Инфоурок Другое Рабочие программыКалендарно-тематический план по башкирскому как государственному языку для 1-4 классов

Календарно-тематический план по башкирскому как государственному языку для 1-4 классов

Скачать материал

Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһы муниципаль районының Благовещен районы

Удельно-Дыуанай ауылы  төп дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

Килешелгән:

Удельно-Дыуанай дөйөм мәктәбенең уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары

_____  /________________/

«___» ____________ 20_____г.

 

Раҫлайым:

Удельно-Дыуанай  дөйөм белем биреү мәктәбе  директоры

_______________/Гайниева Л. А./            

Приказ №____ «___» _________20_____г.

 

 

Башҡорт дәүләт теленән

 

ЭШ ПРОГРАММАһЫ

1-4 кластар өсөн

                                                                                                                                            

Программаны реализациялау ваҡыты: 2017-2018 уҡыу йылы

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4-се  кластары өсөн  башҡорт теле (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө  программаларына нигеҙләнеп төҙөлдө. /  [авт.-төҙ. Дәүләтшина М. С.]. – Өфө: Китап, 2017. – 28 бит.

 

Удельно-Дыуанай дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының  ________№____     приказы менән ҡабул ителде.

 

 

Төҙөүсеһе: Луговая Альфира Амировна

Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положенияһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеге иҫәпкәалынды, улай уҡ дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары һаҡланды.

 

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының «Дәрестә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән дәреслектәр теҙмәһе» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы. Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

 

I.                   Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхси  һөҙөмтәләр

  Башҡорт теленөйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

-          донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡҡабул итеү;

-          үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

-          телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡҡабул итеү;

-          башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенеңҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләре

Танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)      төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

2)      текстағы мәғлүмәттең бөтә төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

3)      тексты анализлай һәм синтезлай белеү;

4)      текстарҙы үҙләштереүҙә уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу (текст менән танышыу өсөн күҙ йүгертеп уҡыу, текстың йөкмәткеһен белеү өсөн аңлап уҡыу, мәғлүмәт табыу өсөн эҙләнеп уҡыу һ.б.);

5)      һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү;

6)      теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алвп барыу, презентация эшләй белеү;

7)      мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү.

Регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)      уҡыу маҡсаттарына ярашлы танып белеү эшмәкәрлегенең башланғыс формаларын үҙләштереү: эщте планлаштырырға, эшләнгән эште контролләргә, баһаларға өйрәнеү;

2)      дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;

3)      уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

4)      ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙенең эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә белеү;

5)      уҡытыусы менән берлектә билдәләнгән баһалау критерийҙарына ярашлы үҙенең һәм иптәштәренең эшенә баһа биреү.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

1)      төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөй белеү;

2)      үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп әйтеү һәм уны яҡлай белеү;

3)      телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

4)      фекерҙе нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

5)      башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды үҙгәртә алыу;

6)      дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү.

Предмет һөҙөмтәләре

-башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә;

- (курс йөкмәткеһе кимәлендә)өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

   А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусыныңүҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе ләүҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

- яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;

- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

- башҡорт теленеңөндәрен дөрөҫәйтеүһәм айырыу; һүҙҙәргәһәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

- төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

- башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙәҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорыныңҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

- айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

- башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендәөлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

- ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

- үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

- башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡҡабул итеү;

- балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

- башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

- балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе.

Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреүһәм тәрбиәүи маҡсаттарға, башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

-          Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

-          Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

-          Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

-          Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

-          Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

-          Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

-          Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

-          Коммуникатив оҫталыҡтар.

-          Һөйләү телмәре

 

Диалогик форма:

-          типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

-          һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау)ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

- өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

-          башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-          өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

-          текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;

-          тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

-          Графика, каллиграфия, орфография.

-          Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

-          Телмәрҙең фонетик яғы.

-          Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫәйтеүһәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

Әҙерлек кимәленә талаптар

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусыныңүҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

- тыңлап аңлауҙа:

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы; 

уҡыуҙа:

- өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

- өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе ләүҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

- яҙыу техникаһына эйә булыу;

- үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында уҡыусылар түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1.Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

-           уҡытыусының, иптәшенеңһөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

-           иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфүүтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

-           текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендәһөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү(говорение):

-           бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,

-           һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫҡулланып һөйләү,

-           диалог төҙөү, төркөмдәрҙәһөйләшеү,

-           үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,

-           ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,

-           башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

-           тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),

-           поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,

-           уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,

-           текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

-           хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,

-           ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,

-           шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,

-           бирелгән ситуация буйынса 2-3һөйләмдән торған текст яҙыу

-           ныҡлы әҙерлектән һуңөйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

5. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау нормалары.

 

II.                Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

1.      Балалрҙы һөйләшергә өйрәтеү

2.      Тел менән әҙәби материалды бергә ҡушып өйрәтеү

3.      Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә. Коммуникатив йүнәлеш.

Башҡорт телен өйрәтеү буйынса 1-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.      Башҡорт алфавитын өйрәнеү

2.      Уҡыусыларҙы башҡортса танышырға, ғаиләләре, мәктәп, уйынсыҡтар, кейем-һалым, йорт һәм ҡырағай хайуандар һәм ҡоштар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

3.      Үҙҙәренең һәм хайуандарҙың тән өлөштәрен башҡортса өйрәнеү.

4.      Һанарға өйрәнеү.

5.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

6.      Һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади һөйләргә өйрәнеү.

7.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа һәм уйындарҙа ҡатнашыу.

Башҡорт телен өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.      Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

2.      Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

3.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

4.      Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

5.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

6.      Әйтелеше ҡатмарлы булған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

7.      Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

8.      Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

2 - се класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә. Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, 2-се класта башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдләләп була:

1.      Уҡыусының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап алыу һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу.

2.      Уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.

3.      Уҡыусыларҙың телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу.

4.      Башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.

Башҡорт телен өйрәтеү буйынса 3-сө класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.      Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре менән таныштырыу.

2.      Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙ составн арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

3.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

4.      Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

5.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

6.      Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

7.      Һәр тема буйыцнса эш барышында Республика менән танышыуҙы дауам итеү

8.      Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Башҡорт телен өйрәтеү буйынса 4-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

1.      Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә күнекмәләрен әүҙемләштереү.

2.      Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҙләштереү.

3.      Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

4.      Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышыу.

5.      Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

6.      Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.

7.      Һәр тема буйыцнса эш барышында Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

8.      Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

 

“Башҡорт теле” предметының эшмәкәрлеге характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

1-се класс өсөн уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Танышыу.

      Балаларҙы башҡортса танышырға өйрәтеү. Ии, Аа хәрефтәренә иғтибар итеү. Темаға ҡарата башҡорт һүҙҙәрен өйрәнеү.

Был мин.

      Уҡыусыларҙы үҙҙәре тураһында һөйләргә өйрәтеү. Әә, Оо, Өө өн-хәрефтәрен үҙләштереү. Темаға ҡарата башҡорт һүҙҙәрен өйрәнеү.

Минең ғаиләм.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Аа, Ии, Әә, Оо, Өө, Йй хәрефтәре менән эштәр эшләү.

Мин нимә яратам.

Уҡыусыларҙың темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе өйрәнеүе. Темаға ҡағылышлы уйындар уйнау. Уу, Үү, Ыы, Ээ, Ее өн-хәрефтәрен өйрәнеү.

Мин дәрестән сыҡтым.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы укыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе, һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Аа, Әә, Уу, Үү, Ы, э(е), Оо, Өө өн-хәрефтәрен сағыштырыу, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырырға тырышыу. Зз, Ҙҙ,Һһ,Хх өн-хәрефтәре менән эш.

Минең уйынсыҡтарым.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Гг, Ғғ, Кк, Ҡҡ өн-хәрефтәрен үҙләштереү.

Мин уйнарға яратам.

      Уҡыусылар менән төрлө башҡорт уйындарын уйнау. Сс, ҫ,ң өн-хәрефтәрен үҙләштереү. Башҡорт алфавиты.

Минең кескәй дуҫтарым.

      Йорт һәм ҡырағай хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, иғтибарлы булыу. –ғыҙ, -геҙ, -ма, -мә ялғауҙары.

Мин ял итәм.

            Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Укыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Ҡа-аҡ, уҡ-ҡу, ең, ем, ел, ғы, ыҙ, уа, уы, ой, йо, йө, йә ҡушымсалары менән эштәр           

 

2-се класс өсөн уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Танышыу. Мин Баҡортостанда йәшәйем

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Ғаилә - 2 сәғәт

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Мәктәп - 4 сәғәт

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы укыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү, һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе, һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

Төҫтәр-2 сәғәт

Беренсе класта өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Һанай беләһеңме? - 2 сәғәт

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә ҡулланыу.

Уйындар, уйынсыҡтар - 4 сәғәт

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Аҙык-түлек - 4 сәғәт

Һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу, һөйләмдә һүҙҙәрҙҙең урыны. Нимә менән?

Кейем-һалым – 2 сәғәт

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Йорт һәм ҡырағай хайуандар ,ҡоштар - 4 сәғәт

Йорт һәм ҡырағай хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, иғтибарлы булыу.

Тән өлөштәре - 3 сәғәт

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Беҙҙең баҡса -1 сәғәт

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү, һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу.

Көн тәртибе - 1 сәғәт

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Укыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары, һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

Ҡабатлау- 2 сәғәт

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.

3-сө класс өсөн уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Танышыу - 5 сәғәт

      Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы, һин ҡайҙан? һиңә нисә йәш? һинең туғандарың бармы? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.

Мәктәптә - 4 сәғәт

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренеңурынлашыуы активлаштырыу.

Һөнәрҙәр - 4 сәғәт

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөгөл- һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙ бәйләнешен ҡулланыу.

Йыл миҙгелдәре - 6 сәғәт

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.

Кейемдәр - 4 сәғәт

Кейемисемдәрен үҙләштереү,элекөйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү.Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү.

 

Ғаилә - 4 сәғәт

Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Тыуған көн - 2 сәғәт

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү. Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

Тәбиғәт - 2 сәғәт

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр.Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

Башҡортостан - 3 сәғәт

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙ ләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.

4-се класс өсөн уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1-се сентябрь – Белем байрамы-2 сәғәт

              Бөтә  балалар өсөн ҙур  байрам - 1 сентябрь, уҡыу, йәйге  каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре  тураһында  һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр  уҡыу. Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған  һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

Мәктәптә – 4 сәғәт

            Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында  һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).

Ғаилә. Хеҙмәт- 5 сәғәт

            Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.

Хобби. Буш ваҡыт – 4 сәғәт

            Һәр кешенең  яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер  эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.

 

Врачта. Поликлиникала – 2 сәғәт

            Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе  хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы, сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу кәрәк. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Почтала – 3 сәғәт

            Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).

Башҡортостан тәбиғәте – 3 сәғәт

            Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.

Башҡортостанда иҫтәлекле урындар – 3 сәғәт

            Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларҫа ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыйған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

Башҡортостандың күренекле шәхестәре – 2 сәғәт

            Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Ауыл тормошо – 3 сәғәт

            Ауыл тормошо, ауыл кешкләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Башҡорт халыҡ ижады – 1 сәғәт

            Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе  ғалимдар  тураһында  һөйләшеүҙәр,  текстар  уҡыу.  Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Ҡабатлау дәресе – 2 сәғәт

            Халыҡ ижадында йырҙар, ҡобайыр элеменнтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Үтелгән темаларҙы ҡабатлап китеү.

 

 

 

 

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

Класс

1 класс

2 класс

3 класс

4 класс

Күсереп яҙыу

1

1

1

1

Һорауҙарға яуаптар яҙыу

-

-

-

1

Диктант

1

1

1

2

Ижади эш

1

1

2

-

Бөтәһе

3

3

4

4

 

III.              Календарь – тематик пландар.

 

1 –СЕ КЛАСС ӨСӨН КАЛЕНДАРЬ – ТЕМАТИК ПЛАН

 

План

буй-са үткәр. ваҡы-ты

Фактик

үткәр. ваҡы-ты


 

Бүлектеңисеме, дәрестеңтемаһы

 

Иҫкәрмә

 

1-се сирек – 8 дәрес

 

1.

04.09

 

Танышыу. Башҡорт алфавиты

 

 

 

2.

11.09

 

Был кем?  Был нимә? Башҡорт теле

 

 

 

3.

18.09

 

Әйҙә танышайыҡ! [Ии] өн –хәрефтәре

 

 

 

4.

25.09

 

Нимә эшләй?[Аа] өн –хәрефтәре

 

 

 

5.

02.10

 

Ғаилә [Әә ], [Оо] өн –хәрефтәре

 

 

6.

09.10

 

Нимә эшләй?. [Өө] өн –хәрефтәре

 

 

 

7.

16.10

 

Кем менән? Кемдең?  [Йй] өн –хәрефтәре

 

 

 

8.

23.10

 

Һорауҙарға яуаптар. Беҙҙең класс [Уу] өн –хәрефтәре

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2-се сирек – 8 дәрес

 

 9.

06.11

 

Уҡыу әсбаптары. [Үү] өн –хәрефтәре

 

 

 

10.

13.11

 

Мин нимә эшләйем? [Ыы] өн –хәрефтәре

 

 

 

11.

20.11

 

Ҡайҙа? [Ээ] өн – хәрефтәре

 

 

 

 12.

27.11

 

Дуҫтарым. [Ее] өн – хәрефтәре

 

 

 

13.

04.12

 

Ни эшләй?

 

 

 

14.

11.12

 

Өҫтә, аҫта. [Зз] өн – хәрефтәре

 

 

 

15.

18.12

 

Контроль күсереп яҙыу «Башкорт теле кабинеты»

 

Һүрәт

 

16.

25.12

 

Хаталарөҫтөндә эш. Кем? Кемдәр? Нимә? Нимәләр? [Ҙҙ] өн –хәрефтәре

 

 

 

3-сө сирек – 10 дәрес

 

17.

15.01

 

Ни эшләйҙәр? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

 

 

18.

22.01

 

Беҙ нимә эшләйбеҙ? [Һһ] өн –х әрефтәре

 

 

 

19.

29.01

 

Ҡабатлау.  [Хх] өн – хәрефтәре

 

 

 

20.

05.02

 

Төҫтәр.

 

 

 

21.

12.02

 

Тиҙҙән Яңы йыл.

 

 

 

22.

19.02

 

Һандар. [Гг] өн –хәрефтәре

 

 

 

23.

26.02

 

Ижади эш “Яңы йыл”.

 

 

 

24.

05.03

 

Һынау.  [Ғғ] өн –хәрефтәре

 

 

 

25.

12.03

 

Нисәнсе? [Кк] өн –хәрефтәре

 

 

 

26.

19.03

 

Уйынсыҡтар. [Ҡҡ] өн –хәрефтәре

 

 

 

4-се сирек – 8 дәрес

 

27.

02.04

 

Кемгә нимә кәрәк? [ҫ, ң] өн –хәрефтәре

 

 

 

28.

09.04

 

Кем ни эшләй?  [йо,йө] ижектәре

 

 

 

29.

16.04

 

Ни эшлә?

 

 

 

30

23.04

 

Диктант “Ҡуян”

 

 

 

31

30.04

 

Хаталар өҫтөндә эш. Ни эшләгеҙ? Ни эшләмә? Ни эшләмәгеҙ?

 

 

 

32.

07.05

 

Тән өлөштәре.

 

 

 

33.

14.05

 

Хайуандарҙың тән өлөштәре.

 

 

 

34.

21.05

 

Кейем-һалым.

 

 

 

 

2 –СЕ КЛАСС ӨСӨН КАЛЕНДАРЬ – ТЕМАТИК ПЛАН

 

План

буй-са үткәр. ваҡы-ты

Фактик

үткәр. ваҡы-ты


 

Бүлектең исеме, дәрестең темаһы

 

Контроль

төрө

 

Иҫкәрмә

1-сеяртыйыллыҡ (16 сәғәт)

Танышыу – 5 сәғәт

-Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

-Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

-Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу

1.

06.09

 

Танышыу.[Әә]өн –хәрефтәре

 

2.

13.09

 

Һеҙ кем? [Һһ] өн –хәрефтәре

 

3.

20.09

 

Һинең исемең нисек? [ң] өн –хәрефтәре

 

4.

27.09

 

Һин ҡайҙа йәшәйһең?[Ҙҙ] өн –хәрефтәре

 

5.

04.10

 

Һиңә нисә йәш? [Үү]өн –хәрефтәре

 

Был мин - 2 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Балаларҙың үҙҙәре тураһында һөйләү белеүҙәре

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

6.

11.10

 

Тән өлөштәре. ҡ] өн –хәрефтәре

 

7.

18.10

 

Ауырта, ауыртмай. [Ҡҡ] өн –хәрефтәре

 

Минең ғаиләм -2 сәғәт.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү, һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, интонация буйынса формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

8.

25.10

 

Минең, һинең, уның [Ғғ] өн –хәрефтәре

 

9.

08.11

 

Нимә эшләй?[Өө] өн –хәрефтәре

 

Мин нимә яратам -3 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

10.

15.11

 

Нимә менән? [ҫ] өн –хәрефтәре

 

11.

22.11

 

Аҙыҡ-түлек. Төшкө аш.

 

12.

29.11

 

Ф. Туғыҙбаева “Сәй эсеү”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Минең мәктәбем 5 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

13.

06.12

 

Беҙҙең мәктәп. Мәктәп ниндәй?

 

14.

13.12

 

Минең класым. Класс ниндәй?

 

15.

20.12

 

Контроль күсереп яҙыу «Башкорт теле кабинеты»

 

16.

27.12

 

Хаталарөҫтөндә эш. Мәктәптә. Кемдеке?

 

2-се ярты йыллыҡ. (19сәғәт)

17.

17.01

 

Мин уҡыусы. Нисек? Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Мин дәрестән сыҡтым. сәғәт

-Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

-Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

18.

24.01

 

Дәрестән һуң. Нимә эшләйем?

 

19.

31.01

 

Тәнәфестә. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы.

 

Минең уйынсыҡтарым-4 сәғәт

- Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу

- Тәржемә итеү, һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу

-Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар.

20.

07.02

 

Уйынсыҡтар. Нимә? Нимәләр?

 

21.

14.02

 

С. Әлибай “Яңы йыл йыры”. Нимә эшләйбеҙ?

 

22.

21.02

 

Ф.Туғыҙбаева Әсә зары”. Төҫтәр.

 

23.

22.02

 

Һорауҙарға яуаптар.

 

Мин уйнарға яратам – 2сәғәт

-Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

-Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү,тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөй белеү

24.

07.03

 

Ф. Туғыҙбаева “Ҡар бабай”. Нимә эшләйбеҙ?

 

25.

14.03

 

Ф. Мөхәмәтйәнов “Беҙ уйнайбыҙ”. Миңә нимә кәрәк?

 

Минең кескәй дуҫтарым – 3 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

26.

21.03

 

Минең этем. Ни эшләй? Һорауы

 

27.

04.04

 

Ижади эш “Минең дуҫым”.

 

28.

11.04

 

Хаталарөҫтөндәэш. А.Игебаев “Аҡтүш”

 

Мин ял итәм3сәғәт

- Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү һөйләмдәр төҙөй белеү,

29.

18.04

 

Зоопаркта. Ҡайҙа? Һорауы Йорт хайуандары. Был нимә?

 

30.

25.04

 

Диктант “Ҡуян”

 

31.

02.05

 

Ауылда. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

32.

09.05

 

Минеңкөнтәртибем. Һөйләмдәһүҙҙәртәртибе. Таҙалыҡһаҡлау.

 

33.

16.05

 

Ф.Туғыҙбаева “Баш ҡала ниндәй матур”.

 

34.

23.05

 

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Уҡыу өсөн материал.

 

35.

30.05

 

Йомғаҡлау дәресе.

 

 

 

 

3 –СӨ КЛАСС ӨСӨН КАЛЕНДАРЬ – ТЕМАТИК ПЛАН

План

буй-саүткәр. ваҡы-ты

Фак- тик үткәр. ваҡы-ты

 

Бүлектең исеме, дәрестең темаһы

 

Контроль

төрө

 

Иҫкәрмә

1- се ярты йыллыҡ ( 16 сәғәт)

Һаумы мәктәп – 1 сәғәт

1.

05.09

 

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Мин танышам - 5 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү

- Исемдәрҙе ҡабатлау, килеш формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

2.

12.09

 

Таныш булайыҡ. Иҫәнләшеү.

 

3.

19.09

 

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Мин-Башҡортостандан. Интонация

 

4.

26.09

 

Хәлдәр нисек? Кайҙан? һорауыһәмшулһорауғаяуапбиреү

 

5.

03.10

 

Башҡортостан гербы, гимны, флагы. Исем.

 

6.

10.10

 

Башҡортостан байлығы. Исемдәрҙең килеш ялғауҙары.

 

Мин белем алам - 4 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү, һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, интонация буйынса формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу, ҡушымсаларҙы дөрөҫ ҡулланыу

7.

17.10

 

Мәктәп. Исемдәрҙең килеш ялғауҙары.

 

8.

24.10

 

Ф.Туғыҙбаева “Полиглот”. Барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһы.

 

9.

07.11

 

Ялҡау Зилә. һыҙ, -һеҙ ялғауҙары.

 

10.

14.11

 

С.Әлибай“Беҙ өсөнсөләр". Һүҙлек диктанты

 

Мин һәм минең ғаиләм - 4 сәғәт.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, интонация буйынса формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

11

21.11

 

Ғаилә ағзалары. Шәжәрә.

 

12

28.11

 

Ә.Ихсан “Әсә рәхмәте”. Күсереп яҙыу.

 

13

05.12

 

Д.Талхина “Әсәйем”.Ялғауҙарҙыңяҙылышы.

Мин һөнәр һайлайым - 4 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү

- Тәржемә итеү

- Барлыҡ, юҡлыҡ төшөнсәләрен ҡабатлау, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу

14.

12.12

 

Минең хыялым. –сы, -се ялғауҙары

 

15.

19.12

 

А.Йәғәфәрова “Еҫе бармы һөнәрҙең?” Алмаш.

 

16.

26.12

 

Контроль диктант «Ҡыш»

 

2-се яртыйыллыҡ (19 сәғәт)

17

16.01

 

Хаталар өҫтөндә эш. Врач булам. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Мин тәбиғәтте яратам -4 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү

- Һөйләмдәр төҙөй белеү, исемдәрҙе ҡабатлау

 

18.

23.01

 

Кеше – тәбиғәт балаһы. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

 

19.

30.01

 

Дарыуүләндәре. Проект эше.

 

20.

06.02

 

А.Йәғәфәрова “Бал ҡорто”. Бөжәктәр.

 

21.

13.02

 

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар. Нимәләр? Һорауы.

Минең яратҡан миҙгелем 7 сәғәт.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү тәржемә итеү

-Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу

22.

20.02

 

Йылмиҙгелдәре. Ҡасан? Һорауы

 

23.

27.02

 

Ҡ.Даян “Шыршы”. Науруз байрамы

 

24

06.03

 

Һорауҙарға яуаптар.

 

25

13.03

 

Яҙкилә. Сифат төшөнсәһе.

 

26

20.03

 

Ф.Туғыҙбаева “Еләктәр”. Сифат.

 

27

03.04

 

Ижади эш.“Минең яратҡан итҙгелем”

 

28

10.04

 

Хаталарөҫтөндәэш. Г.Юнысова “Көҙгө байрам”. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

 

Минең гардеробым -3 сәғәт

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү һөйләмдәр төҙөй белеү

29

17.04

 

“Күлдәк” әкиәте. Алғыш әйтеү.

 

30

24.04

 

Г.Юнысова «Сәскәле күлдәк”. Эште белдергән һүҙҙәр.

 

31

01.05

 

Ф.Туғыҙбаева “Яңы күлдәк”. Кейем һәм шәхси гигиена.

 

Минең тыуған көнөм – 2 сәғәт

- Тема буйынса әңгәмә ҡороу

- Тәржемә итеү

- Һүҙлек байлығын байытыу, ғәмәлдә ҡулланыу

32.

08.05

 

Тыуған көн. Ҡотлау һүҙҙәре.

 

33.

15.05

 

Диктант «Йәйге кис».

 

Мин сәйәхәтсе- 1 сәғәт.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү тәржемә итеү

-Һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу

34.

22.05

 

Хаталар өҫтөндә эш. Өфө урамдары. Юл ҡағиҙәләре.

 

35.

29.05

 

Йомғаҡлау дәресе.

 

 

 

4 –СЕ КЛАСС ӨСӨН КАЛЕНДАРЬ – ТЕМАТИК ПЛАН

План

буй-са үткәр. ваҡыты

Фактик

үткәр. ваҡыты


Бүлектеңисеме, дәрестеңтемаһы

Иҫкәрмә

1-се сирек – 8 сәғәт

Көн дә мәктәпкә барам.

-Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

-Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

-Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен үҙләштереү, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу

1.

04.09

 

Беренсе сентябрь – Белем көнө! Үтелгәнде ҡабатлау.

 

2.

11.09

 

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Һөйләм

 

3.

18.09

 

Мин ниндәй дәресте яратам\яратмайымҙ Һөйләм.

 

4.

25.09

 

Мин нимә уҡырға яратам? Исем.

 

5.

02.10

 

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Исем

 

6.

09.10

 

Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Исем.

 

7.

16.10

 

Контроль күсереп яҙыу.

 

8.

23.10

 

Телмәр үҫтереү. Исем.

 

2-се сирек – 8 сәғәт

Мин ғаиләмде яратам.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

9.

06.11

 

Беҙгә бергәләп күңелле. Сифат.

 

10.

13.11

 

Мин – тәрбиәле бала. Сифат.

 

11.

20.11

 

Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат.

 

12.

27.11

 

Минең яратҡан шөғөлөм. Сифат.

 

13.

04.12

 

Мин йәшәгән бүлмә. Сифат.

 

14.

11.12

 

Минең кескәй дуҫтарым.

 

15.

18.12

 

Контроль диктант.

 

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү, һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, интонация буйынса формаларын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.

16.

25.12

 

Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

 

3-сө сирек – 10 сәғәт

17.

15.01

 

Мин йәшәгән йорт/район. Алмаш.

 

18.

22.01

 

Минең күршеләрем. Алмаш.

 

19.

29.01

 

Мин яратҡан урындар. Алмаш.

 

20

05.02

 

Беҙҙең урам/йорт балалары. Алмаш.

 

21.

12.02

 

Һорауҙарға яуаптар.

 

Ауылда/ҡалала йәшәйем.

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Почтаға арналған әйберҙәр исемлеген өйрәнеү

- Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар

22.

19.02

 

Минең тыуған ауылым/ҡалам. Һан.

 

23..

26.02

 

Ауыл һәм ҡала тормошо. Һан.

 

24.

05.03

 

Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр.

 

25.

12.03

 

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Һан

 

26.

19.03

 

Күсереп яҙыу. “Тыуған ерем мөғжизәләре”. Һан.

 

4-се сирек – 9 сәғәт

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ.

- Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу

- Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

- Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү

- Тәржемә итеү, һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу

27.

02.04

 

Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә. Рәүеш.

 

28.

09.04

 

Йәнлектәр йыл миҙгелен беләме? Рәүеш.

 

29.

16.04

 

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш.

 

30.

23.04

 

Һауа торошон белеү ниңә кәрәк? Рәүеш.

 

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ.

-Тема буйынса һөйләй белеү, диалог төҙөү

-Тема буйынса һүҙлек байлығын арттырыу, ғәмәлдә ҡуллана белеү,тәржемә итеү, һөйләмдәр төҙөй белеү

31.

30.04

 

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәрн. Ҡылым.

 

32.

07.05

 

Контроль диктант.

 

33.

14.05

 

Хаталар өҫтөндә эш. Мажаралар илендә. Ҡылым.

 

34.

21.05

 

Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

 

35.

28.05

 

Минең кумирҙарым. Ҡылым.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Календарно-тематический план по башкирскому как государственному языку для 1-4 классов"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Главный бухгалтер

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 320 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 22.01.2018 1113
    • DOCX 94.9 кбайт
    • 22 скачивания
    • Рейтинг: 3 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Луговая Альфира Амировна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Луговая Альфира Амировна
    Луговая Альфира Амировна
    • На сайте: 6 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 27
    • Всего просмотров: 14310
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 17 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 328 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 154 человека

Мини-курс

Национальная система учительского роста: путь к эффективности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Детские и взрослые эмоции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология расстройств пищевого поведения

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 161 человек из 53 регионов
  • Этот курс уже прошли 95 человек