Инфоурок Родной язык КонспектыКонспект урока на тему в ҙ классе " Хәлдәр. Урын, ваҡыт хәлдәре"

Конспект урока на тему в ҙ классе " Хәлдәр. Урын, ваҡыт хәлдәре"

Скачать материал

Тема: Хәлдәр. Рәүеш,урын, ваҡыт  хәлдәре. Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

 

Маҡсат: 1.Уҡыусыларға хәлдәр рәүеш, урын, ваҡыт хәлдәре менән таныштырыу,    телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү;

2. Күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡты, коммуникатив  күнекмәлелекте үҫтереү;

 3. Тыуған илгә һөйөү тойғолары, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Күргәҙмә материал: слайдтар,дәреслек

 

Дәрес барышы.

 

1.Ойоштороу . Хәйерле көн, ҡәҙерле балалар.

Кәйефтәрегеҙ нисек? Улайһа китап, дәфтәрҙәрегеҙҙе астыҡ,дәресте башлайыҡ.

2.Актуалләштереү:

Бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән сәйәхәткә сығабыҙ.

Уҡыусылар нимә ул сәйәхәт? ( Тауҙарҙы, йылғаларҙы, мәмерйәләрҙе һәм башҡа урындарҙы өйрәнеү маҡсатында беҙ сәйәхәткә сығабыҙ)

 - Сәйәхәт  итергә барыбыҙ ҙа яратабыҙ

 -  Ә сәйәхәтсе ниндәй булырға тейеш?

-  ( көслө, белемле, батыр, ярҙамсыл).

Беҙ һеҙҙең менән алдағы дәрестәрҙә һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре – аныҡлаусы, тултырыусы, хәл тураһында һөйләшкән инек инде. Шуға күрә Һеҙҙең сәйәхәткә әҙер булыуығыҙҙы  тест  һорауҙары менән тикшереп китәйек.. Дәфтәрҙәрегеҙгә  бөгөнгө датаны яҙып ҡуяйыҡ. Тест  яуаптарын  хәреф менән билдәләгеҙ. Һәр һорауға 1 мин ваҡыт бүленә.

1-се слайд:

 Нимә ул тултырыусы?

А) һүҙ төркөмө.

Б) һүҙбәйләнеш.

В) эйәрсән киҫәк.

Г) исем.

     2 –се слайд:

Салауат батыр- беҙҙең милли геройыбыҙ? Ҡалын шрифт  менән  яҙылған һүҙ һөйләмдә  нимә булып килә?

А) тултырыусы

Б) аныҡлаусы

В) эйә

Г) өҫтәлмәлек

 3 – сө слайд:

Аныҡлаусы  ниндәй һорауға яуап бирмәй?

А) ниндәй?

Б) ҡайҙа?

В) кемдең?

Г) нисәнсе?

- Тестарҙы тикшерәйек. Яуаптар:1 - в,2 - г,3 – б. Һеҙ ҙә үҙегеҙең яуаптарығыҙҙы тикшерегеҙ.

3.Яңы тема

- Беҙ сәйәхәткә әҙер. Уҡыусылар  сәйәхәткә сығыр алдынан  нимәләр эшләйбеҙ? (әҙерләнәбеҙ, ә нисек әҙерләнәбеҙ,  , нимәне билдәләйбеҙ ҡайҙа барасағыбыҙҙы билдәләйбеҙ,эйеме.Тимәк сәйәхәттең урынын билдәләйбеҙ.

Урынын билдәләнек,ә артабан нимә тураһында һөйләшәбеҙ. Сәйәхәттең ваҡытын билдәләйбеҙ, йәғни ҡасан барабыҙ.

Артабан тағы нимәне билдәләргә кәрәк, уҡыусылар? Сәйәхәткә нисек барабыҙ, шуны билдәләргә тейеш буласаҡбыҙ эйеме.

-(Ҡайҙа барабыҙ?,  Ҡасан барабыҙ?  Нисек барабыҙ?)  – тип урынын, ваҡытын  һәм ни рәүешле барабыҙ шуны  билдәләйбеҙ.

-Шулай итеп беҙ ниндәй хәлдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-(Ҡайҙа, ҡасан, нисек һорауҙарына яуап биреүсе Урын, Ваҡыт, рәүеш хәлдәре тураһында һөләшәсәкбеҙ).

Теманы яҙып ҡуйҙыҡ, уҡыусылар.

-  Беҙҙең сәйәхәт  башланды!

1-се туҡталыш – “ Ҡайҙа?” туҡталышы.

5 – се слайд;

Әйҙәгеҙ слайдты ҡарайыҡ. Был  нимә?  (Мәмерйә, йылға һ.б.) .

Беҙ ҡайҙа? килдек. (Беҙ мәмерйәгә килдек. ) ? Беҙ йылға буйына килдек.  

Беҙ ҡайҙа баҫып торабыҙ?  Беҙ тау башында баҫып торабыҙ

-  Бирелгән  һөйләмде   уҡыйыҡ.

Изге ергә мин тағы ла килдем,

Аяҡ баҫтым Иҙел ярына.

 -  Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә һорау бирәйек.

Килдем ҡайҙа?  ( изге ергә).

Аяҡ баҫтым  ҡайҙа? (иҙел ярына)

- Ҡайҙа?  һорауына  яуап биргән һүҙҙәр нимәне аңлата, тимәк?

- ( урынды аңлата).

Тимәк, эш – хәлдең урынын белдереп, Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡайҙан алып? Ҡайҙа саҡлы?  Һорауҙарына яуап булған хәлдәр урын хәле тип атала.

-         Дәреслектәге 69-сы биттәге 118-се күнегеү  асығыҙ, Биремде уҡып ишеттерәбеҙ, күнегеүҙән ҡалын хәреф менән бирелгән урын хәлдәрен,  ниндәй һорауға яуап биреүен  һәм ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтеп үтәйек.  

-                     Уралтау башына ( ҡайҙа? ниндәй һүҙ төркөмө?  Исем -нөктәле һыҙыҡ менән һыҙабыҙ.)

Ташында ( ҡайҙа? Исем,)

 Баш осонда ( ҡайҙа? Исем.)

Бында (ҡайҙа? Алмаш.)

Ерҙәрҙә (ҡайҙа? Исем.)

      -    Күсереп яҙығыҙ. Слайдтан күсереп яҙыу.

-         Шулай итеп, урын хәлдәре ниндәй һүҙ төркөмдәренән килә?

- (исем, алмаш).

-         Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

-          (Ҡайҙа?  Ҡайҙан?  Ҡайҙа саҡлы? Ҡайҙан алып?).

-         Эш – хәлдең урынын белдереп, төбәү, сығанаҡ, урын – ваҡыт килештәге исемдәрҙән һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән, бәйләүес һәм ярҙамсы исемдәр эйәргән ҡушылмаларҙан килә.

2 – се туҡталыш “ Ҡасан?”  туҡталышы.  7 – се слайд:          

Ҡыш, йәй, төн, иртә һүрәттәре.

- Был һүрәттәргә ҡарағыҙ һәм ҡасан?  һорауына яуап биргән һүҙҙәр уйлағыҙ.  (иртән, кис, көҙ, йәй һ.б)

- Ә хәҙер бирелгән һөйләмде   уҡыйыҡ. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәргә һорау  бирәйек.

Иртә таңдан тороп ләззәтләнеп,

Һаҡмарымдың буйын буйланым.

--Буйланым ҡасан? ( иртә таңдан тороп)

- Ҡасан?  һорауына яуап биргән һүҙҙәр нимәне аңлата?

-  ( ваҡытты  аңлата) Тимәк башҡарылған эштең, хәлдең  ваҡытын белдерә

- Был һүҙҙәр ваҡыт  хәле тип атала. Эш – хәлдең үтәлеү – үтәлмәү ваҡытын белдереп, ҡасан? Ҡасанға? Ҡасанға тиклем? Ҡасандан бирле? Һорауҙарына яуап була. Ваҡыт рәүештеренән, хәл ҡылымдарҙан, сығанаҡ килештәге исем, алмаш, исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Мәҫәлән,  Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. (Мәҡәл)

- Дәреслегегеҙҙең 70- битендәге 121- се күнегеүҙе ҡарап китәйек, биремде уҡып ишетерәйек. ҡалын хәреф менән бирелгән ваҡыт  хәлдәрен уҡып,  ниндәй һорауға һәм ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтеп үтегеҙ.

Тартты төн буйы   (ҡасан? Исем)

   Бурай хәҙер (ҡасан? Рәүеш)

Булды  иртәнгә саҡлы (ҡасанға тиклем? Исем)

-         Шул һүҙбәйләнештәрҙе дәфтәргә күсереп яҙығыҙ.

Һығымта яһайбыҙ.

Шулай итеп ваҡыт хәле ниндәй һорауға яуап булды һәм эш-хәлдең нимәһен белдерҙе?

3-сө туҡталыш:  “Нисек?” туҡталышы. (слайд)

Һүрәттәр:  йәйәү  китеп барыусы, саңғыла

- Һүрәткә ҡарағыҙ. Сәйәхәткә нисек сығырға була?  Слайдҡа ҡарап бындағы кешеләр нисек сәйәхәт  итәләр?

-йәйәү, саңғыла, күмәкләп, йүгереп,  һ.б. 

Эш –хәлдең эшләнеү рәүешен белдереп, нисек? Ҡайһылай? Ни рәүещле? Һорауҙарына яуап бирә. Улар рәүещтәрҙән, урын – ваҡыт, сығанаҡ килештәге исем, сифат, хәл ҡылым, алмаштарҙан килә ала. Мәҫәлән, арзан алып.

4. Нығытыу.4-се туҡталыш:   Сәйәхәтсе яҙмалары.

Сәйәхәтсе күргәндәрен яҙып бара. Беҙ ҙә сәйәхәтсе булараҡ, яҙмалар эшләп алайыҡ.

5.Парлап эшләү:

Парлап эшләйек. Ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып,  ниндәй пар   күберәк һөйләмдәр  төҙөй?  Һөйләмдәр бәйләнешле булһын.

   кисен                                           йәйәү

Артта                                            иртә                             тиҙ

Уңда                                              иртәгә                          шәп

Һул яҡта                                       бая                               

Алыҫта                                          хәҙер

Баш осонда                                  көн буйы

Аяҡ аҫтында                              

1-2 партаны уҡытыу.

6.Схема эшләү. (Таҡтала)

Урын хәле                                           Ваҡыт хәле                        Рәүеш хәле

урынын                                                 ваҡытын                      эшләнеү рәүеше  

Ҡайҙа?                                                   Ҡасан?                                     Нисек?

Ҡайҙан?                                                 Ҡасанға тиклем?              Ҡайһылай?

Ҡайҙан алып?                                       Ҡасандан бирле?             Ни рәүешле?

Исем( төбәү, сығанаҡ, ур-ваҡыт )    Ваҡыт рәүеше          исем, сифат, хәл                                                                         

                                                                Хәл ҡылым                   ҡылым, алмаш

                                           Исем, алмаш  (сығанаҡ к)       ( ур-ваҡ., сыған. к)

- Эш-хәлдең нимәһен белдерә? (урынын…)

- Урын хәле ниндәй һорауға яуап бирә?

- Һөйләмдә ниндәй һүҙ төркөмдәренән килергә мөмкин?

7.Йомғаҡлау.

-Шулай итеп, балалар, беҙ бөгөн  ниндәй хәлдәр тураһында һөйләштек?

( ) Ваҡыт, Урын, рәүеш хәлдәре. Улар  тураһында нимәләр белдек?

Ниндәй эштәрҙе һеҙгә башҡарыуы еңел булды?

Ә ҡайһы эштәрҙе башҡарыуы ауыр булды?

- Уҡыусылар ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам, ә дәрес һеҙгә оҡшанымы?

- ниндәйерәк эштәрҙе һеҙгә башҡарыуы ауыр йәки еңел булды.

8.Баһалау. Ә хәҙер, балалар, үҙегеҙ иптәштәрегеҙгә баһалар ҡуйырһығыҙ һәм ни өсөн уға шул баһаны ҡуйыуығыҙҙы ла аңлатып китерһегеҙ.

9.Өй эше: Ур-ваҡыт, рәуеш хәлдәре һүҙҙәре  менән йәйге сәйәхәт тураһында  бәләкәй  хикәйә яҙығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока на тему в ҙ классе " Хәлдәр. Урын, ваҡыт хәлдәре""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 6 месяцев

Ректор

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 665 104 материала в базе

Материал подходит для УМК

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.09.2022 843
    • DOCX 50.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мурзагильдина Нурзия Байтулловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 3 года и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6567
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Технолог-калькулятор общественного питания

Технолог-калькулятор общественного питания

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Лингвокультурологический подход в обучении русскому языку как обеспечение принципов и требований ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 92 человека

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и культура речи: теория и методика преподавания в профессиональном образовании

Преподаватель русского языка и культуры речи

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 59 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 183 человека

Курс повышения квалификации

Родной (русский) язык: теория и методика преподавания в образовательной организации

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Переходные моменты в карьере

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Детско-родительские отношения: эмоциональный аспект

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 21 региона

Мини-курс

Методика образовательных игр с детьми раннего возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 28 человек из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 36 человек