Башkортостан
Республикаhы Ауырғазы районы муниципаль район Таштамаk ауылы
урта дөйөм белем
биреү
мәктәбе
Салауат Юлаев тирмәhендә
Төҙөүсеһе: башkорт теле hәм әҙәбиәте уkытыусыhы
Сидорова Нәсимә Бәһәмән кыҙы
Тема. Салауат Юлаев тирмәһендә.
Маkсат.
Уkыусыларҙа халыk батыры өлгөһөндә
Тыуған илде һөйөү, батырлык һәм ғәйәрлек, туғанлыk, дуҫлыk hәм кешелеклелек
тойғо-сифаттарын тәрбиәләү. Башkорттарҙың, илебеҙҙә генә түгел, донья күләмендә тотkан урынын, абруйын күрhәтеү, милли ғорурлыk хисе уятыу.
Йыhазландырыу:
картиналар Ғ. Мостафин «Салауат», А.
Лежнев «Салауатты kулға алыу», А. Кузнецов «Салауаттан һорау алыу», магнитофон,
магнитофон яҙмалары: С. Юлаев шиғырҙары, «Ай, Уралым» йыры, kурай моңдары.
Кисә үткәреләсәк зал байрамса
биҙәлә. Китаптар күргәҙмәhе ойошторола. Бөйөк кешеләрҙең мәртәбәле hүҙҙәре, рәссамдарҙың Салауатkа арналған хеҙмәттәре.
«Ай, Уралым» йыры
яңғырай.
Алып барыусы. Был йырҙың
hүҙҙәрен С. Юлаев яҙған.
һеҙ, әлбиттә, Салауат
батырҙы беләhегеҙ.
Салауат! Уның исеме башkорт халkының
даны һәм ғорурлығы булып яңғырай. Әйҙәгеҙ,
дуҫтар, бөгөнгө hүҙебеҙҙе
лә, йырыбыҙҙы ла халkыбыҙҙың
данлы батыры һәм шағиры Салауатkа
арнайыk.
1-се уkыусы.
Салауаттың булат
kылысы
Килешеп тора ине
билендә.
Салауат батыр үҙе китһә лә,
Даны kалды Тыуған илендә.
("Салауат каторгала"
йыры.)
(Малайҙар
"Байыk" көйөнә
таkмаk-әйтеп
бейейҙәр)
1-се уkыусы.
Матурлыk туйға кәрәк,
Уңғанлык көн дә
кәрәк.
Салауаттай аҫыл ирҙәр
Был донъяла бик
hирәк.
Буламы икән
hандуғастың
Талдан талға күскәне.
Баҫkан ерҙә ут сығара
Салауаттай үҫкәне.
Ялбыр яллы аттарҙың
Ялын тарайҙар уның.
Юлай улы Салауатты
Халkы данлайҙыр уны.
Алып барыусы.
Ғаилә, тәбиғәт һәм мәктәп Салауаттың тәрбиәселәре булды; шулар йоғонтоhонда
уның көсө, һәләте үҫә
һәм буласаk геройҙың
характерына нигеҙ һалына. Халыk
яҙмышына төшкән бәлә-kазалар
хаkында үҙҙәренең
өйөндә әсәһенең
моңло йырҙарын, атаhының
һөйләгән hүҙҙәрен
тыңлаған... Тәьҫирләнеүсән,
дәртле һәм шиғри тәбиғәтле Салауат һәр нәмәгә kолак
hала,
hәр
нәмәгә kарата үҙ
мөнәсәбәтен белдерә, туған тәбиғәт матурлығына hоkланып
таң kала...(Ф.Д. Нефедов)
3-сө уkыусы.
Бер Салауат йөрәге
Мең йөрәкте бер итер.
Бер Салауат ғүмере
Мең ғүмерҙе тиң итер.
Бер Салауат үлеме
Мең үлемде юk итер.
Салауаттың бер эше
Мең сәсәнгә тел бирер.
Алып барыусы.
С. Юлаев Башkортостандың Себер юлы Өфө провинцияhы Шайтан-Көҙөй
волосы Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы хәҙерге
Салауат районы менән Силәбе өлкәhе сигендә, бәләкәй генә, ләкин ярhыу hыулы Hарыkондоҙ
йылғаһының Көҫкәндегә kойған
тәңгәлендә, тәбиғәттең, ифрат матур ерендә урынлашkан булған. Бөтә донъяға
билдәле булырға тейешле был ауыл бөгөн ер йөҙөндә
юk. Крәҫтиәндәр hуғышы
еңелгәс, Екатеринаның бойороғо буйынса, ихтилалдың күренекле етәкселәре тыуып үҫкән
бүтән төбәктәр кеүек үк, Тәкәй ҙә
яндырыла, ере hөрөп kуйыла. Аҙаk
башkорттар нишләптер был изге урынға бүтәнсә килеп ултырмағандар. (М. X.
Иҙелбаев, ғалим, яҙыусы,
«Юлай улы Салауат» тигән тарихи-документаль китаптың авторы)
2-се уkыусы.
Берәү генә Салауаттың
Тәүге өнөн тәү белгән
ер.
Берәү генә Салауаттың
Сәңгелдәге бәүелгән
ер.
һин шул төйәк —
Сәскәтөбәк,
Килдем һиңә күңел тoбәп.
Алып барыусы.
Юлай, Салауаттың өс йәше тулғас, үҙе
күтәреп атkа атландырҙы.
Kапыл-ғараға
шул етеп тора, йәнәhе: kалғанын ағаларынан, өлкәнерәктәрҙән
күреп өйрәнер.
Бөтәhенә лә күҙ
hалды Салауат, оҫтанан күреп, уk
юнды, малайҙарға эйәреп, ян
кереше тартты, hуңға табан kулына kылыс ала, һөңгө тота башланы. Ә балта,
суkмар һымаk нәмәләр уның kулында уйнап kына тора. (Ғәли Ибраhимов)
1-се уkыусы.
Илгә дошман кешегә
Мин дә дошман
булырмын.
Йортон-ерен үртәрмен,
Kан йөҙҙөрөп барыhын,
Илдең kонон алырмын.
("Салауат
менән Юлай" kобайыры.)
3-сө уkыусы.
Уҙамандар, kустылар,
Өләсәйҙәр, еңгәләр...
Батшаға яу асkан ир —
Бүгәс тигән ир икән...
("Юлай менән Салауат" kобайыры.)
Тыңлағыҙ ошо телмәрҙән:
Ул миңә хәбәр ебәргән,
Бығаулының kулынан
Бығауын йолkам, тигән ул;
Тышаулының аяғынан
Тышауын йолkам, тигән ул...
(Бүгәсәүгә kушылып, ир-батырға
kуш булып..." kобайырынан 3 куплет уkыла.)
5-се уkыусы.
Атkа менегеҙ, ирҙәр, ағалар,
Асылһын, әйҙә, иҫке яралар.
Яраларҙы ирек уңалтыр,
Яуыз дошман башын юғалтыр,
Kурkмаҫ булһа ирҙәр алыштан,
Уk та үтмәҫ беҙҙең аранан.
(Бергәләп
"Салауат" йырын йырлайҙар.
Kыҙҙар
таkмаk әйтә hәм бейейҙәр.)
2-се уkыусы.
Мең әсәгә ул бирер,
Мең батырға уk бирер,
Йыраусыға йыр бирер,
Kурайсыға көй бирер.
Kурайсыға көй бирер ҙә
Көрәшсегә көс бирер,
Эй, көс бирер!
С.
Юлаевтың магнитофон яҙмаhына
яҙылған шиғырҙары
яңғырай.
4-се уkыусы.
Илдәрҙә күп батырҙар:
Кейек аулар батыр бар,
Дошманды яулар батыр бар,
Илен hаkлар батыр бар.
5-се уkыусы. Илен һөйгән батыр йән
Дошманын еңмәй kайтырмы?
Иленә дошман килгәндә,
Тирмәгә инеп ятырмы?
("Баязит
батыр" kобайыры.)
Алып барыусы.
Салауат бәләкәй сағынан уk kыйыулығы, зирәклеге, сәсән телле булыуы менән
айырылып торған. 3—6 йәштәрҙә
үк әтәстәр, айғырҙар талашkанын,
тәкә, үгеҙҙәр һөҙөшкәнен,
малайҙар көрәшкәнен kыҙыkһынып
күҙәткән, еңеү-еңелеү
сәбәптәрен өлкәндәрҙән
hорашkан. Йыйындарҙа
үҙҙәренең көрәшсеhе,
сапkы аты еңелhә, бик ғәрләнгән.(Мөхәмәтша
Буранғолов, Башkортостандың халыk
сәсәне)
4-се уkыусы.
Салауаттың исеме
Эсер hыуға тәм бирер,
Йәшәр ергә йәм бирер,
Йәмләр өсөн ғәм бирер,
Эй Салауат, Салауат!
(Р.
Солтангәрәева, "Эй изге ер, изге ер!" kобайыры.)
Kурай
моңдары яңғырай.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.