Инфоурок Начальные классы КонспектыКонспект урока по башкирскому языку на тему: " Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы. (Ҡабатлау дәресе) 3 класс

Конспект урока по башкирскому языку на тему: " Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы. (Ҡабатлау дәресе) 3 класс

Скачать материал

 

 Тема:  Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы. (Ҡабатлау дәресе) 3 класс

 Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш:  үҙ – ара  хеҙмәттәшлек  итергә, үҙ  фекерен иҫбатлай белергә, һығымталар яһарға өйрәтеү,  иғтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереү. Тыуған тәбиғәттең хозурлығын күрә белергә өйрәнеү, уға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: әңгәмәсеңде тыңлай белеү, эшләү процесында бер-береңә ярҙам итеү, эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле, дөрөҫ йүнәлештә үтәү, дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау.

Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡушма һүҙҙәрҙең ябай  һәм  яһалма  һүҙҙәрҙең  айырмаһын  билдәләү;  күмәкләп  ҡушма  һүҙҙәргә  дөйөм  төшөнсә биреү; ике һүҙ ҡушылып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәрҙең

 яһалыу юлдарын  анализлау,  һығымта  яһау;  һүҙлек  запасын  байытыу,  телмәр  үҫтереү  өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карточкалар,   Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, смайликтар,  

- Һаумыһығыҙ!  

- Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ, бергәләшеп уҡыйыҡ. Слайд 2.

-Һаумыһығыҙ,  уҡыусылар!

Яҡшы үтһен көнөгөҙ,

Фән серен күп белегеҙ.

Еңел булһын уҡыуҙар,

Матур булһын яҙыуҙар,

Дәфтәр һайын биш булһын,

Үҙенә тартып торһон.

-Бер-беребеҙгә ҡарап йылмайыу бүләк итәйек һәм дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ҡайһы  көнө?

 - Бөгөнгө дәрестең маҡсаттын  билдәләргә  мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм. Һәм яуабын табып  кроссворды тултырабыҙ . СЛАЙД 3 бөгөн дәрестә нимәләр эшләр икәнебеҙҙе белербеҙ. Беҙҙең бөгөн ниндәй дәрес булыр һуң?

 

Ҡылый күҙ, оҙон ҡолаҡ, 
Баҡсаны үтмәй урап, 
Һайлап, кишер кимерә, 
Бигерәк шәп йүгерә. /ҡуян/ 

 

Бер ере – ҡола дуға,

Бер ере –ала дуға,

Был балыҡтың ана шуға

Исеме – ( алабуға)

 

Тау-ҡаяны төйәк итә, 
Бер ниҙән тормай өркөп. 
Кемдең уны күргәне бар? 
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/ 

 

Дүртәүҙер аяғы, 
Ҡайсылай ҡолағы, 
Таштан ҡаты тояғы. /ат/ 

 

Уңайлы ултыра ағаста, 
Сәтләүекте ярата, 
Көлтә ҡойроҡ, бик етеҙ ул, 
Һикерергә ярата. /тейен/ 

 

Ҡара морон, һарғылт йөн, 
Көлтә ҡойроҡ, хәйләкәр, 
Тауыҡ итен бик ярата, 
Ялан, урманда йәшәр. /төлкө/ 

  

Суҡ толомло, аҡ һынлы, 
Гел һөйкөмлө, яғымлы. 
Сағылда табып яйын 
Сәләмләй килгән һайын. /ҡайын/ 

 

Йөрөмәй ул буранда, 
Ҡышын йоҡлай урманда, 
Йәйен солоҡ "таҙарта", 
Еләкте лә ярата. /айыу/ 

 

- Уҡыусылар мин һеҙгә ниндәй темаға йомаҡтар әйттем. Йәнлектәр, балыҡ, ҡош, ағастар. Ни өсөн икән ?

-Быйылғы йыл беҙҙең республикала ЭКОЛОГИЯ ЙЫЛЫ  тип иғлан ителде... Эмблема Слайд 4

- Һәм беҙҙең ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

-Эйе. Беҙҙең бөгөн  ҡабатлау дәресе. Быға тиклем өйрәнгән ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышын ҡабатлап, нығытып китербеҙ. Беҙ был теманы нисек үҙләштерҙек икән? 

- Әле ниндәй миҙгел?

-Ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?(һ.б.)  Эйе, ҡыш һыуыҡ, аҡ, матур миҙгел.

-Беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм саф уйҙар,  яҡшы  теләктәр менән дәресте башлайыҡ.

-Кәйефтәрегеҙ нисек? (смайликтар күрһәтегеҙ)

2. Уңыш ситуацияһы ойоштороу. Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләре.

а) Матур яҙыу минуты

·         -Уҡыусылар һеҙҙең дәфтәр биттәрегеҙ шатлана беләме?

·         -Белә.

·         -Ҡасан шатлана һуң улар?

·         - Таҙа,  дөрөҫ яҙһаҡ.

- Әйҙәгеҙ, таҙа,  дөрөҫ яҙып дәфтәр биттәребеҙҙе шатландырайыҡ әле.

 Егерменсе ғинуар. (алдан таҡтала число класта эш матур яҙыу минутын яҙып ҡуйырға)

Класта эш.

Ҡҡ  (Ҡ хәрефенә ҡушма һүҙҙәр әйтегеҙ)

1.  Ҡарһылыу боҙбармаҡ ҡарабойҙай 

ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар.   Һөйләм төҙөү. Баш киҫәктәрен табыу.

(Тикшереү  Слайд 6  буйынса)

 2 Һүрәтле диктант яҙыу.

 

- Предметтарҙың исемдәрен яҙ.

аҡҡош, ҡыҙылтүш, ташбаҡа, көнбағыш, ҡыҫала. (Слайд 7- 10. Тикшереү. Слайд 11 )

·         Ҡәләм менән тамырҙарын билдәләйек.

·         Был ниндәй һүҙҙәр? Ни өсөн? Иҫбатла.

·         Был һүҙҙәр нисек яһалған?

·         Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек. 

1 се ҡағиҙә Ике һүҙҙән яһалып, бер предметтың атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла( Слайд 12.)

 3.   - Ә хәҙер беҙ төркөмдәр менән  эшләп алайыҡ. Һеҙгә карточкалар таратып бирәм. Һеҙгә ҡушма һүҙҙәр төҙөп яҙыр кәрәк,  шул уҡ ҡағыҙҙарҙа.

Аҡ+ иҙел, таш+ булат, бир+яҡ, аҡ+түш, Гөл+баныу, ал+япҡыс.

Ҡара+ иҙел, көн+яҡ, көн+ бағыш,  Тора+тау , аш+яулыҡ

Йөрәк+тау, төн+яҡ, Аҡ+булат, ҡул+яулыҡ, оло+атай

(Йәрәктау — шихан, Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге дүрт шихандың береһе, Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан. Йөрәктау ҙа ошо тирәләге башҡа (Торатау, Шаһтау, Ҡуштау)...

Ҡариҙел (Өфө) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙел, йылға, Ағиҙел йылғаның уң ҡушылдығы. Силәбе өлкәһе, Ҡарабаш тау итәгендәге Өфө күленән башлана. Силәбе, Сведловск өлкәләре, Башҡортостандың Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен...

Гора Торатау — Башкортостандағы  билдәле дүрт шихандарҙың береһе. Ул башҡа шихандарға ҡарағанда матур һәм бейек

Трата́у, Тората́у (башк. Торатау — «крепость-гора») — шихан, Ишембай ҡалаһының һәм   Ишимбай районының  гербында һәм  флагында һүрәтләнгән  символы. 1965  йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы.

4.   Отҡор һүҙҙәрҙә хата ебәргән әйҙәгеҙ беҙ уға ярҙам итәйек.

Меңъяпраҡ,  арьяҡ, төньяҡ, ашьяулыҡ, ҡульяулыҡ, Гөлъямал 

 

 

- Тикшерәйек. Слайдҡа 13  ҡарайбыҙ. Хәҙер үҙегеҙ эшләгән эштәр менән сағыштырығыҙ. Кемдең эше дөрөҫ? Кемдеке дөрөҫ түҙел? Йөрөп ҡарап сығырға.  Ни өсөн  меңьяпраҡ,  төньяҡ  һүҙҙәрендә ь билдәһе  ҡара төҫ менән яҙылған, ә башҡаларҙа ҡыҙыл төҫ менән?

- Ҡағиҙәне ҡабатлап китәйек.

2 ҠАҒИҘӘ ҠУШМА ҺҮҘҘЕҢ ТӘҮГЕ ТАМЫРЫ НӘҘЕК ҺҮҘҘӘН ТОРОП, ИКЕНСЕ ТАМЫРЫ Я, Ю ХӘРЕФТӘРЕНӘ БАШЛАНҺА,  ИКЕ ҺҮҘ АРАҺЫНДА НӘҘЕК АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ (Ь) ЯҘЫЛА.

ҠУШМА ҺҮҘҘЕҢ ТӘҮГЕ ТАМЫРЫ ҠАЛЫН  ҺҮҘҘӘН ТОРОП, ИКЕНСЕ ТАМЫРЫ Я, Ю  ХӘРЕФТӘРЕНӘ БАШЛАНҺА, ИКЕ ҺҮҘ АРАҺЫНДА ҠАЛЫН  АЙЫРЫУ БИЛДӘҺЕ (Ъ) ЯҘЫЛА.

5. Мәҡәлдәрҙең төшөп ҡалған һүҙҙәрен яҙ.

1.  ____   мәңге кәрәк булыр,

      Ҡәҙерен белгәндәргә терәк булыр.

  2. _____  эше тауыҡ сүпләһә лә  бөтмәй.

  3. _____   яуған ерҙән,

       _____  ер яҡшы.

6 . – “Һүҙҙәр төҙө” уйыны. Беҙҙең артабанғы эшебеҙ. Беренсе бағаналағы һүҙгә икенсе бағананан тейешле һүҙҙе һайлап алып, ҡушма һүҙ итеп яҙырға.

Йүгерә          көлә

Дуҫ               атлай

Көлә              иш

Иртәле          сикле

Икһеҙ             кисле

Үрле               бирле

Ауа                 шалай

Тора               ҡырлы

Малай             түнә

Арлы              тора

Илке                  тыуар

Матур                һалҡы

Мал                    тойғо

Хис                     ҡыҙ

Ҡатын                матур

 

 

  - Ошо эштә һеҙ нимәгә  иғтибар иттегеҙ икән?  Беҙ бында ниндәй ҡушма һүҙҙәрҙе  яҙҙыҡ? 

- Әйҙәгеҙ әле ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп китәйек. 

3 ҠАҒИҘӘ ҠАБАТЛАУ ЙӘКИ ИШЛӘҮ ЮЛЫ МЕНӘН ЯҺАЛҒАН ҠУШМА ҺҮҘҘӘР ҺӘР САҠ ҺЫҘЫҠСА АША ЯҘЫЛА.

7. Таҡтала һүҙҙәр яҙылған. Беҙгә ошо һүҙҙәрҙән  ҡушма һүҙҙәр яһап яҙырға. Кем күпме яҙа ала. Таҡтаға 3 уҡыусы сыға.Ә  ҡалғандар урында эшләй. Аҙаҡ бергәләп тикшерербеҙ.

Аҡ-   бур, тамыр, түш, тырнаҡ, аҡсарлаҡ, таш, йондоҙ, баш, бәкәл,...

Ҡул – тамға, баш, сатыр, яулыҡ, баш, яҙма,

Ай – һылыу, бикә, солтан, гөл, сыуаҡ, туған, булат,

Гөл – һылыу, шат, бикә.....

8.  Парҙар менән эш (карточкаларҙа)

- Ә беҙ башҡаларыбыҙ урында эшләйбеҙ .  . Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

алма+ағас, күмер+тау, биш+бармаҡ, аҡ+бай

_______________________________________________________________________

Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

стәрле+тамаҡ, аш+хана, аҡ+тырнаҡ, боҙ+бармаҡ

_______________________________________________________________________

Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.

ҡул+тамға, аҡ+иҙел, һары+бай, көн+байыш

_______________________________________________________________________

 

 

Тикшереү. Һығымта яһатыу. Слайд 18.

Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла. 7. Өйгә эш.  «Корреспондент” уйыны.  Башҡортостанда ҡушма һүҙле ҡала, район исемдәрен яҙып килергә.

8. Рефлексив анализ. Баһалау.

- Дәрестә нимәләр эшләнек? Ниндәй асыштар яһанығыҙ?

- Ауырлыҡтар булдымы? Ауырлыҡты еңеп сыҡтығыҙмы? Ниндәй эштәр бик еңел булды? Был дәрестән үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ? Ниндәй ҡушма һүҙҙәр иҫеңдә ҡалды?

- Дәрестә нисек эшләүегеҙ менән ризаһығыҙмы?

-Бик яҡшы. Уҡыусылар, ә һеҙ бөгөн дәрестә нисек эшләнегеҙ? Әйҙәгеҙ әле,   ҡарайыҡ.Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә СМАЙЛИКТАР ята . Һәр кем үҙенә бөгөнгө дәрестә нисек ҡатнашыуын баһалап,  үҙегеҙгә смайликтар һайлағыҙ. Күтәрегеҙ. Беренсе рәт, ҡарағыҙ әле, улар үҙҙәрен дөрөҫ баһаланылармы? (Шулай уҡ икенсе рәт)

-Афарин, уҡыусылар. Һеҙ бөгөн дәрестә бик актив  эшләнегеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт!

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока по башкирскому языку на тему: " Ҡушма һүҙҙәрҙең яҙылышы. (Ҡабатлау дәресе) 3 класс"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Художественный руководитель

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 666 007 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.02.2018 1958
    • DOCX 27.3 кбайт
    • 12 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тимерова Фируза Фиркатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тимерова Фируза Фиркатовна
    Тимерова Фируза Фиркатовна
    • На сайте: 7 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 24243
    • Всего материалов: 19

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 142 человека из 46 регионов

Курс повышения квалификации

Развитие критического мышления у младших школьников в условиях обновленного ФГОС НОО

36/72 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 74 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 719 человек

Курс профессиональной переподготовки

Теория и методика преподавания в начальных классах компенсирующего и коррекционно-развивающего вида

Учитель начальных классов компенсирующего и коррекционно-развивающего образования

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 281 человек из 54 регионов
  • Этот курс уже прошли 889 человек

Курс повышения квалификации

Программа работы с неуспевающими и слабоуспевающими учащимися старшего дошкольного и младшего школьного возраста

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 131 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 259 человек

Мини-курс

Детская нейропсихология: особенности, диагностика, исследования

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 118 человек из 42 регионов
  • Этот курс уже прошли 57 человек

Мини-курс

Создание контента и заработок в онлайн среде: регулирование, продвижение и монетизация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 245 человек из 60 регионов
  • Этот курс уже прошли 66 человек

Мини-курс

Техническое обслуживание и диагностика сельскохозяйственной техники

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе