Инфоурок Начальные классы КонспектыКлассный час на тему " Нардуған" на башкирском языке

Классный час на тему " Нардуған" на башкирском языке

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ нардуган.pdf

 

 

 

Ҡышҡы  Нардуған!

 

Сәхнәгә балалар төрлө таҫмалар тотоп йүгерешеп сығалар.

 

Балалар.  Нар-нар, Нардуған

           Нардуған бар, бар

                  Нардғанға бармағандың                    Күңеле булыр тар-тар. 1-се бала.    Нар-нар, нарына,

                  Бәхет бирһен барыһына!

2-се бала.  Мал – тыуарың  түл  йәйһен! 

3-сө бала. Бала – сағаң  ит ейһен!

4-се бала. Малың  ашһын ҡуранан!

5-се бала. Ашың  ашһын  буранан! 6-сы бала. Илең - һил булһын!  

7-се бала.  Күңелегеҙ  киң булһын!

          Хужабикәләр сығалар. 

1-се  хужабик. Һай рәхмәт төшкөрҙәре! Изге теләктәрегеҙгә мең рәхмәт!

Минән байрамға бер тауыҡ. 

2-се хужабикә. Юрауығыҙ юш килһен, изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын!

Минән әле генә мейестән сыҡҡан икмәк.

3-сө хужабикә. Минән һеҙгә бер һарыҡ,етһен һыйларға барын, имен-аман байрам итеп ҡышты ҡышларға яҙһын!

4-се хужабикә. Бына ете баш ҡорот,бергә-бергә ултырып, беҙгә яҙһын ашарға, Нардуғанды башларға!

5-се хужабикә. Селлә бабай килеүгә, ҡышҡа бит Селлә хужа, яман сырхауҙар булмаһын, әсетеп ҡуйҙым буҙа. Минән буҙа бер күнәк, бергә эсербеҙ күмәк.

Бер күнәк сығарып тоттора.

Балалар. Ҡот килһен малығыҙға, Именлек барығыҙға! Донъялар булһын йәмле, ашығыҙ булһын тәмле, бала-саға туҡ булһын, сырхау, зәхмәт юҡ булһын! 

Айнур. Байрамға килеп урынығыҙ түрҙә булһын, апайҙар, инәйҙәр! Сәхнә өй итеп йыйыштырылған, түрҙә инәй ултыра. Ҡыҙҙар биҙәнеп – төҙәнгән булалар.

Инәй. Һай – һай үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҠайһылай сибәрҙәр, күҙҙәренән  ут сәсеп торалар. Әйҙәгеҙ– әйҙәгеҙ, уйнап – көлөп, күңел асып алығыҙ.

Ҡыҙҙар. әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар Юлбарсы һайлайыҡ.

Бөтәһе бергә. әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ. Нисек итеп һайлайбыҙ 

1-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, инәйебеҙ йомаҡ  ҡойһон, кем дө кем бөтә йомаҡтарға ла яуап таба, шул Юлбарсы була. Инәй. Ярай, улай булғас, тыңлағыҙ. 1-се йомаҡ. Тып-тып бейей сәп2ккә,

                     Он таҙарта әпәккә.                      Ауыҙы юҡ, мороно юҡ,                      Үҙе һәр ваҡытта туҡ.

1-се ҡыҙ. Иләк, иләк.

Инәй. Дөп – дөрөҫ.

2-се йомаҡ. Бабайым килә  ҡағынып,

                      Аҡ толобон ябынып.                       Был кем була инде/ 2-се ҡыҙ.Ҡыш була, инәй. 

Инәй. Дөрөҫ,ҡыҙым.

3-се йомаҡ. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,                       Йөрөй йәшел кейем кейеп.

1-се ҡыҙ. Шыршы, йәшел шыршы. 

Инәй. Һай, афарин, балам, дөрөҫ.

4-се йомаҡ. Ишектән керә, түргә уҙа,                      Ҡулһыҙ һүрәт төшөрә                       Телһеҙ тешләй.

3-се ҡыҙ. Һалҡын була.

Инәй. Дөрөҫ,ҡыҙым, тап шулай.

5-се йомаҡ. Шәкәр тиһәң, шәкәр түгел,

                      Һөт тә түгел – үҙе аҡ,

                      Мамыҡ тиһәң – мамыҡ түгел,                                          Йә, был нимә  Уйлап тап.

1-се ҡыҙ. Ҡар,инәй, ҡар.

Инәй.     Ай, алла, дөп-дөрөҫ

6-се йомаҡ. Утта янмай, һыуҙа батмай,

                     Тышта таш була,

                     Өйгә индерһәң, һыу була.  4-се ҡыҙ. Боҙ,боҙ, эйеме инәй Инәй. Дөрөҫ балам,дөрөҫ.

7-се йомаҡ. Ҡолаҡтарҙы семетә,

                     Көй ҙә түгел, бейетә,                    Юрғалатып йүгертә,                    Бейәләйҙәр кейҙертә.

1-се ҡыҙ.  Һыуыҡ, ҡыш, инәй шулаймы

Инәй.       Тап шулай, балам. Йә, кемегеҙ йомаҡ-                  тарҙы күберәк яуап бирҙе Ҡыҙҙар.    Рәзилә, Рәзилә.

Инәй.       Тимәк, Рәзил2 Юлбарсы була.Ҡотлайым һине, ҡыҙым

Рәзилә.    Юлбарсыға кем ҡаршы

Ҡыҙҙар.    Рәзилә – һин Юлбарсы,

                 Юлбарсыға юҡ ҡаршы.

Юлбарсы.  Ағастарҙы япраҡ биҙәй,

                   Сәскәбиҙәй аҡланды,                    Төндәрҙе көмөш ай биҙәй,                    Сулпан биҙәй сал таңды.                    Йылғаны тулҡын матурлай,                    Ҡояш нурлай көндәрҙе.                     Минең дә гөл иткем килә                     Тыуып үҫкән ерҙәрҙе.

2-се ҡыҙ. Булғас булһын, Юлбарсыға матур яулыҡ.Матурлап бәйләп                         ҡуяйыҡ.

Ҡыҙҙар Юлбарсыға матур яулыҡ  бәйләйҙәр.

Инәй. Йәгеҙ әле, балалар, “Йөҙөк һалам” уйынын уйнап алайыҡ  әле. 3-се ҡыҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙгеҙ. Кемдең  ниндәй һөнәре бар, белеп ҡуяйыҡ                      әле.

Инәй йөҙөк һала, Илсурға һала. Илсур сыға.

Уҡытыусы: Һай, Илсурға йөҙөк төшкән.Нимә эшләрг2 ҡ ушайыҡ уға Бергә:        Ҡурай6а уйнаһын әле, шәп һыҙҙыра бит ул.

Илсур уйнап бөткәс, маҡтап, хуплап ҡуялар.

2-се йөҙөк  Гүзәлгә  һалына, бейей.

Юлбарсы. Инәй, нимә аңлата ул “Нардуған” һүҙе Инәй.        Ҡотлау һүҙе.

Уҡытыусы. Нар – ул монголса ҡояш тигәнде аңлата. Нардуған –ҡояш тыуған көн.Борон заманда ата-бабаларыбы6 оҙон-оҙон төндәрҙә, иң ҡыҫҡа көндәрҙә  мөрәжәғәт иткәндәр “Нар туған, йөҙөң  менән беҙгә борол инд\” Көн оҙая башлағас,ҡояш кешеләрҙе тыңлап, йөҙө менән борола башланы, тип ышанәандар.Был 25 декабрь көнө  байрам ителгән. Беҙ  бөгөн ошо йола менән танышабыҙ.

Юлбарсы. Бөгөн ҡояш тыуған көн,

                    Оло байрам – Нардуған.                     Әҙә, бергә әйләнәйек,                     Барыбыҙ ҙа бер туған. ҡулға-ҡул тотоношоп башҡорт халыҡ йыры “Нардуған”ды башҡаралар.

Һин уртала, ә беҙ ситтә

Әйләнәбеҙ Нардуған, 

Әйҙә бергә әйләнәйек, Нардуғанға кил, туған

Ҡояшыбыҙ берәү генә, Әсәйемдәй йылы ул,

Беҙҙе иркәләй ҙә  һөйә, Нурҙар уның  ҡулы ул. Нардуған, Нардуған, Нардуғанға кил, туған Нар - ҡояшым, нурлы бул, Нардуғаным, йырлы бул.

Табыныбыҙ, һыйлы бул,

Матур шиғыр, көйлө бул Нардуған, Нардуған Нардуғанға кил, туған.

Ҡыҙҙар. Инәй, ноҡот һал  әле. Кем килер икән беҙҙең  байрамға Инәй ноҡот һала.

Инәй. Оҙон-оҙон юл булыр, беҙгә кем килә  булыр  Ноҡотҡа  берәүҙең һыны төшә, үҙе ҡарт,үҙе дәрт . Уның байрамда булыуы шарт.

Селлә бабай килеп инә. Балалар сәпәкәй сабалар. Селлә бабай. Бына,Нардуған байрамына ашы- ға-ашыға килеп еттем.

Юлбарсы. Әйҙәгеҙ, Селлә бабайҙы бейетеп алайыҡ  әле.

Балалар. Әйҙәгеҙ,әйҙәгеҙ.

Бейеү көйө уйнай. Бөтәһе бергә таҡмаҡ  әйтәләр. Селләбабай бейей.

Баҫ  әле, Селлә бабай,

Оҫта баҫаһың ҡалай,

Беҙҙең  менән йырлап – бейеп Күңелең ас бер талай.

Баҫ, баҫ иҙәнгә

Иҙәнебеҙ имән дә, 

Рәхмәт һиңә байрамыбыҙ

Нардуғанға килгәнгә

Селлә бабай бейеп туҡтай. Уны балалар ихтирам итеп иң түргә, инәй эргәһенә, ултырталар.

Юлбарсы.   Нардуған, Нардуған,

                    Һөнәрең күрһәт, туған

                    Нар ҡояш нурға тулған                     Йыр – бейеү күрһәт, туған.

Уҡытыусы: Йәгеҙ әле, Селлә бабайға үҙебеҙҙең һөнәрҙәрҙе                      күрһәтәйек.

Уҡытыусы. Бына афарин,балалар. Рәхмәт,   рәхмәт һеҙгә. Беҙҙең бейеүсе  ҡыҙҙарыбыҙ бар ине түгелме, йә  әле  һылыуҙарҙы бейетеп алайыҡ. Зифа менән Алина бейей. Улар бейеп бөткәс маҡтау һүҙҙәре әйтелә, сәпәкәйҙәр.

Юлбарсы. Апай, ололар йыл мөсәле лә, йыл мөсәле, тиҙәр. Нимәбула һуң  мөсәл

Уҡытыусы. Көн миҙгеле – төүлек. Йыл миҙгеле – ун ике ай. Һәр айҙың, йылдың 12 сифаты( холҡо) була. Уларҙың ошо үҙсәнлектәре ун ике йыл һайын яңынан ҡабатланып тора. Шуға ла ун ике йылды бер мөсәл тиҙәр. Мөсәлдәге һәр йылдың үҙ  эйәһе бар. Бына быйылғы йылға нимә хужа булды  Балалар. – Сысҡан.

У7ытыуы. Эйе быйыл сысҡан йылы.Тағы ла 12 йыл үткәс кенә сысҡан  йылы  ҡабатланасаҡ. 2009 йыл нимә йылы була Балалар. – Үгеҙ.

Уҡытыуы.Йә,кемегеҙ, сысҡан йылында тыуған

Һеҙгә  нисә тула инде. Һеҙ тыуғандан һуң бер мөсәл  үткән тигән һүҙ була инде.

Юлбарсы.  Инәй, ә борон-борондан башҡорт халҡы тәбиғәткә табынған, тиҙәр. Нисегерәк була ул.

Инәй. Борон-борондан халҡыбыҙ тәбиғәтте  һәм уның айырым күренештәрен  йәнләндереп кенә ҡалмаған, бәлки һәр күренештең 

Үҙ хужаһы, үҙ эйәһе бар тип уйлаған. Бына тыңлағыҙ эле, ер-һыу нисек күрһәтелә:

Ер-һыу йөрәк тибешем,

Ер-һыу минең төп ишем,

Атайымдың төҫө ул,

Беләгемдең көсө ул, 

Йөрәгемдең  хисе ул,

Ер-һыу тәне – кеше ул,

Ер-һыу кешенең ише  ул!

Ер-һыу ише – кеше ул!

Уҡытыусы:  Ҡайһылай матур һүҙҙәр, эйе бит,балалар. Бына йәшен йәшнәүен, күк күкрәүен борон аңлата алмағандар. Был тәбиғәт күренештәренең  эйәһе  бар тип уйлағандар.  

Бабай: Шуға күрә  беҙҙең халҡыбыҙҙа  ғына Йәйге Нардуған байрамы, йәки Аяу айы бар, был айҙы июнь  айы тип йөрөтәләр. Был айҙа һунарға йөрөргә, балыҡ тоторға, ағас –урман ҡырҡырға, ҡош –ҡорттоң ҡанын ҡойорға рөхсәт булмаған.  Был ваҡытта бар тәбиғәт үрсей.

Юлбарсы:  Рәхмәт һеҙгә  шундай мәғлүмәттәрегеҙ өсөн. Әйҙәгеҙ ҡыш тураһында  шиғыр һөйләп, йыр йырлап  алайыҡ.

(2-се класс йыр йырлай). 

Айгөл:  Ҡара ғына, ҡар ағыла               Беҙҙең ауыл янына.

              Эй, яуа ҡар, 

              Өр- яңы ҡар

              Беҙҙең ауылға  ғына. Салауат: Ҡар байрамы, ҡар байрамы!

                 Ҡыуаныс  ҡар булғанда.

                 Аҡ ҡыҙҙар  ҙа,

                 Аҡ малайҙар 

                 Уйнай бөгөн  урамда.

Зилә:  Сүпрә кеүек күперә ҡар,

            Ҡар теҙҙән, ҡар муйындан....             Ҡар уйыны  ҡыҙығыраҡ              Бар уйындан.

 

 

 

Гүзәл:  Шыжлап  ҡына  түбән оса,              Эй шәп шыуа санабыҙ.

             Ҡайһы саҡта тау битендә              Тәкмәс атып  ҡалабыҙ.              Ап-аҡ ҡарҙы ҡаға-ҡаға               Беҙ ҙә аҫҡа сабабыҙ.

              Ярай әле  тау аҫтында               Көтөп торған санабыҙ.

Кинйә: Ҡар яуа, ҡар яуа,

              Ҡарға тулған бар  һауа.               Ҡар яуа, ҡар яуа,

              Өҫтөбөҙгә  күк  яуа.

Юлбарсы:  Әйҙәгеҙ Ҡояшыбыҙға мөрәжәғәт итеп, дан  әйтәйек.

 

Бергәләп:    Миһырбанлы  Ҡояшым,

                    Барына нур ҡояһың.                     Донъялағы бар йәнлегең                     Иркәләйһең, һөйәһең.

 

 

Юлбарсы:   Малдарыбыҙға  һөт килҡен,

                     Йот килмәһен, туҡ килһен.                      Ҡортобоҙ осһон кейәнән,                      Ҡолон тыуһын бейәнән.

                     Тай- тулағыбыҙ  туҡ булһын,

                     Тауығыбыҙ  күп булһын,                      Барыбыҙға – һаулыҡ,                      Һаулыҡ  үҙе ҙур байлыҡ!

Селлә  бабай:  Киң  ризыҡ, киң  дәүләт  бирһен,  һәр ике бәндәгә  киләсәген                             күреү насип булһын!

Бөтәһе бергә:  Амин, шулай булһын!  Рәхмәт, Нардуған байрамыбыҙға!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Классный час на тему " Нардуған" на башкирском языке"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по кредитованию

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 664 189 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 27.01.2016 790
    • RAR 300.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Усманова Райса Зауровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Усманова Райса Зауровна
    Усманова Райса Зауровна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 59826
    • Всего материалов: 40

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Возрастные особенности детей младшего школьного возраста

36 ч.

1700 руб. 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 128 человек из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 2 092 человека

Курс повышения квалификации

Психолого-педагогические аспекты развития мотивации учебной деятельности на уроках по физической культуре у младших школьников в рамках реализации ФГОС НОО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 176 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы теории и методики преподавания в начальной школе в соответствии с ФГОС НОО

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 388 человек из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 221 человек

Мини-курс

Стратегии антикризисных коммуникаций и управление репутацией в современном бизнесе

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология личности

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 36 человек из 23 регионов

Мини-курс

Детские и взрослые эмоции

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе