙә алмайбыҙ. Сөнки күп мәғлүмәт билдәһеҙлек томаны артында тороп ҡалған-юйылған. Ләкин ҡайһы бер ғаиләләрҙә егерме бишенсе быуынға тиклем шәжәрәләр төҙөлөп, һаҡлана. Был заманында үҙ тарихына битараф булмаған атай-олатайҙарҙың хеҙмәте – киләһе быуындар өсөн ысын хазина! Киләсәктә беҙҙең балалар ошондай хазинанан мәхрүм ҡалмаһын тип, бөгөн беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ шәжәрәһен булдырыу зарур –беҙ кемдән кәм?!

Йола буйынса башҡорттар үҙ нәҫелдәренең ете быуынға тиклем белергә тейеш булған.

“Ете атаһын белмәгән – етемлектең билгеһе”,  “Илен белмәгән – белекһеҙ, нәҫелен белмәгән – намыҫһыҙ”,- тип  ата – бабаларыбыҙ борон – борондан йәш быуынды өйрәткән. Үҙ нәҫелеңдең ете  быуынға  тиклем   ата – бабаларын белеү мотлаҡ тип һаналған.

Фәнни – тикшеренеү эшемдең маҡсаты: нәҫелемдең сығышын һәм тамырын тәрәнерәк өйрәнеү, фәнни -эҙләнеү эшемдең төп маҡсаты.

Тикшереү һәм иҫбатлау: быуындар сылбырын барлау, ете быуын, тыуғанлыҡ  ептәрен барлап, нәҫел шәжәрәһен төҙөү.

Тикшереү  методтары: архив материалдарын өйрәнеү, туғандарҙы барлап, улар менән һөйләшеү, анализ яһау, шәжәрә ағасын төҙөү.

   Теманың актуаллеге. Йылдар үткән  һайын, халыҡтың тарихҡа ҡарата фекере үҙгәрә. Әлегә тиклем күптәр нәҫелен ҡартатаһынан, йә олатаһынан ары белмәй, хатта  ҡыҙыҡһынмай ине.

Тикшереү объекты: Ғиззәтовтар ғаиләһе.

Тикшеренеү эше предметы - Ғиззәтовтар ғаиләһе ағзалары.

Тикшеренеү эшебеҙҙең методтары:

l    ғаилә альбомын өйәрнеү;

l    Интервью.

Тикшеренеү эше гипотезаһы - шәжәрәбеҙҙе өйрәнһәм, нимәләр белермен икән. Миңә таныш булмаған ниндәй мәғлүмәттәр килеп исығыр икән?

 Әммә заманалар үҙгәрҙе. Илебеҙгә аңлы, халыҡ хәтеренә, тарихына, үҙ быуынына битараф булмаған кешеләр кәрәк. Хәҙер күптәрҙә үҙ нәҫеле, ырыуы менән ҡыҙыҡһыныу, ата- бабаларын хөрмәтләү тойғоһо уяна.

   Иң мөһиме - кешеләр боронғо быуындарын белеп, тормошоноң мәғәнәһен, маҡсатын аңлап, киләһе быуынға  тормош тәжрибәһен, нәҫел тарихын ҡалдырырға бурыслы. Шуға ла мин үҙемдең нәсел сылбырын барлап, шәжәрә төҙөргә булдым.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ТӨП ӨЛӨШ

 

Абдулгазин Ғиззәтула олатайым 1868 йылда тыуған һәм 1943 йылда үлгән. Бәләкәй генә буйлы, бик теремек ҡарт булған. 1904-1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан. Икенсе ҡатыны Сәлихә өләсәйем менән олатайымдың  3  балаһы булған:  Ишберҙе (1918), олатайым Арслан 1921 йылда,  Зиннәт 1924 йылда тыуған. Ишбирҙе менән Зиннәт икеһелә һуғыштан алда  йәш  саҡтарында үлеп ҡалғандар . Ғайникамал апалары 1906  йылда тыуа,  кейәүгә сыға, балалары булмай ҡала, йәшләй вафат була.

Арслан олатайым  1921 йылда тыуған. 1940 йылда армияға алына. Бөйөк Ватан һуғышың башынан алып һуңына тиклем 115-се уҡсылар полкында хәрби разведчик булып хеҙмәт итә. Ике тапкыр ҡаты яраланған. Тылда госпиталдә дауаланғандан һуң үҙ полкында хеҙмәтен дауам иткән. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршылаған, 1945 йылдың авгусында яраларын тулыһынса дауалау өсөн ҡайтарыла. “Батырлыҡ өсөн”   миҙалы менән наградланған. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, сусҡа фермаһы мөдире, колхоз председателенең урынбаҫары булып эшләй. Өлгөлө хеҙмәте һәм сусҡа бәрәстәренең һанын йөҙ баштан меңдән ашыуға еткергәне, яҡшы күрһәткестәре өсөн ул 1965 йылда “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә.  1972 йылда вафат була, уға ни бары 51 йәш кенә булған. 

Гөлзәйнәп өләсәйем (1928 йылда тыуған) менән 8 балаға ғүмер биргәндәр. Әсәлек Даны орденының өсөнсө дәрәжәһе менән  бүләкләнгән. Олатайым мәрхүм булғас, береһенән-береһе бәләкәй балалар менән тороп ҡала, Нурия апайым  биш айлыҡ була, Дания апайыма биш йәш, олатайыма ете йәш булған. Олораҡтары ла ун йәштән саҡ уҙғандар. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, тәрбиәләү, бер ваҡытта ла еңел булмағандыр. Ләкин оло өләсәйем бер ваҡытта ла миңә ауыр, нисек йәшәргә инде тип ултырмаған. Ул һәр ваҡыт тормошто яратҡан. Оло өлөсәйебеҙ өйҙә колхозға көнөнә ике-өс мейес икмәк баҫып бешергән. Бар күңелен һалып бешергәнгә,  икмәге һәр ваҡыт тәмле булған. Бешергән икмәген ауыл халҡы әле һаман, Гөлзәйнәп еңгәнең икмәге бик тәмле ине, тип иҫкә алалар. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ололар менән бер тиң бөтә ауырлыҡты үҙ елкәһендә татыған, әрҙәнә лә ҡырҡҡан, ураҡ урған, малын да көткән. Бер эштән дә баш тартмаған. Олатайымды, әбей-бабайҙарымды эшкә, тәртипкә өйрәткән.

Гөлзәйнәп өләсәйем беҙҙең аранан киткәненә биш йыл булып китте. Ауыр тупрағы еңел булһын. Өләсәйемде ауылда аҡ инәй тип йөрөттөләр. Ул һәр ваҡыт яҡшы, иғтибарлы булған.

 Иң оло улдары  Ишмөхәммәт 1951 йылда тыуған. Колхозда тракторист булып эшләй, яҡшы күрһәткестәре өсөн  1986 йылда  “ Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн” миҙалы  менән бүләкләнә.    Мәнзүрә әбейем менән Роберт  һәм Динар исемле ике  ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

 Фларида әбейем 1954 йылда тыуған. Колхозда эшләп хаҡлы ялға сыға. Миндиәхмәт бабайым менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.  Фларида әбейем 2012 йылда вафат була. Балалары Лена, Гөлсинә, Фларид балалар үҫтереп үҙ доньяларын көтәләр. Лена 1976 й., өс улы бар, Яңы Балаҡатай ауылында йәшәй, медсестра булып эшләй.  Ҡыҙы Гөлсинә (1981й.), Әшәй ауылында йәшәй, бер ул, бер ҡыҙ  үҫтерәләр. Улы Фларид 1983 йылда тыуған, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Өфө ҡалаһында төҙөүсе булып эшләй, бер ҡыҙ үҫтерәләр.

Данис бабайым 1956 йылда тыуған.  Колхозда алдыңғы механизатор була. 1974 йылда  трактор менән ер һөрөү буйынса район һәм Башҡортостан чемпионы була. Рәсәй буйынса 2-се урын ала,  көмөш миҙал һәм атамалы трактор менән бүләкләнә. Армияла хеҙмәттән һуң, шоферға уҡып сыға, Мәсәғүттә лесничествола водитель булып алыҫ ерҙәргә йөк ташыны, өлгөлө хеҙмәттәре өсөн бер – нисә маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Хәҙерге көндә Венера әбейем менән Мәсәғүт ауылында йәшәйҙәр. Улар 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Оло улы Данил ағайым 1980 йылда тыуған, Дыуан техникумын тамамлаған. Людмила еңгәм менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Мәсәғүттә йәшәйҙәр. “Уралтау” фирмаһында водитель булып эшләй.

Ҡыҙы Гөлнара (1983й.) Мәскәү иҡтисад  институтын  тамалап, Мәсәғүттә “УралСиб” банкында эшләй.  Ринат еҙнәм менән ике  ҡыҙ үҫтерәләр.

Кесе ҡыҙы Ләйсән (1989 й.), Златоуст ҡалаһында  бухгалтерҙар колледжын тамамлай. Өфө ҡалаһында бухгалтер булып эшләй..

Флүзә әбейем 1958 йылда тыуған. Эш юлын ябай штукатур-маляр булып башлай. Бер аҙ эшләгәс бригадир, һуңынан төҙөлөш кооперативында мастер булып эшләй. Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Балаҡатай ауылында шәхси эшҡыуар. Әниф бабайым менән бергә Руслан һәм Риф исемле ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Руслан ағайым  Лена еңгәм менән өс ҡыҙ үҫтерәләр. Риф ағайымдың Рената исемле  ҡыҙы үҫеп килә.

Риф бабайым 1960 йылда тыуған.  Ул йәшләй,  1985 йылда вафат була. Рәйсә әбейем менән Динар ағайыма ғүмер биргәндәр. Динар ағайым (1983 йылда тыуған) Гөлнур еңгәм менән Дилбәр (2016 й.) исемле  ҡыҙ үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта Билән ауылында йәшәйҙәр.

Дания әбейем 1967 йылда тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Айғыръял ауылында уҡытыусы булып эшләй. Илфат бабайым  менән 3 балаға ғүмер биргәндәр. Оло улдары Илшат юғары юридик белем алып, бөгөнгө көндә Балаҡатайҙа следователь булып эшләй. Денис ағайым Өфөлә медицина университетында белем ала.  Диана ҡыҙҙары 4 класта уҡый.

Нурия әбейем 1972 йылда тыуған. Башҡорт Дәүләт педагогия инситутын тамамлаған, хәҙерге көндә  ауылыбыҙҙа уҡытыусы булып эшләй. “Башҡортостан  Республикаһының мәғәриф алдынғыһы” знагы менан наградланған. Радис бабайым менән ике  балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Илүзә больницала медсестра булып эшләй. Урал еҙнәм менән 3 бала үҫтерәләр - Нияз, Миләүшә, Таһир. Улдары  Тимур (1996 )  Нижневартовск ҡалаһында эшләп йөрөй.

Минең олатайым Рафил Арыҫлан улы 1965 йылда тыуған. 1983-1985 йылдарҙа армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Армиянан һуң Күмертау ҡалаһында физик культура педагогик училищеһын, ә 1995 йылда Башҡорт Дәүләт университетының тарих факультетын, 2005 йылда Башҡортостан Президенты эргәһендәге академияны тамамлай. 1987-1998 йылдарҙа Үтәш урта мәктәбендә физкультура һәм башланғыс хәрби әҙерлек предметтарын уҡыта. 1998-2003 йылдарҙа Үтәш Ауыл хәкимиәте башлығы булып эшләй. 2003 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Үтәш урта мәктәбе директоры булып эшләй.  Өлгөлө хеҙмәте өсөн  2010 йылда “Башҡортостан Республикаһы мәғәриф отличнигы”  знагы һәм грамоталар  менән бүләкләнгән.

Өләсәйем Венера менән Гөлшөт, Гөлназ, Рушана һәм Айназ исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр. Олатайым менән өләсәйем беҙгә йәшәү үрнәге, мин уларҙы яратам һәм улар менән ғорурланам.

Гөлназ апайым 1996 йылда тыуған.  Өфө юридик колледжын тамамлап,  Балаҡатайҙа  халыҡты социаль  яҡлау бүлегендә эшләй. Әлеге ваҡытта Әминә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Рушана апайым 2000 йылда тыуған. Мәсәғүт педагогия колледжының 3 курсында белем ала. Тик “бишле” һәм “дүртле” билдәләренә генә уҡый.

Айназ апайым 2004 йылда тыуған. Әлеге ваҡытта Үтәш мәктәбендә 9-сы класта уҡый. Бөтә уңыштары өсөн 8-се класта Өфөгә Президент шыршы байрамына  барҙы.

Иң оло ҡыҙҙары, минең әсәйем - Гөлшат  1991 йылда тыуған. Ул Үтәш урта мәктәбендә 11 йыл уҡып, Башҡорт  дәүләт педагогия университетына уҡырға инә. Уҡып бөткәндән һуң атайым Кәрим менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Хәҙерге көндә әсәйем Үтәш мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләй. Атайым Хәйбәт ауылы егете. Ул Себер тарафтарында нефть табыусы булып эшләй. Атайым менән әсәйем ике ҡыҙға ғүмер бирәләр: оло ҡыҙҙары Айзилә апайым, икенсеһе мин -  Алтынай. Мин 4-се класта тырышып уҡыйым. Апайыма  12 йәш. Ул 6-сы класта уҡый.

Минең олатай-өләсәйем, атай-әсәйем  бик ҡунаҡсыл кешеләр. Өйөбөҙҙән бала- саға тауышы тынмай. Өләсәйем барлыҡ ейәндәрен дә үҙе тәрбиәләп үҫтерә, бәләкәйҙән үк баға. Бер өй эсендә өс быуын вәкиле йәшәһәк тә, беҙ бик татыу йәшәйбеҙ. Балаларын, кейәүҙәрен, ейәнсәрҙәрен олатай-өләсәйем эшкә егәрле, йәшәүгә дәртле, намыҫлы итеп тәрбиәләйҙәр. Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам.

    Ғиззәтовтар нәҫелендә ҙур урын биләгән түрәләр ҙә, алтын-көмөшкә сумған ағай-энеләр ҙә юҡ. Бөтәһе лә махсус урта йәиһә юғары белем алған, йәшәгән йорттарын үҙ ҡулдары менән төҙөп, бәхеттәрен үҙҙәре сүкегән кешеләр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ЙОМҒАҠЛАУ

 

“Илен онотҡан – игелекһеҙ, халҡынан биҙгән- холоҡһоҙ, шәжәрәһен белмәгән- нәҫелһеҙ”,- ти халыҡ. Тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы иркен үҫә, нығый, тамырһыҙ ағас ҡорой. Нәҫелен, ырыу һәм ырыуҙаштарын, телен белмәһә, милләт юғала.

   Нәҫелең шәжәрәһен төҙөү, белеү кешегә ата- бабалары йолаһын лайыҡлы  дауам итеүсе итеп тоярға, ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы эше өсөн яуаплы булыу хоҡуғын бирә. Шәжәрәңде белеү- иң изге йолаларҙың береһе.

   Минең ғаиләм нәҫел ептәрен өҙмәйенсә һаҡлай, ата-бабам ғәҙәттәрен быуындан-быуынға тапшыра бара, туған ергә ныҡ баҫып атлай.Шәжәрәмде өйрәнеп, мин тыуған ауылым Түбәнге Үтәш , нәҫел-ырыуым йәшәгән төбәк тураһында күберәк белдем.

  Киләсәктә  шәжәрә ағасыбыҙҙы тағы ла тәрәнерәк өйрәнеүебеҙҙе дауам итербеҙ. Атайым шәжәрәһен дә өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуям.

Шәжәрәне белеү – нәҫелеңә һәм үҙ–үҙеңә ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү икәненә инандым, тикшереү ваҡытында күберәк эҙләнергә, һорашырға, һуңламаҫҡа  кәрәк тигән фекергә килдем.

Шәжәрәбеҙҙе  өйрәнәйек, төҙөйөк, киләсәк быуындарға тапшырайыҡ.

 

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә!

(Ҡ. Аралбай)

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

 

1.      Галлямов И.В. Кутушев Р. Р. “Генеалогия балакатайцев.”Книга 4 (Нижнеутяшево и Верхнеутяшево Белокатайского района Республики Башкортостан).-Уфа,2016.-584с.

2.      Бураҡаев И.Д.  Бураҡаева М.С. Юлмөхәмәтов М .Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары).7-класс өсөн дәреслек.-Өфө: Китап,2012.-272 бит.

3.      Интернет  материалдары

4.      Өфө дәүләт архив материалдары.

5.      Шәхси өй архивынан фотолар, архив материалдары.

6.      Райондың тыуған яҡты өйрәнеү, мәктәп музейҙарынан алынған фото, гәзит материалдары.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҠУШЫМТА

 


Арслан олатайым


 

 

Өләсәйем Гөлзәйнәп

Ишмөхәмәт бабайым ғаиләһе

 

Данис бабайым менән Венера әбейем

https://pp.userapi.com/c322820/v322820006/24d3/5_2nokAeJZk.jpg

 

 

Флүзә әбейем ғаиләһе

https://pp.userapi.com/c322820/v322820006/24d3/5_2nokAeJZk.jpghttps://pp.userapi.com/c322820/v322820006/24d3/5_2nokAeJZk.jpghttps://pp.userapi.com/c322820/v322820006/24d3/5_2nokAeJZk.jpg

 

Дания әбейем ғаиләһе

https://pp.userapi.com/c322820/v322820006/24d3/5_2nokAeJZk.jpg

Нурия әбейем ғаиләһе

https://pp.userapi.com/c625523/v625523113/c9bb/7btrohMTJr4.jpg

 

 

 

Олатайым Рафил һәм өләсәйем Венера

 

 

 

Әсәйем һәм уның һеңлеләре

 

 

Беҙҙең ғаилә

 

 

 

 

 

 

 

Арслан олатайымдың хәрби билеты күсермәһе

 

 

 

 

Данис бабайымдың трактор менән ер һөрөү буйынса грамоталары

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа "Шәжәрәм - нәҫелем тамыры""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по ипотечному кредитованию

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 668 204 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.04.2024 86
    • DOCX 7.8 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ахметкаримова Гульшат Рафиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 6
    • Всего просмотров: 73266
    • Всего материалов: 26

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 287 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 851 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 155 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Искусственный интеллект: возможности и применение

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы психологических трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 56 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 32 человека

Мини-курс

Развитие и воспитание дошкольника: ключевые аспекты

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе